Республикабыҙҙың рухи-мәҙәни тормошон Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһынан тыш күҙ алдына килтереү мөмкин түгел. Абруйлы мәҙәниәт усағы ошо көндәрҙә үҙенең 75 йыллыҡ юбилейын билдәләһә, уға нигеҙ һалған арҙаҡлы башҡорт композиторы Хөсәйен Әхмәтовтың тыуыуына 100 йыл тулды. Ошо ике күркәм ваҡиға уңайынан филармония директоры, Башҡортостандың халыҡ артисы Рәсүл Ҡарабулатов менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.
— Рәсүл Рафиҡ улы, икеләтә иҫтәлекле ваҡиғаны ниндәй уңыштар менән ҡаршылайһығыҙ? — Уҙған йыл филармониябыҙ өсөн бик емешле булды. Тәү сиратта тамашасыларыбыҙҙы арттырыуға өлгәштек. Артистар өсөн дә бик иҫтәлекле булды 2013 йыл. Улар Куба Республикаһында, Төркиәлә сығыш яһаны, Францияла Башҡортостанды танытыуҙа ла ҡатнашты.
Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта үткән һабантуйҙа ла беҙҙең сәхнә оҫталары уңышлы сығыш яһаны. Республикабыҙҙа ғына түгел, Рәсәйҙең башҡорттар һәм татарҙар күпләп йәшәгән башҡа төбәктәрендә лә беҙҙекеләр гастролдә йыш йөрөнө.
Билдәле булыуынса, "Алһыу пантера" джаз фестивале Башҡортостанда йыл һайын уҙғарылып килә. Былтыр иһә унда Франциянан, Американан, шулай уҡ Рәсәйҙән билдәле артистар ҡатнашты, күркәм сараны ҙур сығымһыҙ үткәрә алдыҡ. Йәйгеһен иһә "Газпром трансгаз Өфө" йәмғиәтенең ярҙамы менән сәхнәбеҙгә яҡтыртҡыс ҡорамалдар алдыҡ, шулай уҡ филармониябыҙҙың студияһын асыуға өлгәштек. Уныһы артистарыбыҙ өсөн бик тә ҡулай булып сыҡты. Элек улар аҡса түгеп, йә телевидениеға, йә башҡа урынға барып йыр яҙҙыра ине. Шөкөр, хәҙер бөтә ҡорамалдар ҙа бар, кинәнеп ижад ит кенә. Тағы ла юбилей миҙгеле асылыр алдынан тамаша залына уңайлы, өр-яңы ултырғыстар ҡуйылды.
— Тамашасылар артты, тигәйнегеҙ. Был һөҙөмтәгә реклама ярҙамында ғына өлгәшеп буламы? — Уңышты уға ғына ҡайтарып ҡалып булмай, әлбиттә. Реклама ғына түгел, үҙенсәлекле концерттар, ҡыҙыҡлы проекттар ҙа булышлыҡ итте быға. Беренсенән, йылдағыса, һәр артистың айырым концертын үткәреүҙе кәметтек. Һуңғы ике йыл күрһәткестәрен ҡарап, кемдәрҙең сығышына халыҡтың күберәк йөрөүен асыҡланыҡ. Ә инде тамашасыны ҡыҙыҡһындырмаған концерттарҙы төшөрөп ҡалдырҙыҡ. Икенсенән, программаларға ҡарата талапты арттырҙыҡ. Йәш режиссерыбыҙ Илшат Фәсхетдинов шул яҡтан уңышлы эшләй. Олораҡ кешеләр араһында ул индергән яңылыҡтарҙы, "йәштәр өсөн ҡуяһығыҙ" тип, ҡабул итмәгәне лә булды, әммә бер урында тапанырға тейеш түгелбеҙ. Эҙләнеүҙән туҡтарға ярамай тимәксемен. Әле күп кенә концерттарыбыҙ йыйылма төркөмдәр менән үтә. Халыҡтың яратҡан күп артистары бергә сығыш яһаһа, ундай тамашалар уңышлыраҡ. Мәҫәлән, халыҡ йырҙарынан ғына торған концерт ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Өсөнсөнән, яҡтыртыу ҡорамалдарын да, тауыш сифатын да яҡшырттыҡ.
