Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » АШЫҠМА, ВАҠЫТ, ТУҠТА САҠ ҠЫНА...
АШЫҠМА, ВАҠЫТ, ТУҠТА САҠ ҠЫНА...Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе сәхнәһендә – премьера! “Тыңлайыҡ ваҡыт аҡҡанын” тип атала спектаклебеҙ. Был үҙенсәлекле, уйландырғыс, беҙҙең йәмғиәт хаҡындағы сәхнә әҫәренең авторы – “Шоңҡар” журналының баш мөхәррире, яҙыусы, журналист Мөнир Ҡунафин. Ә пьесаны тамашасы хөкөмөнә сығарырға баҙнат иткән режиссер – Ш. Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты Рөстәм Хәкимов. Форсаттан файҙаланып, авторға һәм режиссерға бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.
– Тәүҙә әҫәрҙе яҙыу тарихына күҙ һалайыҡ. Мөнир Сәхиулла улы, һеҙҙе был темаға тотонорға нимә этәрҙе?
– Күҙ асып йомған ара был ғүмер. Кешегә лә, хатта ғаләмгә лә, сөнки уның асылын аңлауы ауыр, барған һайын серҙәре лә күбәйә. Ҡайһы саҡ хатта тормошобоҙ хаталарҙан ғына торған кеүек тә булып китә. Ул хаталарҙы булдырмаҫҡа, булғанын төҙәтергә мөмкин. Төҙәтә алмаҫтайы булһа… Әйтәйек, ҡабатланмаҫ, китһә кире ҡайтмаҫ кеше ғүмере. Кеше ғүмере. Бар хәҡиҡәт, фанилыҡ асылы тик ошо ике һүҙҙә. Уға бер кем дә орона алмай. Хатта һин үҙең дә. Кеше күктән, Хоҙайҙан шулай программаланған, маңлайына тәҡдире шулай яҙылған. Ә беҙ төҙәтергә маташабыҙ, ҡасып ҡарайбыҙ яҙмыштан… Тик ниндәй генә хәлдә булһаҡ та, Аллаһ эшенә, хөкөмөнә бер кем дә дәғүә итә алмай. “Аллаһ – хәҡиҡәттең үҙе” – ана шул хәҡиҡәтте аңлатҡы килгәйне.
– Рөстәм Милләт улы, был пьеса һеҙҙе нимәһе менән арбаны?
– Пьесаны уҡып сыҡҡас, оҙаҡ ҡына уйланып йөрөнөм. Тәү сиратта, тамашасы был әҫәрҙе ҡабул итә алырмы тигән һорау борсоно мине, сөнки халыҡ башлыса сәхнәлә күңел асыуға ҡоролған, йыр-бейеү менән оҙатылған, илатҡансы көлдөргән спектаклдәрҙе үҙ итә. Ә был сәхнә әҫәренең үҙенсәлеге шунда: пьесала йәмғиәтебеҙ тураһында һүҙ бара, йәғни әлеге көндәге ысынбарлыҡ, йәшәйеш, уның проблемалары, кешеләрҙең бер-береһенә булған мөнәсәбәте һүрәтләнә. Быларҙың бөтәһе лә фәлсәфәүи уйланыуҙарға алып барып тоташтырыла.
– Тимәк, автор пьесала әйтергә теләгәндәр менән һеҙ тулыһынса килешәһегеҙ…
АШЫҠМА, ВАҠЫТ, ТУҠТА САҠ ҠЫНА...Рөстәм Хәкимов:
– Тулыһынса тигән һүҙ, бәлки, урынлы ла булмаҫ, сөнки Ер йөҙөндә нисә кеше, шунса фекер ҙә бар. Тормошҡа ҡараш та һәр кемдеке төрлөсә. Тик мин дә, автор кеүек үк, беҙҙең йәмғиәткә инеп оялаған яуапһыҙлыҡҡа, мин-минлеккә, мәғәнәһеҙлеккә, буш һүҙлелеккә, ҡаты күңеллелеккә, бәғерһеҙлеккә бер нисек тә битараф ҡала алмайым. Беҙ үҙебеҙҙең Ер кешеләре икәнлегебеҙҙе, Мәңгелек ҡиммәттәр хаҡында онотоп барабыҙ шул. Бөтә нәмәне аҡсаның күплеге менән үлсәйбеҙ. Тәбиғәтте, бер-беребеҙҙе рәнйетеүҙән дә ҡурҡмайбыҙ, кешенең баһаһын ергә һалып тапайбыҙ. Ысынбарлыҡты йәшерер өсөн яһалмалыҡ күрһәтеп, үҙ уңайыбыҙҙы ҡайғыртабыҙ. Проблема килеп тыуа икән, уны хәл итеү урынына күберәк ҡысҡырабыҙ, буш вәғәҙәләр менән туйындырабыҙ. Көндәлек мәшәҡәттәр, үҙебеҙҙең генә ихтыяждар менән күҙҙәр томалана. Һәр ваҡыт ҡайҙалыр ашығабыҙ. Ашығабыҙ ҙа һөҙөмтәлә “ваҡыт аҡҡанын да тыңларға онотабыҙ...” Кешелектең ҡайҙа тәгәрәүен аңлар өсөн аҙға ғына туҡталып, бөтә мәшәҡәттәрҙе ситкә ҡуйып, тормошҡа икенсе күҙлектән баҡһаң, ул бит шундай матур, рәхәт һәм хозур! Әгәр ҙә тамашасы күңеленә ошоларҙы еткерә алһаҡ, беҙ барыбыҙ ҙа ысынында бәхетле булыр инек.
Мөнир Ҡунафин:
– Бер генә фекерҙе өҫтәгем килә: заманды беҙ тыуҙырабыҙ ҙа һәм үлтерергә лә мөмкинбеҙ. Нисек? Бер-беребеҙгә булған, эргә-тирәләге барған ваҡиғаларға ғәмһеҙ ҡарашыбыҙ менән. Рөстәм – үҙ эшенең оҫтаһы, әҫәрҙе ҡарап сыҡҡас та, ауыр әҫәр, ләкин кәрәк пьеса, тип нарыҡланы. Ул хаҡтыр…
– Актерҙарҙы дөрөҫ һайлап алыу ҙа спектаклдең уңыш нигеҙен тәшкил итә, тиҙәр...
Рөстәм Хәкимов:
– Эйе, сәхнәлә спектаклдең уңыш ҡаҙаныуының 80 проценты актерҙарға персонаждарҙы дөрөҫ бүлеп биреүгә бәйле, сөнки ролен яратып башҡарһа, артист бар булмышын, талантын, күңелен эшкә егәсәк. Әйткәндәй, Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры актерҙарына ошо пьесаны сәхнәләштерергә теләүемде әйткәс, шул тиклем ихлас ҡабул иттеләр. Бындай тәрән фәлсәфәүи әҫәр өҫтөндә эшләү улар өсөн дә яңылыҡ булды. Әлбиттә, Башҡортостандың халыҡ артисы Рауил ағай Галин, Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Фиҙәлиә менән Илһам Рәхимовтар, шулай уҡ театрҙа үҙ урындарын табып өлгөргән Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина, Марат Зөбәйеров, Айҙар Зарипов, Рәсил Сынбулатов, Зиләрә Юлтаева, Гилүс Минһажев, Фәнил Толомғужин, Гөлйемеш Мөхәмәтшина, Вадим Ҡылысов кеүек артистарҙың үҙ аудиторияһы бар. Ә ошо спектаклде ҡарағандан һуң уларҙың тамашасылары тағы ла артыр тип ышанам, сөнки улар уйнаған геройҙар хәлендә һәр беребеҙҙең ҡалғаны бар, бындағы һәр һүҙ, һәр хәрәкәт – тормоштан...
– Пьесаның исеме тәңгәлендә бәхәс оҙаҡ ҡына барҙы. Нимәгә бәйле?
Мөнир Ҡунафин:
– Бәхәс тип әйтеү дөрөҫ үк түгелдер. Мин “Ғәмәл ҡәләмдәре…” йә әлеге исемде тәҡдим иткәйнем. “Илсе Ғайса” тигән халыҡ йырыбыҙҙа “Ғәмәл ҡәләмдәре миндә булһа, Былай яҙмаҫ инем яҙмышты…” тигән иҫ китмәле мәғәнәле һүҙҙәрҙе иҫтә тотоп, шулай тип атағайным. Тик алда әйтеүемсә, ғәмәл ҡәләмдәре кеше ҡулында түгел. Рөстәм, Ваҡыт төшөнсәһе аңлаған кешегә оло-ғара мәғәнә лә бирә, ғүмер, үлем үлсәмдәрен дә аңлата ала, тигәс, әлеге исемдә туҡталдыҡ. Унда полиция капитаны 3600-гә тиклем һанарға булып китә. Ә уйлаһаң, ысынлап та, беҙ ваҡыттың аҡҡанын да белмәйбеҙ. Ул эргәнән, күктән китеп бара тип хис итәбеҙ. Ә ул беҙҙең мейенән, күңелдән аға.
Рөстәм Хәкимов:
– Эйе, Мөнир “Ғәмәл ҡәләмдәре...” тип атағайны. Быны режиссер булараҡ әйтәм: был исемде ҡабул итеүе ауырыраҡ. Шуға берҙәм ҡарар менән “Тыңлайыҡ ваҡыт аҡҡанын” тигәненә туҡталдыҡ. Был исемгә шул тиклем оло мәғәнә һалынған. Ваҡыт аҡҡанын тыңлай белеү – тимәк, бер генә бирелгән ғүмерҙең ҡәҙерен белеп йәшәү. Ошо хаҡта уйланырға саҡырған пьесаның исеме эстәлегенә тап килһен тинек.
– Ни өсөн Стәрлетамаҡ сәхнәһен һайланығыҙ?
Рөстәм Хәкимов:
– Был театр сәхнәһе миңә таныш һәм күңелемә яҡын, артистарҙы ла яҡшы беләм. Улар менән эшләүе шул тиклем еңел. Стәрлетамаҡ тамашасыларының ихласлығына, театрҙы яратыуҙарына һоҡланам. Шуға ла был спектаклде тап улар хөкөмөнә сығарырға булдым.
28, 29 ноябрҙә киске сәғәт 7-лә буласаҡ премьераға шулай уҡ дәррәү килеп ҡарарҙар һәм үҙ фекерҙәрен әйтерҙәр, тип ышанам.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 885

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 263

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 785

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 960

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 864

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 641

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 740

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 588

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 855

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 593

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 790