Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ғәҙәткә кергән мәҙәк
Әпәүез түгел...

Изге Рамаҙан айы башланғас, мөслимдәр менән аралашыу, бер-береңдең хәлен белеү иғтибар үҙәгенә күсте. Ҡөнәфиә бабай күрше-тирәне, ауылдың олораҡ заттарын саҡырып, ауыҙ астырырға булды. Әбейе лә был шөғөлгә шатланып, ихлас әҙерләнә башланы.
Ҡөнәфиә ҡунаҡтарҙы саҡырырға үҙе сығып китте. Барыһына ла өндәшкән кеүек булғайны. Хәйерһеҙ, өй аша йәшәгән күршеһен онотҡан да баһа.
Урамда уйнап йөрөгән ейәнсәрен саҡырып алды ла:
— Ҡыҙым, күршеләргә өндәшергә онотҡанмын. Йүгереп барып ҡына әйтеп киләһеңме әллә? — тине.
— Ғәйниәнең олатаһынамы ни, олатай?
— Эйе, ҡыҙым. Бар, йүгер.
Сәлиха йүгереп барып инде лә иҫәнләшеүҙе лә онотоп:
— Әпәүез бабай, Мөрәкәй инәй менән беҙгә барығыҙ, — тип йомошон әйтеп һалды.
Бер аҙ аптырап ҡалған хужа бер талай өндәшмәй торҙо ла:
— Ундай исем-шәрифле кешеләр бында тормай бит, — тине.
— Нишләп йәшәмәһен, алдымда тораһың да инде, бабай?
— Эйе, мин — алдыңда, инәйең дә бында. Тик мин Әпәүез түгел шул.
— Ә кем?
— Уныһын олатайыңдан һорарһың.
Сәлиха аптырап ҡарап торҙо ла олаталарына табан йүгерҙе.
Ухылдап ҡайтып инде ҡыҙыҡай.
— Әйттеңме, ҡыҙым? — тип ҡаршы алды уны олатаһы.
— Әйттем дә ул. Ул, мин саҡырған кешеләр бында тормай, тине.
— Кем тип өндәштең һуң, ҡыҙым?
— Әпәүез бабай, Мөрәкәй инәй тинем.
— Эх, ҡыҙым, эште харап иткәнһең бит. Уның мулла ҡушҡан исеме — Әбделғәзиз, килендеке — Мәғәфүрә. Хәҙер был хатаны ҡайһылайтып төҙәтәбеҙ инде?..
Ошо ваҡиғанан һуң үҙенең ҡушаматын ишеткән кешенең, “Мин Әпәүез түгел — Әбделғәзиз” тип әйтеүе лаҡап булып ҡалды.

“Һуңғыһын алды бит”

Хәмдиә инәй Мөстәҡим бабай менән күрше-күләнде саҡырып алырға уйлауы хаҡында кәңәшләшә.
— Бик мәслихәт. Изге уйҙар менән йөрөйһөң дә баһа, — тип хупланы тегеһе әбейенең ниәтен.
— Тик төрлө-төрлө ашамлыҡтар әҙерләй алмам шул. Килендәр эштә. Ҡыҫтыбый ғына бешерергә уйлайым.
— Ярар, ярар. Беҙҙең ҡунаҡтар ҙа йәш-елкенсәк түгел бит.
— Уныһы шулай инде, үҙебеҙ һымағыраҡтар, — тип йөпләне бабайының фекерен Хәмдиә.
Кискә табан ҡунаҡтар йыйыла башланы. Хужабикәнең әлеге һыйҙары ла әҙер ине.
Ҡунаҡтар менән ейәнсәрҙәре лә килеп инеп:
— Өләсәй, беҙгә лә ҡыҫтыбый бир әле, — тип талап итә башланы.
— Юҡ, балалар. Әҙерәк көтөгөҙ. Ҡунаҡтарҙан һуң һеҙгә лә өлөш тейер, — тине өләсәләре.
Ҡунаҡтар йыйылды, күңелле генә күрешеп, иҫәнлек-һаулыҡ һорашып өҫтәл янына ултыра торҙолар. Көлөшә-көлөшә һыйландылар.
Ә ейәнсәрҙәр, түр яҡтан ҡарап, үҙҙәренә ҡаласаҡ ҡыҫтыбыйҙы көтөп ултыра. Табалағы ризыҡ бик шәп үтә, әҙ генә ҡалып бара. Бына һуңғы ҡыҫтыбыйға бер ҡунаҡ ынтылды. Ейәнсәрҙәрҙең иң ҡыйыуы Факиһа түҙмәне.
— Ана, алды бит һуңғы ҡыҫтыбыйҙы! — тип ҡысҡырып ебәрмәһенме.