— Ә һеҙ йәмәғәтселек фекерен өйрәнәһегеҙме? — Әлбиттә. Был эшкә студенттарҙы йәлеп итергә тура килде, уларға түләнек. Концертҡа килгән кешеләрҙең фекерен һорашып, анкета тултырып йөрөнөләр. Ниндәй тамашалар ҡәнәғәтләндерә, ә нимәһе оҡшамай — ошоларҙың барыһын да анализлап, эшебеҙҙә ҡулланабыҙ.
Ысынлап та, халыҡтың фекере беҙгә бик тә кәрәк. Әгәр ҙә тәнҡитте, теләктәрҙе, кәңәштәрҙе ишетмәһәк, тамашасыны нимә ҡыҙыҡһындырғанын белмәҫ тә инек.
— 2014 йыл Рәсәйҙә лә, Башҡортостанда ла Мәҙәниәт йылы тип иғлан ителде. Дәүләт етәкселегенең ошо ҡарары ниндәй өмөттәр уята? — Мәғлүм булыуынса, Хөсәйен Әхмәтовтың тыуыуына — 100, ә инде филармониябыҙҙың барлыҡҡа килеүенә 75 йыл тула. Ошо уңайҙан 24 ғинуарҙа ҙур концерт үткәрәбеҙ. Сара үҙенә күрә Мәҙәниәт йылын башлап ебәрәсәк. Ә инде тотош илде алғанда, бөтә өлкәлә лә тиерлек ауырлыҡтар бар. Шундай заманда мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә ошондай иғтибарлы мөнәсәбәт булыуы ҡыуандыра. Иң мөһиме — республикала Президент гранты булдырылды. Ул күп кенә үҙенсәлекле проекттарҙы тормошҡа ашырырға ярҙам итә. Беҙ ҙә 15 миллион һумлыҡ грантҡа дәғүә итәбеҙ.
— Ә ниндәй проект буйынса? — Йыл һайын филармониялар фестивален үткәреп киләбеҙ. Ошо матур сараны быйыл киңерәк ҡоласлы итеп, башҡасараҡ алым менән тормошҡа ашырмаҡсыбыҙ. Уға ярашлы, Сибай, Стәрлетамаҡ, Нефтекама һәм Өфө ҡалаларында ҙур тамаша уҙғарырға иҫәп тотабыҙ. Сығыштар асыҡ һауала үтәсәк. Ә инде сәфәребеҙҙе Өфөнөң Дуҫлыҡ монументы алдында ҙур концерт менән тамамлау күҙаллана. Аллаһ бирһә, грантҡа эйә булһаҡ, ошо проектты уңышлы ғына тормошҡа ашырыр инек. Әле унан башҡа ла ниәттәребеҙ етерлек. Мәҫәлән, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Рәмил Ғәйзуллин "Дирижерҙар парады" фестивален үткәрергә тәҡдим иткәйне, беҙ был идеяны хуплайбыҙ. Тәүҙә уны киңерәк планда үткәрергә уйлай инек, әммә, финанс мөмкинлектәре хөртөрәк булыу сәбәпле, республикабыҙҙың дирижерҙарын ғына саҡырырға булдыҡ.
