Үткәндәр үкендерә, тип йыш ҡына ҡабатлай күптәр, үҙ эш-ҡылыҡтарын иҫкә төшөрөп, тормошоноң үткән биттәрен аҡтарғанда. Ҙурмы-бәләкәйме, һәр бер хәл-ваҡиға кешенең йәшәйешенә күпмелер йоғонто яһай, көнкүрешенә үҙгәрештәр индерә, бәхетһеҙ йәки бәхетле итә. Ғүмер юлы асылда ана шундай ваҡ-төйәк ғәмәлдәрҙән туҡылғаны аңға һуңлабыраҡ барып етә шул. Теге йәки был уңайҙан арҙаҡлы шәхестәребеҙҙең тормош юлдарын тулыраҡ барлау ихтыяжы тыуһа, шуларҙың байтағының үҙ ваҡытында әһәмиәткә алып еткерелмәгәне өсөн айырыуса тәрән үкенес тойғолары солғап ала. Быларҙы мин сәсән, драматург һәм үҙенең фиҙакәр эшмәкәрлеге менән башҡорт ауыҙ-тел ижадын үлемһеҙ иткән шәхес Мөхәмәтша Буранғоловты ла күҙ уңында тотоп әйтәм. Сәсәнде яҡшы белгән һәм хөрмәт иткән күренекле кешеләр менән яҙмыш миңә ваҡытында күпмелер яҡындан аралашырға форсат бирҙе, киң йәмәғәтселеккә билдәһеҙ ҡайһы бер мәғлүмәттәр менән уртаҡлашырға уңайы ла бар.
1987 йыл аҙағында партия ҡарарҙары буйынса “үҙгәртеп ҡороу һәм билдәлелек” девизына ярашлы, ысынлап та, күп өлкәлә реаль үҙгәртеп ҡороуҙар башланды. Шуларҙың береһе фәнгә, атап әйткәндә, тарих фәненә ҡағылып, быға тиклем йоҙаҡ аҫтында тотолған архив фондтарын киң йәмәғәтселек өсөн асыуҙан ғибәрәт булды. Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ғәрәп графикаһын яҡшы белгән ғилми хеҙмәткәре булараҡ, именлек һаҡлау органдарының һорауы буйынса мине ул саҡта Н. Крупская исемендәге Милли китапханалағы махсус һаҡлағысҡа эшкә ебәрҙеләр.
Китапхананың өсөнсө ҡатындағы металл ишекле махсус һаҡлағыста 20 — 30-сы йылдарҙа һәм унан һуң сәйәси золомға дусар ителгәндәрҙең һәм бүтән “халыҡ дошмандарының” рәсми тыйылған китаптары бикләнгәйне. Шуларҙың йөкмәткеһе менән танышып, “төрмәнән” сығарырға мөмкинме-түгелме тигән тасуирлама яҙыу барышында бүлектең берҙән-бер хеҙмәткәре Зәйнәп Ноғман ҡыҙы Ғимранова менән йыш ҡына әңгәмәләшергә форсат тейҙе. Ул, Дауыт Юлтыйҙың ҡатынының яҡын ҡәрҙәше булараҡ, бәләкәйҙән үк Юлтыйҙар ғаиләһендә үҫкән һәм улар аралашҡан барлыҡ шәхестәрҙе тиерлек күреп-танып белә ине.
Һуңғараҡ Мөхәмәтша Буранғоловты яҡындан белгән, ғүмер буйы аралашҡан яҡташы Ҡасим ағай Аҙнабаев менән танышырға насип булды. Ғабдулла Амантайҙар менән Өфөгә килеп, Башҡортостандың яңы дәүләтселеген төҙөүҙә туранан-тура ҡатнашҡан ул. “Башҡортостан” гәзите мөхәррире вазифаһынан Себергә һөрөлөп, 1956 йылда имен ҡайтҡан кешеләрҙең береһе булараҡ, ул осорҙа һәр кемде бик яҡшы белә ине. Улай ғына ла түгел, 1937 йылдың ҡәһәрле көндәрендә ҡулға алынғас, НКВД төрмәһендә һигеҙ ай буйы М. Буранғолов менән бер камерала ултырырға тура килгән. Ҡасим ағай уртаҡлашҡан (сәсәндең ижтимағи-сәйәси эшмәкәрлеге, уның 1918, 1920, 1929, 1937, 1950 йылдарҙағы төрмә хәлдәре) мәғлүмәттәр Мөхәмәтша Буранғоловтың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы яҙған мәҡәләбеҙ (“Ағиҙел”, 1988, 11-се һан) аша киң йәмәғәтселеккә еткерелде һәм сәсәндең рәсмиләштерелгән биографияһы сифатында фәнни әйләнешкә индерелде. Һөргөндән ҡайтҡас, тарихи дөрөҫлөк өсөн көрәшеп, төрлө инстанцияларға яҙған хаттарының, ғаризаларының, автобиографик яҙмаларының ташҡа баҫылыуы сәсәндең биографияһын, һис шикһеҙ, шаҡтай тулыландырҙы. Быларға таянып ҡына, Мөхәмәтша Буранғоловтың тормош һәм ижад юлы тулыһынса асыҡланды тип раҫлау хилафлыҡ булыр ине. Ошо хаҡта уның ейәнсәре Луиза ханым Лотфуллина менән һөйләшеп ултырабыҙ. Әңгәмәсем бик ихлас, хәтирәләре бер-береһенә үрелеп бара.
—
Былтыр, 2012 йылда, Абҙаҡта Әхмәт Лотфуллин исемендәге мәктәптә осрашыу бара. Тормош иптәшем хаҡында иҫтәлектәр менән уртаҡлашҡас, минән олатайым М. Буранғолов тураһында ла һөйләүемде һоранылар. Залда шып-шым булып китте, уҡыусылар шаҡ ҡатты. Шундай боронғо кешене был инәй ҡайҙан белһен, тип аптырағандар икән. Эй көлөштөк аҙаҡ, аңлап алғас. Мин үҙем 1939 йылда донъяға килгәнмен. Атайым Учалыныҡы, шунан һуғышҡа алынған. 1943 йылда яраланып ҡайтҡас, эше буйынса үрләтелеп, 1946 йылда Өфөгә обкомға күсерҙеләр. Тәүҙә кешелә йәшәнек, һуңынан олатайымдар торған өйҙөң икенсе ҡатынан фатир бирҙеләр.
Атай-әсәй эштә булғас, мин олатайымдарҙа үҫтем, хатта өләсәйемде “әсәй” ти торғайным. Иҙәндән түшәмгә тиклем ҙур шкаф туп-тулы китап, олатайым бигерәк тә донъя халыҡтары әкиәттәрен йыйырға әүәҫ ине. Әкиәт һөйләй башлаһа, ауыҙ асып тыңлар булдыҡ. Өҫтәлдә әҙәм күтәргеһеҙ ҙур форматлы “Джангар” исемле ҡалмыҡ эпосы ята торғайны. Көс етмәгәс, мин уны һөйрәп төшөрәм дә иҙәндә аунай-аунай ҡарайым. Шундай матур иллюстрациялар, һәр бүлегендә ҡыҙыл хәрефтәр менән “давным-давно... в золотом веке” тип яҙылған – әле лә күҙ алдымда. Олатайҙан һораһам, әй, ҡыҙым, алтын мәлдәрҙе ҙурайғас аңларһың әле, тип баштан һыйпар ине. Балалығымдың алтын саҡтары олатай-өләсәйҙең ҡосағында үткән ваҡыт икән, тип уйлайым хәҙер.
Мөхәмәтша Буранғолов йәш сағынан уҡ халыҡтың тапҡыр һүҙҙәрен, һүҙгә һалынған тормош тәжрибәһен яратып йыйған. Үҙ балаларын тәрбиәләгәндә шуларҙың ҡайһыларына таянды икән — мине шул ҡыҙыҡһындыра. Луиза ханымдан олатаһынан ишеткән бала-сағаға әйткән орошоу-тәрбиә һүҙҙәре, өгөт-нәсихәттәре хаҡында, бүтән кешеләр менән һөйләшкәндәге ҡыҙыҡтары тураһында һорашам.