Танһыҡҡа тары бутҡаһы килеште

Мөғлифә инәй оло йәшкә етте. Ә йөрәге һаман да йәш икән. “Күптән ауылдаштарым, тиҫтерҙәрем менән аралашҡан юҡ” тип уйланып ултырҙы ла ниндәйҙер йомош менән килгән килененә һүҙ ҡушты.
— Кеше саҡырып алғым килә. Тик әллә ни һыйым юҡ инде. Тары ярмаһы бар-барлығын, шуның бутҡаһын ғына бешереп, киләһе кешеләргә өндәшһәм, килешерме икән, килен? — тип кәңәшләште.
— Нишләп килешмәһен, харап та ярап ҡалыр, — тип хупланы килене. Үҙенең дә ваҡыты барлығын, ярҙамлаша алыуын белдерҙе.
Тәүәккәлләнеләр. Саҡырҙылар күрәһе килгән заттарҙы. Әбей-һәбей генә булыр тип көтһәләр, үҙенең әбейенә эйәреп Иманай ҡарт та килгән.
Майҙы мул итеп һалып, һәр кемгә тары бутҡаһы өләшеп сыҡтылар. Бутҡа йәтеш кенә шыуып ашҡаҙанына үтһен өсөн ҡатыҡлы айран да бирҙеләр. Тамаҡ туйғас, ризыҡҡа хуш итергә әҙерләнгән мәлдә Иманай бабай телгә килде бит:
— Һай, рәхмәт хужаларға. Танһыҡҡа тары бутҡаһы килеште! — тип әйтеп һалды.
Түр яҡта ултырған киленкәй:
— Иманай ҡартҡа ла килеште, ҡырын ятып кереште, — тип ҡысҡырмаһынмы!
Барыһы ла аптырап ҡалды. Аҙаҡ ҡына аңланылар. Килендең исеме Танһыҡбикә икән дә баһа. “Иманай ҡартҡа ла килеште” тигән һүҙ һуңынан лаҡап булып йөрөнө.

“Мәһәҙигә йыраҡ”

Район хакимиәте башлығы Садиҡ Мәсәлимович иртүк тороп бит-ҡулын сайҡатып, көҙгөгә ҡарап, үҙенең һаҡал-мыйыҡ баҫҡан йөҙөнә күҙ һалды ла электр ҡырынғысына тотондо. “Көн дә ҡырынмаһаң Карл Маркс бабайға оҡшап китеүеңде көт тә тор” тип, ҡуйы булып үҫкән һаҡал-мыйығын юҡ итергә тотондо. Ҡырынып, одеколон менән еҫләнеп алғас, сығыу яғына йүнәлде.
Кухняла ниҙер бешереү менән мәшғүл булған ҡатыны әйләнеп, тиктормаҫ тормош юлдашына өндәште:
— Һиңә әйтәм, әллә тағы ла берәй яҡҡа йүнәлергә итәһеңме? Иртәнге сәйҙе лә эсмәйһеңме?
— Юҡ, Ғәҙиләм, ашығам, йәһәт кенә барып әйләнәһе йомошом бар. Оҙаҡламам.
Юл ыңғайы Садиҡ үҙенең тоғро шоферы Мәһәҙиҙең өйөнә һуғылды. Уныһы бер ни булмағандай мейес янында нимәлер эшләп маташа.
— Бәй, һин кисә әйткәнде оноттоңмо ни? — тип һораны хакимиәт башлығы.
— Онотманым да ул, тамаҡты уйлап, берәй нәмә әүеш-тәүеш итергә ине.
— Ваҡыт юҡ, тиҙерәк юлға сығырға кәрәк. Мин дә ашаманым, — тине хужа.
Әҙер була яҙған ашты ла ашамай, гаражға йүнәлделәр. Машинаны ҡыҙҙырҙылар ҙа Ерекле ауылына юл тоттолар.
Ауылға барып еткәс, Садиҡ Мәсәлимович бер һәйбәт йыһазланған ихата алдында туҡтарға ҡушты ла өйгә инеп китте.
Унда ниндәйҙер тантанаға әҙерләнеү һиҙелеп тора. Аш бүлмәһе шаулап тора. Өҫтәлдәргә һәр төрлө ымһындырғыс ашамлыҡтар теҙеп ултыртҡандар. Ҡунаҡ үҙ йомошо хаҡында ауыҙын асҡайны, “һуңынан” тип туҡтаттылар.
— Әйҙүк, әйҙүк, Садиҡ Мәсәлимович! — тип түрәне шунда уҡ табынға саҡырҙылар.
— Бына, ҡаҙ ите, йыраҡ түгелме?
— Ҡалъяны алдығыҙға этәйекме?
— Юҡ, юҡ, миңә барыһы ла яҡын, буйым етә, бына Мәһәҙигә йыраҡ, – ти район башлығы.
— Кем ул Мәһәҙи?
— Ҡайҙа?
— Алып инегеҙ Мәһәҙиҙе.
Машинала ултырған шоферҙы елтерәтеп алып инделәр. Өҫтәлгә саҡырҙылар.
— Ҡыҫтыбый йыраҡ түгелме?
— Ҡоймаҡҡа ынтыл!
— Хәҙер миңә һый яҡын, һәммә нәмәгә буйым етә, — тип Мәһәҙи бушап ҡалған билбау аҫтын тултырыуын белә.
Ҡунаҡҡа килеп иптәшен тышта ҡалдырған кешеләр аҙаҡ “Мәһәҙигә йыраҡ” тип мәрәкәләй торғайны.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 779

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 952

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780