Тыуған нигеҙҙә...Бөгөн мин иртә уяндым. Көнөм нисек булыр? Шуны уйлап, төнө буйына йоҡлай алмай сыҡтым. Ысынлап та, бик тулҡынландырғыс минуттар көтә алда. Тыуған ауылыма ҡайтам бөгөн. Беҙ тыуып-үҫкән йорт ни хәлдә икән? Ауылдаштарым мине танырмы? Күрше-күлән иҫән-һаумы икән? Милиционер беҙҙе апайыбыҙға алып барам тип алып киткән көндө әлегеләй хәтерләйем. Күп кенә йылдар үтте. Хәҙер ул ваҡытта ҡалала уҡыған ике ағайым да, оло апайым да үҙаллы ғаилә ҡорған. Улар беҙҙең хәлде белергә йыл һайын килеп торҙолар.
Балалар йортонан Әлиә менән Алһыу ҙа 9-сы класты бөтөп сығып китте, хәҙер һөнәр үҙләштерәләр. Зөлфирә менән мин генә ҡалдыҡ. Йылдар үткән һайын бөтә нәмә үҙгәрә икән. Элек беҙгә берәйһе ауыр һүҙ әйтһә, илап ебәрә инек. Хәҙер ундай күренештәргә күнеп бөткәнмен. Хатта атайым менән әсәйемде иҫкә алғанда ла күҙ йәштәрем сыҡмай. Белмәйем, бәлки, ағыр йәштәр ағып бөткәндер ҙә. Шөкөр, быйыл имен-аман 11-се класты тамамланым. Бер нисә көндән университетҡа уҡырға инер өсөн Өфөгә алып барасаҡтар. Алыҫ яҡҡа юлланмаҫ элек, атай нигеҙенә барып килергә булдым. Хәҙер мин үҙаллы тиһәм дә була. Ҡасандыр теш һыҙлағанда, уны һурҙырам тип Әмилә менән ҡасҡайныҡ. Ундай замандар артта ҡалды. Әмилә лә туғыҙынсы кластан һуң училищеға уҡырға инде. Тегенсегә уҡып йөрөй. Хат алышып торабыҙ. Гелән беҙҙе ыҙалатҡан Даян да күптән балалар йортонан сығып китте. Уны техникумға урынлаштырғандарын беләм. Детдомдан киткәндән һуң уның тураһында хәбәр ишетелмәне.
Тәрбиәсебеҙгә әйттем дә, иртә менән юлға сыҡтым. Автостанциянан детдомдыҡыларға бирелә торған "проездной" менән ҡалаға тиклем билет алдым. Бына мин ҡала автовокзалында ултырам. Ә унан минең ауылыма күп тә ҡалмай.
Кассаға барып, тыуған ауылыма тиклем барған маршрутҡа билет алдым. Автобус килергә әле ярты сәғәт бар. Автовокзал эсендә шул хәтлем эҫе, шуға ла тышҡа сыҡтым.
Автобус тиҙерәк килһә ярар ине. Ошо көндөң һәр минуты ҡәҙерле тойола башланы. Тиҙҙән тыуған ауылымда буласаҡмын. Быға әле һаман ышанып бөтмәйем. Тулҡынланыуҙан йөрәк дөп-дөп тибә. Күңелдә шул хәтлем шатлыҡ хистәре тулышҡан. Етмәһә, көнө лә сағыу бит.
Кемдәрҙер шар ҙа шор талашҡанға артыма боролдом. Ҡараһам, ике бомж сүп-сар һауыты эргәһендә ыҙғыша. Берәүһе буш шешәне ҡулына ныҡ итеп тотҡан, ә икенсеһе шуны тартып алырға маташа.
— Бирмәйем, — тип ҡысҡыра ҡартырағы. — Мин уны алдараҡ таптым. Ә һин үҙеңә икенсе урындан эҙлә.
— Бир тинем, әтеү кәрәгеңде бирәм!
Шешәне тартып алырға тырышҡан әҙәмде ҡайҙалыр күргәнем бар һымаҡ та. Өҫтөндә бысраҡ футболка, ыштаны ла йыртылып бөткән. Күрәһең, туҡтауһыҙ эсеүҙән бите лә туп кеүек шешенгән. Күҙ төбөндә күге лә бар. Был кеше йыл буйына ҡырынмағандыр ул! Ғүмеремдә беренсе тапҡыр асарбаҡты осратам. Тик уны ҡайҙалыр күрҙем шикелле. Бәлки, танырмын тип уның яғына табан бер-ике аҙым яһаным. Бәй, был бит Даян! Эйе, эйе, ана маңлайында миңе лә бар. Мине ҡарҙан яланаяҡ йүгерттергән, Фәрит дуҫымды икенсе ҡаттан тумбочка эсенә ултыртып ташлаған Даян бит был! Ерәнгес булып китте. Танып ҡалмаһа ярар ине тип, икенсе яҡҡа боролдом. Ә ул һаман шешә өсөн талаша ине...
Ауылыма килеп төшкәс тә, зыяратҡа барҙым. Бында минең иң ҡәҙерле кешеләрем ята. Атайымдың да, әсәйемдең дә һуңғы төйәге ошонда. Уң аяғым менән зыяратҡа индем. Ниңәлер быуындарым шул хәтлем ҡалтырай. Йөрәк тә дөпөлдәп тибә. Тиҙ генә яҡындарымдың ҡәберҙәрен таптым. Атайым да үлеп киткәс, бүтән йәшәй алмаҫбыҙ тип уйлағайным. Ҡыйын булһа ла, уларһыҙ йәшәргә өйрәндек. Тик ата-әсәбеҙҙе бер минутҡа ла онотманыҡ. Улар беҙҙең менән һәр саҡ бергә кеүек тойолдо. Ғәзиздәремдең ҡәбере лә тәрбиәләнгән, сәскә лә ултыртылған. Тимәк, туғандарым килеп ҡарап торалыр.
— Рәхмәт һеҙгә! — тинем эстән генә. — Атай, һин әйткәнсә, беҙ һәр саҡ бергә булдыҡ. Балалар йортонда ла бер-беребеҙгә ярҙам иттек. Әсәй, һине лә онотҡаным юҡ. Һинең яҡты йөҙөң һәр саҡ күҙ алдымда... — Шул саҡ әсәмдең фотоһүрәте миңә йылмайғандай булды. Йылы ғына ел иҫте. Әйтерһең дә, бала сағымдағы кеүек әсәй баштан һыйпай. Зыяратта торғанда ниндәйҙер тыныслыҡ күңелемде биләп алды. Ҡәҙерлеләрем менән эстән генә һөйләшеп алғас, сығыу яғына ыңғайланым.
Беҙ йәшәгән өйгә хәтлем һанаулы ғына аҙымдар ҡалды. Хәҙер ошо боралыҡҡа етәм дә, беҙҙең урам башлана. Ни хәлдә икән өйөбөҙ? Барыһы ла яҡшы булһа ярар ине, тип эстән теләп барҙым.
Тыуған йортобоҙҙо оҙаҡ таный алмай торҙом. Ҡапҡаның төҫө күптән уңып бөткән. Тәҙрәләр ярыҡ... Кәртәгә индем. Быны күргәс, шунда уҡ кәйефем төштө. Шулай ҙа өйҙәге әйберҙәр үҙ урында ҡалғандыр, тип уйланым. Ҡараһам — ишек шар асыҡ тора. Һаҡ ҡына өйгә индем. Индем дә, күргәнемә шаҡ ҡаттым. Өйҙә бер әйбер ҙә юҡ. Хатта мейестең йүшкәһен дә, плитәһен дә ҡутарып алғандар. Бары иҫке генә тимер карауат ҡалған. Уныһы ла күңелде бошороп, ярыҡ тәҙрәнән иҫкән елгә шығырлап тора. Бә-әй! Әйтерһең дә бында бер кем дә йәшәмәгән дә, берәү ҙә донъя ҡормаған. Ғаиләбеҙ менән төшкән фотобыҙҙы ҡарап алырмын тип уйлағайным. Был хыялым да селпәрәмә килде. Өйҙә имен бер нимә лә ҡалмаған. Ҡасандыр атай миңә нимәлер бирәм тигәйне, уныһын да мәңге таба алмаҫмын инде. "Минең өсөн ғүмер буйына иң ҡәҙерле нәмәм булды", — тигәйне атай. Балалар йортонда йәшәгәндә бик ауыр саҡта ла түҙҙем. Тыуған йортома ҡайтып, шул нәмәне барыбер табырмын тип өмөтләндем. Ошо өмөт миңә яҡшы уҡырға сәм бирҙе, атай әйткәнсә, үҙемде тәртипле тоторға этәргес булды. Ә бөгөн килеп ошо хыялым юҡҡа сыҡты. Сараһыҙҙан, тупһаға ултырып иланым...
Зыярат ҡылдым, тыуған йортомдо күрҙем — хәҙер кире балалар йортона барыр кәрәк. Иртәгә мине Өфөгә алып барырға тейештәр. Шуға бөгөн һуңға ҡалмай детдомда булыр кәрәк. Урамға сығып килгәнгемде күргәс, эргәбеҙҙән китеп барған бабай туҡтап ҡалды.
— Әллә күҙемә күренә инде, — тип оҙон һаҡалын һыйпап ҡуйҙы бабай. — Ғиззәттең кесе малайы тип торамсы.
— Эйе. Иң кесеһе булам, — тинем янына барып.
— Вай, вай, вай! — Ҡартлас ҡосағын киреп шат йылмайып ебәрҙе. — Һине лә күрер көнөм бар икән дәһә. Хоҙайға рәхмәт, Хоҙайға! — Бабай мине ҡосаҡланы ла, арҡамдан тупылдатып һөйөп алды. Күҙҙәренән йәштәре лә күренде. — Ә мине таныйһыңмы?
Уңайһыҙланып, бер ни әйтә алманым. Был бабайҙы мин танымайым шул, ә ул мине белә.
— Рамаҙан бабай булам, — тине минән яуап ишетмәгәс. — Мин ауылдың иң оло кешеһе. Һеҙ бәләкәй инегеҙ бит, хәтерләмәйһеңдер ҙә. Атайыңа ясинды уҡығайным. Мәрхүмде тәрбиәләп, үҙем һуңғы юлға оҙатҡайным. Их, иртә китте шул, иртә...
Уның һүҙҙәрен ҡеүәтләп, баш һелктем.
— Әйҙә әле беҙгә барайыҡ, минең һиңә бирер әйберем бар. — Бабай таяғына таянып алға атланы. Мин уның артынан эйәрҙем.
Өйгә ингәс, бабай ултырғыс бирҙе лә, үҙе һандығынан нимәлер эҙләй башланы. Үҙ алдына һөйләнә биреп ҡуя:
— Эй, хәтер тигәнеңде! Ошонда ғына һалғайным шикелле, ҡайҙа ята икән, ә?
Нимәне эҙләй икән Рамаҙан бабай? Һандыҡҡа һалғас, моғайын, кәрәкле әйберҙер. Бабай оҙағыраҡ эҙләнә бирҙе, ә минең ҡыҙыҡһыныуым артты ғына.
— Әт-тә-тә! Таптым! