Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Афарин, башҡорт театры!
Афарин, башҡорт театры!Ниһайәт, милли драматургиябыҙҙа мюзикл жанры барлыҡҡа килде. Яңы тип, әллә ни яңы ла түгел инде: башҡорт сәхнә сәнғәте элек тә мюзиклдарҙы хәтерләтә ине. Йыр, мәҫәлән, спектаклдәрҙең айырылмаҫ юлдашы булып килә, бер милли тамаша ла беҙҙә унһыҙ үтмәй. Борон замандарҙа ла һәр мәжлес, йолалар йыр менән ҡатнашып барған, үҙе халыҡ спектакле булған, халыҡ тамашаһын хәтерләткән. Ә йыр янында – бейеү, бейеүһеҙ йыр булмай ҙаһа!
Ғәҙәттә, мюзикл сығышы менән Көнсығыш мәҙәниәте йүнәлешенә барып тоташа. Әле уҙған быуаттың 90-сы йылдарында уҡ Мәскәүҙә, Ленинградта, башҡа ҙур ҡалаларҙа урыҫ театрҙары мюзиклдар ҡуйҙы, халыҡты яңы заманда сәхнәгә шулай ылыҡтырҙы. Ул осорҙа күренекле башҡорт драматургы һәм прозаигы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Таңсулпан Ғарипова ла Ленинград театрҙарындағы мюзиклдарҙы күп ҡараны. Нәҡ шул заманда Башҡортостан Республикаһының халыҡ, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы, Рәсәй Дәүләт премияһы һәм Башҡортостандың Салауат Юлаев, Рәсәй Театр эшмәкәрҙәре союзының А. Яблочкина исемендәге, “Ырымбур лираһы” премиялары лауреаты, Актер оҫталығы кафедраһы профессоры, Санкт-Петербург Фән һәм сәнғәт академияһының ағза-корреспонденты Олег Ханов та, традицион ҡалыпта ижад иткән Башҡорт дәүләт драма театрынан айырылып, Йәш тамашасы театрында, аҙаҡ Мәскәүҙең “Сатирикон”, Ырымбур драма театрҙарында эшләп алды. Тегендә-бында һуғылып йөрөп, урыҫ театрҙарының яңы алымдарын өйрәнде. Олег Хановтың профессиональ үҫешен ҡылыҡһырлаған күренештәргә туҡталыбыраҡ китһәң, үҙе бер томлыҡ әҫәр яҙырға булыр ине. Башҡорт сәхнәһендә ул тыуҙырған ролдәр һәммәбеҙҙең хәтерендә, ә бына “Сатирикон” театрында режиссер Р. Стуруа ҡуйған У. Шекспирҙың “Гамлет” трагедияһында Полоний ролен уйнауы, шул уҡ йылдарҙа Э. Шмидт, Ж. Фейдо пьесалары буйынса ҡуйылған (Ҡазан ҡалаһы) спектаклдәргә йәлеп ителеүе, ә режиссер булараҡ Братислава ҡалаһында (Словакия) сығыш яһауы, 1998 йылда Туймазы татар дәүләт театрында Ф. Шиллерҙың “Мәкер һәм мөхәббәт” пьесаһын сәхнәләштереүе, үҙе сығарған спектаклдәр менән Анкара, Лысьва, Симферополь, Мәскәү ҡалалары сәхнәләрендә сығыш яһауы, театр фестивалдәрендә ҡатнашыуы, юғары номинациялар яулауы бөгөнгө тамашасының бөтөнөһөнә лә билдәле түгелдер, моғайын.
Афарин, башҡорт театры!Бындай үҙгәрештәр, әүмәстереү-түкмәстереүҙәр танылған сәхнә әһеле өсөн бушҡа булмаған икән: ул Салауат ҡалаһындағы Башҡорт дәүләт театрында тиҫтәнән ашыу спектакль ҡуйҙы, әле килеп Олег Ханов Башҡорт дәүләт академия драма театрына кире ҡайтты һәм үҙенең бай тәжрибәһен артистарыбыҙҙың яңы быуыны менән уртаҡлаша, яңы быуын тамашасыларға яңыса тамашалар тәҡдим итә, тәү сиратта тәүге башҡорт мюзиклы – Таңсулпан Ғарипованың башҡорт халыҡ эпосы нигеҙендә яҙылған “Маҡтымһылыу, Әбләй һәм Ҡара юрға”һын.
