Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Илһамлы йырҙай ижад
Муса Ғәлиҙең башҡорт шиғриәтен үҫтереүҙәге хеҙмәттәрен, ижади ҡаһарманлығын Хөкүмәтебеҙ юғары баһаланы: ул Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, Халыҡтар дуҫлығы ордендары менән бүләкләнде, “Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә, Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ булды.
Бар ғүмерен ул тотошлайы менән ижадҡа бағышланы: республикалағы әҙәби мөхиттә ҡайнау, алмаш үҫтереү, башҡорт китабына инанғанлыҡ тәрбиәләү, шиғриәттең сафлығын хәстәрләү кеүек юғары зауыҡ, интеллектуаль кимәл, тәрән белем, ғилми фекерләү талап иткән бихисап эштәргә күндәм егелде. "Муса Ғәли һәр көн әҙәбиәтте хәстәрләп, шуның рухы менән янып йәшәне. Ижад уның өсөн эш араһындағы кәсеп түгел, ғүмерең буйы уға табынып, ғүмерең буйы уға хеҙмәт итә торған изгеләрҙән-изге бөйөклөк булды. Шуға ла шағир ошо ижад донъяһындағы һәр уңышҡа ихлас ҡыуанды, ундағы һәр етешһеҙлеккә көйөндө", – тип оло ҡәләмдәшебеҙҙең фиҙакәр булмышын баһалаған Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев хаҡлы.
Тап бына ошо сабыр холҡона, кешеләр менән ипле мөғәмәлә итеүенә, яғымлылығына күрәлер ҙә уның үҙебеҙҙә лә, Башҡортостандан ситтә лә дуҫтары күп булды. Туғандаш халыҡтар әҙәбиәтен башҡорт уҡыусыһына яҡынайтыр өсөн дә күп эшләне ул: ҡаҙаҡ, үзбәк, украин, яҡут, монгол, словак, немец, француз әҙиптәре әҫәрҙәрен башҡортсаға тәржемә итте, был илдәр һәм халыҡтар тормошо, рухи донъяһы тураһында шиғырҙар, сәйәхәтнамәләр яҙҙы. Киң илебеҙҙең төрлө төбәктәрендә әҙәбиәт байрамдарында осрашҡан, танышҡан дуҫтары менән даими бәйләнештә булды. Тажик шағиры Мөьмин Каноат, ҡырғыҙ Сыңғыҙ Айытматов, әрмән Геворг Эмин, үзбәк яҙыусыһы Әсхәт Мохтар, Балтик буйы илдәре әҙиптәре Эдуардас Межелайтис, Юстинас Марцинкявичус һәм башҡа тағы әллә күпме таныш-белештәре хаҡында һөйләр, яҙыр ине. Ошо яҡын ҡәләмдәштәре араһынан ул күренекле үзбәк яҙыусыһы (сығышы менән – татар) Әсхәт Мохтарға айырыуса бер йылылыҡ, туғанлыҡ тойғолары һаҡланы. "Ғәзиз дуҫым! Тере күҙ ҡарашың һаман изгелектәр теләй миңә. "Дуҫлыҡ" тигән алтын манаралы пак бер донъя ҡалды һинән миңә..." тип яҙҙы М. Ғәли үҙенең йән дуҫына арналған "Әсхәт Мохтарҙы һағыныу" шиғырында. Мәшһүр Әсхәт-аға ла дуҫлыҡ мөнәсәбәттәрендә яуапһыҙ булманы: Муса Ғәли шиғриәте хаҡында бик матур, юғары кимәлдәге "Курай, тростниковая флейта..." тигән мәҡәләһен яҙҙы.
Ун һигеҙ йәшенән үк ғәрәсәтле һуғыш, ҡәһәрле яу юлдарын үткәнгәлер ҙә, шағир Муса Ғәли үтә нескә күңелле, тиҙ генә "яраланып" барыусан характерлы шәхес булды. Әммә "яраланыу"ҙарын күрһәтергә тырышманы, эскә йотто, алыҫ йәшерҙе.
Халҡыбыҙ күңеленә, еребеҙгә һәм һалдат тәненә һалған һуғыш яраларын шағир үҙенең бик күп шиғырҙарында һәм поэмаларында тәрән фекерҙәр, тапҡыр образдар аша һүрәтләп бирҙе. Ә “Ҡыҙыл үләндәр” поэмаһында иһә (1978) фронттың утлы ҡулсаларын үткән яугир шағирҙың был кисерештәр гаммаһы үҙенең кульминацияһына күтәрелә. Әле үҫмер сағында ауылда синфи көрәш ҡыҙғанда, ауыл байы Әхмәр ҡулынан һәләк булған ауылдашы Байрас-большевиктың ҡаны һарҡыған ҡыҙыл үләндәрҙе күреп тетрәнгән, аҙаҡ инде, үҙе һалдат шинеле кейгәс, яу яланында күпме ҡоралдашының ҡаны ҡыҙартҡан арыш баҫыуҙарының, туғайҙарҙың һәм ҡырҙарҙың тере шаһиты булған башҡорт егете Шоңҡарҙың үҙенә лә ут һыҙығында үләндәрҙе ҡайнар ҡаны менән ҡыҙартырға тура килә:
“…Кемдәр ятмай йәшел был туғайҙа?! Егеттәре кем һуң – имәндәр. /Хозур туғай, ник үҫтерҙең былай /Ҡыҙыл, ҡыҙыл, ҡыҙыл үләндәр?!/ Шыуа Шоңҡар, үҙ яраһы уның/ Үләндәрҙе бара ҡыҙартып./ Йәшәтәсәк уны был ҡыҙыллыҡ,/ Йоҡоларҙан ғүмер уятып”.
Сығырмы бер һалдат хәтеренән
Һуғыш туҡып йәйгән келәмдәр?
Ер ораны булып, йылдар аша
Ҡысҡырасаҡ ошо үләндәр,
ҡыҙыл үләндәр!
Сығырмы был һалдат хәтеренән?!
(“Ҡыҙыл үләндәр”).
Шуныһы мәғлүм, яугир Муса Ғәли кисергәндәрҙе бик күптәр (минең, һинең атайҙарың йәки кемдәрҙеңдер олатайҙары!) кисергән тәҡдирҙә лә, ошондай һүҙ сәнғәте ҡаҙанышында һәм хәтерҙә ҡалырлыҡ шиғри юлдарҙа мәңгеләштереү һәр кем өлөшөнә төшмәй. Был тәңгәлдә Муса Ғәли шиғриәтенең ифрат үҙенсәлекле, бәхәсһеҙ юғары кимәлдә булыуын танып, уға һоҡланырға ғына ҡала.
Ҡағылып-һуғылып байтаҡ оҙон ғүмер йәшәгән, тормош тәжрибәһе туплаған шағир аҙаҡҡаса сабыйҙарса бер ҡатлылыҡ менән донъяға баҡты, дуҫтарына тоғро булды.
... Ғүмер баҡый дуҫ йылыһын тойҙом,
Ят күрмәне мине белгәндәр.
Бөгөн усаҡ яҡтым.
Көҙгө усаҡ
Йөрәгемә ҡандар һауҙыра.
Гүйә, шулай, йәшәлеп тә бөткән
Көндәремде йыйып яндырам... –
тип яҙҙы Муса Ғәли үҙенең тәрән фәлсәфәүи уйланыуҙарға ҡоролған "Көҙгө усаҡ" (1998) шиғырында. Һәр кешенең бер ваҡыт үҙенең көҙгө усағын яғыр мәле етә. Был шиғыр уҡыусыны битараф ҡалдырмай, тормош асылы, йәшәйеш мәғәнәһе хаҡында иҫкәртә, уйландыра.
Күренекле шағир-философ, шағир-лирик булараҡ та, әҙип, тәнҡитсе, балалар шағиры булараҡ та, Муса Ғәли башҡорт әҙәбиәтен байытыуҙа, әҙәби мөхитен йәнләндереүҙә яҡты эҙ ҡалдырҙы. Уға ҡарата оло ихтирам уның замандаштары һәм алдағы дәүерҙәрҙә уны яңыса асасаҡ уҡыусылары күңелендә көн яҡтыһы булып, диңгеҙ тамсыһында сағылған ҡояш булып, урман аҡланында дөрләгән көҙгө усаҡ ялҡыны булып оҙаҡ һаҡланыр.

* * *
Муса Ғәлиҙең үҙе иҫән сағында яҙылған һәм бөгөн инде әҙәби мираҫҡа әйләнгән яҙмаларының бер аҙы “Ваҡыт ҡанаттары – шиғриәттә” тигән публицистик китабында (Өфө, “Китап”, 2008) донъя күрҙе. Уларҙы төрлө гәзит-журналдарҙан йыйып туплау, тәртипкә килтереү һәм нәшриәткә әҙерләү эшен Муса ағайҙың тормош иптәше Рәйлә ханым башҡарып сыҡты.
Ғүмерен әҙәби ижадҡа арнаған оло әҙиптең был китабы тап шағирҙың үҙендәге сифаттарға эйә: ундағы һәр мәҡәлә, ҡәләмдәш хаҡындағы һүҙ, әҙәби ижадҡа ҡағылған фекер төплө уйланылған, ихлас теләккә төрөлөп, итәғәтлелек менән әйтеп бирелгән. Уларҙа Муса Ғәлигә хас интеллектуаль юғарылыҡ, уҡымышлылыҡ, ҡәләмдәштәре ижадында һәр кисерелгән-тойолған образды фәлсәфә кимәленә күтәреп, тәфсирләп тасуирлау алымы сағыла.
Муса ағайҙың үтә илгәҙәк кеше булыуын тойопмо, әллә унда ижади фекерҙәшлек табыпмы, ҡатын-ҡыҙ шағирәләр уны айырыуса яҡын күрҙе. Кәтибә Кинйәбулатова, Фәүзиә Рәхимғолова, Әнисә Таһирова, Факиһа Туғыҙбаева, Тамара Ғәниева, Гөлнур Яҡупова, Йомабикә Ильясова, Тамара Искәндәриә, Тәнзилә Дәүләтбирҙина, Гөлназ Ҡотоева һәм башҡалар ижадына йәки яңы сыҡҡан китаптарына хаҡлы баһа биреп, тос-тос мәҡәләләр яҙып сыҡҡайны ул. “Ваҡыт ҡанаттары – шиғриәттә” тигән китабында инде танылған ҡәләм оҫталары булып үҫеп еткән ошо хөрмәтле әҙибәләр хаҡында Муса Ғәлиҙең арҙаҡлы һүҙе бик урынлы яңғырай. Бөгөн был шағирәләр – шиғриәтебеҙҙең йөҙөк ҡашы. Ә бит Муса Ғәли ваҡытында шуны күрә белде, тейешле һүҙҙе үҙ мәлендә әйтте, йәмәғәтселек фекере уятты.
Муса ағай тормошто бик яратты, ҡайнап йәшәне, ижадта быҫҡып ҡына яныуҙы, өйҙә бәҫәреп ятыуҙы яратманы. Шағирға юлдарға, дөрөҫөрәге, сәйәхәттәргә, айырыуса үҙенсәлекле, башҡаларҙан айырылыбыраҡ торған мөнәсәбәт. Юлдарға ул йырсы күҙлегенән ҡарай. Юлдарҙың мотлаҡ йырҙар бүләк итәсәгенә ул инде инанған. Шуғалыр ҙа шағир ижады шау осрашыу шатлығынан һәм айырылыуҙар һағышынан, табыштарҙан һәм юғалтыуҙарҙан торғандай. Асылда ул өмөт менән баға юлдарға: улар уны яҙлыҡтырмаҫ, мотлаҡ хисле кистәргә һәм онотолмаҫ кисерештәргә алып киләсәк:
Тик юлдарҙа тойҙом йыр тыуыуын,
Үтер ерҙәр, һыуҙар араһын.
Хисем йырға һалды таң балҡышын,
Күк күкрәүен, дуҫтар ҡарашын.
Һәм мин әйттем шунда кинәнестән,
Осор булып, йәйеп ҡосаҡты:
Үтеләһе юлдар күпме булһа,
Яҙылаһы йыр ҙа шул саҡлы.
(“Юлға сыҡтым”. 1956)
