Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Тышаулы ат (1)Хикәйә
Нисек кенә ашыҡһам да, автобусҡа тәки һуңланым. Кәйеф ҡырылып, үҙемде эстән һүгә-һүгә, билет алмаштырырға сиратҡа баҫтым. Бер аҙ торғас, әҙерәк тынысланып, үҙ-үҙемде йыуата башланым: "Ярай, кис түгел, автобус та булыр, йырлай-йырлай ҡайтып та етермен әле, Алла бирһә". Тирә-яҡҡа күҙ һалдым — һәр кемдең үҙ мәшәҡәте: кемдер автобусына ашыға, ә икенселәр автовокзалдың икенсе ҡатына күтәрелә.
Ҡайһы берәүҙәр ғаиләһе менән юлға сыҡҡан. Автовокзал ҡырмыҫҡа иләүеләй ҡайнап тора. Шулай ҙа кешеләрҙең кәйеф күтәренкелеге һиҙелә. Байрам бит. 1 Май! Миңә, совет заманында йәшәп ҡалған кешегә, май байрамдары элеккесә тантаналы булып ҡабул ителә. Тик парадта ғына йөрөлмәй. Элек шул парадҡа сыҡҡы килмәй торғайны, ә хәҙер һағындырып иҫкә төшә. Хәйер, үткән ғүмер һәр ваҡыт һағындыра. Киләсәк кенә билдәһеҙ, серле тойола.
Уйланып тороп, сират та килеп еткән. Билетты алмаштырып, сәғәткә күҙ һалдым. Оҙаҡ ҡына көтөргә кәрәк икән, тағы ике сәғәттән ашыу ваҡыт бар. Ярай, кире ҡайтып китеп булмай бит инде. Үҙемде бер әрләп, бер йыуатып, икенсе ҡатҡа күтәрелдем. Иртә булғанғамы, бында халыҡ әллә ни юҡ, буш урын байтаҡ. Ултырып алғас, тирә-яҡҡа күҙ һалдым. Күберәк урта быуын кешеләре, йәштәр әллә ни юҡ. Уларҙың хәҙер күбеһендә машина шул. Бер яҡ мөйөштә баҫып торған ике йәш егет иғтибарымды йәлеп итте. Әллә ҡайҙан айырылып торалар. Береһе оҙон буйлы, дәү кеше, икенсеһе — бәләкәй, төптән йыуан.
Беҙҙең яҡта ундайҙарҙы һонтор менән төпәнәй тип йөрөтәләр.
Төпәнәйе ҡулдарын ҡыҙыу болғап ниҙер һөйләй, ә һонтороноң ҡулында — ваҡ бәлеш. Шул бәлеште көйшәй-көйшәй тирә-яҡты күҙәтә. Ара-тирә төпәнәйҙең һүҙҙәрен бик етди генә тыңлап ала.
Эргәмдә кемдер берәү кеткелдәп көлөп ебәрҙе. Көлөүе шундай саф, эскерһеҙ. Әйләнеп ҡараһам, янымда бер ир ултыра. Мыҡты кәүҙәле, киң яурынлы, асыҡ йөҙлө. "Көслө кеше" тип уйлап ҡуйҙым.
— Ҡыҙыҡ бит, әй, — тине яңы күршем, төпәнәй менән һонторға ымлап.
— Әллә инде, кешенең төрлөһө була. Уларҙан көлөү килешәме икән, — тип әҙәп өсөн генә ризаһыҙлыҡ белдергән булдым. Ә үҙем эстән был ир менән риза инем. Теге төпәнәй менән һонтор, ысынлап та, көлкө тыуҙыра ине шул. Күршем бик күңелсәк кеше булып сыҡты.
— Мин, — тине ул, мәғәнәле генә йылмайып, — кешене гел хайуанға оҡшатам. Бына, быларға ҡарап торһаң, хәс тә жираф менән маймыл.
— Кешенән улай уҡ көлөргә ярамай инде, — тип ризаһыҙлыҡ белдерҙем.
— Һин, ағай, асыуланма, бар минең шундай етешһеҙлегем. Кешене — хайуанға, хайуанды кешегә оҡшатам.
— Үҙеңде ниндәй хайуанға оҡшатаһың инде? — тип асыуым килде.
— Үҙемдеме? Мине айыу тип йөрөтәләр, исемем дә Айыухан була. — Үҙе шарҡылдап көлөп ебәрҙе. — Таныш булайыҡ, — тип аяғүрә баҫып, ҡулын һуҙҙы.
Баҫҡайны, бөтөнләй икенсе кеше булды ла ҡуйҙы. Алдымда, ысынлап та, айыуға оҡшағаныраҡ әҙәм тора. Киң яурын, ҡамыт аяҡтар, муйын юҡ тиерлек. Көлөп ебәреүҙән саҡ тыйылып мин дә баҫтым, исемемде әйтеп, ҡулымды һуҙҙым. Ҡул ҡыҫышҡас, икәүләп көлөп ебәрҙек. Тирә-яҡтағылар беҙгә сәйер генә ҡарап ҡуйҙы.