— Уңыштар менән бер рәттән мәҙәниәт усағының проблемалары ла барҙыр... — Уныһы шулай. Бына, мәҫәлән, филармонияның тамаша залы ҙур байрамдар үткәреүгә иҫәпләнмәгән. Сәхнә лә бәләкәй, булған яҡтыртыу ҡорамалдары ла аҙ. Хәҙер барлыҡ мәҙәниәт усаҡтарында ла артисҡа ла, тамашасыға ла заманса шарттар булырға тейеш. Яңыраҡ ҡына тауыш ҡорамалдары алғайныҡ, уның күп кенә деталдәрен өҫтәп эшләргә кәрәк. Өҫтәмә сығымдар талап ителә. Артистарға иһә костюмдар етешмәй. Ни тиһәң дә, сәхнә кейемдәрен, уйын ҡоралдарын ваҡытында алыштырып торорға кәрәк. Бер нәмә лә мәңгелек түгел, уның иҫкереүен дә оноторға ярамай. Быларҙан тыш, репертуарға бәйле проблемалар ҙа етерлек. Бер көнлөк, сейле-бешле концерттарҙы сәхнәгә сығарыуҙы туҡтатырға кәрәк. Етәксе булып килгәс тә ошоно төп бурыс итеп ҡуйҙым. Тамашалар профессиональ кимәлдә, халыҡ күңеленә үтеп инерҙәй зауыҡлы булырға тейеш. Шәхсән үҙем бер ҡатлылыҡ, иҫкелек яҡлы түгелмен. Шуға ла залда романстар ҙа, халыҡ һәм эстрада йырҙары ла, фольклор ҙа, ҡурай ҙа яңғырарға тейеш. Юғиһә, ҡайһы берҙә концертта сит ил романсын ишетһә, кемдер оҡшатмай ҡуя. Минеңсә, тамашасы сәнғәттең һәр төрөн "татып ҡарарға" тейеш. Тәүҙә, эшкә килгәндә, ҡайһы бер артистарҙың фонограмма менән "йырлауын" күреп, аптырашта ҡалдым. Нисек инде ул, сәхнәгә сыға ла, халыҡты алдап, ауыҙын ғына асып-йомоп тора ала?! Профессиональ концерт ойошмаһы өсөн был — ҡырағай күренеш. Шуға уйлап йөрөнөм дә махсус фарман сығарҙым. Уға ярашлы, һәр хеҙмәткәргә тере тауыш менән генә сығыш яһау талабы ҡуйыла. Әгәр артист "плюс"ҡа йырлаһа, йә эшенән китергә, йә эш хаҡының түбәнәйтелеүенә ризалашырға тейеш. Шундай алымдар менән генә юғары күрһәткестәргә өлгәшергә мөмкин.
— Тамашасыларға еткерер теләктәрегеҙ ҙә барҙыр... — Хәҙер күптәрҙең концертты килеп ҡарайым тип иҫе китеп бармай. Бында телевидениеның, радионың да ғәйебе барҙыр, сөнки теге йәки был тамаша барыбер тапшырыу рәүешендә эфирға сыға. Әммә үҙең килеп күргән концерттағы хис-тойғоно бүтәнгә алыштырыу мөмкин түгел. Шуға ла кешеләрҙең ошо йәһәттән әүҙемерәк, аңлыраҡ булыуын теләр инем. Әгәр рухи аҙыҡ бөтһә, матди байлыҡ ҡына кеше тормошон биҙәй алмай. Телебеҙ ҙә, йыр-моңобоҙ ҙа юғалһа, рухиәтебеҙ халыҡ бөләсәк. Быны һис оноторға ярамай.
Былтыр үҙенсәлекле проект уйлап сығарҙыҡ. "Музыканы бергәләп тыңлайбыҙ" тип атала ул. Концерт ауырлы ҡатындар өсөн тәғәйенләнгән. Беҙҙең белгестәр ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһына барып, музыканың буласаҡ әсәйҙәр өсөн ниндәй әһәмиәткә эйә икәнлеген аңлата алды. Хәҙер табиптар ҡатындарға ошо концертҡа йүнәлтмә биреп ултыра. Билеттар ярты йыл алдан уҡ алынып бөтә. Ҡыҫҡаһы, ҡатындар тамашанан рухи ҡәнәғәтлек алып ҡайта. Әсә ҡарынында уҡ балала йыр-моңға һөйөү тәрбиәләнергә тейеш, тимәксемен.
— Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт, Рәсүл Рафиҡ улы! Эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ.