Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тылсым эйәһе булдым...
Бала-саға өсөн Яңы йылды түҙемһеҙлек менән ҡаршылау мөғжизә көтөүгә бәрәбәр. Хәйер, бала-саға өсөн генәме икән? Яҡындарын ҡотларға тип, бүләк эҙләп магазиндар ҡыҙырған төрлө йәштәгеләрҙе ошо осорҙа йыш күрергә тура килә. Яңы йыл матур, изге, йылы байрам булараҡ, бәләкәйҙән күңелгә һеңгән. Ҡыш бабайҙың юҡлығын да беләбеҙ, ә эске кисерештәр шул көйөнсә тиерлек һаҡлана.
Шыршы тирәләй әйләнгәндән һуң, Ҡыш бабайҙың тоғон асып күстәнәс таратыуы йылыбыҙҙың иң ҙур тантанаһы булғандыр, тим. Төргәк эсендәге тәмлекәстәрҙән дә татлы ризыҡ юҡ кеүек, бүтән ваҡытта ла шул уҡ тәм-томдо ауыҙ итәбеҙ, ләкин шыршы байрамында ул тәмленең дә тәмлеһенә, татлының да татлыһына, йәғни әкиәти күстәнәскә әүерелә. Яңы йыл байрамы яҡынлаша башлаһа, әле лә шул тылсымлы, нурлы бала саҡҡа әйләнеп ҡайтҡандай булам.
Ҡайһы берәүҙәр бала сағында Ҡыш бабайҙың барлығына ысынлап ышаныуын һөйләһә, аптырап ҡала, юрамал әйтәлер, шаярталарҙыр, тип уйлай торғайным. Иҫ белгәндән алып Яңы йылдың битлектәр кейеп, шыршы тирәләй әйләнә торған бер күңелле байрам ғына икәнен белә инем. Күрәһең, ата-әсәм уҡытыусы булғас, уларҙың байрамға нисек әҙерләнеүен күргәнмендер. Әсәйем костюмдар тегә ине, төрлө кейек, әкиәт геройҙары кейемендә сығыш яһау, ҡупшы биҙәлгән шыршы тирәләй етәкләшеп йөрөү һөйләп аңлатҡыһыҙ ҡыуаныс килтерә торғайны. Күптәр мөғжизәне Ҡыш бабайҙың яһауына ышанған икән. Ҡустымдың улы Рөстәм башланғыс класта уҡыған саҡта Ҡыш бабайға хат яҙған. Нисек яҙмайһың, ул бит теләктәрҙе ҡабул итеүсе ысын мөғжизә эйәһе! Хатты конвертҡа һалып, адресын яҙҙырып, үҙ ҡулы менән ебәргән. Ә Ҡыш бабай ҡайһы адреста йәшәгән, тиһегеҙме? Миңә килеп төштө әкиәти юллама! “Хөрмәтле Ҡыш бабайҙан” һораған уйынсығын алып ебәрҙем. Шул саҡта Рөстәмдең тағы ла бер аҙ ғына булһа ла мөғжизәгә, Ҡыш бабайға ышанып йәшәүен теләнем. Ҡасан да булһа әкиәт донъяһынан барыбер сығырға тура киләсәк. Ә мин үҙемдең “Ҡыш бабай” була алыуыма сикһеҙ шатландым. Үҙеңде әкиәт геройы ролендә тойоу иҫ киткес шәп икән ул!
Унан һуң байтаҡ Яңы йыл байрамын ҡаршыланыҡ. Һәр саҡ Ҡыш бабай булырға тура килмәй икән, ә тәүге тылсымсы роль һаман онотолмай.
Мәктәптә уҡыған йылдарҙа уларҙың төрлөһөн күрелде. Хатта Ҡыш бабай булып кейенгән уҡытыусы апайҙарҙы ла (күрәһең, был ролде улар оҫтараҡ, ышандырырлыҡ итеп башҡара алғандыр).
Ҡыш бабай мажараларына арналған кинофильмдарҙы әле лә ҡарарға яратам. Санта Клаус тураһындағы фильмдар Америкала күп ҡуйылған. Яҡты, тылсымлы итеп төшөрә белә улар бындай йәнле һүрәттәрҙе. Ҡыш бабайҙың кем тарафынан, ҡайҙа уйлап сығарылыуында түгел эш. Уның балалар донъяһына ҡыуаныс өҫтәүе, яҡшылыҡ эшләргә, изгелеккә ышанырға саҡырыуы һәм мөғжизәләр бүләк итеүе мөһим. Шуға Ҡар илен кәүҙәләндереүсе был образ һәр саҡ балалар өсөн иң яҡын дуҫ, көтөп алған оло ҡунаҡ буласаҡ. Тап шундай изгелек таратыусы зат беҙҙең дә күңелдә йәшәүен дауам итә. Уйлап ҡараһаң, Ҡыш бабай була алмаған берәү ҙә юҡ. Яҡшылыҡ эшләү, ҡыуаныс бүләк итеү, йыр-моң аша дәрт-илһам өҫтәү һәм һине көткәндәргә тәмлекәс тоттороу... Һәр кемдең ҡулынан килә был. Ысынлап та, һәммәбеҙгә лә бер килеп: “Мин Ҡыш бабай булғанда...” — тип ҡәнәғәтлек менән әйтерлек итеп йәшәйек.
Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 255

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 779

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 952

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 855

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779