Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Моңға сорналған шиғриәт
Моңға сорналған шиғриәтШағир, ҡурайсы, журналист
Ғәли Ильясовтың тыуыуына — 75 йыл
Уҙған быуаттың 60 – 70-се йылдарында башҡорт поэзияһына, көслө тулҡын булып, бер төркөм йәш таланттар килде. Ошо төркөмдә үҙенең бар булмышы менән бүтәндәрҙән айырылып, йөҙөндә нур балҡып торған Ғәли Ильясов тигән дуҫыбыҙ ҙа бар ине. Үкенескә ҡаршы, нисек кенә ауыр булмаһын, "бар ине" тип әйтергә тура килә. Хоҙайҙан уға талант, һәләттәр мул бирелһә лә, Ғәли бик иртә, ижадының нәҡ өлгөрөп еткән бер мәлендә, ни бары 36 йәшендә генә, арабыҙҙан китеп барҙы. Тағы ла бер үкенес: шағир булып танылып өлгөрөүенә ҡарамаҫтан, үҙе иҫән саҡта уға бер генә китабын да донъяға сығарыу шатлығын күрергә тура килмәне (Йәштәргә тәүге китабын сығарыу элек тә ауыр булды, хәҙер ҙә еңел түгел. Ә бит яҙыусының ижади яҙмышы барыбер ҙә беренсе китапҡа бәйләнгән. Ошо китап үҙенсә бәйгелә старт алыу менән бер. Өҫтәүенә, китабың сыҡмаһа, Яҙыусылар союзына ла алмайҙар — уставында шундай талап ҡуйылған).
Ғәли Ильясовтың тәүге шиғырҙар йыйынтығы — "Күҙле шишмә" китабы — 1980 йылда, үҙе үлгәндән һуң дүрт йыл үткәс, донъя күрҙе. 1994 йылда балалар өсөн яҙылған "Беҙҙең сәйәхәт" поэмаһы айырым китап булып баҫылып сыҡты, шиғырҙары "Тамғалар" исемле йыйынтыҡҡа (2001), "Башҡорт поэзияһы антологияһы"на (2001) индерелде. Шиғырҙары 2007, 2008 йылдарҙа Елена Булгакова тәржемәһендә поэзиябыҙҙың урыҫ телендә сығарылған антологияларында урын алды. "Ватандаш" журналы, "Ашҡаҙар" гәзите үҙенең уҡыусыларын, шағирҙың тормошо һәм ижады тураһында ғәйәт ентекле яҙылған мәҡәләләр менән таныштырҙы. Был баҫмаларҙа Ғәли Ильясовтың 2010 йылда сыҡҡан "Эйәрле тау" исемле шиғырҙар һәм хикәйәттәр йыйынтығына хаҡлы рәүештә юғары баһа бирелде. "Эйәрле тау" — Ғ. Ильясов әҫәрҙәренең сағыштырмаса тулы йыйылмаһы. Нәҡ ошо китап менән ул, тиҫтәләрсә йыл үткәс, ниһайәт, шиғриәт һөйөүселәр алдында бөтөн тулылығында өр-яңынан асылып киткәндәй булды.
Шағир ижады күләм менән генә баһаланмай. Ғәли Ильясовтың шиғырҙары үҙенең рухи көсө, хәҙергесәрәк әйтһәк, эске энергетикаһы менән ҡәҙерле. Был мираҫ боронғо Урал тупрағында Ғәлиҙең оло мөхәббәте менән һуғарып үҫтерелгән гөлбаҡсаны хәтерләтә. Бында, тауҙар һәм далалар илендә, уйҙар бейек, донъялар киң, бында йыһан нуры ер һутына ҡушып үрелгән. Был — шағирҙың илһам иле, изге төйәге, сөнки ул бит үҙе — Урал ейәне, сөнки беҙ — Урал балалары, ә Урал үҙе — донъя бабаһы, моңо — йәнең дауаһы. Бында шағир йөрәге берсә моңдар тулҡынында бәүелгән таң ҡошо, берсә ҡыйғыр бөркөт булып һауаларҙа осҡандай. Шуның өсөн дә:
Илһам иле — Урал күкрәп ҡуя,
Балаһына сәләм биргәндәй,
Ә мин ҡулдарымды күтәрәмен,
Сал бөркөттәр ҡанат киргәндәй, —
тип, ошо ғәзиз тыуған еренән бөтмәҫ-төкәнмәҫ илһам алып, ҡанатланып йәшәй шағир.
Ғәли Ильясовтың ижадын тәрәнерәк аңлар өсөн "Ант" тигән шиғырына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Халҡыбыҙҙың ғәййәр улдары әүәл-әүәлдән иң ауыр мәлдәрҙә илгә, ергә тоғролоҡҡа, яуҙарҙа артҡа сигенмәҫкә, малға, данға һатылмаҫҡа, йөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермәҫкә ант бирер булғандар. "Ант иһә ҡалған боҙолмай, / Ул һыуҙай аҡ, саф булған, / Шуға ла еңгән хәҡиҡәт, / Гел аҫта ҡалған ялған". Шағир ҙа, йәш сағын иҫкә алып, ижад кешеһенең иле, халҡы алдында иҫ киткес оло яуаплылығы тураһында әйтеп бирә:
Йылдарым үтә теҙелеп,
Сәстәргә биреп аҡты;
Сәстәрҙә саң юҡ сағында
Мин дә бит бирҙем антты —
Халҡыма тоғро булырға,
Ватанға, тыуған ергә,
Антҡа хыянат ҡылғансы,
Артыҡ инеүең гүргә.
Шул антым гелән күңелде,
Йөрәкте тотоп тора,
Саҡ ҡына ситкә тайпылһам,
Туп-тура юлға бора.
Шиғриәтебеҙҙә хәҙер инде үҙенең лайыҡлы урынын алған шағирҙың был шиғыры һәр беребеҙ өсөн ни тиклем фәһемле булыуын әйтеп тормаҫҡа ла мөмкиндер. Ә антыңа, тимәк, намыҫыңа тоғро булып ҡала алыу — ниндәй оло бәхет шағир өсөн. Хәйер, шағир өсөн генәме икән әле? Ғәли Ильясов бөтөн тормошо һәм ижады менән ошо бәхеткә өлгәшкән, антына тамсы ла тап төшөрмәгән ир-уҙаман булараҡ күҙ алдына баҫа. "Шуға мин тыныс антыма, / Йөрәгем, күңел тыныс, / Өҫтөмдә тормай ялтырап / Үкенеү тигән ҡылыс", — тип әйтә алыуы менән ул икеләтә бәхетле.
Башҡорт халҡының илаһи йыр-моң донъяһы, сал Урал тәбиғәте — Ғәли Ильясовтың ғүмерлек мөхәббәте, илһам сығанағы. Йыр, ҡурай моңдары уның күңелен ҡанатландыра, буй етмәҫ бейеклектәргә әйҙәй, үткәндәрҙе бөгөнгө менән тоташтыра, бөгөнгөнән киләсәккә өмөт, хыял нурҙарын һуҙа. Туған тәбиғәт, тарих һәм халыҡ тормошо, халыҡ яҙмышы хаҡында уйланыуҙар шағир йөрәгендә гармониялы бер бөтөн булып балҡып китә. Әгәр ҙә шағир: "Сал быуаттар миндә тын ала" йәки Үрек йылғаһына өндәшеп, "тулҡындарың, шаулай, шаулай, тамырыма инеп тарала", — ти икән, был ябай метафора ғына түгел, был — ана шул рухи гармония күренеше. Ғәли өсөн Урал "ул — һөйөү, хыял, ул — илкәй мәңгелеге", үлемһеҙ моңдар донъяһы. Салауат Юлаевҡа нисек мөҡәддәс булһа, Ғәлигә лә Урал йырлап, көйләп бөтмәҫлек илһам сығанағы:
Мәңге Урал тауҙарында
Булыр минең күңелем,
Улар тураһында һөйләп
Һис кенә талмаҫ телем.
Һәр нәмә — тауҙар, йылғалар, сылтырап аҡҡан шишмә, зәңгәр күктәге болоттар, тауҙағы бөркөттәр, урмандағы һайрар ҡоштар — барыһы ла үҙ һәм туған уға. Һәр тауҙың, йылғаның — үҙ һыны, үҙ фиғеле. Баҙал, Ғәниәт, Кибез, Беләүташ, Аҡҡыр, Көнгәк, Күркәтау, Эйәрле тау, Сиптура, Абҙан ҡаяһы — серле Бөрйән, Мәләүез төбәгенең, гүзәл Ағиҙел буйҙарының шағир күңеленә илһам биргән, уның эҙҙәрен һаҡлаған күркәм тауҙары, түбәләре. Бына Мәсем:
Ул бейеккә ҡалҡып тау иленән,
Бағып торҙо минең күҙҙәргә,
Сәләм алып, сәләм бирер кеүек
Минән һуң да тыуған ирҙәргә.
