Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Халҡыбыҙҙың бейеү ғәскәре
Халҡыбыҙҙың бейеү ғәскәре2013 йылдың көҙө Ф. Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле өсөн айырыуса уңышлы булды: октябрь айында ул Парижда ЮНЕСКО штаб-фатирында сығыш яһағандан һуң, "Биш ҡитға" тип исемләнгән алтын миҙал һәм "Тыныслыҡ илсеһе" дипломы менән бүләкләнде. (Был диплом әлегәсә бары тик Моисеев ансамбленә генә тапшырылған). Артабан коллектив Японияла уҙған Рәсәй мәҙәниәте фестивалендә ҙур уңыш менән сығыш яһаны. Яңы йыл байрамына ҡарата ансамбль үҙенең дуҫтарына оло бүләк эшләмәксе. Ул да булһа — Башҡортостан Президентының грантына лайыҡ булған "Ғәскәров мираҫы" тигән яңы концерт программаһы.
Ансамбль һәр ваҡыт халыҡтың иғтибар үҙәгендә булды. Киләһе йыл үҙенең олпат юбилейын билдәләргә йыйынған данлыҡлы коллектив ниндәй ниәттәр менән йәшәй, уның "руле" ышаныслы ҡулдарҙамы? Ошолар хаҡында ансамблдең художество етәксеһе, Башҡортостандың халыҡ артисы Филүс Хәсән улы ҠАҘАҠБАЕВ менән әңгәмәләшәбеҙ.

