Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Офоҡтарға еткән далаларҙа...
Офоҡтарға еткән далаларҙа...Альфред Зәүхәт улы Хажимуллин 1960 йылда Ҡариҙел районының Һөйөндөк ауылында уҡытыусылар ғаиләһендә тыуған. Ҡашҡа урта мәктәбенән һуң, Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә. Бөрө дәүләт педагогия институтын тамамлағас, район мәктәптәрендә — уҡытыусы, артабан "Коммунизм юлы" гәзитендә баш мөхәррир урынбаҫары була.
1995 йылда район ҡулланыусылар йәмғиәтендә эшләй башлай, ә 2005 йылда "Спутник" ҡулланыусылар йәмғиәте советы рәйесе итеп һайлана.

Онотмаҫҡа ине саманы

Үҫкән саҡта тәртип боҙа ҡалһам,
Ситкә борһам әгәр сананы,
Атай ҡырыҫ ҡына әйтә ине:
"Онотма һин, улым, саманы".
Ул саманың оҙонлоғон, буйын,
Киңлеген дә уның кем белгән.
Ауырлығын уның кем үлсәгән,
Төҫөн-башын уның кем күргән.
Ул саманы бары үҙ эсеңдән
Һыртың менән генә тояһың.
Өрлөктәге сыбыҡ ҡына белә
Ҡайһы ергә эҙҙәр ҡуяһын...
Үҙебеҙ ҙә инде атай булдыҡ,
Йыл артынан йылдар сабалар.
Атай ҙа юҡ күптән, әллә шуға
Йыш сығабыҙ хәҙер саманан.
Үҙ һүҙлебеҙ, мин-минлек тә көслө,
Юҡтыр төҫлө беҙҙән аҡыллы.
Күптән инде онотҡанһың, буғай,
Тал сыбыҡтан ҡурҡҡан сағыңды.
Әллә инде заманаһы шундай:
Бутайбыҙ беҙ аҡты, ҡараны.
Ниндәй генә эшкә тотонһаҡ та,
Онотабыҙ хәҙер саманы.
Иртәгәне көтөр түҙемлек юҡ,
Бөгөн кәрәк, түгел — иртәгә.
Хәлдән килһә, бөтә донъяны ла
Һалып китер инек елкәгә.
Күтәралмаҫ йөктәр аҫып хәҙер
Йүгерәбеҙ этеп-төртөшөп...
Ҡасан ғына һиңә яҡын ине
Йәнәшәңдә булған һәр кеше.
Кире үтеп булмаһа ла инде
Бала саҡҡа булған араны,
Атай һүҙен хәтерҙәрҙә тотоп,
Онотмаҫҡа ине саманы...

Иман байлығына күмелеп...

Фәрештәләр өркөп ҡасҡан саҡта,
Шайтан ултырғанда тәхеттә,
Иман һаҡлар өсөн ябай халыҡ
Һыйыналыр дингә, мәсеткә.
Нәфсе тигән нәмә зәхмәт булып
Ҡоторғанда күңел түрендә,
Ислам дине һүнмәҫ йондоҙ булып
Яҡтыралыр Ғаләм күгендә.
Ҙур түрәләр уғры золомдарҙың
Арҡаһынан һөйгән сағында,
Иманыбыҙ һаҡлап ҡалыр өсөн,
Хоҙай, көс бир беҙгә тағы ла.
Аҙан яңғыраһын манаранан,
Пакландырып халҡым күңелен.
Йәшә, бәндәм, донъя байлығына түгел,
Иман байлығына күмелеп.

Ап-аҡ ҡарҙар яуа күктәрҙән

Атай һинең сәстәреңә
Ап-аҡ ҡарҙар күптән һарыған.
"Арыныңмы, атай?" — "Арыманым".
Күреп торам: атай арыған.
"Әсәйегеҙгә, ана, булышығыҙ,
Мәшәҡәте уның самаһыҙ".
Йылдар, йылдар, һеҙ йылғалар һымаҡ,
Һис туҡтамай алға сабаһығыҙ.
Атай, әсәй, яңы бергә инек,
Һеҙ юҡ инде хәҙер күптәнән.
Аҡ теләктәр булып һеҙҙән миңә,
Ап-аҡ ҡарҙар яуа күктәрҙән.
Ауыр булһа, атай, ҡай сағында
Бик күрәһе килә үҙеңде.
Тик әйтерһең кеүек ҡырыҫ ҡына:
"Һин ир кеше, улым, түҙ инде".
Әсәйем дә һүҙен ҡушыр кеүек:
"Атайың дөрөҫ әйтә, яңылышмаҫ.
Берүк кенә кеше рәнйетмә,
Берүк кенә һаҡлан ҡарғыштан.
Һин үҙең дә хәҙер атайһың бит,
Үҫә ҡыҙың, ике улың да.
Ир исемен, улым, бысратма,
Ил яҙмышы — ирҙәр ҡулында".
Әкрен генә ғүмер буйлап барам,
Ситкә ҡасмай ауыр йөктәрҙән.
Атай, әсәй фатихаһы булып,
Ап-аҡ ҡарҙар яуа күктәрҙән...

Аҙан аға тыуған еремә

Офоҡтарға еткән далаларҙа,
Урал тауҙарының үрендә
Башҡорт ере ята сикһеҙ булып,
Рәсәйҙең йөрәк түрендә.
Ҡыштарында бында әсе буран,
Ә яҙҙарын — һыуҙар ташҡыны...
Башҡортостандың иң-иң
төньяғында
Һөйгән улы уның — Асҡыны.
Йәшел урман уны солғап алған,
Хәтфә юрған булып ҡаплаған.
Ҡыйғаҙыға барған юлдарында
Салауаттың эҙе һаҡлана.
Йылғалары уның һалҡын һыулы,
Ә күлдәре уның балыҡлы.
Күпме эҙләһәң дә, табалмаҫһың
Бындағылай сабыр халыҡты.
Үткәндәргә әгәр күҙең һалһаң,
Асҡын — тере тарих үҙе лә,
Килер быуындарға хәтер булып
Һәйкәл тора Һөйәнтүҙендә...
Һалмаҡ ҡына үҫә бирә Асҡын,
Баш эймәйсә заман еленә.
Күккә ашҡан мәсет көмбәҙенән
Аҙан ағыла тыуған еремә...




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 779

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 952

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780