Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Юмор һәм сатира оҫтаһы
"Сабиров иртәнән бирле бер мәсьәләне сисә алмай бутала.
— "Аға" тигән һүҙ һәйбәтме, әллә "ағай" тигәнеме?
— "Ағай" тигән, — ти ул, — беҙҙең башҡортса дөрөҫөрәк кеүек.
Беҙҙең халыҡ бит "аға" тип йөрөмәй. Бына минең атай ҙа "Фәрхетдин ағай", "Мөҙәрис ағай", фәлән ағай, төгән ағай тип йөрөтә торғайны, ләкин бит үҙеңдең директорыңа ағай тип әйтеүе әллә нисек. Йәбешеп етмәй. Ул әле фәҡәт һинән оло, йәшкә ҙур булыуын ғына аңлата. Мәҫәлән, сторож Дәүләтов ҡарт инде. Оло кеше. Ләкин положениеһы менән минән күп түбән булһа ла, йәшенә була, бер ун йыл алдан тыуғанлығына була, ағай тип йөрөтөргә мәжбүрһең. Мәжбүр булмаһаң да, шулай әйтеү кәрәк. Ә бына директорға нисек әйтергә: "ағай" типме, "аға" типме?
Фатирына ҡайтып инде. Ишектән инеүгә үк, аш бүлмәһендәге примус уны шаулап ҡаршы алды. Өйҙә бисәһенән башҡа кеше юҡ. Аҡрын ғына сисенде лә йоҡлай һәм эшләй торған бүлмәһенә уҙҙы. Тәмәке тоҡандырҙы. Бер-ике һурыуға, бисәһе Мәфтуха килеп инде. Бармаҡ баштарына йәбешеп ҡалған ҡамырын ыуа-ыуа:
— Әле генә Мөхәмәдрәхим ағайым килеп етте. Мәскәүҙә булған. Миңә фильдеперсовый ойоҡ алып ҡайтҡан, — тине.
Сабиров уның һүҙҙәрен тәмәке төтөнөнә күмелгән килеш тыңланы. Ул Мөхәмәдрәхим иптәштең Мәскәүҙә булыуына ла, бисәһенә фильдеперсовый ойоҡ алып ҡайтыуына ла иғтибар итмәне. Тик бисәһенең "ағайым" тип өҙөлөп әйтеүенә туҡтала ҡалды. "Ағайым" тигән һүҙ "аға" тигәнгә лә, "ағай" тигәнгә ҡарағанда ла матурыраҡ түгелме?
Мәҫәлән, үҙеңдең директорыңа "Янбулат ағайым" тип әйткәндә нисек була? Матур бит. Ләкин бына тап Мәфтуха кеүек бөтә йөрәгең менән өҙөлөп "ағайым!!!" тип әйтергә кәрәк. Шуның өҫтөнә Мәфтуханың тауышы ла матур. Көсһөҙ тауыш. Шул да күтәрә кеүек.
Мәфтуха иренең шундай шатлыҡлы бер хәбәргә иҫе китмәгәненә аҙыраҡ ҡына асыуы килде лә:
— Быға һөйләнең ни ҙә, һөйләмәнең ни, — тип үҙ эшенә китә бирҙе. Сабиров был яңы һүҙ өҫтөндә эшләй башланы:
— Һаумыһығыҙ, Янбулат ағайым?
— Кәйефегеҙ нисек, Янбулат ағайым?
Туҡта, ағай тигән һүҙҙе һөйләмдең башында әйткәндә нисек була икән? Мәҫәлән:
— Янбулат ағайым, ошоға резолюция һалып ебәрегеҙ әле. Йәки дөйөм йыйылышта уның фекерҙәрен яҡлап сыҡҡанда:
— Янбулат ағайым бик дөрөҫ әйтте.
— Янбулат ағайым бығаса беҙ белмәгән, беҙгә йәшерен булған серҙәрҙе асып бирҙе.
— Һис шикһеҙ, — тип ҡуйҙы ул аҙаҡтан, — "ағай" тигән һүҙгә ҡарағанда "ағайым" һүҙе артығыраҡ. Ләкин "аға" һүҙенән "ағайым" һүҙенең артыҡлығын билдәләү ауырыраҡ. Туҡта, "аға" һүҙе менән бер аҙ күнекмә яһап алырға кәрәк. Көҙгөгә килде, турайҙы, еңдәрен һелкеп алды. Тауышты тамаҡ төбөнәнерәк сығарырға тырышты:
— Ағаның һүҙҙәре дөрөҫ!
— Аға беҙҙең тормошобоҙға, яҙмышыбыҙға хас булған һүҙҙәрҙе һөйләй.
— Тимәк, — тине ул, — "аға" һүҙен ҡулланған ваҡытта уның исем-шәрифен ҡыҫтырырға ярамай. "Аға" тип кенә әйтергә кәрәк. Ләкин "ағайым" һүҙе артыҡмы-түгелме — был билдәһеҙ".

Сәғит Агиш уйынлы-ысынлы былай тип әйтергә ярата торғайны: "Мин күп урында уҡыным, тик бер уҡыу йортон да тамамламаным". Былай тиеүендә үҙенә күрә бер тел төбө бар ине, әлбиттә. Ысынлап та, "Ғәлиә" мәҙрәсәһенә лә, Ырымбур башҡорт педагогия техникумына ла, Башҡорт дәүләт педагогия институтына ла ингән ул, тик төрлө сәбәптәр арҡаһында уларҙың береһендә лә аҙаҡҡа саҡлы белем ала алмаған. Ләкин Сәғит Агиш тәрән белемле, киң эрудициялы рәссам ине. Быға ул ғүмере буйына үҙаллы камиллашыу, тормошто, әҙәбиәт ҡанундарын тынғыһыҙ, туҡтауһыҙ өйрәнеү аша өлгәшкән. Уның көндәлектәрендә, мәҫәлән, ошондай юлдар бар: “Мин Шәриф Камалды, Антон Павлович Чеховты яраттым. Уларҙан ни нәмәгә булһа ла өйрәнә алдым”.
Замандаштары Сәғит Агиштағы интеллектуаллектең бик күп сифаттарына һоҡланырҙар ине, шулай ҙа ул сифаттарҙың иң кәттәһе һәм фәһем алырлығы, әлбиттә, яҙыусының нескә күҙәтеүсәнлеге, көндәлек тормоштан ябай, ләкин оло мәғәнәгә эйә булырҙай күренештәрҙе таба белеүе ине. Шуға күрә уның һәр яңы әҫәре әҙәбиәт донъяһында ҙур ваҡиға була торғайны: унда һүрәтләнгән ваҡиғалар һәм кешеләр, бер ҡараһаң, шул тиклем ғәҙәти, әйләнә-тирәләгесә, шул уҡ ваҡытта, уларҙы һүрәтләү аша яҙыусы бөтөнләй көтөлмәгән, ғәҙәти булмаған һығымталарға килә, өр-яңы асыш яһай.
Ошо йәһәттән "Суфыя ханым" тигән хикәйә бик ҡыҙыҡлы. Уның геройы — Суфыя ханым — ихтирамлы, юғары мәҙәниәтле кеше. Үҙен тотоуына, әҙәплелегенә, белеменә ҡарап, уны уҡыған ҙур кеше йәки артистка тип уйларға мөмкин. Ә ул, баҡһаң, бары ябай бер тегеүсе икән. Ул – үҙ эшенең оҫтаһы. Үҙе теккән ҡупшы кейемдәргә йәнен һала, улар менән әҙәмдәрҙе күркәмләп кенә ҡалмай, һөйкөмлөлөгө, күңел күрке менән дә кешеләрҙе һоҡландыра, донъяны йәмләй. Ошондай геройы аша яҙыусы мөһим һығымтаға килә: ижади хеҙмәт кешене матурлай, уның рухи донъяһын байыта, бәхетле итә. Ябай ваҡиғаларҙың ҙур мәғәнәһен һынландырыуҙа яҙыусы шундай бейеклектәргә күтәрелде, бер-ике битлек хикәйәлә һәм бер характер аша халыҡ тормошоноң бик мөһим күренештәрен дөйөмләштерә алды.
Хикәйәләрҙәге тормошсан характер һәм хәл-ваҡиғалар, халыҡсан юмор, көләмәс стиленә тартымлыҡ Сәғит Агишҡа уҙған быуаттың утыҙынсы йылдарында уҡ ҙур популярлыҡ килтерҙе. Яҙыусы, үҙ талантының тәбиғәтен тәрән тойоп, ижадындағы юмористик йүнәлеште дәррәү үҫтерә, күренекле көлкө хикәйәсеһе булып таныла.
Күптәрҙең әле лә хәтерендәлер: Башҡортостан Яҙыусылар союзы тарафынан үткәрелә торған "Көлкө кисәләре"ндә Сәғит Агиш йығылып көлөрлөк хикәйәләр һөйләй ине. Эйе, эйе, һөйләй ине. Ҡыҙыҡлы көләмәсте нисек итеп һөйләйҙәр, шулай һөйләй ине. Күрәһең, уның ҡыҫҡа хикәйәләре тәүҙә эстән, үҙ алдына һөйләп ҡарау рәүешендә барлыҡҡа килгәндер, шул рәүешле шымарып, ятланып бөтөлгәндер, шунан һуң ғына ҡағыҙға төшөрөлгәндер. Бының ихтималлығын раҫлаған ошондай бер әйберҙе билдәләргә кәрәк: уның байтаҡ әҫәре матбуғатта баҫылып сыҡҡанға ҡәҙәрем үк ишетелгән, тыңланған, таныш була торғайны.
