Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡыҙыл байраҡ аҫтында
Ҡыҙыл байраҡ аҫтындаИртә менән Ташйылға ауылына килеп кергән партком секретары Сабитов терт итеп ҡалды. Әллә күҙемә күренәме, тигәндәй, өй башында елберҙәгән ҡыҙыл байраҡҡа күҙҙәрен селт-селт йомоп ҡараны ла шоферынан һорап ҡуйҙы:
— Был нимә тағы?
— Флаг бит! — тине уныһы, иҫе лә китмәй.
— Флаг икәнен күрәм, нишләп унда тора һуң?
— Этем белһен, — тине шофер, яурындарын йыйырып.
Ҡыҙыл байраҡ мәктәп йә магазин башында торһа, иҫе лә китмәҫ ине Сабитовтың: уны ишелергә торған өй башына мендереп ҡуйырға ҡайһы дүрәгенең башы етте икән?! Ҡара, ҡара, ауылға килеп инеү менән, мин бында, тигәндәй, тирә-яҡҡа яр һалып тора ла баһа!..
— Кемдең өйө? — тип ҡырыҫ ҡына һораны ул шоферынан.
— Теге, көтөүсе Әүхәттеке.
— Атаң башы! Давай, борол шунда!..
Өйө эргәһенә партком машинаһы килеп туҡтағанын шәйләгән Әүхәт шаңҡып ҡалғандай булды. Быға тиклем, бригадир атынан башҡа, хөкүмәт машинаһының уға төбәп килгәне юҡ ине әле. Ниндәй йомоштары төштө икән һуң?
— Нимә ҡыланыуың һинең? — тип екерҙе партком ҡапҡанан инер-инмәҫ аңшайыбыраҡ торған көтөүсегә. Уныһы ыҡ-мыҡ итте:
— Ә... Ни... Мин ни... Фермаға... Көтөүгә китергә торам...
— Бына был нимә тим мин һиңә? — Сабитов башын һелкеп, байраҡҡа ишараланы.
— Ул ни... флаг таһа...
— Флаг... — тине мыҫҡыл менән партком секретары. — Флаг икәнен мин дә беләм. Атаң башы тип унда мендереп ҡуйҙыңмы?
— Һе... — Әүхәт батырая төштө. — Флагты ни кеше үргә мендереп ҡуя инде. Бүтән ҡайҙа ҡуяйым мин уны?!
Көтөүсе менән тел сарлап тороу ҡайғыһы юҡ ине Сабитовтың, ҡырт киҫте:
— Давай, быстро алып ҡуй! Бына-бына сит ил ҡунаҡтары килеп төшөргә тора, һин серек өйөңә флаг ҡаҙап ҡуйғанһың, ахмаҡ!..
— Аһ, шул ҡунаҡтар килгән өсөн ҡуйҙым бит мин уны, — Әүхәт бирешергә теләмәне. Үҙ тиңдәше булған парткомға баш биреп торорға — ул тиклем кем әле!..
— Бына иҫәүән!.. Улар һиңә киләлер шул. Тиҙ бул, алып ҡуй!.. — Телләшеп торған көтөүсегә парткомдың йәне көйҙө.
— Нишләп алайым ти мин уны... Торһон!.. — Уныһы һаман үҙенекен һөйләй.
— Һин нимә, биттән көлөргә булдыңмы, ә? — Сабитовтың сыҙамлығы бөтә барҙы, сәғәтенә ҡарап алды. — Ал тим бит мин һиңә! Тиҙ бул!.. Юғиһә!.. — Юғиһә нимә буласағын әйтеп бөтмәне партком. Хәйер, ни булырын үҙе лә аныҡ ҡына тоҫмалламаны шикелле. Шулай ҙа “юғиһә”нең артында власть йоҙроғо ятҡанын арыу ғына самалай ул.
— Алмайым!.. Кәрәк булһа, үҙең менеп ал! — тине көтөүсе, Сабитовтың ауырлы бисәләрҙекенән дә былайыраҡ күпкән ҡорһағына күҙ һирпеп. Ошо ҡорһағын һөйрәп, ҡыйыҡҡа үрмәләмәҫе көн кеүек асыҡ.
— Һин нимә ирешеп тораһың? Закон юҡмы һиңә?! — Сабитов шартларҙай булды. Шартларһың да, йүнһеҙ генә бер көтөүсе һинең менән телләшеп торһон әле!.. Шунда ғына Әүхәттең өҫ-башына иғтибар итеп, саҡ көлөп ебәрмәне. Рәхәтләнеп көлөр ине, йомшаҡлыҡ күрһәтеп ҡуйыуҙан шөрләп, тыйылып ҡалды. Бер йылмай — бөттө, елкәңә менеп атланырға ла күп һорап тормаҫтар! Сабитов көтөүсегә баштан-аяҡ тағы бер күҙ йүгертте. Яғаһы керләнеп, үҙ ғүмерендә үтек күрмәгән күлдәгенә нимә тип галстук бәйләп алған был. Таушалып бөткән бишмәт-салбарын йоҡлағанда ла һалмай, күрәһең. Аяғында ҡатҡан кирза итек. Ну, килештергән!..