— Ҡайҙа, ҡасан нимәнән башланды һеҙҙе ансамблгә илткән һуҡмаҡ?
— Мин Ейәнсура районының Буранғол ауылында тыуып үҫтем. Өйөбөҙҙә сәнғәткә иғтибар көслө булды, атайым — йыр уҡытыусыһы, гармунда уйнай, йырлай, йыш ҡына төрлө концерттарҙа, смотрҙарҙа ҡатнаша. Мине үҙе менән йөрөтә торғайны. Элек үҙешмәкәр сәнғәткә иғтибар көслө ине бит, һәр колхоз-совхозда үҙ таланттарын үҫтерергә тырыштылар. Беҙҙең ауылға һәләтле балалар менән эшләргә Таһир Тайсин тигән уҡытыусыны саҡыртып алдылар. Тәүге тапҡыр сәхнәгә баҫтырған кеше ул булды: мине күмәк бейеүҙәрҙә лә ҡатнаштырҙы, яңғыҙ бейеү ҙә ҡуйҙы — "Перовский"ҙы. Бынан һуң инде бары тик сәхнә, Ғәскәров ансамбле тураһында хыялландым...
— Профессиональ сәнғәткә аяҡ баҫҡан мәлегеҙ...
— Бәхетемә күрә, 1985 йылда республикабыҙҙа хореография училищеһы асылды. Хәтеремдә, опера театры бинаһында бик ҙур конкурс үткәрҙеләр. 900 баланы ҡарап-тикшереп, 50-һен һайлап алдылар. Мин ана шул бәхетлеләр араһына эләктем. Бейеүгә булған һөйөүемде училищелағы уҡытыусыларым Фрат Нәби улы Әхмәтшин, Фәрит Кәрим улы Булатовтар асырға ярҙам итте. Айырыуса Марат Әғләм улы Кәримовты билдәләр инем — өлкән курстарҙа ул минең менән бик күп шөғөлләнде. Училищены тамамлағас, бала саҡ хыялым тормошҡа ашты — мине Ғәскәров ансамбленә эшкә алдылар.
— Ф. Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең художество етәксеһе вазифаһында үҙегеҙҙе нисек тояһығыҙ?
— Ансамблде етәкләргә тәҡдим иткәстәр, күп уйландым. Әлбиттә, еңел түгел, бигерәк тә тәүге аҙымдар ауыр булды, сөнки коллективта нисә кеше — шунса фекер, һәр береһе менән уртаҡ тел табырға кәрәк. Әкренләп үҙемә ҡарата ышаныс нығынғанын тоям — был бик кәрәк, шунһыҙ эште бер йүнәлешкә һалыу, берҙәм ижад итеү мөмкин түгел.
Шуны ла аңларға кәрәк: беҙҙең коллектив — шәхси ансамбль түгел, дәүләт ансамбле. Ул республикаға кәрәк, уның яҙмышын хәл иткәндә юғары ихтыяждарҙан сығып эш итеү мөһим. Бейеүселәрҙең проблемаларын аңлайым, белеп-күреп торам. Тиҙ булмаһа ла, ул мәсьәләләр хәл итмәҫлек түгел тип иҫәпләйем.
— Әлеге мәлдә ниндәй маҡсаттар ҡуяһығыҙ?
— Йыш ҡына сит илдәрҙә булған саҡта Башҡортостанды бөтөнләй белмәгән кешеләр осрай. Төп маҡсат бер көнлөк түгел, бик күп хеҙмәт талап иткән ҙур эш – Ғәскәров ансамблен донъя кимәлендә танытыу. Бының өсөн яңы кадрҙар, яҡшы постановкалар, төрлө программалар кәрәк. Донъяла бит төрлө коллективтар бар, уларҙан өйрәнергә кәрәк.
— Алдығыҙҙа торған иң ҙур проблеманы нимәлә күрәһегеҙ?
— Иң ҙур мәсьәлә балетмейстерҙарға бәйле. Күрше өлкәләрҙә лә етәкселәр яңы һулыш өрөрҙәй ижадсылар юҡлығына зарлана. Шул уҡ Моисеев, Красноярскиҙың Годенко исемендәге, Татарстандың йыр һәм бейеү ансамблендә лә...
Беҙҙә хәл сағыштырмаса һәйбәт әле, бейеү ҡуйыусылар бар, төрлө уҡыу йорттарында, райондарҙа эшләйҙәр. Риф Ғәбитов, Рәйес Низаметдинов, Әсәҙуллин бейеүҙәр ҡуя. Әлбиттә, Ғәскәров — Ғәскәров инде, әммә, нисек кенә булмаһын, ижад итерҙәй бөтә балетмейстерҙарыбыҙға эшләргә мөмкинлек бирергә кәрәк. Тәнҡит кәрәк, әлбиттә, ләкин һәр нәмәне лә тәнҡитләп, иң яҡшы бейеүҙән дә ғәйеп табырға була. Мәҫәлән, Риф Ғәбитовтың бейеүҙәрен нисек тәнҡитләнеләр — "Еҙ үксә"не, "Саптар"ҙы... Ә бит улар оҙон ғүмерле булып сыҡты, күбеһе беҙҙең ансамблдә үҙ урынын табып, йәшәй бирә, халыҡ та бик ярата.
Тағы шул: ситкә китәләр. Сәбәбе аңлашыла инде — эш хаҡы түбән, фатир мәсьәләһе сетерекле. Ошо ике ҙур проблеманы хәл итмәйенсә, яҡшы бейеүселәребеҙҙе һаҡлап ҡала алмаясаҡбыҙ. Дөрөҫөн әйткәндә, беҙҙә тик фанаттар ғына эшләй ала. Бәхеткә күрә, республикабыҙ етәкселәре быларҙың барыһын да күрә, аңлай һәм беҙгә ярҙам итеү юлдарын эҙләй.
— Ансамблдең "Ғәскәров мираҫы" тигән яңы программаһы тамашасыларға ниндәй яңылыҡтар әҙерләй?
– Әле бейеп йөрөгән сағымда уҡ миндә һорау тыуа ине — ни өсөн Ғәскәров әҫәрҙәре ансамбль репертуарында әҙәйгәндән-әҙәйә бара? Эсте бошора ине был. Әлегеләй хәтеремдә, Мәскәүҙә сығыш яһағандан һуң: "Концерт бик матур булды, тик ни өсөн башҡорт бейеүҙәре шул тиклем әҙ? Башҡа халыҡтарҙыҡы ла һәйбәт, тик беҙ концертҡа үҙ сәнғәтебеҙҙе күрергә тип киләбеҙ", — тип әйткәндәре булды. Шуға ла етәксе булып килгәс, Ғәскәров бейеүҙәренән генә торған концерт программаһын төҙөүҙе төп бурыс итеп ҡуйҙым. Уның республика райондарында ҡуйған бейеүҙәрен дә барлап сыҡтыҡ.
— Бейеүҙең асылына төшөнә башлаһаң, бер сәнғәтте лә уның менән сағыштырырлыҡ түгел. Бейеү — тотош шатлыҡ ҡына бит ул. Уның ритмы кешене үҙенә күрә бер тулҡынға кәйләй — бәхет, шатлыҡ тулҡынына...
— Эйе. Тамашасыны беҙ ҡыуандырабыҙ ғына. Әҙәм балаһы һәр ваҡыт шатлыҡҡа ынтыла. Дөйөм алғанда, беҙҙең һөнәрҙе изге ғәмәл тип атар инем, сөнки илдәр гиҙеп, төрлө халыҡтар менән аралашып, дуҫлыҡ, именлек, туғанлыҡ ептәре һуҙабыҙ, матурлыҡ өләшәбеҙ, үҙ халҡыбыҙ, мәҙәниәтебеҙ менән таныштырабыҙ.
— Тормош юлдашығыҙ — билдәле шәхес, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Сара Буранбаева. Һеҙҙең тынғыһыҙ тормош рәүешенә ҡарашы нисек?
— Аллаға шөкөр, ғаиләмдән уңдым. Ҡатыным — иң яҡын кешем, дуҫым һәм таянысым, тип әйтә алам. Беҙ хәҙер инде егерме йылға яҡын бергәбеҙ, бер-беребеҙҙе ярты һүҙҙән, күҙ ҡарашынан аңлайбыҙ.
— Данға, байлыҡҡа нисек ҡарайһығыҙ?
— Бар нәмәлә лә сама кәрәк, тип уйлайым. Самаһыҙ данға, байлыҡҡа ынтылған кешеләрҙе күргәнем бар — был уларға бәхет килтергәне юҡ... Ләкин һәр кем етеш йәшәргә тейеш, сөнки фәҡир кеше нимә ашарын уйлай, сәнғәт ҡайғыһы юҡ унда. Шуға күрә ғаиләң, балаң мохтажлыҡһыҙ тормошта йәшәргә тейеш. Ә шулай ҙа иң ҙур байлыҡ — ул һаулыҡ.
Ансамбль бөгөн һынылыш осорон кисерә. Яңы үрҙәргә ынтылған мәлендә уның "дилбегәһе" Филүс Ҡаҙаҡбаев кеүек рухлы, егәрле егеттәр ҡулында булыуы киләсәккә яҡты өмөттәр уята. Йәш етәксегә лә, уның данлыҡлы "ғәскәренә" лә уңыштар теләйек!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 880

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 259

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 782

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 954

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 857

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 732

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 847

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 585

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 781