— Йә, улай булғас, мин кемгә оҡшағанмын инде? — тип һораным яңы танышымдан.
— Һинме? Һин, ағай, дөйәгә оҡшағанһың. Бая сиратта торғанда һинең икенсе ҡатҡа менеп киткәнеңде ҡарап торҙом. Үҙеңде кәттә генә тотоп, өҫтән генә ҡарап, ике сумкаңды күтәреп, яйлап ҡына менеп киттең. Ситтән ҡарағанда хас та "дөйә" инде бына, — тағы ла шарҡылдап көлөп ебәрҙе.
"Үҙең һин дөйә", — тинем эстән генә.
— Күңелле егетһең һин, — тинем үҙем, үпкәләгәнемде һиҙҙермәҫкә тырышып.
— Ярай инде, ағай, ҡылтайма, үҙең һорағас ни, әйттем дә ҡуйҙым.
Зиһенле генә икән Айыухан, ни уйлағанымды барыбер тойомланы.
— Ярар, зарар юҡ, улай ғына була инде, — тип ыңғайына һыпырҙым.
— Булмаһа, ағай, урамға сығайыҡ, бында тынсыу була башланы... — Ризалығымды һорап тормайынса, Айыухан урынынан ҡуҙғалды. Һүҙһеҙ генә уның артынан эйәрҙем. Урамда еләҫ, кешеләр мәж килеп, һәр кем үҙ мәшәҡәте менән ҡайҙалыр ашыға.
Ҡайһы берәүҙәре тыныс ҡына автобусын көтә. Диктор ҡайһы рейстың килгәнен иғлан итә. Тормош гөрләп тора.
Урамға сығып, бер аҙ ҡарап торғас, Айыухан:
— Ҡайһы яҡҡа бараһың, ағай? — тип һораны.
— Мәләүезгә.
— Юлдарыбыҙ бер яҡҡа икән. Автобусың нисәлә?
— Ун икенсе яртыла.
— Бәй, әллә Ырымбур автобусымы?
— Әллә тағы...
— Мин дә 12-се яртыла ҡуҙғалам. Бына һәйбәт, былай булғас, ярты юл ҡыҫҡара бит. Бергә ултырырбыҙ, һөйләшә-һөйләшә ҡайтырбыҙ.
— Мин ҡаршы түгел, — тинем, һөйләнсек кешеләрҙе яратып бөтмәһәм дә. Шулай һөйләшә-һөйләшә үҙебеҙҙең платформа янындағы эскәмйәнән урын алдыҡ.
— Үҙең Ырымбурҙа йәшәйһеңме, әллә ҡунаҡҡа ғына ҡайтаһыңмы?
— Эйе, Ырымбурҙа, дөрөҫөрәге, ауылда.
— Ә-ә, Өфөгә ҡунаҡҡа килгәйнеңме?
— Ҡунаҡ тип ҡунаҡҡа ла түгел, йомошҡа ла түгел, бер елләнеп ҡайтайым тип сыҡтым да киттем. Бында минең ағай тейешле бер кеше йәшәй. Уның янына инеп хәлен белеп сыҡтым. Өсөнсө көн килгәйнем, кисә көнө буйы Өфөнө ҡарап йөрөнөм. Ун ҡурай һатып алдым. Ауылда бер ағай бында килгәнемде белеп ҡалып, заказ биреп ебәргәйне. Әле бер йорт эргәһендәге сүплектә китап өйөмө күреп ҡалдым. Ҡыҙыҡ булып китте. Элек беҙ китаптарҙы почта аша яҙҙырып ала торғайныҡ, хәҙер сүплеккә ташлайҙар. Туҡта әле, мәйтәм, ҡарайым. Маркс, Энгельс, Ленин томдары, шулай ҙа араһында ике шәп китап табып алдым. Бына, ағай, ҡара әле...
Ул сумкаһынан ике китап килтереп сығарҙы ла миңә һуҙҙы.
— Береһе — Әлифба, ә икенсеһе — Туған тел. Һалып алдым. Минең игеҙәк малайҙар үҫә бит. Өс йәштәре тулып, дүрткә киттеләр. Бына шул егеттәрҙе үҙебеҙсә, башҡортса уҡырға өйрәтәм. Әтү ни, беҙҙә гел урыҫса, мин үҙем дә урыҫса уҡыным.
— Ниәттәрең изге икән, — тинем. — Һиңә нисә йәш? Ҡиәфәтеңә ҡарағанда, бер ҙә йәш атайға оҡшамағанһың.
— 50 тула. Ҡарт күренәмме? Һуң өйләндем мин, ағай, 10 йыл бала булманы. Бармаған ер, күренмәгән табип ҡалманы, Хоҙай насип итмәгәндер инде, тип төңөлә башлағайныҡ. Шулай бер ваҡыт ҡатын, Шүлгән мәмерйәһен күреп ҡайтайыҡ, ти. Ул ваҡытта мин эшһеҙлектән эскелеккә һалыша башлағайным. Нишләйһең инде, мал тотмай инек, ҡарарға балалар юҡ. Юҡты бушҡа ауҙарып ятҡансы тип, сыҡтыҡ та киттек. Шулай барып етеп, бер кешегә эйәреп, мәмерйәне күреп сыҡтыҡ. Эргәһендәге күлендә лә ҡойоноп алдыҡ. Теләк әйтеп ҡойонһаң, ҡабул була, тиҙәр бит. Беҙ ҙә шулай иттек. Ҡайтып килешләй ҡатын, атлап барырға күп ҡалманы, йылға буйында һыу инеп, ял итеп алайыҡ, яйлап ҡына үҙебеҙ ҡайтып етербеҙ әле, ти. Мин ни, әйҙә, тим. Туҡтаныҡ, ҡатын сумкаһынан бер ярты сығарҙы. Минең эсеүҙе күрә алмаған бисә әле килеп үҙе ярты сығара! "Бына, Айыухан, ошо шешәне бөтөрәһең дә, башҡаса эсмәйем, тип ант ит", — ти был. Мин инде яртыны күреү менән донъямды онотҡайным инде. Эйе, эйе, мәйтәм. "Мин риза, ант итәм", — тип һөйләнә-һөйләнә күҙ асып йомғансы теге яртыны көйләп тә ҡуйҙым. Һыу инеп ҡапҡылап алғас, юлға сыҡтыҡ. Былай дөрөҫ кенә барған кеүек инек. Әллә ни ике арала аҙашҡанбыҙ. Беҙгә ни, урман күрмәгән кешегә, етә ҡалды, йөрөй торғас, кис булды. Бер уңайлыраҡ урын эҙләп таң аттырырға булдыҡ. Иртәгәһенә, кискә табан бер ағай осраны. Хәлде аңлаттыҡ, ул беҙҙе юлға сығарып ҡуйҙы. Йыраҡ та китмәгәнбеҙ, шул бер урында әйләнгәнбеҙ ҙә әйләнгәнбеҙ. Бына шул сәйәхәттән ҡайтып күп тә үтмәне, бисәкәй шатлыҡлы хәбәр әйтте.
— Эсеүеңде ташланыңмы һуң? — тип һорайым, күҙенә ҡарап.
— Әллә, ағай, ниндәйҙер бер зәхмәте булды шикелле. Дауаланып та йөрөмәнем, антты биргәндә әллә ни уйламағайным, тик ҡайтҡас, эскелек онотолдо. Хәҙер инде минең малайҙар бар. Көсләп ауыҙға һалһалар ҙа, эсмәйәсәкмен.
— Улай икән, — тинем, ә үҙем, был егет күп һөйләһә лә ялҡытмай, тип уйлап ҡуйҙым. Була бит шундай кешеләр: нимә генә һөйләһә лә, тыңлағы килеп тора.
— Исемдәрен кем тип ҡуштың? — тип һораным.
— Урал менән Иҙел.
— Матур исемдәр, иң мөһиме — үҙебеҙсә, — тип йөпләнем.
— Эйе, беҙҙең яҡта йышыраҡ үҙебеҙҙең исемдәрҙе ҡушырға тырышалар.
Был һүҙҙәрҙе юлдашым ғорурланып, хатта маһайыбыраҡ әйтте.
Ниһайәт, автобус килде. Халыҡ ашыҡмай ғына инеп ултырышты ла ҡуҙғалып та киттек. Бер аҙ ваҡыт үткәс, Айыухан яныма килеп ултырҙы. Өндәшмәй генә тәҙрәгә ҡарап бара. Теле телгә йоҡмаған кешенең ҡапыл шулай тын ҡалыуы миңә ҡыҙыҡ булып китте.
— Ниңә өндәшмәйһең, һөйләшеп ҡайтырбыҙ тигәйнек бит, — тим, тегене сәмләндергәндәй.
— Балаларҙы һағындым, — тине юлдашым.
Мин өндәшмәнем. Нимә тип әйтәһең?! Бала — бауыр ите, һағындыра. Үҙемдән беләм. Шулай бер килке өндәшмәй барҙыҡ. Юлдашым бер мәл, йәнләнгәндәй:
— Ана! — тип ҡысҡырып уҡ ебәрҙе.
Тәҙрәгә күрһәтә икән. Юл ситендәге үләнлектә ат өйөрө утлап йөрөй. Араларында тышап ебәргәндәре лә күренә.
— Ниңә ул атты тышайҙар инде? — тип әсенде Айыухан.
— Ситкә китәләрҙер...

(Аҙағы бар).


Автор: Мағаш Йома.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 632

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779