Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Баҙлатып йондоҙло еләнен ғаләмдең ҡайҙалыр елгәне...
Баҙлатып йондоҙло еләнен ғаләмдең ҡайҙалыр елгәне...Урал бөркөтө
Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың "Автобиография"һын уйлағанда, Туҡсоран буйындағы "Дала офоҡтары"нан илһамланып, "Ҡош юлы"на талпынған "Яңғыҙ ҡоштоң осоп барғаны" күҙ алдына баҫа. Эйе, Рауил Бикбаев — сәүкәләр тубына ҡушылып осоусы ҡоштар затынан түгел, киң ҡанаттарын киреп әҙәбиәт күгендә талпынған, саңҡыуы менән офоҡтарҙы зыңлатҡан бөркөттәр тоҡомонан.
Күптән түгел Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында бер төркөм арҙаҡлы ғалим, күренекле шағир-яҙыусылар халҡыбыҙҙың данлыҡлы улы Рауил Бикбаевты 75 йәшлек күркәм юбилейы менән ҡотланы. Шағирҙың тыуған көнөн институтта башлап ебәреүе юҡҡа түгел — 30 йыл ғүмере ошонда үткән, күпме көс-тир түгелгән. Ғалимдар, әҙиптәр Рауил Бикбаевтың тормош һәм ижад юлына байҡау яһаны, изге теләктәргә ҡушып бүләктәр тапшырҙы. Шағир үҙ сиратында туған институтының китапханаһына яңы сыҡҡан китаптарын бүләк итте.
Ер, тел, халыҡ тип янып йәшәгән арҙаҡлы ил ағаһының ижади күге сикһеҙ, офоғо киңәйгәндән-киңәйә бара. Ошо сикһеҙлектә талғын ғына ҡанат ҡаҡҡан Урал бөркөтөнөң ҡанаттары талмаһын, саңҡыуы тағы ла алыҫтарға яңғыраһын.
Әйткәндәй, бөгөн Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында киске сәғәт 7-лә халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың юбилей тантанаһы була. Шиғриәт, рухиәт байрамына рәхим итегеҙ, дуҫтар!

* * *
Ҡамғаҡ тәгәрләгән яландарҙа
Тәгәрләнем ҡылған-ҡауланда.
Ошондағы тәрән ҡатламдарҙа
Ырыуым тамырҙары ҡалғандар.

Аҡтарыла хәҙер ул ҡатламдар —
Ниндәй ҡеүәттәрҙе еккәндәр!
Нефть диңгеҙенең өҫтәрендә
Йүгереп йөрөгәнебеҙ икән дә.

Соран буйҙарынан нефть ағыла,
Йырғыслана ҡырҙар, баҫыуҙар.
Яраланған, ҡанһыраған ерҙең
Һыҙлауҙарын нисек баҫырға?

Нефть ағыла Соран буйҙарынан,
Тик халҡыма бынан ни файҙа?
Талап алына, урлап алына байлыҡ,
Тик бурҙарын ғына тотмайҙар.

Илебеҙҙә булһа ғәҙеллектәр,
Сереп байыр ине яҡташтар.
Баш әйләнеп китте.
Сүгәләнем
Юл ситендә ятҡан ҡаҡ ташҡа.

Ялҡындары һауаларҙы ялмап,
Ағыуҙарын бөркә факелдар.
Еркәйенән яҙған ер балаһы,
Яҙа ғына күрмә аҡылдан.

Ватанымдың олоһо, кесеһе

Кесерәйгән саҡта бөйөк Ватан,
Ҡыйралғанда ярылып, ваҡланып,
Элеккеләй ҡалыр һымаҡ ине
Тыуған төйәк — кесе ватаным.

Хәҙер нығыраҡ хафаларға һала
Ауылымды һағынып ҡайтҡаным.
Еребеҙ ҙә, телебеҙ ҙә ҡыҫыла,
Кесерәйгәндән-кесерәйә бара
Ғәзиз ерем — кесе ватаным.

Ҡанундарға һыйынып, күпме һатлыҡ
Ер-һыу, урмандарҙы һатҡанда,
Оло Ватанымдың хәсрәттәре
Башлана бит кесе ватандан.

Кесе ватанымдың үҙәктәрен
Өҙгөләй бит Үҙәк фарманы.
Хәрәкәттәр бәрәкәтте түгел,
Хәрәкәттәр килтерә һәләкәтте.
Һәләкәттәр быуа мәмләкәтте,
Шуны еңер өсөн тотош илдең
Табылмаҫмы дәрте-дарманы?

Тарҡала йорт.
Туғандар ят бөгөн,
Күрше дәүләт улар ни бары...
Табылырмы илдә ҡаһармандар
Киләсәккә тоғро юл ярыр?

* * *
Ожмахтарға инмәй ҡалмағандыр
Милләтемдең изге йәндәре.
Ниндәй телдә икән башҡорттарҙың
Йәннәттәрҙә һөйләшкәндәре?

Ишетелмәҫ булһа башҡортса һүҙ,
Моңаймаһа ҡурай ул яҡта.
Уралҡайын һағынып,
Башҡорттарым
Һарғаялар микән ожмахта?

Туған телем өнө,
Ҡурай моңо
Ер сигенән үҙенә тартырлыҡ.
Ҡайтыр юлдар булһа,
Ошо ергә
Ожмахтарҙан ҡасып ҡайтырлыҡ.

* * *
— Бөйөк китаптарҙы ғына уҡы,
Тик ихластар менән аралаш.
Тыңлама һин арзан сафсатаны,
Ғәйбәт һүҙҙәренә ҡарама!
Тик хаҡлыҡтар быуыр ваҡлыҡтарҙы,
Араларҙар аҡты ҡаранан, —

Мин үҙемә үҙем шулай тинем,
Башҡаларға аҡыл өйрәтмәнем,
Шундай теләк үҙемә теләнем.
Күпме кеше мине ҡәҙерләне,
Мин үҙемде үҙем йәберләнем,
Үҙ ҡәҙеремде үҙем белмәнем.

Был һүҙҙәрем һис аҡланыу түгел,
Үҙ-үҙемде түгел йыуатыу.
Кешеләрҙе юғалтыуы ауыр,
Иң ауыры әммә, иң ауыры
Үҙ-үҙеңде бер көн юғалтыу.

Ауырлыҡтар баҫһа, аумаҫ өсөн,
Ҡалмаҫ өсөн ебеп, еңелеп,
Үҙ-үҙенә ышанысты юйма,
Үҙ-үҙеңә таян иң элек.

* * *
Йәнде тентей тағы йоҡоһоҙ төн,
Юрғанымды йолҡа-һыҙыра.
Ҡараңғы төн ҡарай күҙҙәремә,
Уйым менән донъя ҡыҙырам.

Йоҡолар ҙа туҙа, төҙөлә икән,
Тетелеп иҫкергәндәй юрғандар.
Юрған яңырыр.
Тишек-тошоҡ йоҡом
Яңырмаҫ шул,
Ниҙәр ҡылһам да.

* * *
Баштарыма етмәк дошмандар,
Күҙҙәремде быумаҡ ҡуштандар.
Хәйлә-мәкер менән ялағайлыҡ
Яманлыҡты бергә ҡушҡандар.

Аңдый улар кисем, таңымды,
Уяулығым юйылыр сағымды.
Юғалттырмаҡ булып аңымды,
Ҡайнаталар ғына ҡанымды.

Ваҡланһындар нығыраҡ ваҡлыҡтар,
Һаҡланһындар минән һатлыҡтар.
Һоро шәүләләрҙе яндан ҡыуа
Мең һынауҙы үткән хаҡлыҡтар.

Ҡойона донъям яңы шатлыҡҡа!

* * *
Бишек — төрлө,
Бишек йыры — төрлө.
Төрлө-төрлө йола атҡарыла.
Тик сабыйҙар оҡшаш:
Улар — изге,
Сәңгелдәктә ятҡан саҡтарында.

* * *
Юлдың тигеҙе яҡшы,
Малдың һимеҙе яҡшы,
Ҡулдың оҫтаһы яҡшы,
Һүҙҙең ҡыҫҡаһы яҡшы.

Ирҙең баҙағаны яман,
Илдең аҙғаны яман,
Юлдан яҙғаны яман.
Кеше юлына кешенең
Соҡор ҡаҙғаны яман.

