Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Күңелдәргә һеңгән Ғәли моңо
Күңелдәргә һеңгән Ғәли моңоБелорет районы республикала майҙаны буйынса — иң ҙуры, иң оло йылғаның да башы ошо ерҙән башлана. Республикабыҙ мәҙәниәтен байытҡан байтаҡ бөйөк шәхестең — композитор, бейеүсе, йырсы, яҙыусы, рәссамдар — тап ошо Иҙел башы еренән сығыуы үҙе бер мөғжизәгә тиң. Шуларҙың береһе — бөтә ғүмерен башҡорт йыр сәнғәтенә бағышлаған, сит илдәргә сығып, бөтә Рәсәйҙе арҡыры-буй гиҙеп, тамашасы күңеленә ғәжәйеп моң менән юл тапҡан мәшһүр йырсы, Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ғәли Хәмзин. Ул сәнғәтебеҙ күгендә сағыу йондоҙ булып атылды ла халыҡ күңелен сихри моңо менән сорнаны.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, талантлы йырсыбыҙ бер көн килеп көтмәгәндә мәңгелеккә хушлашты, ә моңо йөрәктәрҙә яҡты нур булып тороп ҡалды... Бөгөн Ғәли Хәмзиндың исемен мәңгеләштереү ниәтендә Белорет районында әһәмиәтле саралар күрелә. Яңыраҡ йырсының тыуған төйәге Ҡоҙғон-Әхмәр ауылында Ғәли Хәмзин исемендәге I район вокалсылар конкурсы уҙғарылды.
Ижади бәйгене асыу тантанаһында Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары Ранис Алтынбаев, муниципаль район Советы рәйесе Евгений Карепанов, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы, республикабыҙҙың Халыҡ уйын ҡоралдары милли оркестрының художество етәксеһе Рәмил Ғәйзуллин, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Тәнзилә Үҙәнбаева һәм райондың абруйлы кешеләре ҡатнашты. Улар Ғәли Хәмзиндың ҡәберенә сәскәләр һалғас, ауыл мәсетенең имамы мәрхүм рухына арнап доға ҡылды.
Артабан ауыл мәҙәниәт йортонда йыр бәйгеһе башланды, унда райондың төрлө төбәгенән етмешкә яҡын үҙешмәкәр йырсы ҡатнашты. Конкурсанттарҙың иң йәшенә 7 йәш булһа, иң олоһо 68-ҙә ине. Конкурсанттар яҡташтарыбыҙ Заһир Исмәғилев, Абдулла Хәлфетдинов көйҙәренә яҙылған йырҙарға һәм халыҡ ынйыларына өҫтөнлөк биргән. Бәйге тәүге тапҡыр үткәрелеүгә ҡарамаҫтан, ҡатнашыусыларҙың күплеге, төрлө быуын вәкилдәренең Ғәли Хәмзиндың йырҙарын яратып башҡарыуы һоҡландырҙы.
Боронғо халыҡ көйҙәре мәңгелек, улар үлмәй, ҡәҙерен юғалтмай. Ошо хазинабыҙҙы ошондай конкурстар аша быуындан-быуынға еткерәбеҙ, һеңдерәбеҙ, таратабыҙ. Тимәк, әлеге бәйге халҡыбыҙ өсөн икеләтә отошло: беренсенән, мәшһүр йырсыбыҙҙың исемен мәңгеләштерһәк, икенсенән, уның моңдары аша киләсәк быуынға милли хазинаны еткереүгә өлгәшәбеҙ.
Конкурсанттарҙың сығышы тамашасы күңелендә матур тәьҫораттар ҡалдырҙы. Ә гала-концертта иһә иң-иңдәре генә сығыш яһаны. Ғәли Хәмзиндың туғандары — Халыҡ-ара вокалсылар конкурсы лауреаты Фларида Иркина (Хәмзина), Зифа менән Наил Хәмзиндар башҡарыуындағы йырҙар тамашасы күңеленә бигерәк тә хуш килде.
Күңелдәргә һеңгән Ғәли моңоБәйгеселәрҙең һәләтен, йыр башҡарыу оҫталығын Ранис Алтынбаев, “Башҡортостандың мәҙәни донъяһы” интернет-порталы етәксеһе Хәлил Хәмзин, Рәмил Ғәйзуллин, Тәнзилә Үҙәнбаева, район хакимиәтенең мәҙәниәт идаралығы начальнигы Зәлифә Әхмәҙиева, Үҙәнбаш мәктәбе директоры, “Оҙон көй” конкурсы лауреаты Заһир Муллағәлләмов һәм “Гәлсәр һандуғас”, “Юлдаш моңо” конкурстары лауреаты, йырсы Динар Ғәниев баһаланы. Конкурсанттар, йәшенә ҡарап, төрлө категория буйынса билдәләнде. “Иң йәш ҡатнашыусы” исеменә Ғәбдөк ауылынан 7 йәшлек Назар Ғималетдинов лайыҡ булды. Еңеүселәр I, II, III дәрәжә дипломдар менән бүләкләнде. Бынан тыш, жюри ағзалары үҙ призын булдырҙы һәм оҡшаған йырсыларҙы бүләкләп үтте. Ранис Алтынбаевтың махсус бүләге Азамат Йомағужинға (Шығай) “Салауат батыр” йыры өсөн бирелде.
Ғәли Хәмзин исемендәге I район вокалсылар конкурсының тәүге еңеүселәрен бүләкләү иң тулҡынландырғыс мәл ине: Шығай ауылынан Дилә Бадалова, Татлынан Әмир Әбүбәкиров һәм Егәҙенән Илгиз Сәғәҙәтов төп бүләктәргә лайыҡ булды.
Конкурс аҙағында Ранис Алтынбаев бындай изге сараның киләсәктә тағы ла ҙурыраҡ кимәлдә үткәрелеүен, республикабыҙҙа ошондай конкурстарҙа яңынан-яңы һәләттәр асылыуын теләне, район хакимиәтенең мәҙәниәт идаралығына, Хәмзиндар ғаиләһенә рәхмәтен еткерҙе һәм Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының район хакимиәте башлығы Владислав Мироновҡа юллаған Рәхмәт хатын тапшырҙы.
— Мәшһүр йырсыбыҙҙың рухы һәр саҡ күңелебеҙҙә йәшәйәсәк. Бындай конкурстар аша йәштәр уның тормош юлын, йырҙарын, моңон белеп үҫәсәк һәм Ғәли Хәмзин ижады быуындан-быуынға күсә килеп, мәңге онотолмаҫ, — тине район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Илгиз Теләүбаев.

