Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Йыр — ҡанатым, сәхнә — асылым…“
“Йыр — ҡанатым, сәхнә — асылым…“Моң тигәндең күңелдән-күңелгә, йөрәктән-йөрәккә түгелер сере бар. Зиһен-зауығыңа тура килеп, тауышын үҙ иткән йырсың ваҡыт үтеү менән серең һөйләр, шатлыҡ-хәсрәтеңде уртаҡлашыр, һағышыңды аңлар яҡын кешеңә әүерелә, тауышы күңелдәргә ял, сырхау йәнеңә шифа биреп, донъяларыңды оноттороп, илһам күгендә йәшәтә, бәхетле минуттар бүләк итә. Тора-бара йырсы үҙе лә һаҡһыҙ ҡағылһаң ватылырға торған гәлсәр һауыттағы мөлдөрәмә тулы тере һыуға оҡшаш, рауза таждарынан, аҡ хыялдан һәм сафлыҡтан ғына яралған кеүек тойола: ҡарап һоҡланаһың, яғымлы, матур тауышына әҫәрләнеп, эстән генә уға йөрәгеңде бушатаһың, шатлыҡ-хәсрәтеңде уртаҡлашҡан кешеңә бәхет теләйһең.

Башҡорт халҡының үлемһеҙ моң шишмәһенән һут алып ижад иткән Светлана Хәкимова — күптән инде республикабыҙҙың, ут күршебеҙ Татарстандың, милләттәштәребеҙ күпләп йәшәгән башҡа төбәктәрҙең бихисап тамашасыһы өсөн үҙ кеше. Ул сәхнәгә сыҡһа, йырҙы йәне-тәне менән тойоп, ҡабатланмаҫ биҙәктәргә үреп, моңдо әллә ниндәй сихри тулҡындарға сорнап халыҡҡа еткерә, хыял донъяһына әйҙәй, ошо илаһи сәнғәт мөхитенә мәңгегә ғашиҡ итә. Әйтерһең, йәмле Дим тулҡындары уның күңеленә моң булып күскән. Йырҙары һиҫкәндергес, халыҡсан. Уларҙы тыңлағанда йәшел болон, хәтфә үлән күҙ алдына килә, һандуғас моңо ишетелгәндәй була, күңел илерткес һиллеккә сума. Үҙеңде урман һауаһы һулағандай тояһың, аң-зиһенең асылып, тының иркенәйеп киткәндәй. Актриса шул рәүешле эске рухи халәтен моң аша белдерә. Светлана Хәкимованың бейеклеге — сәнғәт күге, табынғаны — моң, йәшәү йәме — серле лә, ауыр ҙа, нәфис тә театр донъяһы. Театр һәм йыр — уның бөтә тормошон, шәхес булараҡ эске булмышын билдәләүсе сығанаҡ та.
Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Хәкимованың “Йыр — ҡанатым, сәхнә — асылым…” тигән һүҙҙәренең мәғәнәһен аңлар өсөн актриса уйнаған бер спектаклде ҡарау йә йөрәгенән урғылған моңло бер йырҙы ишетеү ҙә етә. Уның ижад биографияһын байҡағанда күңелдә шундай һорау тыуа: йәшлек хыялы ниндәй икән — актрисамы, йырсымы булырға теләне? Моғайын, икеһе лә.
Башҡорт театр мәктәбе артистан, сәхнәлә уйнау менән бер рәттән, йырлай, музыка ҡоралында уйнай йә бейей белеүҙе мотлаҡ һанаған. Шуға ла халыҡта элек-электән “артист икән, тимәк, һис шикһеҙ йырлай ҙа” тигән фекер йәшәй. Башҡорт театрының тәүге спектаклдәре лә башҡорт халыҡ йыр легендаларына нигеҙләнгән. Ошо йәһәттән Светлана Хәкимова — милли сәхнәбеҙҙең аҫыл традицияларын дауам итеүсе.
Бөгөн сәхнә сәнғәте музыкаға спектаклдәге хәл иткес ваҡиғаларҙы оҙата барған бер күренеш тип кенә ҡарамай, уға киңерәк әһәмиәт бирә. Шуға ла йырлы роль — артист өсөн икеләтә һынау. Персонаждарҙың йыры — образдарҙың һиммәтен арттырыусы, характер үҙенсәлеген тәрәнәйтеүсе сара. Ә артист йыр менән “ауыҙлана” икән — залдағылар ярым-яртылыҡты ҡабул итмәй — уға һәр осраҡта ла башҡарыу кимәленең юғарылығы, характер, хистәр тулылығы кәрәк.
С. Хәкимованың уйыны йыры менән дә йөрәктәрҙе тетрәтә, күңелдәрҙе яулай. Мәҫәлән, “Әхмәтзәки Вәлиди Туған” тарихи драмаһында яңғыраған йырҙы ғына алайыҡ. Зәкиҙең тыуған илендә ҡалған һөйөклө ҡатыны Нәфисә менән осрашыуына өмөтө тамам өҙөлөү сәхнәһендә Сәлиханың (актриса Әхмәтзәкиҙең ҡатыны Нәфисәнең әсәһе ролен башҡара) һағышлы, аһәңле, халыҡсан йыры — йөрәк моңо — ҡатмарлы яҙмыштар, тыуған ил, сикһеҙ мөхәббәт, бөткөһөҙ үкенес һәм йәшәү асылы хаҡында уйландырып, спектаклгә ғәжәйеп моң һәм рух өҫтәй.
Актрисаның күп героиняларына башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарындағы ғорурлыҡ, фекер ҡеүәһе, үҙ бәҫеңде белеү, сәбәләнмәү, аҡыл хас. Өфө дәүләт сәнғәт институтын (хәҙер академия) тамамлағандан һуң ижад юлын башлаған Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә Светлана Хәкимова Б. Бикбайҙың “Ҡарлуғас” драмаһында — Ҡарлуғас, Ф. Бурнаштың “Йәш йөрәктәр” пьесаһында — Сәрби, Э. де Филиппоның ”Илай белмәгән ҡатын” спектаклендә — Лючия, М. Кәримдең “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” повесы буйынса хыялда (жанр) — Аҡйондоҙ, А. Островскийҙың “Аҡ ҡанатлы хыялым” пьесаһында — Негина, Лопе де Веганың “Әкәмәтле һөйөү” пьесаһында — Марсела, С. Айытматов повесы буйынса “Аҡ пароход” драмаһында Бикәй һәм башҡа бик күп, төрлө характерҙағы ролдәр башҡарҙы. Уларҙың һәр ҡайһыһында сәхнә һөйкөмлөлөгө, башҡарыу маһирлығы һәм театрға ҡарата бөткөһөҙ мөхәббәте сағыла.
Спектаклдең дә моңо булыуы зарур. Сәхнә әҫәренә уны бай зиһенле, фекерле, моңло артист бирә. Светлана Хәкимова — шундай актрисаларҙың береһе. Тормош ағышын тик үҙенсә тойоп, япраҡ шауынан да, ямғыр тауышынан да, ел иҫеүенән дә, тулҡын тирбәлеүенән дә, көй ишетеп сәхнә образдарын байыта ул. Сәхнә темаһы — холоҡ-фиғеле ҡырҡҡа төрләнер ҡатын-ҡыҙ: иркә, бер ҡайғыһы булмаған бай ҡыҙы булһынмы (Х. Ибраһимовтың “Башмағым” музыкаль комедияһынан Сәрүәр), ҡатмарлы яҙмышлы үткән быуат гүзәл затымы ул (У. Ғәлиев, В. Жеребцовтың “Ғүмер алда әле” драмаһынан Ғәйниса), замандашыбыҙ, хәстәрлекле әсәме (Ә. Дилмөхәмәтованың “Артур + Нэнси” спектаклендә әсә), нисек тә үҙ бәхетен табырға тырышҡан һылыу туташмы (М. Ғиләжевтың “Һөйәм, һағынам!..” комедияһынан Сәриә), йә тормош иркәһе, көйәҙ ханым (Х. Мөҙәрисованың “Бәхет хаҡы” музыкаль мелодрамаһында Альбина) булһынмы — актриса Светлана Хәкимованың образдары тик үҙенсә, йәнле һәм ҡыҙыҡлы.
Актриса репертуарындағы һәр композиция зауыҡ менән һайланған, популяр элекке йырҙарҙы ла ул ғәжәйеп әһаңлы, моңло итеп, тик үҙенсә башҡара, был көйҙәр, әйтерһең, яңынан тыуған. Светлана Фәрит ҡыҙы — мөхәббәт йырсыһы, сөнки Кешене йәшәткән һөйөү — һәр быуын, һәр кем өсөн яңы, аңлайышлы һәм тулҡынландырғыс бөйөк хис.
Шиғри күңел, һөйкөмлөлөк — сәнғәт кешеһенә тәбиғи сифаттар. Тик ошо байлыҡты сайпылтмай, исраф итмәй, урынлы ҡулланһа ғына, ижадсы үҙе лә, тамашасы ла бәхетле. Оҫта башҡарылған бихисап сәхнә ролдәре, бәрхәт тауышы, сағыу, матур ҡиәфәте һәм тәбиғи һәләте менән Светлана Хәкимова бик күп тамашасының йөрәген яуланы. “Ижад кешеһе ғүмере буйы күңелендә һоҡланыу, ғашиҡ булыу тойғоһо менән йәшәй”, — тиҙәр. Светлана Хәкимова донъяға икеләтә, өсләтә ғашиҡ — тыуған еренә, театрына, туған моңона, яҡындарына. Шуға ла пар ҡанатлы ул: береһе уның — театр, икенсеһе — йыр.
Әйткәндәй, бөгөн Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Хәкимованың юбилей кисәһе була.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 881

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 259

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 782

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 954

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 858

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 635

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 734

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 847

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 586

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 782