Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Дәрт бар, дарман етерме?
Дәрт бар, дарман етерме?Йылҡы йылы Рәсәйҙә Мәҙәниәт йылы билдәһе менән үтәсәк. Президент Владимир Путиндың Федераль Йыйылышҡа сираттағы Мөрәжәғәтнамәһендә телгә алыныуынса, “уның ысын-ысындан мәғрифәтселеккә, мәҙәни тамырҙарға әйләнеп ҡайтыуға, Ватанды һөйөү, әҙәп һәм әхлаҡ мәсьәләләренә арналыуы маҡсатҡа ярашлы”. Әлегә был йәһәттән ниндәй саралар күреләсәге билдәһеҙ, ләкин шуны яңылышмай әйтергә мөмкин: тырышлыҡ бик күп кәрәк буласаҡ. “Йәмғиәттең нигеҙе ныҡ түгел, төрлө сәбәптәр арҡаһында бөгөн мәҙәни мөхит боҙолған, — тине республика Президенты Рөстәм Хәмитов, Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының ойошторолоуына 60 йыл тулыу айҡанлы уҙғарылған тантанала сығыш яһап. — Һуңғы 15 – 20 йылда баҙар ҡоролошо мәҙәниәтте һәм унда хеҙмәт итеүселәрҙе ауыр хәлгә ҡуйҙы”.

Телгә алған кеше лә юҡ ине

ХХI быуат башында мәҙәниәттең иң юғары даирәләрҙә тәрән борсолоу уятырлыҡ хәлгә төшөүе дәүләт органдарының эшләп еткермәүеме, теге йәки был объектив сәбәптәр нигеҙендә йәмәғәтселектә барлыҡҡа килгән һәм етди өйрәнеүгә мохтаж мөнәсәбәтме, әллә дөйөм кешелек цивилизацияһына хас хәл-күренешме, социаль ҡоролош ҡапыл алмашыныу арҡаһында килеп тыуған хәлме? Әлбиттә, өҙөп кенә әйтеүе ҡыйын, сөнки атап кителгән варианттарҙың барыһы ла тиерлек ниндәйҙер дәрәжәлә күҙәтелә. Ләкин хәл иткесе, моғайын, сирек быуат самаһы элек социаль ҡоролош алмашыныуындалыр, сөнки һанап үтелгән сәбәптәрҙең береһе лә үҙенең киңлеге һәм йоғонтололоғо буйынса йәмғиәт әле лә ҡабул итмәгән ҡырағай баҙар мөнәсәбәттәре менән ярыша алмай.
Ни өсөн ҡапыл ғына дәүләттең иң юғары даирәләрендә мәҙәниәт хаҡында иҫкә төшөрҙөләр? Быға саҡлы уны зыялыларҙан башҡа телгә алған кеше лә юҡ ине бит. Хикмәт шунда: Рәсәй йәмәғәтселегендә тәрәнәйә барған милләт-ара ҡаршы тороу кәйефе дәүләт нигеҙҙәренә хәүеф менән янай башланы. Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә Владимир Путин да проблеманы таныны һәм уның көн үҙәгенә күтәрелеүен социаль-иҡтисади һәм территориаль үҫештәге ауырлыҡтар, коррупция, дәүләт институттары эшмәкәрлегендәге етешһеҙлектәр, мәғариф һәм мәҙәниәт сәйәсәтендәге хаталар менән бәйләргә тырышты. Кремль башлығы ҡайһы бер мәсьәләләрҙе ошолай ҡуйыуы менән хаҡлылыр ҙа, әммә сәбәптәрҙе әһәмиәте, йоғонтололоғо буйынса теҙеп һөйләгәндә, иң элек “дәүләт институттары эшмәкәрлегендәге етешһеҙлектәр”ҙе атарға кәрәк ине, сөнки башҡалары башлыса шуға бәйле бит.

