Уҙған быуаттың туҡһанынсы йылдары. Республика халҡы суверенитет даулап, гөр килә. Бер-бер артлы милли мәктәптәр, милли кластар, балалар баҡсалары асылған саҡ. Шундай әһәмиәтле ваҡиғаларҙыңҡап уртаһында ҡайнаған шәхестәрҙең береһе – ысынлап үҙ һүҙен ҡурҡмайынса ярып әйтә алған, Стәрлетамаҡта йәшәп ижад иткән дүрт китап, байтаҡ йырҙар авторы, Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союзы ағзаһы Кәрим СӘЛИМОВ (әҙәби псевдонимы – Кәрим БУЛАТ). Бөгөн, етенсе тиҫтәһенең уртаһына еткәндә, шул саҡтағы хәлдәрҙе, әлегеһен нисек баһалай икән шағир? Ошо һәм башҡа һорауҙарыма яуап эҙләп, Кәрим ағайҙың үҙенә йүнәлдем.
– Кәрим Булатбай улы, әңгәмә йолаһына таянып, башта «Илһам шишмәләре» сығанағы ҡайҙан?» тигән һорауға яуап табып үтәйек әле…– Нәҫелдә элек-электән уҡымышлы, шул уҡ ваҡытта һәләтле кешеләр булған. Мәҫәлән, ХIX быуаттан ҡалған бер документҡа тап булдым. Шул ҡағыҙ киҫәгендә башҡа ауылдаштары үҙ тамғаларын йә иһә бөтөнләй һыҙыҡ-таяҡ ҡуйған саҡта, минең ике быуын олатайым матур итеп ҡултамғаһын ҡалдырған. Ошо кескәй генә миҫал да нәҫелебеҙҙә яҡтылыҡҡа ынтылыусылар йәшәгәнлегенә ишаралай, минеңсә. Бынан тыш, республикала шағир-журналист Нияз Сәлимов исеме киң билдәле. Бер ғаиләнән ике шағир сығыуы ла осраҡлы хәл түгелдер.
Шулай ҙа шиғыр яҙған ике туған ағайҙарҙың тәьҫире ныҡ булғандыр, тип уйлайым. Әле лә хәтерҙә: саҡ уҡырға өйрәнгән мәл. Туғандарымдың дәфтәргә теркәлгән әҫәрҙәрен уҡырға маташам, үҙем: «Их, мин дә шиғыр яҙа белһәм ине», – тип хыялланам. Хыялдар тормошҡа ашты…
Әлбиттә, беренсе шиғырҙар тыуған ерем – Ғафури районының Яугилде ауылында яҙылды. Үкенескә ҡаршы, «тәүге ҡарлуғас»тар теркәлгән дәфтәрем ғәйеп булды. Башҡаса шиғыр яҙмаҫлыҡ булғайным. Әммә ваҡыттың дауалаусы сихри көсө бар бит – йылдар үтеп, Стәрлетамаҡта йәшәй башлағас, йәнә ижад донъяһына сумдым.
– Кәрим ағай, һеҙ – һөнәрегеҙ буйынса аппаратсы, ҡеүәтле заводтарҙың береһендә көс түккәнһегеҙ. Техник һөнәргә эйә булған кешегә ижад, халыҡ яҙмышы һымаҡ донъяуи мәсьәләләр хаҡында баш ватыу нисек килеште һуң?– Заводта эшләгән саҡта стена гәзите сығарыу бурысы миңә йөкмәтелде. Гел маҡтап ҡына булмай, тәнҡит тә кәрәк – ғәҙеллектән ситкә тайпылырға яратмағас, етешһеҙлектәрҙе лә «күрергә» тура килде. (Әлбиттә, бындай ҡылығым өсөн үҙемде лә «буш» ҡалдырманылар). Шул гәзит сығарыу, дөрөҫлөктө даулау йәнә ҡәләмгә ныҡлап тотонорға этәрҙе. Хәтеремдә, Рөстәм Абсаттаров исемле егет менән ярышып шиғыр яҙа инек, үкенескә ҡаршы, уның менән бәйләнеш өҙөлдө. Ғафури районының элекке «Звезда»-«Йондоҙ» гәзитендә «Аманат» тигән шиғырым баҫылып сығыуы, уға Гөлнур Яҡупова тарафынан ыңғай баһа бирелеүе илһам ҡанатын тағы ла нығыта төштө.
Ғөмүмән, ижади ҡомарҙы үҫтереүҙә ошо өлкәлә үҙ һүҙе, абруйы булған шәхестәрҙең роле баһалап бөткөһөҙ булды. Вил Ғүмәров, Рауил Ниғмәтуллиндар менән аралашыу сәмде, илһамды тағы ла нығыраҡ ҡуҙғытып ебәрҙе.
Халыҡ яҙмышы тигәндән... Улдарымды балалар баҡсаһына алып барған һайын тәрбиәселәре өйҙә улар менән тик урыҫ телендә һөйләшергә ҡуша ине. Шуға бик ныҡ рәнйей торғайным, ә мин, киреһенсә, саф башҡортса аралаштым. Тик, ояһында ни күрһә – осҡанында шул булыр, тиһәләр ҙә, өйҙәге һөйләшеү генә аҙ. Башҡорт балалар баҡсаһы, башҡорт мәктәптәре хаҡында хыяллана торғайным. Был хыялдарым да тормошҡа ашты – ҡалала Жәлил Кейекбаев исемендәге гимназия асылды, башҡорт балалар баҡсаһы булдырылды, бынан тыш, башҡорт театры, филармонияһы эшләй башланы.
“Асылды” тип әйтеүе генә анһат. Күпме ғәйепләүҙәр, кәмһетеүҙәр, ҡурҡытыуҙар кисерергә тура килгәнен шул ваҡиғалар эсендә ҡайнаусылар үҙҙәре генә белә, әммә ҡурҡып ятманыҡ. Бер башҡорт тип кенә янманыҡ, ҡалала йәшәгән бар милләттең дә мәҙәниәтен, телен ҡайғырттыҡ. «Аманат» башҡорт халыҡ үҙәген ойоштороу (мин яуаплы сәркәтибе инем), ҡултамғалар йыйыу, митингтар үткәреү – береһенән дә ситтә ҡалманым.
– Әгәр шул йылдарҙа Өфө майҙандарында стәрлетамаҡтар ҙа баҫып торған икән – бында һеҙҙең дә ҙур өлөш бар. Күптәр ҡурҡып-боҫоп ятҡанда, ҡала Советы алдында майҙан тотҡан шәхестәр булған икән, шуларҙың береһе – һеҙ! Кәрим Булатбай улы, был ваҡиғалар ижадығыҙға нисек тәьҫир итте һуң?– Уралтауҙың азатлығын яҡлап,
Ҡыҙған саҡта оло хәрәкәт,
Башҡортостан, яңы тыуған көнөң
Бар халҡыңа һипһен бәрәкәт.
Йәштәр тама, үткәнеңде уйлап,
Уйҙарымдан уйылып китерлек.
Минең хистәр бөгөн – меңдәр хисе,
Миллиондарға барып етерлек, –тип яҙғайным 1990 йылдың 11 октябрендә.
Ғөмүмән, шиғриәт, ижад – эҙләнеү донъяһы. Хәйер, өйҙә генә ултырып, йылы сәй эсеп кенә халыҡ күңеленә барып етерлек әҫәрҙәр яҙып буламы икән?! Гел маҡтауҙан ғына тормай бит донъя хәлдәре. Дөрөҫөн әйткәндә, шағир нәҡ шул көрәш майҙандарында сыныға. Республикала булып үткән тарихи ваҡиғалар – илһамымдың урғылып ятҡан шишмәһе булды.
– Бөгөн илһам нисек килә?– Аллаға шөкөр, хәҙерге көндә республикабыҙ тормошо етеш. Әммә ябай, күҙгә күренмәгән мәсьәләләр ҙә юҡ түгел. Шул уҡ ваҡытта донъяуи афәттәр етерлек: әлеге лә баяғы эскелек, наркомания, исемлекте дауам итмәһәм дә, улар билдәле. Бына шулар хаҡында уйлана, публицистик мәҡәләләрендә ошо ҡырҡыу мәсьәләләргә үҙ ҡарашын белдерергә ашҡына Кәрим Булат. Иң мөһиме – тормошобоҙҙо биҙәүсе яҡты шәхестәр, ҡыуандырырлыҡ ваҡиғалар бихисап. Быларын да ҡәләмем урап үтмәй.
– Ғүмер байрамығыҙ мөбәрәк булһын, ижади уңыштар!– Рәхмәт!