— Көтөүгә, тиһең, кеше унда затлы кейенеп барамы ни? — тине Сабитов, “затлы” һүҙенә мыҫҡыллы баҫым яһап.
Уны-быны уйламаған көтөүсе бишмәтен һыпырып ҡуйҙы:
— Һуң, юлда-фәлән тегеләр осрап ҡуйһа, тигәйнем.
— Кемдәр?
— Ҡунаҡтар инде... Сит илдән. Әҙәм рәүешле йөрөргә кәрәк тә... — Әүхәт аҡланғандай һөйләнде.
— Әҙәм рәүешле, имеш... Үҙең, әҙәм өркөтөп, өй башыңа флаг ҡаҙап ҡуйғанһың. — Сабитов быны уйламайыраҡ ысҡындырҙы.
— Флагтан кеше өркәме ни? — Көтөүсе эләктереп тә алды. — Был һүҙеңде райунда ишетеп ҡалһалар...
Ҡара, эсе тулы этлек икән бының, яңылыш ҡына ысҡынған һүҙҙе ҡарпып та алды. Сабитов хатаһын шундуҡ төҙәтте:
— Мин флагты әйтмәйем, ахмаҡ! Өйөңдө әйтәм. Шуны таҡта-фәлән менән көпләп ҡуйһаң да булыр ине. Ҡарасҡы һымаҡ ултыра әтеү.
— Нисек көпләйем мин уны? Ҡояш һымаҡ бит мин. Ул торһа — торам, ул байыһа — ятам. Иртәнән кискә тиклем көтөү ҡойроғонан ҡалмайым...
Был арҡыры Әүхәт менән һүҙ серәштереп тороуҙың мәғәнәһе юҡлығын тойҙо шикелле Сабитов, шоферына ымланы:
— Бар, алып ҡуй әле шуны!...
— Флагтымы ни? — Аңламаған кешеләй һораны шофер.
— Шуны инде, — Сабитов саҡ һүгенеп ебәрмәне.
— Мин алмайым уны, — тине шофер, тәмәкеһен ныҡ итеп һурғас. — Бәләһенән баш-аяҡ... Уға ышанһаң, йә судлашып йөрөр...
— Нимә?.. Ниндәй суд тағы? — Шоферының тыңламауын оҡшатманы Сабитов.
— Һуң, совет флагын йолҡоп ташланы, тип тотор ҙа судҡа бирер, ултыр аҙаҡ төрмәлә, — тип аңлатҡас ҡына Сабитовтың мейеһендә ҡырмыҫҡалар йүгереп үткәндәй булды. Башы бар был малайҙың! Ысынлап та, үҙе был турала нисек уйламаны икән?..
— Ҡуй, — партком иплерәк өндәшергә тырышты көтөүсегә, — бәхәсләшеп тормайыҡ, Әүхәт. Әйткәс, ал да ҡуй. Нимәгә кәрәк ул һиңә? Бик кәрәкһә, тегеләр киткәс мендереп ҡуйырһың.
— Тегеләр киткәс нимәгә хәжәт ул?! — Әүхәт эске бер кинәнес менән өй башында елберҙәгән байраҡҡа ҡараны. — Күрһендәр буржуйҙар!..
— Ярар, Әүхәт ҡорҙаш, — Сабитов көтөүсенең йомшаҡ яғынан һыйпап ҡарарға булды. — Алып ҡуйһаң шул флагты, ярты ултыртырмын үҙеңә.
— Ярты?! — Был һүҙҙе тәүге тапҡыр ишеткәндәй ҡабатланы Әүхәт. — Эйе, һинең яртыңды эсеп, аҙаҡ йөҙ ҡоҫторорһоң...
Ыҡҡа килмәгән ниндәй бәндә булды был? Ҡул һелтәп кенә китер инең, райком секретарының күҙенә салынасаҡ ул барыбер. Хәйерсегә ел ҡаршы, тигәндәй, был йүнһеҙҙең өйө лә иң күренеп торған урында ултыра, ҡәһәрең!
(Аҙағы бар).
Салауат Әбүзәров




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 255

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 952

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 855

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779