Ҡабатланмаҫ күренеш

Рәсәй йәмғиәте — үҙенсәлекле генә түгел, ҡабатланмаҫ социаль күренеш. Унда урыҫ дәүләте ойоша башлағандан барлыҡҡа килгән һәм бер-береһенән ҡырҡа айырылған ике мәҙәниәт йәшәүен уҙған быуаттың 30-сы йылдарында күренекле урыҫ философы Николай Бердяев та билдәләп үткән. Береһе – XVI, икенсеһе XX быуатта йәшәгән, бер-береһен аңламаған социаль мәҙәниәттәрҙең 1917 йылғы инҡилаптан һуң берәүгә, йәғни дөйөм халыҡ мәҙәниәте – социалистик мәҙәниәткә әүерелеүе уның тулыһынса дәүләтләштерелеүен аңлатты. Совет мәҙәниәте, ысынлап та, юғары власть даирәләре тарафынан ижад ителгән дәүләт мәҙәниәте булды һәм Совет власы тарихҡа китеү менән тарҡалыуға дусар ителде. Әлбиттә, бер нисә быуынды тәрбиәләгән пролетар мәҙәниәттең, айырыуса хәҙерге хәл менән сағыштырғанда, өҫтөнлөклө яҡтары күп булыуы ла бәхәсһеҙ. Үлгән һыйыр һөтлө була тигәндәй, уртаҡ әхлаҡи ҡиммәттәр, халыҡтар дуҫлығын данлау һ.б. бөгөнгө аңлайышһыҙ заманда хатта идеал кеүек ҡабул ителә. “Беҙгә ябай булмаған совет ҡоролошо, үҙгәртеп ҡороу һәм баҙар иҡтисады тура килде”, — тип Рөстәм Хәмитов мәҙәниәттең етем хәлендә ҡалыуының этаптарын һанап үтте. Эйе, нисек кенә ғәжәп тойолмаһын, ҡанлы Николай заманында ла, уға тиклем дә мәҙәниәт булған, теге йәки был халыҡтың быуаттар төпкөлөнән килгән ғөрөф-ғәҙәттәре, йолалары быуындан-быуынға күсеп үҫешкән, ҡан менән дә, тәрбиә нигеҙендә лә йәштәргә тапшырыла килгән. Европала әле парламентаризм тураһында уй йөрөтөү ҙә мөмкин булмаған дәүерҙәрҙә төрки халыҡтарҙа борон-борондан илгә идара итеүҙә халыҡтың туранан-тура ҡатнашыуы үҙе үк сәйәси мәҙәниәттең юғары кимәлдә булыуы хаҡында һөйләй. Хан итеп хан улдарын ғына һайлау ғәмәле үҙе үк ата-бабаларҙың ул саҡта фән итеп танылмаған генетиканы яҡшы белеүен күрһәтә, сөнки идара итеү һәләтенең балаға тыумыштан ҡан менән бирелеүен борон уҡ яҡшы аңлағандар. Ул дәүерҙәрҙә хәҙерге кеүек теләһә кем етәксе вазифаһына күтәрелә алмаған, был йола тәүҙә батша хакимиәте, артабан Советтар тарафынан тупаҫ боҙолған һәм үҙенең ауыр эҙемтәләрен биргән. Рәсәй Президентының былтыр 21 ноябрҙә ил әҙәбиәтселәре йыйылышында әйткән "мәҙәниәт түбән тәгәрәне" тигән фекере ысынбарлыҡ менән тулыһынса ярашып бөтмәй. Шулай әйтергә яраһа, ХХI быуатта Рәсәйҙә батшалар дәүерендәге кеүек, ике мәҙәниәт ойошоп килә: серегән байҙар һәм ярлылар мәҙәниәте. Дөрөҫ, тәүгеһе беҙҙең күҙгә бик салынып бармай, сөнки уларҙың тормошо бейек ҡоймалар менән уратып алынған зиннәтле биналарҙа, сит илдәрҙә үтә. ХХI быуатта Рәсәй миллиардерҙарының тормошо батша заманындағы Морозовтар, Мамонтовтар, Коноваловтар, Рябушинскийҙар, Рәмиевтәр, Хөсәйеновтар һ.б. күп меценаттарҙыҡына оҡшамаған. “Яңы урыҫтар” тыуып үҫкән, байлыҡтарының иң мөһим сығанағы булған Ватанын һәм ватандаштарын күҙенә лә элмәй.
Ә икенсе мәҙәниәтте беҙ көн һайын күҙәтәбеҙ, ул ысынлап та әлегә һүрелеп барған элекке совет мәҙәниәте сиктәрендә күҙ алдына баҫтырыла. Эйе, совет яҙыусыһы Максим Горький әйтмешләй, “тормош төбөндәгеләр” мәҙәниәте лә морон төртөп килә. Киләсәктә батша Рәсәйендәге кеүек үк ике мәҙәниәт – юғары ҡатлам һәм түбәндәгеләр – барлығы рәсми рәүештә танылмаһа ла, кире ҡаҡҡыһыҙ ысынбарлыҡҡа әүереләсәк.

“Аңды көнкүреш билдәләй”

