Повестан өҙөк
Данил яңы ғына танышып өлгөргән “дуҫы”нан һис кенә лә айырылырға теләмәне.
Ситтән генә күҙәтә бирҙе. Һоҡланып, нисектер көнләшеп ҡараны ул көсөгө менән эткә. Инәһе янында булғас, Йондоҙ йә аунап ала, йә уның аяғын тешләп маташа. Ә инәһе яратып ҡына ҡолағынан тешләй, арҡаһынан ялай. Ситтән генә ҡарап ултырып түҙмәне Данил. Көсөктө үҙенә әүрәтмәксе булып, шым ғына саҡыра башланы:
— Йондоҙ, Йондоҙ, кил, кил!
Малайҙың был ҡыланышын күреп, эт һағая төштө, ҡолаҡтары ҡарп итеп ҡалды. Ә Данил һаман үҙенекен ҡабатланы:
— Йондоҙ, Йондоҙ, кил, кил!
Малайҙың иркәләп наҙлауы оҡшап ҡалған, күрәһең, инәһе алдында уралды-уралды ла туп-тура Данилға табан йүгерҙе.
— Кил инде, матурым, кил! — тип уны дәртләндерҙе малай. Йондоҙ уйнаҡлап, шатлығын йәшерә алмай, бәләкәй генә телен һәлберәтеп килеп тә етте. Кескәйенең үҙен былай тотоуына аптырап ҡуйҙы инәһе. Шулай ҙа көсөгөнән ҡалманы. Унан өс аҙымда ғына туҡтап, күҙәтеп торҙо. Кешенең көсөккә ҡарата ихласлығы, изге ниәте йөҙөнә сыҡҡайны.
Көнләшеүен йәшерә алмай эт ырылдап ҡуйҙы. Ә көсөгө быға иғтибар итмәй ҙә, малайҙың аяғы араһында бутала, уны тешләп маташҡан була. Был кешенең бер ҙә зыяны теймәйәсәген һиҙеп, эт тынысланды. Данил да аңланы.
— Асыуланма инде миңә! — тине, ҡап-ҡара эткә ҡарап. — Мин бит уны яңғыҙ тип уйланым. Ә һин миңә ташландың. — Малайҙың үпкәләгәндәй тыныс ҡына һөйләгәндәрен эт башын йә уңға, йә һулға бороп тыңланы. — Теләйһеңме, икегеҙҙе лә үҙемә дуҫ итеп алам. Көсөгөңә Йондоҙ тигән исем дә ҡуштым. Ә һин, әйтәйемме, кем булаһың? — Бер аҙ уйлана бирҙе лә, шатланып, яңы исемде әйтте. — Юлдаш!
Шулай яйлап ҡына эткә яҡынлашты Данил. Яңы ғына исем алған Юлдаш ҡаршылашманы. Малай ҡурҡа-ҡурҡа ғына ҡулын эттең арҡаһына һалды, ипләп кенә һыйпап алды.
— Хәҙер яңғыҙым түгелмен, — тип шатланып һөйләнде малай. — Мин бәхетле: бер көн эсендә Йондоҙло ла, Юлдашлы ла булдым!
Шатлығынан ул ошо контейнерҙар янына нимә өсөн килгәнен дә онотто. Бер аҙ шулай яңы юлдаштары менән уйнай торғас, ҡорһағы туҡтауһыҙ доғорҙай башлағас, ас икәнлеге иҫенә төштө. Кисә үгәй атаһы һуғыуҙан ярылған ирендәрен ялап ҡуйҙы ул.
— Һеҙ миңә үпкәләмәгеҙ, зинһар, — тине Данил, — берәй телем икмәгем булһа, өсөбөҙгә лә уртаҡ бүлеп ашар инек. Юҡ шул... — Ышанмайһығыҙмы, бына ҡарағыҙ тигәндәй, кеҫәһен әйләндергәйне, унан икмәк валсығы ергә һибелде.
Эт һиҫкәнеп китте. Бая елеп килгән яғына йүгереп китеп барҙы. Бер ни тиклем барғас, ауыҙына нимәлер эләктереп, быларҙың яғына кире йүгерҙе. Данил эттең ауыҙында нимә икәнен күргәс, аптырап ҡалды. Юлдаш тотош бер икмәкте ҡабып алған икән. Эт икмәкте малайҙың алдына һалды ла, бер нисә аҙым артҡа сигенеп, ергә ятты.
Был хәтлем дә ап-аҡ ҙур икмәкте Данилдың күптән күргәне юҡ ине. Ышана алмай, ҡалтырана-ҡалтырана икмәккә йәбеште. Ҡыуанысынан күҙенән йәштәр бәреп сыҡты. Ул икмәкте һындыра һалып, бер өлөшөн көсөккә бирҙе лә, ҡабалана-ҡабалана, ҙур киҫәкте умыра башланы.
