Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йөрәгендә уның – ил ғәме
Йөрәгендә уның – ил ғәме(Лариса Абдуллина, “Милләтебеҙ лайыҡлыларҙы күтәрә белә”, №178, 2013 йыл,10 сентябрь)

Гәзит уҡыусыларҙың иҫенә төшөрөп үтәм: танылған шағирә Тамара Ғәниеваға “Башҡортостандың халыҡ шағиры” тигән исемде юллау тураһында һүҙ бара ине ул мәҡәләлә.

Тынғыһыҙлығы һәм әүҙемлеге менән күптәребеҙгә өлгө булған Лариса Абдуллинаның был тәҡдиме, һис шикһеҙ, хуплауға лайыҡ. Ни өсөн? Минең уйымса, “халыҡ шағиры” исемен йөрөткән шәхестең иҫ киткес һәләтле ижадсы, үҙ эшенең оҫтаһы булыуы мөһим. Ә Тамара апайҙың ижад емештәре кемде генә битараф ҡалдыра икән? Уның шиғырҙары яһалмаған, ә күңелдә тыуған. Икенсе төрлө әйткәндә, йөрәктән сыҡҡан, ә йөрәктән сыҡҡан һүҙ һәр ваҡыт йөрәккә барып етә. Әгәр ҙә инде был һүҙҙәр телдең бәҫен белгән, юғары шиғриәттең бөтә нескәлектәрен дә яҡшы тойоп эш иткән маһир ҡәләм оҫтаһы тарафынан һырлап яҙыла икән, уларҙың арбау көсө тағы ла ҡеүәтлерәк яңғырай.
Тамара апай Хоҙай тарафынан бирелгән ошо ғәжәйеп һәләтен һис кенә лә исраф итмәй, тиҫтәнән ашыу китап баҫтырып сығарыуға өлгәште. Халыҡта “ҡара тырыш” тиҙәр ундай кешеләр тураһында. Ниндәй генә жанрға тотонмаһын – шиғриәтме ул, прозамы, публицистика йә иһә драматургиямы – ҡойоп ҡуя! Сөнки иҫ киткес талапсан ул. Үҙенә лә, башҡаларға ла.
Беҙҙең йәшерәк быуын алдына ла бик юғары талаптар ҡуйҙы апайыбыҙ. Еңел-елпе шиғырҙарың менән берәй баҫмала күренеп ҡара, хәҙер утлы табаға баҫтырасаҡ. Ярамһаҡланыу – уға ят әйбер. Гел тураһын әйтә. Иҫләйһегеҙҙер, уның усағына һыйынып ижад иткән Рәмил Ҡол-Дәүләт, Рәйес Түләк кеүек шағирҙарыбыҙҙың ижады ни тиклем юғары ине!
Ижадыбыҙҙы ғына түгел, үҙебеҙҙе лә ҡурсалап ҡына тора ул. Үҙебеҙ лайыҡлы рәүештә ҡәҙер-хөрмәт күрһәтә белмәһәк тә, ул һаман да өлкән апайҙарға хас сабырлыҡ менән ярҙам ҡулы һуҙыуын дауам итә.
Сабырлығы ысынлап күптәргә өлгө булырлыҡ. Бер генә миҫал: апайыбыҙҙы ауыр сир түшәккә йыҡҡас, уның тән һыҙлауҙарын тойоп, көсһөҙлөгөбөҙҙән йәнебеҙ иланы. Ә ул бер кемгә лә бәлә һалманы. Абруйлы дауаханалар ҙа, юғары квалификациялы табиптар ҙа таптырманы, ҡыйбатлы дарыуҙары өсөн аҡса ла юллап йөрөмәне. Барыһын да үҙе йырып сыҡты. Уның рух ныҡлығына сыҙамай, аяуһыҙ сир ҙә артҡа сигенде.
Мин Тамара Ғәниеваның күп сифаттарына ғашиҡмын: шундай төплө, тәрән фекерле ул. Ниндәй генә аудиторияла сығыш яһағанын тыңларға тура килмәне: һеңдерә әйтә белә. Уның киң эрудицияһын, ике дәүләт телендә лә еңел аралашҡанын иҫәпкә алып, Рәсәй яҙыусылары даирәһендәге оло йыйылыштарҙа иң яуаплы сығыштарҙы ышанып тапшырғандарын күргәнем бар.
Тамара Әхмәтшәриф ҡыҙы бер нәмәгә лә битараф түгел. Әйләнә-тирәләге етешһеҙлектәргә күҙ йомоп йәшәй алмай:
Алыштарға ташланырлыҡ ҡеүәт
Бар ул миндә.
Эстә, төптәрәк.
Үҙем былай ығыш. Оран көтәм:
– Хәлдәр мөшкөл, ҡотҡар, һин кәрәк!
(“Оран көтәм”).
Үҙе шулай тиһә лә, ығыш түгел: һәр һүҙе ваҡытында әйтелә, сәпкә тейә. Сәпкә тейә, сөнки күңелендә “ил, тел, ер ғәмен бәпләп йөрөтә”, ошо өс изге төшөнсә алдында үҙен ифрат яуаплы тоя:
Уй-хистәрем талды.
Эскеселәр
Хакимдары булған был илдең
Аҡылдары зәғиф ирҙәренең
Мәкеренән нисә еңелдем.
……………………………………
Эскеселәр көрәгәсе ҡорҙа,
Майҙандарҙа телмәр тотоусы.
Боронғоға баҡтым – хайран ҡалдым,
Бөгөнгөгә ҡайттым – ҡот осто.
(“Эскеселәр”).
Йәнә ғәжәйеп йомарт кеше ул Тамара апай. Затлыраҡ ризыҡтарын да кешеләр менән бүлешеп ашай торған матур бер ғәҙәте бар. Яңыраҡ Көйөргәҙе районы хакимиәтенең Баязит Бикбай исемендәге премияһы менән бүләкләнгәс тә шулай итте. Аҡсаһының яртыһын тыуған ауылындағы мәктәп баҡсаһына алмағас үҫентеләре алып ултыртыу өсөн бирҙе.
Ғорур икәнен дә беләм. Бер ҡасан да миңә премия, маҡтаулы исем бирегеҙ, тип һоранып йөрөмәйәсәк. Хаҡлы рәүештә юғары исемдәргә тәҡдим ителеп, хаҡһыҙ рәүештә инҡар ителгәндә лә берәүгә лә кенә ҡыуып, асыу һаҡлап йөрөмәне, шаярыуға бора белде:
Тиҙҙән миңә шундай көндәр килә:
Ҡулда – таяҡ.
Үҙем ямаҡ.
Йыуан.
Сабый холоҡло. Һүҙ күтәреү ҡыйын,
Түрҙә ултырыуға ҡыуанам.

Оҙаҡламай дан-шөһрәткә сумам,
Байрамдарға аласаҡтар килеп.
Орден алам.
Талант өсөн түгел –
“За выслугу лет”.
(“Шаярыу ҡатыш”).

Ә шулай ҙа күренекле шағирәбеҙҙе, ил инәһен, республикабыҙҙың йөҙөк ҡашы булған ҡатын-ҡыҙҙы ваҡытында баһалағы килә. Ил-йортобоҙҙоң бәҫен күтәргән, халҡыбыҙҙың рухын нығытҡан шәхес бит ул!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 651

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 022

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 536

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 749

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 568

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 433

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 489

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 382

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 643

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 374

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 545