—
Әйтергә кәрәк, олатамдар, уртансы улдары Зөфәр үлгәс, уның Ирек исемле малайын да үҫтерҙе. Бала-саға йыйылып, ҡысҡырышып уйнаһаҡ та, олатайым бер ҙә тыймай торғайны. Уңайлы ғына итеп ятып, ҡолағына бәләкәй мендәр ҡуйып, көндөҙ йоҡлар ине, төнө буйы иркенләп яҙышыр өсөн. Өйгә былай бик күп кеше килә торғайны. Бәләкәй булғас, исемләп иҫтә ҡалмаған, шулай ҙа бигерәк тә дин тураһында ҡыҙып-ҡыҙып бәхәсләшкәндәре хәтерҙә. Шуныһы ҡыҙыҡ: олатайым йә динде яҡлаусыларға ҡушыла, йә, киреһенсә, дингә ҡаршы сығыусылар яғына күсә. Ул ҡайһы яҡта бәхәсләшһә, шул яҡ еңә лә олатайым ҡысҡырып-ҡысҡырып көлә торғайны. Һүҙгә ныҡ оҫта булғас, һәр кемде ауыҙына ҡарата ла ҡуя шул.
Ҡасим ағай Аҙнабаев та уның иҫ киткес тапҡыр һүҙле булыуын, теле арҡаһында әллә күпме сетерекле хәлдәрҙә ҡалыуын билдәләп, бер эпизодты миҫал итеп һөйләгәйне: “Бер ваҡыт М. Кәримдең “Ҡыҙ урлау” комедияһы шаулап ҡуйылды, иртәгәһенә үк ваҡытлы матбуғатта маҡтау һүҙҙәре әйтелде. Бер нисә көн үткәс, Мөхәмәтша ағай урамда осраны ла: “Һин дә барҙыңмы? Мин яҙһам, бына Буранғолов комсомолдарға яла яға, совет колхозсыларынан көлә, тип ябып та ҡуйырҙар ине”, — ти. Бәлки, ысынлап та, шулай тиерҙәр ҙә ине. Ул фекерҙе нисектер дөйөмләштереп, әйтем һымағыраҡ әйтер ине, шуға һәр һүҙе тарала ла китә торғайны халыҡ араһында”.
Оло быуын әҙиптәр араһында үҙе иҫән саҡта уҡ Мөхәмәтша Буранғоловтың һүҙгә бай, төртмә телле булыуы, тормошоноң ауыр мәлдәрен дә көлкө менән еңеләйтә алыуы хаҡында күп мәрәкәләр йөрөгән. Теге йәки был сәбәптән йыш алмашынған обком секретарҙарының да эшмәкәрлеген үҙ яҙмышы менән үлсәгән: “Һәр яңы секретарь үҙ эшен мине төрмәгә ябыуҙан башлай”. Үҙ осоро тәнҡитселәренең тегеләй ҙә, былай ҙа баһалау оҫталығын елкәһендә яҡшы татыған сәсән “Тәнҡитселәр әҙәбиәттә погода яһай алмай, ләкин уны боҙоуҙары ихтимал” тигәне яҙыусылар араһында әле лә ҡанатлы һүҙ булып йыш ҡабатлана. Ысынлап та, уның халыҡсан юморы хатта Мәскәүҙәге ил башлыҡтарына, партия әһелдәренә яҙған ялыу хаттарында ла тойомлана. “Обкомда ултырһа ла, үҙ башы менән түгел, балтаға һап булып эшләй”, “урам тар булһа ла, шулар ғына бейеһен, ауыҙы ҡыйыш булһа ла, шулар ғына йырлаһын тигән кеше айырған совет законы юҡ”, яңы ғына эшкә тәғәйенләнгән обком секретарына ҡарата әйтелгән “ултырғысын йылытмаҫ элек кәңәш бирә һалырға кәрәк: йылытып алһалар, тыңламайҙар бит ул” кеүек юлдарҙы уҡығанда йылмайып ебәрәһең. Ҡайҙа, ниндәй шарттарҙа көн итеүгә ҡарамаҫтан, милли тел стихияһынан ситләшмәгән кеше генә шулай иркен, ирекле һөйләй ала шул. Луиза апай минең фекерҙе ҡеүәтләй:
—
Атаһы ла шулай тура һүҙле, әсе телле булған, тиер ине өләсәм. Үрге Ильяс (Ырымбур өлкәһе) ауылының мәнфәғәте өсөн батшаға ҡаршы сығыштарҙа ҡатнашып, бер нисә йыл Петропавловск крепосында ултырған, шунда урыҫ теленә өйрәнеп, сәйәси яҡтан да, хоҡуҡ буйынса ла шаҡтай белем туплаған. Шунан ҡайтҡасмы икән, күпмелер ваҡыт ауыл мәсетендә ҡарауылсы ла булып торған. Артыҡ хөрмәт күрһәтмәгәнгә, мулла “кейгән толобоңа тире лә ҡуштым, шуның да ҡәҙерен белмәйһең” тигән икән, бысаҡ ала һалып, толобоноң итәген ҡырҡҡан да тотторған тегеңә. Шулай ғорур һәм тәүәккәл булған ул. Донъя михнәтен күп татыған Абдрахман өс малайын, шул иҫәптән иң бәләкәйе Мөхәмәтшаны ла, белемле итергә, урыҫ теленә өйрәтергә тырышҡан. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ата-әсәһе олатайыма 12 йәштә сағында бер-бер артлы донъя ҡуйған. Ике ағаһы үҫеп еткәнсе ҡурсалаһалар ҙа, олатай үҙен үҙе ҡарарға ынтылған.
Мөхәмәтша Буранғолов күрше Юлдаш ауылында туғандары ярҙамында башланғыс урыҫ мәктәбен бөткәс, Ҡарғалы мәҙрәсәһенә инә. Йәйҙәрен ҡаҙаҡ далаларында уҡытырға ла өлгөрә, төрлө тарафта байҙарға ялланып, артабан уҡыу өсөн аҡса йыйып, 1911 йылда Ырымбурҙағы “Хөсәйениә” мәҙрәсәһен тамамлай. Ниндәй телдәрҙе һәм нисек белеүе хаҡында үҙ ҡулы менән “ғәрәпсә, төрөксә иркен уҡыйым һәм аңлата алам, урыҫса, ҡаҙаҡса, татарса һәм, әлбиттә, башҡортса яҡшы һөйләшәм” тип яҙған анкетала. Әйтергә кәрәк, ул саҡта Ырымбур Урта Азияны һәм Үҙәк Рәсәйҙе тоташтырған төп сауҙа юлында ята, һәм төрлө тарафтан йыйылған сауҙагәрҙәр мыжғып тора. Тирә-яҡ ауылдарҙағы башҡорттар бүтәндәр менән аралашыу өсөн төрлө телдәрҙе белеү кәрәклеген яҡшы аңлаған. Һәр хәлдә Башҡортостан дәүләтселеген ойоштороуҙа Ырымбур даирәләренән сыҡҡан уҡымышлы һәм урыҫса сатнатып һөйләшкән башҡорттарҙың күп ҡатнашыуын билдәләргә кәрәк. Нисек кенә булмаһын, урыҫ телен яҡшы үҙләштереүе теремек егеттең яҙмышында әйтеп бөткөһөҙ роль уйнай, тап шуның өсөн 1907 йылда Мөхәмәтшаны перепись вәкиленә тәржемәсе итеп саҡыралар, һәм иҫәпсе сифатында хәҙерге Баймаҡ районындағы Иҙрис ауылында сираттағы өйгә — Ғәбит Арғынбаевтарға килеп инә. Килеп инә лә сыҡмай, тиергә булалыр. Бына үҙе лә яҙып ҡуйған: 1910—1912 йылда — ике тапҡыр унар көн, 1918 йылда – 15 көн, ә инде 1920 йылда, ашарына бер башмағын һуйып алып, сәсән өйөндә дүрт ай йәшәй. Был ваҡытта инде ул ҙур ғаилә башлығы: өйләнгән, өс бала атаһы (1912 йылда – Нәжип, 1913 йылда — Зөфәр, 1915 йылда Нәҡҡәр донъяға килә). Татыулыҡ булмаһа, ғаилә ташлап, шулай йөрөй алыр инеме икән? Луиза апайға төбәләм.
—
Зәйнәп өләсәйем – Ырымбур тирәләрендә даны таралған Баҡаев тигән байҙың уртансы ҡыҙы. Оло ҡыҙын кейәүгә бер башҡорттоң байлығына ҡарап биргәнгәмелер, әллә үҙенең башҡортлоғона барыпмылыр, өләсәмә кейәүҙе башҡасараҡ һайлай. Үҙ аттарынан бәйге ойоштора һәм шунда беренселекте алыусыға ҡыҙын вәғәҙәләй. Мөхәмәтша, мәҙрәсә тамамлап, ҡулына мөғәллимлеккә һәм муллалыҡҡа указ тотҡан егет, саялығы менән алдырып, кәләшле була. Алдан күреп-белеп йөрөгәнме – белмәйем, мәгәр ғүмер буйы бер яман һүҙ ҙә әйтешмәй йәшәнеләр. Олатайым йәштән үк бик йүнсел булған, өләсәмә ҡиммәтле бүләктәр таба торғайны, затлы кейемдәр кейҙерергә тырышҡан. Үҙе лә, мин иҫ белгәндә, бик фырт кейемдә ине. Өҫтөндә — ялтырап торған американский күн пальто, башында — элек летчиктар кейгәнгә оҡшаған ҡолаҡсынлы баш кейеме, аяғында — шығырҙап торған замша ботинка. Шәп-шәп атлап килгәне әллә ҡайҙан ишетелә. Улар тегендә-бында күп күсенеп йөрөгәндәр бит. Ҡайҙа барһалар ҙа, йәшәгән өйҙәрен тиҙ генә тәртипкә килтереп, матурлап, булғанынса затлы йыһаз менән тултырып ташлаған олатай. Өләсәмде ныҡ яратҡандыр, тим. Әле лә күҙ алдымда 1956 йылда лагерҙан ҡайтып ингән ҡиәфәте: үҙе мыҡты, өҫтөндә саҡ-саҡ эленеп торған әҙәм ҡарағыһыҙ кейем ишараты. Шуның кеҫәһенән сығарып, өләсәмә бүләк һона: матрешка һымағыраҡ нимәнәндер эшләнгән ҡып-ҡыҙыл рауза сәскәһе. Өләсәй ҙә бик түҙем, егәрле булған инде. Олатайымдың барлыҡ ҡылығына риза булып, төрмәләрҙә йөрөгәнендә лә зарланмай, донъя көтә. Олатай ныҡ һунарсы булған, биш һунар эте тотҡан, өләсәй шуларҙы ла икмәк-аш бешереп ашатып ҡараған.
Күңеленә ятҡан шөғөлдәренә мөкиббән китеп, айҙар буйы ҡайҙалыр йөрөй алыр инеме Мөхәмәтша, ысынлап та, донъя мәшәҡәттәренең күп өлөшөн ҡатыны үҙ елкәһенә алмаһа? Мөхәмәтша Буранғолов — йәштән үк ил хәстәре менән янып-көйөп йәшәргә күнеккән зат. Әле батша заманында уҡ, башҡорттарҙың тормошон яҡшыртыу маҡсатында ер, белем биреү, һаулыҡ һаҡлау проблемаларын күтәреп, хужалыҡ итеүҙең юлдарын өйрәтеп, алдынғы дәүләт эшмәкәре булып таныла. Башҡорт автономияһын ойоштороу мәлендә Туҡ-Соранда кантревком рәйесе, мәктәптәр инспекторы, кантком рәйесе вазифаларында уңышлы эшләй. Башҡорт хөкүмәте тарҡалғас, “Вәлидовсы Башревкомдың контрреволюцион эшмәкәрлеге тураһындағы енәйәт эше” буйынса ҡулға алынып, 1920 йылдың аҙағында Мәскәүҙәге Бутырка төрмәһенә ябылғандарҙан дүрт тотҡон иреккә сығарылғас, В. Ленинға осрашыуға килтерәләр. Юлбашсының рөхсәте менән И. Алкин Мәскәүҙә ҡала, Ғ. Ходжаев Ташкентҡа ҡайта, ә Ғәйнан Әмириҙең туғаны Хәлим Әмиров менән М. Буранғолов Башҡортостанға һорайҙар. Улай ғына түгел, Ҡасим ағай, үҙенән ишеттем, Мөхәмәтша башҡорттар өсөн Лениндан бер поезд нәмә һорап алған, тип әйткәйне. Луиза апайҙа һаҡланған документтары араһында үҙ ҡулы менән теркәлгән “Ленинды күргәндәрем хаҡында” тигән ике битлек яҙмаһы ла һаҡлана. Ышанырғамы-юҡмы тигәндәй, был хаҡта Луиза ханымдан һорайым.
—
Әллә. Олатай беҙҙең алда һөргөнгә киткәнсе лә, ҡайтҡас та сәйәсәткә бәйле бер һүҙ ҙә ысҡындырғаны булманы. Әсәйем Нәҡҡәр генә иҫләй торғайны “Ленин пальтоһы” тип матур ҡыҙыл пальтоны оҙаҡ кейеүе тураһында. Себерҙәге хәлдәрен дә олатайҙың үҙ ауыҙынан ишеткәнем булманы. Ирем Әхмәт менән генә серҙәре беректе уның. Портретын төшөрөү һылтауы менән Әхмәт кис һайын атайым эргәһенә китер ине, оҙон-оҙаҡ һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәне. Атайымдың шәхесенә ул иҫе китеп ғашиҡ булды, тиһәң дә артыҡ түгел. Бер нәмәгә лә зарланмай бит ул, тип һоҡланды Әхмәт. 1950 йылда хөкөм ҡарарын үтәп Себергә оҙатҡанда, олатай ныҡ ауырыған була, носилкаға һалып тигәндәй вагонға тейәгәндәр. Ҡайтып ингәндә, һап-һау, Абакан — Тайшет тимер юлы өсөн бүрәнәләр ҡырҡып, физик яҡтан шаҡтай нығынған һымаҡ күренә ине. Быларҙы уның лагерҙағы дуҫы врач Маслов һөйләне. Уны олатай үлемдән ҡотҡарған, шуға тегеһе һуңынан олатайҙы Мәскәүгә йәшәргә лә саҡырып ятты. Олатайым кешеләрҙе ныҡ хәстәрләгән, көсөнән килгәнсә ярҙам итергә тырышҡан. 1921 йылғы аслыҡта Ташкенттан Бутыркала бергә ятҡан әлеге дуҫы Ходжаев ярҙамы менән Башҡортостанға бер эшелон икмәк, аҙыҡ-түлек алып ҡайтҡан. Шул саҡта өләсәйемә бүләккә бик матур биҙәүестәр һатып алған. Уларҙы ҡәҙерләп, бик оҙаҡ һаҡлап йөрөтһә лә, олатай һөргөнгә киткәс, ныҡ мохтажлыҡта аҙыҡҡа алыштырырға мәжбүр булды өләсәйем. Золомға дусар булған ғаиләләрҙең хәле бик яман ине бит. Өләсәйҙең бер туған һеңлеһе Фатима апай — Ғәббәс Дәүләтшиндың ҡатыны. Ирен атҡас, үҙен дә ҡулға алғандар, Ленинград төрмәһенә оҙатҡандар.