Таңсулпан Ғарипова – халыҡ ижады гәүһәрҙәренә яңы һулыш өҫтәү буйынса ярайһы тәжрибә туплаған драматург. Башҡорт халыҡ йыры “Тәңкәле ҡыҙ” буйынса яҙған әҫәрен – Сибай башҡорт дәүләт театры (режиссеры – Дамир Ғәлимов), “Ғилмияза” пьесаһын Милли йәштәр театры (режиссеры – Таңсулпан Бабичева) сәхнәләштерҙе. Драматургтың “Төштәге йыр”, “Китмәгеҙ, торналар!”, “Ямғыр көткәндә”, “Бәхеткә ҡасҡандар” кеүек әҫәрҙәре лә, башлыса, һутты халыҡ ижадынан алып яҙылған өлгөләр булды. Таңсулпан Ғарипованың был пьесаһы ла тулыһынса милләтебеҙҙең боронғо йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре менән һуғарылған, унда халҡыбыҙҙың тормошо, уның уй-хыялдары, инаныстары, фәлсәфәһе һәм… характеры.
Шуныһы ҡыҙыҡ: был спектаклдә иң элек ат культы тантана итә! Башҡорт сәхнәһендә — Руслан Хайсаров башҡарыуында Ҡара юрға образы! Артист үҙен ғорур, дәрәжәле тота, кейеме килешле, ҡара ялтыр төҫтә. Спектаклдең иң ҙур уңышы, иң үҙенсәлекле яғы – сәхнәгә Ҡара юрғаның килеп сығыуы, атҡа оҡшатып кешнәп, сапсынып ебәреүе. Ғәләмәт! Ҡолонсаҡ ролендә – йәш артистка Лилиә Ғәлина. Ҡолонсаҡты сәхнәгә үҙенең арҡаһында төп герой Әбләй батыр – Ш. Бабич исемендәге республика йәштәр премияһы лауреаты Артур Ҡунаҡбаев – индерә. Ҡолонсаҡ ҡап-ҡара, тотош лайла. Аяғына баҫа алмай, йөҙтүбән ята ла ҡуя. Хас беҙ ауылда бала саҡта күргән күренештәр… Был сәхнәне йәнләндереп ебәрә, тамашасыларҙың ҡыҙыҡһыныуын уята. Ғөмүмән, башҡорт сәхнәһе түренә халҡыбыҙға хас символдар, ат культы, ат ҡото күтәрелә! Ҡара бейә менән уның ҡолоно – Ҡара юрғаның бәхәсе тамашаны әле аттарҙың ҡырағай сағына, кешеләрҙең уларҙы ҡулға эйәләштергән замандарға алып ҡайта. Ҡара бейә, эпоста булмағанса, кешегә буйһонорғамы-юҡмы тип баш вата, улын – Ҡара юрғаны Әбләйгә баш эймәҫкә өгөтләй…
Автор Таңсулпан Ғарипованың “Ҡара юрға” легендаһы хаҡында тәрәндән уйланғаны ярылып ята бында. Матбуғат конференцияһындағы сығышында ул: “Урал батыр” эпосы Уралда Үгеҙ культының Ат культы менән алмашыу дәүерен сағылдыра. “Заятүләк менән Һыуһылыу”ҙа күлдән йылҡы малы сыға, ә бына “Аҡһаҡ ҡола”, “Ҡара юрға” эпостарында иһә ҡырағай аттарҙы ҡулға эйәләштереү осоро һүрәтләнә. Ул дәүер ҡырағай атты – аҫауҙы – ҡулға эйәләштереү егетлек һаналған”, – тигәйне. Юрға менән Ҡара бейә бәхәсе спектаклдә лейтмотив булып бара, конфликт тыуҙыра, тамашасыны көсөргәнештә тота, икеһендә – ике дөрөҫлөк. Һәр ҡайһыһы үҙ дөрөҫлөгөндә ҡала. Ҡара бейә образын Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Гөлнара Әмирова матур итеп уйнай. Күҙ алдында ысын тибен асылып киткәндәй, аттар тубы. Ошо уҡ матбуғат конференцияһында СССР-ҙың халыҡ артисткаһы Гөлли Мөбәрәкова: “Артисты материал үҫтерә шул. Гөлнара был спектаклдә ҙур үҫеш кисерҙе”, – тине. Ысынлап та, уның уйнауындағы Ҡара бейәгә һоҡланмау мөмкин түгел. Һыбайлыларға ҡымыҙ ҡоялар, бал тәҡдим итәләр… Бөтәһе лә халҡыбыҙҙың боронғо йолалары, символдары нигеҙендә үтәлә.