Әйтергә кәрәк, шағир Муса Ғәли ғүмере буйына юлдарға тоғро ҡалды. Юл йөрөүҙәр һәм сәйәхәттәр уның стихияһына әйләнде. Ул бер мәл “Ҡойма ямғыр, шыбыр-шыбыр көйләп, мине тағы юлға саҡыра” тип яҙғайны. Был юлдар тиктомалдан ғына тыумаған: Өфөлә йыш ҡына сырхап йөрөгән шағир тынғыһыҙ булды, ул юл йөрөүҙәрҙән һауыҡты, сәфәрҙәрҙән туйманы, киреһенсә: “Мин өйҙә ятһам, сирләй башлайым”, – ти торғайны. Бына ни өсөн ул ҡойма ямғырҙың “шыбырлауында” юлға сығырға өндәшеү-әйҙәү ауазын ишеткән.
Ҡайҙарҙа ғына булманы ул үҙ ғүмерендә: ғәрәп илдәрендә, Монголияла, Францияла, Грецияла, Португалияла, Испанияла, Германияла, Словакияла, Данияла, Төркиәлә… Һәр бер сәфәр уға хәтергә уйылырлыҡ шиғри шәлкемдәр бүләк итеп кенә ҡалманы, ә йотлоғоп уҡырлыҡ юлъяҙмалар, проза әҫәрҙәре булып та юйылмаҫ эҙ ҡалдырҙы. Ә уның өсөн юлъяҙмалар – сәйәхәттә күргән-белгәнде, ишеткән-һөйләшкәнде ябай теркәп барыу түгел, ә тормош асылдарын художестволы асыу, йәшәүҙең ҡанунға һыйып бөтмәгән яҡтарын өйрәнеү, кешеләр араһындағы мөнәсәбәттәрҙән психологик һәм фәлсәфәүи һығымталар яһау ҙа.
Муса Ғәли хәтирәләренең береһендә шундай юлдар бар: “Ә бит төптәнерәк уйлаһаң, был ғүмерҙәрҙең ҡыҙығы ла, ирмәге менән фажиғәһе лә шул фани донъяла ғына була түгелме һуң?!” Эйе. Бөтә нәмә лә фани донъяларҙа ғына башҡарыла, ҡылына, кисерелә… Ҡытай аҡыл эйәләре әйтмешләй: “Бөтәһе лә зәңгәр Күк аҫтында…” Тимәк, йәшәүҙең бар мәғәнәһе лә беҙ йәшәгән ерҙә, ҡайнап торған тормошобоҙҙа, яҡты көндәрҙә, имен атҡан таңдарҙа, күңелдәребеҙҙе елкендергән һәм моңландырған йырҙарыбыҙҙа ла икән…
Башҡорт әҙәбиәтенә ХХ быуаттың 50-се йылдарында, йәғни Бөйөк Ватан һуғышынан һуң, килгәндәр быуынының сағыу бер вәкиле, шиғриәте менән үҙенең тыуған яғындағы саф һыулы, көмөш тауышлы Аҡ шишмә ише олпат ижадлы Муса Ғәлиҙең тыуыуына 90 йыл тулыу айҡанлы нәшер ителгән, һоҡланыуҙарҙан һәм ҡуҙланыуҙарҙан, һыҙланыуҙарҙан һәм уйланыуҙарҙан туҡылған был китабы ла меңләгән уҡыусы тарафынан ҡояшлы моңдай, илһамлы йырҙай ҡабул ителеренә ышанам.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 682

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 060

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 581

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 780

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 606

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 461

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 513

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 419

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 673

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 410

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 576