Мөхәмәтша Буранғолов лагерҙан ҡайтыуына фатиры тартып алынған, ғаилә мөлкәте, бай китапханаһы, йылдар буйы йыйған ҡулъяҙмалары, документаль материалдары туҙҙырылған була. Яҙмаларының күбеһен, үҙен ҡулға алғанда уҡ, тоҡлап НКВД кешеләре алып сыға. Ҡайтҡас, кире таптырып алған архивының бер өлөшө сәсәндең вафатынан һуң улы Нәжиптең ҡарамағына күсә. Бәхеткә күрә, М. Буранғоловтың Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында 1938 йылдың көҙөнән 1941 йылдың йәйенә тиклем эшләгән осорҙа башҡарылған ғилми хеҙмәттәре ҡулъяҙма килеш булһа ла имен ҡала. Улар хәҙер Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө үҙәге фәнни архивында, Н. Буранғолов тапшырған документтар менән бергә, айырым коллекция итеп һаҡлана. Фондта башҡорт халҡының һүҙ сәнғәтен донъя мәҙәниәте юғарылығына күтәргән “Урал батыр” эпосының 1941 йылда машинкала баҫылған берҙән-бер күсермәһе лә бар.
Архив фондының 78 һаҡлау берәмеген тәшкил иткән һәм күбеһе ғәрәп, латин хәрефтәре менән теркәлгән, 5798 биттән торған эштәрҙе күҙҙән үткәргәндә, Мөхәмәтша Буранғоловтың ни тиклем уңышлы эшләгәненә хайран ҡалаһың. Милли һүҙҙең ҡәҙерен белгән, тарихтың әһәмиәтен тәрәндән аңлаған бер генә кеше лә халыҡтың киләсәге өсөн күпме эш башҡара ала!
Яҙмамды мин, һәр Яҙмыштың ҡабатланмаҫ сәхифәләре булыуын билдәләп, шуларҙы ваҡытында хәтер ебенә төйнәп ҡуйыуҙың әһәмиәте тураһындағы уйҙарымдан башлағайным. Был хәҡиҡәтте Мөхәмәтша Буранғоловтың йәш кенә сағынан уҡ яҡшы аңлағанына хайран ҡалырлыҡ. 19 ғына йәшлек егет бер тыңлауҙа уҡ Ғәбит сәсән башҡарған репертуарҙың ысын ҡиммәтен билдәләй алған. Шуға ла, сәйәсәткә лә ҡарамай, донъя мәшәҡәтенә лә иҫе китмәй, һуғыш-көрәш ығы-зығыһына ла артыҡ иғтибар итмәй, халҡыбыҙҙың аҫыл һүҙ ҡомартҡыларын ваҡытында теркәргә тырыша. “Урал батыр”, “Иҙел менән Яйыҡ”, “Аҡбуҙат”, “Һары мулла”, “Күҫәкбей”, “Тамъян”, “Батырша”, “Ҡараһаҡал”, “Салауат” һәм башҡа тағы күп эпостарҙы, легендаларҙы, йырҙарҙы яҙып өлгөрә ул. “Әгәр ҙә Ғәбит Арғынбаев совет осорона етмәй үлгән булһа, уның менән бергә фольклорыбыҙҙың 90 проценты ергә күмелгән булыр ине”, тип яҙа Буранғолов аҙаҡ “Фольклор ижадсылары” тигән мәҡәләһендә. Әгәр ҙә шуларҙы Мөхәмәтша ваҡытында үҙе яҙып алмаған булһа?! Ул турала хатта уйлағы ла килмәй.
Ошо осорҙа атаҡлы урыҫ яҙыусыһы Александр Солженицындың да тыуған көнөн билдәләйҙәр. Уларҙың яҙмыштары күпмелер оҡшаш: үҙ халҡының киләсәген ҡайғыртып, тарихын өйрәнеү, халыҡ мәнфәғәттәрен яҡлап сығыш яһау, шул арҡала золомға дусар булыу, төрмә-лагерҙар аша үтеү. Айырма шунда: Солженицын ана шул СССР осорондағы лагерь-төрмә тормошон тәфсилләп теркәп, яҙыусы һәм аҡыл эйәһе данын ала, ә Мөхәмәтша Буранғолов, быуаттар буйы быуындан быуынға тапшырыла килгән Һүҙ хазиналарын йыйып, халҡыбыҙҙың талантына һәм бөйөклөгөнә инандыра. Оло рәхмәт йөҙөнән Өфөнөң иң матур бер урынында уға һәйкәл булдырһаҡ ине.