Йылайырҡай йылғаһының һәр йотомо уға — йыр ҙа моң, Күҙле шишмәнән шағир күңеленә шатлыҡ тула, Ҡана — мәңгелек йырсы, ул тарихтың үҙе кеүек сал һәм тере, ошо йорт-илдәй.
Тыуған Уралыбыҙ, ер-һыуҙарыбыҙ — эйе, тере тарих, Ғәлиҙең "Ялан Йәркәй", "Әйкәй", "Илмырҙа" кеүек шиғыр һәм хикәйәттәре халҡыбыҙҙың изге ер-һыуҙарыбыҙҙы данлаған йыр-моңдары, легенда, риүәйәттәре менән илһамланып ижад ителгән. Уның геройҙары — ерҙә бары тик ғәҙеллекте, яҡтылыҡ һәм яҡшылыҡты яҡлап йәшәүсе оло йөрәкле, ҡаҡшамаҫ рухлы заттар. "Эйәрле тау" йыйынтығына йәнә ҙур ғына күләмле "Әсә юлы" поэмаһы индерелгән. Шағирҙың балалар өсөн яҙылған "Беҙҙең сәйәхәт" поэмаһын (был китапта ул "Айға сәйәхәт" тигән исем менән бирелгән) был жанрҙа яҙылған иң уңышлы әҫәре тип иҫәпләргә мөмкин. Исеменән үк күренеүенсә, был — мажаралы әҫәр. Урал исемле ағай кеше кис йоҡлар алдынан тыңламаған кескәй һеңлеләрен әүрәтер өсөн "Сәмреғош" тигән осар машинала сәйәхәткә саҡыра. Ундай сәйәхәт кемде генә ҡыҙыҡтырмаһын? Балаларҙың, хыял карабында Айға осоп, унда күргәндәре, кисергәндәре йәнле, мауыҡтырғыс итеп һүрәтләнә. Беҙҙең балалар әҙәбиәте хазинаһында үҙ урынын алырҙай әҫәр ул "Айға сәйәхәт". Ғөмүмән, Ғәли Ильясовтың бөтөн ижады тураһында ла ошо уҡ һүҙҙе әйтергә тейешбеҙҙер. Моңға, нурға сорналған, кеше рухын гел генә яҡтыға, илаһи бейеклектәргә әйҙәгән ғәйәт үҙенсәлекле, халыҡсан мираҫ ҡалдырған Ғәли дуҫыбыҙ.
Һүҙемде йомғаҡлап, шағирҙың тормош юлы менән таныштырып үтмәксемен. Ғәли Йәләл улы Ильясов 1938 йылдың 28 ноябрендә Мәләүез районы Әбет ауылында донъяға килә. Йәшләй атайһыҙ ҡала. Бик теремек, ныҡышмал бала булып үҫә. Малай сағында уҡ ҡурайҙа уйнарға өйрәнә, мәктәп йәшенән үк шиғырҙар яҙа башлай, спорт менән мауыға. Урта мәктәпте тамамлай. Күмертау ҡалаһында һөнәрселек училищеһында уҡып, үҙаллы тормош юлына аяҡ баҫа. Күмертауҙа халыҡ театры актеры булып китә, оҫта ҡурайсы, һабантуйҙа бил бирмәҫ көрәшсе булып таныла. Классик көрәш буйынса Башҡортостан чемпионы булыуға өлгәшә. Халыҡ театрына килгән Шәрифә исемле йырсы ҡыҙға ғашиҡ булып, ғаилә ҡора. Сәйҙә, Йәмилә, Сәлимә исемле ҡыҙҙары тыуа. Ғүмеренең һуңғы йылдарында "Совет Башҡортостаны" гәзитенең көньяҡ райондар буйынса үҙ хәбәрсеһе булып эшләй. Ейәнсура, Күгәрсен, Йылайыр яҡтарында уны әле лә хәтерләйҙәр.
Ғәли Ильясовтың үҙе һәм туған халҡы тураһында ошондай тәрән мәғәнәле шиғри юлдары бар:
Мин күрҙем батыр халҡымдың
Мең йылдар талмаҫ көсөн...
Һәм баҫып Урал ташына,
Йыр яҙҙым уның өсөн.
Урал ташына баҫып, халҡына йыр яҙған шағир ҡурайсы... Нәҡ шундай була башҡорт донъяһында ысын шағирҙар, йырсы, ҡурайсылар һыны.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 854

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779