Яҡшы ла күп, яман да күп,
Ике яҡҡа тарталар.
Яман-яҡшы һуғышында
Ҡалып булмай уртала.

Яманға етеүе еңел,
Юл ауыр яҡшылыҡҡа,
Боҫмаҡсы булһаң ышыҡҡа,
Убылырһың бушлыҡҡа.

* * *
Тәҙрәмде асыуға — кәкүк саҡыра,
Ишектән сығыуға — һандуғас һайрай.
Һиндәй башҡа ҡала юҡтыр ҙа, баш ҡалам,
Һөйләһәң, кешеләр ҡала бит хайран.

Рәхмәт яҙмышҡа, аҫыл Өфөмдөң
Ошо ерендә йәшәүем өсөн.
Таңда талпынып сығам урамға,
Йәшел урманға сумамын кисен.

Ғүмер үтә тип, киҫәтә кәкүк,
Мине тыңлап ҡал, ти бит һандуғас.
Һәр япрағы серен шыбырлай,
Кил яныма тип, саҡыра һәр ағас.

Ҡоштар, ағастар өндәшә миңә:
— Ихлас киләһең, әйҙә күңелең
Моңға күмелһен, китһен хәсрәт-зар.
Мәрхәмәт артһын.
Бер-беребеҙҙе
Һаҡлайыҡ, зинһар, һаҡлайыҡ, зинһар!

Етегән һаман да Етегән

Баҙлатып йондоҙло еләнен,
Ғаләмдең ҡайҙалыр елгәне.

Яй ғына күсенә Етегән,
Йондоҙҙар иләүе нур ҡоя.
Һүрелтәм тип тағы ҡалҡа Ай,
Иләүҙе һүндерҙем, ти Ҡояш.

Көн уҙа. Ай кәмей. Ай тула.
Көмбәҙҙә йондоҙҙар атыла.

Күл кибә. Таш туҙа. Тау сүгә.
Етегән һаман да Етегән.

Йәшәһә шәжәрәм,
Башҡорттар,
Ир өсөн төп хәстәр — ил, тиһә,
Шул бәхет: быуаттар үткәс тә
Уларҙы һин күрһәң, Етегән.


Тарихтың һин йырлы битендә

Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевҡа

Кеше ғүмере — бер тамсы ла түгел
Сикһеҙ Мәңгелектең ҡаршында.
Уй ҙа етмәй, компьютер ҙа алмай,
Үлсәп тә булмай шул аршынлап.
Ҡотолғоһоҙ тәҡдир алдарында
Кешене бер һәләт ҡотҡара:
Ул — йыр, шиғыр!
Шулар менән әҙәм
Ҡаршы бара яуға, утҡа ла.

Шағир һүҙе
Шул аяуһыҙ уттан
Кешелектең хәтере ситендә
Ҡалһа әгәр,
Исемеңде табып,
Халҡың яҙыр тарих битенә.

Шағир!
Асылда үҙ тарихыңдың
Тәүге битен үҙең яҙҙың да.
Ғәмәлдәрең теркәп, фәрештәләр
Сәркәтиптән былай уҙҙыра.

Яҙа улар, яҙа...
Яҡшыларын
Яҙа торғас инде алйыйҙар.
Егетлектәреңме, гонаһыңмы,
Яҙыҡтарың бармы... — табырҙар.
Ярышһындар әйҙә фәрештәләр,
Ярлыҡау йә яза — бер сығыр...
Был донъянан уҙған күпме шағир!
Әммә һаман
Һағыш тулып тыуа йыр-шиғыр!...

Уҡыусыңа һинән эш етерлек —
Хисле улыһың бит замандың,
Иркә һүҙҙе тәңкә кеүек һиптең,
Тойғоларҙа белмәй саманы.

Алышаһың Алып батыр һымаҡ,
Йыға (а)лмаҫтар салҡан ҡаҡ ергә!
Тәңрең һиңә
Талант менән бергә
Бөтмәҫ һөйөү биргән, ҡот биргән!

Ашһаң да һин донъя сиктәренә,
Ашыҡмасы ғүмер ситенә.
Тарих бит ул... башлана һәр көндән,
Ә һин уның
йырлы битендә!

Ҡәҙим АРАЛБАЙ, Башҡортостандың халыҡ шағиры.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 779

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 952

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780