Таңсулпан Ғарипованың төп милли театрыбыҙҙа ҡуйылған был әҫәре, һис шикһеҙ, шул талаптарға яуап бирә. Юҡҡамы ни Олег Ханов матбуғат конференцияһындағы сығышында: “Әҫәрҙе уҡығас, Таңсулпан Ғарипованың халыҡ ижадына ҡарата мөхәббәте алдында теҙләнәһе килде”, – тине. Күптәр әҫәрҙе: “Был – классика!” – тип нарыҡланы. Сәнғәттең төп предметы, әлбиттә, – кеше. Башҡорт драма театрының был спектакле лә шуға яуап бирә: сәхнәлә аттар өйөрө генә түгел, ә халыҡ вәкилдәрен дә күрәбеҙ. Улай ғынамы, ысын йыйын, туй. Дала иңендә Мәсем хандың (Алмас Әмиров, Урал Әминев) иркә ҡыҙы Маҡтымһылыу өсөн ҡөҙрәтле Нөгөш (артист Хөрмәт Үтәшев), Моҡаш байҙар (Ринат Баймырҙин) рәтендә ярлы Бәпәнәй менән Баҙыяндың улы Әбләй көрәшә. Нөгөш бай яусыһы (Сәғиҙулла Байегет) Мәсем ханға йылҡы малының һәр төҫөнән берәр өйөр йылҡы, әллә ни саҡлы баш һарыҡ тәҡдим итә, Моҡаш яусыһы ла (Руслан Ғәлимов) унан ҡалышмаҫҡа тырыша. Ә Әбләй батырҙың Ҡара юрғаһынан башҡа байлығы ла юҡ. Ҡара юрға батырына тоғро, әсәһе Ҡара бейә генә улы – ҡолонсағын кешегә – хужаға ҡаршы өгөтләй, өҙгөләнә…
Моҡаш яусыһы, Сәрмәсән яусыһы, Әй яусыһы ла бар бит әле… Бәхәс ҡыҙа. Әллә күпме мал, байлыҡ өҫтөнә байлыҡ яуырға тора Мәсем хан башына, ул икеләнә, ни ҡылырға белмәй. Шунда бары иркә ҡыҙ бала Маҡтымһылыуҙың үҙһүҙлелеге йәки мөхәббәтенә тоғролоғо мәсьәләне ыңғай хәл итә. Туй. Ә быныһын ғына булдыра инде Башҡорт дәүләт академия драма театры артистары! Оло табынға һөлгөләр күтәреп, бай тауарҙар теҙелгән ҡолғалар сайҡап ил-ырыу майҙанға сыға, майҙанды тултыра. Ошо тамашалар халҡыбыҙҙың ысынлап борон киң биләмәләрҙә дәүләт-ил тотоп йәшәүҙәренә ишаралай, тамашаның бәҫен, тамашасының күңелен күтәрә, халҡыбыҙҙың үткәненә ғорурлыҡ, киләсәгенә ышаныс-өмөт уяна.
Әбләй батырҙың (Артур Ҡунаҡбаев), әсәһе Баҙыяндың (Светлана Хәкимова, Миңзәлә Хәйруллина), Маҡтымһылыуҙың (Ирада Фазлаева) моңло йырҙары, Мәсем хандың, Шөгөр, Шағыр, йәш егеттәрҙең хәнйәр менән бейеүе, бай, зауыҡлы кейемдәр (Президент гранты алыу касафатылыр) – былар бөтәһе лә, мюзикл ише ҡатлаулы, уйын-көлкөлө тексты йырлап әйтеп биреүҙәр опера күренештәрен хәтерләтә, мюзиклды ысын мюзикл итешә. Хәйер, был яңы жанр драматургиябыҙҙа, театрыбыҙҙа үҙенең лайыҡлы урын алырына ышаныс та, ерлек тә бар. Боронғо милли тамашаларҙың шул ерлекте тәшкил итеүен үрҙә әйткәйнек инде.
Хәҙер бары коллективты оло һәм өр-яңы эше менән ҡотларға, автор менән мюзиклдың режиссеры Олег Хановты спектаклдәгесә: “Һыу-дәрт!” – тип ҡеүәтләргә генә ҡала. Дан был эшеңә, театр! Ҡотло булһын, башҡорт сәхнәһенең тәүге мюзиклы!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 650

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 022

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 536

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 749

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 568

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 433

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 489

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 381

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 643

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 374

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 545