Быйыл Башҡортостан мәҙәниәтенә былтырғынан 25 процентҡа күберәк ҡаҙна сығымдары вәғәҙә ителә. Тимәк, клуб йәки мәҙәниәт һарайы, музей, китапхана һ.б. хеҙмәткәрҙәренең килеме дүрттән бер өлөшкә артһын өсөн тәүге аҙым яһалыуы ихтимал. Алдағы дүрт йылда ла ошондай, бәлки, күберәк тә, өҫтәмә булғанда, ысынлап та, иҡтисадсыларҙы ҡыуып етергә өмөт уяна кеүек. Ул саҡта инде, большевиктар кеүек, әйҙә, халыҡҡа хеҙмәткә, тип әйтергә ерлек тыуа. Ләкин йәмәғәтселектә мәҙәни сифаттар клуб, мәҙәниәт йорто, музей, китапхана, хатта мәктәпкә йөрөүгә ҡарап ҡына формалашмай. Инә һөтө менән инмәгәнгә тана һөтө менән инмәҫ тигәндәй, мәҙәниәт ҡәүемдәргә дәүләт органдарының саҡырыуы аша түгел, ә йәшәү рәүеше, ғаиләнең матди бөтөнлөгө, йән тыныслығы шарттарында ғына ерегә. Аңды көнкүреш билдәләй, тигән бит Карл Маркс. Былтыр апрель аҙағында Рәсәй журналистарының Х съезы булып үтте. Уның тураһында бик аҙ кеше генә белеп ҡалғандыр. Хикмәт журналистар форумында түгел, унда ниндәй ғибрәтле мәғлүмәттәр килтерелеүендә. Бөтә баҫмаларға федераль ярҙам 300 миллион һум тәшкил иткәндә, тине съезда сығыш яһаған Дәүләт Думаһы депутаты Алексей Митрофанов, сит илдәргә күрһәтеү өсөн тапшырыуҙар әҙерләгән “Russia todax” компанияһына 12 миллиард һум бүленде. Ләкин сит илдәрҙә беҙгә ҡарата мөнәсәбәт бер ҙә ыңғай яҡҡа үҙгәрмәй, тине депутат. Шулай уҡ ул “Российская газета”ға ла ҡаҙна сығымдарының мул бүленеүе, йәғни 4 миллиард һум бирелеүе хаҡында әйтеп үтте.
Баҫма һәм электрон хәбәр әһелдәренең тормошо тураһында мәғлүмәттәрҙе бер ҡайҙа ла иғлан итмәйҙәр. Ҡаҙнанан эш хаҡы алыусылар иҫәбенә улар индерелмәй, журналистика шулай уҡ иҡтисадҡа ла ҡарамай. Ысынлап та, хәбәрселәрҙең урыны ҡайҙа һуң? Эш даирәһенә ҡарағанда, мәҙәниәттә кеүек, сөнки ҡулайлаштырыуҙың ауыр катогы уны ла тапап уҙҙы. Матбуғат баҫмаларына иғтибар кәмене, абруй төштө...

Дөйөм милләт мәҙәниәтеме?

Башҡорт мәҙәниәте, донъяла үҙенсәлекле һәм берҙән-бер күренеш булараҡ, Башҡортостан ерлегендә генә йәшәй, үҫешә, мохтажлыҡ килеп тыуһа, ярҙамға ныҡлы иҫәп тота ала. Әммә һуңғы ваҡытта милли мәҙәниәтте үҫтереү тураһында һүҙ булманы тиерлек. Әллә йәмғиәткә дөйөм Рәсәй милләте мәҙәниәте тәҡдим ителәме? “Алтын битлек” милли театр премияһына тәҡдим ителеүселәр араһында А. Островскийҙың “Гроза”һы менән Софоклдың “Эдип-батша”һының аталыуы борсолоуҙы көсәйтә төшә. Милли йәштәр театры ХIХ быуат урыҫ драматургының ижадына мөрәжәғәт итһен дә, ти, ә бына Башҡорт дәүләт академия драма театры коллективына боронғо Греция тормошон ХХI быуатта башҡорт сәхнәһендә ҡуйыуы һис тә милли ҡаҙаныш тип иҫәпләнә алмай. Тимәк, башҡорт драматургияһында хәҙерге быуын режиссерҙарының иғтибарын йәлеп итерлек әҫәрҙәр ижад ителмәй. Бәлки, ике төркөм араһында ҡараштар берҙәмлеге юҡтыр?
Мәҙәниәт йылы кешеләрҙә эске мәҙәниәтте үҫтерер, милләттәр араһында татыулыҡ урынлаштырыр, йәмғиәттә әҙәм балаһы өсөн түбән сифаттар юҡҡа сығыр кеүек өмөттәр тыуһын өсөн әлегә нигеҙ күҙгә салынмай. Ватан киңлектәрендә килеп тыуған милли, иҡтисади, мәҙәни, социаль һ.б. климаттың сәбәптәре бихисап. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙы бөтөрөү өсөн саралар күреү генә түгел, етди өйрәнеү буйынса ла аҙымдар яһалмай. Ошо йәһәттән күп кенә, айырыуса “юғары даирәләр”ҙә танылмаған, тимәк, иҫәпкә алынмаған тағы ла бер сәбәпте атап үтеү өсөн тулы ерлек бар. Уны бар ғүмерен Көнбайышта уҙғарырға мәжбүр булған урыҫ революционеры Александр Герцен былай тип аңлатҡан: “Кешеләрҙә эске азатлыҡ булмаһа, уларҙы тыштан ғына азат итеү мөмкин түгел. Тәжрибә шуны күрһәтә: самаһыҙ азатлыҡ бүләгенә ҡарағанда, халыҡтар ҡоллоҡтоң ауыр йөгөн еңелерәк кисерә”. Сирек быуат яңы социаль ҡоролошта йәшәп тә, һаман сәйәси азатлыҡҡа өлгәшә алмаған, иң мөһиме, бының өсөн тырышмаған, һөҙөмтәлә граждандар йәмғиәтенә ойоша алмаған күп милләтле Ватан йәмәғәтселегенең бөгөнгөһө — быға асыҡ миҫал




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 779

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 844

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780