Уйлап ҡараһаң, ниндәй тәрән мәғәнә бар: бынан өс-дүрт тиҫтә йыл элгәрерәк беҙ Баязит Бикбай, Жәлил Кейекбаев, Ҡадир Даян, Сәләх Кулибай, Батыр Вәлид кеүек әҙәбиәтебеҙҙең тере классиктарын күреп-ишетеп, аралашып йәшәгәнбеҙ. Ижадтары менән мәшһүр был яҙыусылар үҙҙәренең холоҡ-ҡылығы буйынса ла ҡабатланмаҫ шәхестәр ине. Улар араһындағы иң сағыуы, үҙенсәлеклеләрҙең үҙенсәлеклеһе, моғайын, Сәғит Агиштыр. Уҡыусылары менән мәңгелеккә хушлашҡанда 68 йәшлек булһа ла, уны ҡарт тип һанарға берәүҙең дә башына килмәгәндер: ҡасан ғына осратма, шаярып, көр тауышлы, йор һүҙле, уйынсаҡ кеше булып, көлһә, тирә-яҡты яңғыратып көлә, һөйләһә, һөйләгәнен тын алмай тыңлата алырлыҡ теремек бер кеше ине.
Иҫәнлек-һаулыҡ һорашҡан саҡта: "Әгәр күҙҙең насар күреүен, ҡолаҡтың насар ишетеүен, йөрәктең ике инфаркт үткәреүен иҫәпкә алмағанда, мин һап-һау кеше", — тип шаярыуы ла уның мәрәкәсел, күңеле менән ғүмергә йәш булыуы хаҡында һөйләй ине. Шаянлыҡ, сослоҡ, йорлоҡ, күрәһең, тыумыштан бирелгән һәм һәр ваҡытта ла башҡалар араһында уны ныҡ айырып торған сифаттар булғандыр. Өлкән быуын яҙыусыларының күренекле вәкиле, Сәғит Агиштың замандашы һәм ҡорҙашы, Салауат Юлаев премияһы лауреаты Баязит Бикбай былай тип хәтерләй: "Сәғит Агишты мин ҡырҡ йылдан ашыуыраҡ ваҡыт белеп киләм. Беҙ уның менән 1923 йылдың көҙөндә Ырымбур Каруанһарайында тәүләп осраштыҡ. Ҙур ҡара күҙле, шундай уҡ төҫтәге ҡалын сәсле, кәүҙәһенә ыҡсым итеп тегелгән һоро шинель кейгән теремек егет әле лә күҙ алдымда йүгереп йөрөй. Ул саҡта беҙ алты йыллыҡ башҡорт педагогия техникумында уҡый инек. Ул — юғары курста, ә мин — әҙерлек курсында.
Шул саҡтарҙа уҡ Сәғит Агиш стена гәзитендә яҙыша, сәхнәгә сығып, ялҡынлы декламациялар һөйләй торғайны. Айырыуса Ш. Бабич, Һ. Таҡташ шиғырҙарын һөйләргә ярата. Ул Таңһылыу Рәшитова, һуңынан артист-яҙыусы булып киткән Асман Ғәләүи, шағир Ғабдулла Амантайҙар ҡуйған спектаклдәрҙә йыш ҡатнаша. Ләкин драмтүңәрәк спектаклдәрендә ул беренсе ҡылды уйнамай ине, буғай. Бына ул беҙҙе, иң кескенәләрҙе, йыйып алды ла, хәҙерге ТЮЗ һымағыраҡ драма түңәрәге ойоштороп, пьесаларын да үҙе яҙып, үҙе ҡуя башланы. Бер спектаклдә уйнағаным әле лә хәтерҙә. "Икмәк" исемле пьеса ине булһа кәрәк. Әҫәрҙең йөкмәткеһе ниҙән торғандыр, хәҙер хәтеремдә юҡ, әммә шуныһы асыҡ, тамаҡ туйҙырыу мәсьәләһе беренсе урынға ҡуйылғайны. Шаршау асылғанда ике бала — Мөкәрәмә Насирова менән мин — һөт менән икмәк ашап ултырабыҙ. Ни өсөндөр, беҙҙең арала бәхәс сығып китә лә, шундай һүҙҙәр булып ала:
— Икмәктең ҡәҙерен белергә кәрәк, ул һинән ҙур бит.
— Ошо бер телем икмәкме?
— Бер телеме генә түгел, валсығы ла беҙҙән ҙур уның...
Ҡыҫҡаһы, икмәк хаҡында оҙаҡ ҡына бәхәс бара. Аҙаҡ ул һөйләшеү ни менән бөткәндер, шулай уҡ хәтерҙә ҡалмаған, хәйер, быны автор үҙе лә иҫләмәй торғандыр, күп ваҡыт үткән бит. Ләкин Сәғит Агиштың бер мутлығы ғына хәтерҙә ҡалған: ашау мәсьәләһе ауыр торған йылдар ине, әгәр пьесала ашап алыу сәхнәһе бар икән, завхоз Саҙрый ағай икмәк-маҙар бирә, өҫтәмә тамаҡ туйҙырабыҙ. Ә тамаҡ ялғау сәхнәләре шаршау һайын ҡабатлана. Автор-режиссер ҙа ас ҡалмай. Хатта уның уңышлыраҡ пьесаһы "Кескенә революционер"ҙа ла ашау мәсьәләһе ситләп үтелмәгәйне... Ололар, драма түңәрәгендә ҡатнашҡан студенттар беҙҙең спектаклдәргә, Сәғиттең ғәҙәттәге шаярыуҙарының береһе һанап, көлөп кенә ҡарай торғайны. Баҡһаң, был "шаярыуҙар" — таланттың тәүге ҡәләм һынауҙары булған икән... Ике йыл да үтмәй, Сәғит Агиш "Беҙҙең көлөү" исемле китабы менән әҙәбиәт майҙанына килеп сыҡты. Дөрөҫ, уның был беренсе һәм һуңғы шиғырҙар йыйынтығы буйынса йәш авторҙың уңышын да, артабанғы әҙәби яҙмышын да билдәләү мөмкин түгел ине әле.
Был йыйынтыҡ бары Владимир Маяковский һәм "лефсылар" менән ныҡ мауыҡҡан, төрлө "измдар" менән хыялланған йәш кешенең яңы төр шиғыр булдырырға ашҡыныуының иҫтәлеге төҫөндә ҡалды. Уға ингән шиғырҙар, үҙ заманында шундай аҙашыуҙар кисергән Ҡәүи Нәжми менән Ғәҙел Ҡотой шиғырҙары һымаҡ, тиҙ онотолдо. Шулай ҙа беҙ уларҙан эҙләнеүсән, әҙәбиәткә ниндәйҙер яңылыҡ алып килергә вәғәҙә иткән үҙенсәлекле яҙыусы сығасағын төҫмөрләй алдыҡ. Киң ҡоласлы Сәғит Агиш алда ине әле. Ул оҙаҡ көттөрмәне, "Саптарбикә" (С. Агиштың һуңғы шиғырҙарының береһе) шиғырынан һикереп төштө лә, шартлатып, "шарттарына килтереп" хикәйәләр яҙа башланы".
Сәғит Агиш... Башҡорт әҙәбиәте тарихында ни тиклем оло мәғәнәгә эйә был исем. Хикәйә, повесть, роман жанрҙарының формалашыуы, юғары художество бейеклектәр яулауында күренекле прозаик Сәғит Агиш ижадының үҙенсәлекле һәм мөһим әһәмиәте бар. Яҙыусы булараҡ уның башҡорт әҙәбиәтенә алып килгән иң төп яңылығы һәм асышы, барыһынан да элек, ғәҙәти хәлдәрҙең ололоғон, ваҡиғаларҙың мәңгелек мәғәнәһен, ябайлыҡтың матурлығын сәнғәтсә сағылдырыуы менән бәйле. Үҙ әҫәрҙәрендә ул ябай ғына хәл-ваҡиғалар, кешеләрҙең ғәҙәти, көндәлек тормош күренештәре аша һәр кемде тулҡынландырырлыҡ фекер кәүҙәләндерә белә. Сәғит Агишты йыш ҡына Чехов менән сағыштырыу бына шуға бәйле, күрәһең.
Яҙыусы ижадындағы ошо һыҙат "Эш самауырҙа түгел" хикәйәһендә айырыуса сағыу балҡый. Унда тәү ҡарашҡа үтә ғәҙәти хәл-әхүәл тасуирлана: ауыл ҡарсығы Хөршиҙәнең ҡалаға улы менән килененә күсенеп килеүе, әммә унда толҡа таба алмайынса ыҙаланыуы, аҙаҡҡы сиктә кире ауылға ҡайтып китеү ваҡиғалары бирелә. Юҡ, күп кенә әҙәби әҫәрҙәгесә, Хөршиҙәнең был ҡылығы улы йәки айырыуса килененең ҡырын-мырын тороуҙарына бәйләнмәгән, киреһенсә, улар "әсәй" тип өлтөрәп йөрөй, хатта, ауылдағыса булһын тип, самауыр ҙа алып ултырталар, күршеһе күмер индереп, сәйҙе лә шажлап торған самауырҙан эсә башлай Хөршиҙә ҡарсыҡ. Ләкин был ғына уның күңелен баҫа алмай.
Хөршиҙәнең төп сырхауы — эшһеҙлек. Ғүмере буйына эш менән йәшәгән кеше үҙен хәҙер һыуҙан сығарып ташланған балыҡ һымаҡ хис итә. Улы менән килененең ғәжәпләнеүенә ҡаршы ул: "Мин, шул, эшкә өйрәнгән кеше инде. Унда ҡайтһам, аҙмы-күпме тигәндәй, үҙемә күрә өй эшем дә, колхоз эшем дә бар тиерлек". Ауыл ҡарсығы Хөршиҙәнең ҡылығы аша яҙыусы ябай, әммә оло дөрөҫлөктө асып бирә: хеҙмәт — кешенең йәшәү сығанағы. Бына ошо хәҡиҡәт рәссамдың оло сәнғәте ярҙамында психологик яҡтан ышандырырлыҡ һәм тормошсан итеп сағылдырылған.
Аңлашылыуынса, Хөршиҙә ҡарсыҡ образында яңы социалистик йәмғиәттә шәхестең рухи-әхлаҡи күркәмлеген билдәләгән хеҙмәт романтикаһы дөйөмләштерелә. Хикәйә геройы күҙгә күренмәҫ нескә ҡылдар менән замана, дәүер һулышына ҡушылған, утыҙынсы йылдарҙағы яңы тормош төҙөү энтузиазмы менән ҡанатландырылған, аңлы ижади хеҙмәткә дәртләндерелгән меңдәрҙе дөйөмләштергән, Һәҙиә Дәүләтшинаның "Һырға һабағы" хикәйәһендәге Юлдаш әбей образы кеүек үк, Хөршиҙә ҡарсыҡ йөҙөндә лә батшалыҡтың рәхимһеҙ ҡаты тәртиптәре аҫтында йәш кенә көйө ҡартайып, Совет власы шарттарында олоғайған көндә йәшәреп, ике дәүер араһындағы социаль-рухи айырманы тере килеш күҙ алдына баҫтырған быуын кешеләре кәүҙәләнә.
Ошо хәҡиҡәтте Сәғит Агиштың "Артистар" исемле хикәйәһенең төп геройы Килдебай ҡарт бик ҡыҙыҡ итеп әйтеп бирә: "Беҙҙең йәшлек йәшлек булманы. Ҡартайып тыуҙыҡ, хәҙер йәшәреп үлергә йыйынабыҙ. Мине йәштәр белмәһә лә, ҡарттар яҡшы белә. Бына Ҡолой ҡарт әйтһен. Мин йәшлегемдә уйнап-көлөп йөрөнөммө? Булманы. Мин муллала батраклыҡта торҙом. Ул хатта минең яланда йырлап йөрөгәнде ишетһә лә ҡыҙҙыра торғайны". Инде алтмышҡа еткән бына ошо Килдебай ҡарт хәҙер килеп колхоздағы драма түңәрәгенә яҙыуҙарын һорай, хатта, шул түңәрәктә ҡатнашып, спектакль ҡуйырға әҙерләнә. Халыҡ күңелендәге ошо тиңдәшһеҙ яңырыуҙы Ғәлимов Сәләм: "Ситлектә ҡартайған ыласын ҡоштоң йәшәреүе, яңынан тыуыуы", — тигән ҡанатлы юлдар итеп яҙғайны утыҙынсы йылдарҙа.
Заман һыҙаттарын дөйөмләштергән тормошсан образдар араһында Сәғит Агиштың үткер сатирик ҡәләме менән яҙылған кире типтар ҙа бар. Уларҙа, барыһынан элек, яңы тормошто күрә алмаусы, ләкин сараһыҙҙан яңы шарттарға яраҡлашырға тырышыусы бәндәләрҙең эш-ҡылыҡтары, ниәттәре көлкө утына тотола. Шуныһы үҙенсәлекле: яҙыусының сатирик хикәйәләре лә образ һәм ваҡиғаларҙың ҡабатланмаҫ үҙаллылығы, шул уҡ ваҡытта дәүерҙең типик һыҙаттарын дөйөмләштереүе менән иҫтә ҡала. "Ялағай" хикәйәһендәге Сабиров, мәҫәлән, үҙенә күрә бер төрлө холоҡло кеше булыуы менән бергә, ялағайлыҡтың ҡойоп ҡуйған бер тибы булып күҙ алдына баҫа. Түбәндәге өҙөк ана шул хәҡиҡәтте бик асыҡ дәлилләй.
(Дауамы бар).