Был йәһәттән уның "Мин һыйыр түгел" тигән хикәйәһе үҙе бер мәрәкә күренеш булды. Әҫәр алтмышынсы йылдар башында донъя күрҙе. Әҙәбиәт донъяһында үҙенә күрә бер сенсация тыуҙырҙы: радио аша, эстрада сәхнәләренән яңғыраны, уҡыусылар уны, ятлап алып, бер-береһенә һөйләр булды, ҡәләмдәштәре яҙыусы талантының ерле юҡтан көлкө ҡуптара алыу һәләтенә һоҡланды. Әгәр инде был хикәйәне Сәғит Агиш үҙе һөйләп ебәрһә, ғүмерҙә бер йылмайып ҡарамаған кеше лә түҙеп тора алмаҫ ине. Әйтерһең дә, яҙыусы әҙәби әҫәрен уҡымай, ә үҙенең башынан үткән мәҙәк бер хәлде бәйән итә. Тыңлаған кеше уны яҙыусы тип түгел, ә хикәйәләге "Ғәрәпсә-русса һүҙлек"те ҡулына тотоп, мулла әйткән ғәрәп һүҙҙәрен йәһәт кенә ҡарап алып, уларҙың ни тиклем мәғәнәһеҙ икәнлеген аңлатып барған Кәбир тигән бер кеше үҙе ине. Яҙыусы Сәғит Агиш менән "ят һүҙ осраһа, шуны төпсөргә яратҡан" ошо Кәбир, әйтерһең, икеһе бер кеше. Юмор яҙыусыға тәбиғәт тарафынан бирелгән сикһеҙ йомарт бүләк булғандыр, күрәһең. Яҙыусының көр күңелен, шат, шаян тәбиғәтен күҙ алдына килтергән "Мин һыйыр түгел" исемле хикәйә бөгөн дә әле генә яҙылған шикелле яңғырай.
Сәғит Агиш хикәйәләренең иң сағыу сифаттары, күренеүенсә, юмор һәм сатира. Әммә, һәр оло яҙыусы ижадындағы шикелле, уның әҫәрҙәрендә төрлө эстетик һыҙаттар бергә ойоша һәм, күп төрлө төҫтәр менән балҡыған иретмәләй, иғтибарҙы йәлеп итә. Уның хикәйәләрендә тәрән драматизм менән нескә юморҙың тәбиғи үрелеп килеүенән күңелдәрҙә ғәжәйеп хис-тойғолар барлыҡҡа килә. Ошо йәһәттән "Мәзин йортонда" хикәйәһе фәһемле. Унда ярлы ауыл малайы Йософтоң ауыр, михнәтле бала сағын һүрәтләү үҙенә күрә бер төрлө ирония ҡатыш алып барыла. Яҙыусы ҡулланған был стилде "күҙ йәше аша йылмайыу" тип аңлатып булыр ине. Йософ тормошондағы ғәҙәти бер хәл бына нисек тасуирлана:
"Мин бығаса соланда йоҡлап йөрөй инем. Бөгөн ике һыйыр быҙауланы ла, улар өсөн бер бәләкәй генә өй кеүек нәмә бар, шуны яҡтырҙылар. Абыстай миңә: "Һин дә шунда йоҡларһың инде. Быҙауҙарға ла күҙ-ҡолаҡ булырһың. Әллә ни муйынсаҡтарына көрмәлеп ҡуйыуҙары бар", — тине. Бында мин үҙ ҡәҙеремдең быҙауҙарҙан юғары булмағанын беләм. Шулай ҙа быҙауҙар менән йәшәүе, әлбиттә, ғәрлекте килтермәй ҡалманы. Күңел өсөн былай ҙа эшләп булыр ине: быҙауҙар тыумаҫтан бер нисә көн элек мине шунда индереп, быҙауҙар тыуғас, уларҙы минең янға урынлаштырырға. Ике иҫәп — бер хисап, тиерһегеҙ. Уныһы шулай, әлбиттә. Нисек кенә итһәң дә, минең ята торған ер быҙауҙар ояһында буласаҡ. Тик уның мәғәнәһе бар: мин быҙауҙар эргәһенә ингән булмайым, ә, киреһенсә, быҙауҙар минең эргәгә ингән булып сыға".




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 779

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 952

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780