Рәмил ҒӘЙЗУЛЛИН, жюри рәйесе:
— Ғәли Хәмзин исемендәге конкурс бик матур үтте. Был бәйгене күркәм йолаға әйләндереп, районда ғына түгел, артабан район-ара кимәлдә ойоштороп, профессиональ йырсыларҙы ла йәлеп итергә кәрәктер, тип уйлайым. Үҙешмәкәр йырсыларға Ғәли Хәмзиндың репертуарынан ҡайһы бер йырҙарҙы башҡарыу ауырыраҡҡа тура килде. Һуңғы ваҡытта Белорет районынан сыҡҡан яңы йырсылар кәмей бара. Бындай саралар, әлбиттә, йәш таланттарҙы асыуға булышлыҡ итәсәк. Ғәли Хәмзин көслө шәхес, билдәле йырсы булды, ул күптәрҙе сәнғәт юлына алып килде, шул иҫәптән мине лә. Республикабыҙ сәнғәте өлкәһенә ҙур көс һалған, юйылмаҫ эҙ ҡалдырған бына шундай кешеләрҙең ҡәҙерен иҫән саҡта белһәк ине, тигән теләктә ҡалам.

Әсхәт ХӘЙЕРНУРОВ, бәйгелә ҡатнашыусы:
— Конкурс, беренсе тапҡыр үтеүгә ҡарамаҫтан, бик яҡшы ойошторолған. Төрлө быуын кешеләре, шул иҫәптән балаларҙың ҡатнашыуы ла шатландыра. Районыбыҙ һәүәҫкәр артистарға бай. Әле мин белгәндәрҙең күбеһе ҡатнашмаған. Был бәйгенең йолаға әйләнеп, республика кимәленә күтәрелеренә иманым камил.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Халил
    Халил от 25.12.2013, 10:39
    Ҙур,ҙур рәхмәт һеҙгә.






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 779

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 952

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780