— Ах, тәмле!.. Ух, тәмле!
Юлдаш, оло ҡәнәғәтлек кисергәндәй кирелеп, кеше менән көсөктөң тәмләп икмәк ашағанын күҙәтте.
* * *
Данилдың күптән туйғансы уйнағаны юҡ ине. Ике яңы дуҫы менән рәхәтләнеп йорт тирәләй йүгереп кинәнделәр. Эт тә көсөгөнөң ыңғайына, сабыйҙарса ҡыуанып, малай тирәһендә өйөрөлдө, уңайы тура килгәндә уның битен дә ялап алды. Улар шулай тиҙ арала бер-береһенә эйәләшеп китер тип кем уйлаған? Осрашыуҙары ла бит көтөлмәгәнсә килеп сыҡты.
Туғыҙ ҡатлы йорт алдындағы майҙансыҡта тиргә батып баҫтырыш уйнай торғас, Данилдың тамағы кипте, туйғансы һыу эсеп алғыһы килде. Тик уны ҡайҙан алырға? Магазинда берәү ҙә бушҡа бирмәҫ. Әгәр берәй фатирға ишек шаҡып ҡараһа?! Шул ниәт менән малай Юлдаш менән Йондоҙҙо эйәртеп, беренсе подъезға табан атланы. Йорт эсенә инергәме-юҡмы тип икеләнде ул, ишек янына килеп еткәс. Шул саҡ бөгөн иртәнсәк кенә нисек теге йорттан ҡыуылыуын иҫенә төшөрөп, ауыр һулап ҡуйҙы.
Подъездың ишегенә үрелгәйне, ҡаршыһына ниндәйҙер ҡыҙыҡай йүгереп килеп сыҡты ла яңылыш малайға бәрелде.
— Уй, ғәфү итегеҙ! — тине һылыуҡай, уңайһыҙланып. Һеҙҙең бер ниндәй ҙә ғәйебегеҙ юҡ тигәндәй, Данил ихлас йылмайып ебәрҙе.
Һомғол ғына сибәркәйҙең төҫ-башына шунда уҡ иғтибар итте малай. Сағыу сәскә кеүек күренде уға был ҡыҙ.
Ҡыҙыҡай ишек төбөндәге көсөктө күреп, уға ынтылды. Тубыҡланып Йондоҙ алдына ултырҙы ла уны һыйпарға тотондо.
— Ҡарале, ниндәй матурҡай! — Ҡыҙ һоҡланыуын йәшермәне. — Был һинең көсөгөңмө?
— Эйе! — Данилдың яуабында ниндәйҙер ғорурлыҡ тойғоһо сағылды. — Исеме Йондоҙ уның!
— Ул ысынлап та Йондоҙ! Шундай һөйкөмлө! — Ҡыҙыҡай көсөктө матур һүҙҙәр менән наҙланы. Шунан малайға боролдо ла:
— Көсөгөң менән таныштырҙың, ә үҙең менән юҡ, — тине, көлөмһөрәп.
— Данил булам! Ә һин?
— Ләйсән!
Шулай көтмәгәндә ишек төбөндә танышты улар. Яңы осратҡан ҡыҙға ниндәй һорау бирергә лә белмәне Данил. Быға тиклем ҡыҙҙар менән танышҡаны булмағайны, юғалып ҡалды. Ләйсән, күрәһең, көсөктө шул тиклем үҙ итте. Ысҡындырырға ла уйламай, уйнатыуын белә. Ә Йондоҙ һикергеләй, нәҙек тауышы менән өрөп маташа.
— Һин уның эргәһенә яҡыныраҡ эйел әле, — тигән булды Данил, аҡыл өйрәтеп, — ул һинең битеңде ялаясаҡ. Теле уның йомшаҡ, бәпестәрҙеке кеүек.
Ләйсән көсөк менән уйнай бирҙе, ә Данил ҡыҙҙы һиҙҙермәй генә күҙәтте. Ниндәйҙер яңы хистәр уны солғап алғанын үҙе лә аңлап етмәне. Нисектер йөрәк тирәһен рәхәт йылылыҡ ҡытыҡлаған кеүек булды.
— Көсөктөң ашағыһы киләлер, — тине Ләйсән, хәстәрлек күрһәтеп. Данилдың башына шул саҡ һыу һорау теләге келт итеп ҡалды.
— Юҡ, рәхмәт, беҙ ашап алдыҡ та ул, — тине оялсан ғына. — Бына һыу булғанда эсер инек. Мин дә, этем дә, көсөгөм дә һыуһаны. Ә өйөбөҙгә тиклем әле атларға ла атларға...