Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Ҙур сумаҙан”лы егет
“Ҙур сумаҙан”лы егетБаш ҡаланың Черниковка биҫтәһендә тыуып үҫкән егет тормошон телевидение менән бәйләрмен тип күҙ алдына ла килтермәй. Рәсәй рок «йондоҙ»ҙарының береһе, Өфө ҡыҙы Земфира Рамазанова менән бер ихатала уйнап үҫә ул. Уның менән бергә балалар баҡсаһына йөрөй, артабан 56-сы мәктәптә белем ала. Башҡорт дәүләт университетында – филолог, М. Шолохов исемендәге Мәскәү дәүләт гуманитар университетында психолог һөнәрҙәрен үҙләштерә.
Республика башҡорт лицей-интернатында психологтан уҡыу йорто директорының ғилми-методика буйынса урынбаҫарына тиклем хеҙмәт баҫҡысын үтә. Әммә бер көн килеп уның тормошо бөтөнләй үҙгәрә...
«Башҡорттар.ru» командаһы хаҡында күптәрҙең ишеткәне барҙыр. Шаян ҡыҙ һәм егеттәрҙән торған төркөмдө Рөстәм Аҙнабаев ойоштора. Һәр ваҡыт беренселекте яулаған командаға 2005 йылда үткәрелгән бәйгелә алдынғы урынды бирмәйҙәр. «Дөрөҫ баһаламанылар, сара ғәҙел булманы», – тип, сәмсел егет «Тамыр» телеканалына башҡорт «Ералаш»ын төшөрөү тураһындағы уй-теләге менән килә. Телеканал етәксеһе Гөлназ Ҡолһарина егеттең уңыштары хаҡында ишетеп белгән була. Шуға уның проектын хуплай, тик исемен «Байтус» тип үҙгәртә.
– Теүәл һигеҙ йыл элек тапшырыу эшләп ҡарау мөмкинлеген бирҙеләр. Был минең өсөн аңлатып бөтмәҫлек ҙур ҡыуаныс ине. Шулай итеп, ике нәмәне тулҡынланып көттөм. Беренсеһе – ошо йылдың 20 ноябрендә республика халҡы тәүге тапҡыр «Байтус» тапшырыуын күрҙе. Икенсеһе – 25 ноябрҙә ҡыҙым Карина тыуҙы, – ти режиссер.
Эшенән генә түгел, ғаиләһенән дә уңған Рөстәм Раил улы. 2008 йылда республикала үткәрелгән «Йәш ғаилә» бәйгеһе еңеүсеһе лә булған Аҙнабаевтар. Рөстәм кәләше Елена менән «Ынйы» бейеү ансамблендә таныша. Икеһе лә ошо илаһи сәнғәт төрөнә ғашиҡ. Ҡатыны – баш ҡалалағы 86-сы гимназияла инглиз теле уҡытыусыһы. Ҡыҙҙары Рената менән Карина ла ошонда белем ала.
– Республика башҡорт лицей-интернатының ул ваҡыттағы директоры Таһирйән Ғәниевкә сикһеҙ рәхмәтлемен. Төрлө идеяларымды ул тормошҡа ашырырға ярҙам итте. 2007 йылда уны Өфө яғыулыҡ-энергетика техникумына директор итеп саҡырҙылар, мин «Тамыр» студияһында режиссер булып эш башланым, – тип хәтерләй ул осорҙо Рөстәм Аҙнабаев.
2006 йылда «Байтус» тапшырыуы ил күләмендә үткәрелгән бәйгелә беренселекте яулай. Башҡорт телендә «зәңгәр экран»дарға сыҡҡан ижад емешенең федераль кимәлдә, урыҫ телендәге тапшырыуҙарҙы уҙып, беренсе урынды яулауы Рөстәм Раил улын телевидениеның үҙ яҙмышы икәнлегенә тамам инандыра. Баш ҡалалағы мәктәптәрҙең береһенә директор итеп эшкә саҡырһалар ҙа, ул ошо ылыҡтырғыс режиссер һөнәрен һайлап хаталанмай.
– Гөлназ Фәрит ҡыҙына сикһеҙ рәхмәтлемен. Бер тәҡдиме менән ул бөтә тормошомдо үҙгәртте, яратҡан эшем менән шөғөлләнеү мөмкинлеген бүләк итте, – ти ул.
Режиссерҙың һәр ижад емеше – табыш, тиһәм, бәхәсләшеүсе бик һирәк булыр, моғайын. «Байтус», «Тау-тау хәбәр», «Вечер.com» кеүек тапшырыуҙарҙың авторы ул Рөстәм Раил улы. Ана шул «Вечер.com»ды ойошторғанда Руслан Фаршатов менән танышалар. Гитарала уйнаған егет режиссерҙың иғтибарын йәлеп итә. Фәҡәт ул алып барасаҡ тапшырыу тураһында уйлана башлай. Шулай итеп, Русландың һәләтенә лайыҡ «Ҙур сумаҙан» тигән тапшырыу барлыҡҡа килә. Был ижад емешенә «Донъя – ул бер сумаҙан» тигән фекер баш һүҙ итеп алынған. Сит илдәрҙе гиҙеп, төрлө телдәрҙе өйрәнеп, беҙ үҙ телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе байытабыҙ, ти режиссер.
Тапшырыуҙы алып барыусы Руслан Фаршатов Өфө дәүләт авиация техник университетын тамамлаған. Әммә уны ла серле телевидение үҙенә ылыҡтыра. Режиссер Рөстәм Аҙнабаев, алып барыусы Руслан Фаршатов һәм оператор Айҙар Шәрипов береһенән-береһе ҡыҙыҡлыраҡ тапшырыуҙарға йән өрә башлай. Былтыр ноябрҙә Ҡазанда Бөтә Рәсәй «Тэфи-төбәк» бәйгеһендә көс һынамаҡсы булалар. Унда ҡатнашыусы һәр төбәк вәкиленә ни бары биш минут бүленә. Ошо ваҡыт эсендә үҙ идеяңды яҡлап ҡына ҡалмай, башҡаларҙы таң ҡалдырырлыҡ итеп күрһәтеү талабы ла ҡуйыла. Һынатмай егеттәр: Руслан йырлай, Рөстәм һөйләй. Зал сығыштарын алҡыштарға күмә, «Ҙур сумаҙан» проектының идеяһы еңеүсе тип табыла, хатта тиҙҙән тапшырыуға бағыусы булырға теләүселәр ҙә күбәйә. Шулай итеп, былтыр февралдә Чехия, Австрия, Германия, Словакия илдәре буйлап сюжеттар төшөрәләр.
– Тапшырыуҙарыбыҙҙы Интернет аша ҡараусылар күп. Сит илдәрҙең туризм буйынса департаменттары үҙҙәре беҙҙе саҡыра башланы. Бөгөн «Ҙур сумаҙан» – үҙ сығымын килеме менән ҡаплаған тапшырыу. Яңыраҡ ҡына Израилдә йөрөп ҡайттыҡ. Күптән түгел Литванан саҡырыу алдыҡ, – ти Рөстәм Аҙнабаев.
Ошондай уҡ тапшырыуҙарҙы Рәсәйҙә лә төшөрмәкселәр. Быйыл августа «Евразия тауышы» бәйгеһендә Руслан Фаршатовтың иң яҡшы алып барыусы тип танылыуы ла яңынан-яңы, мауыҡтырғыс эштәр башҡарыуға ҙур этәргес булған.
Үткән кесе йома егеттәр Мәскәүгә юлланды. Улар «Моя планета» телеканалының сәйәхәттәр өлкәһендәге асыштар өсөн милли премияһының финалында көс һынашасаҡ. Беренсе тапҡыр федераль каналдар менән бер рәттән төбәк телевидениеһы тапшырыуы ярыша. Еңеүсе ошо көндәрҙә билдәле буласаҡ. Бынан тыш, 30 ноябрҙә Екатеринбургта «Тэфи-төбәк» Бөтә Рәсәй бәйгеһенең еңеүсеһе асыҡланырға тейеш. «Ҙур сумаҙан» тапшырыуы ла был бәйгенең финалына сыҡҡан.
– Тапшырыуыбыҙҙы жюри ағзалары, тамашасылар ҡарағанда хатта йөрәк тибеүенән туҡтаған кеүек. Был ваҡытта һәр минут үҙе бер ғүмергә тиң. Ошо тулҡынланыуҙарҙы кисерер өсөн генә лә бәйгеләрҙә ҡатнашырға мөмкин, – ти Рөстәм Раил улы.
Телевидение тамашасыны ғәжәпләндерергә, ылыҡтырырға һәм иғтибарҙы үҙенә даими йәлеп итергә тейеш. Иң ауыры – ошо яулаған кимәлде юғалтмау, – тигән фекерҙә режиссер Рөстәм Аҙнабаев.
Ул быға тиклем бер кем дә күрмәгән тапшырыуҙар уйлап сығарырға хыяллана. Иң мөһиме – режиссерҙың алдына ҡуйған аныҡ маҡсаттары бар. Беҙ, тамашасылар, уның яңынан-яңы, береһенән-береһе ҡыҙыҡлыраҡ тапшырыуҙарын ҡарап кинәнәсәкбеҙ әле.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 682

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 060

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 581

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 780

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 605

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 461

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 513

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 418

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 673

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 410

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 576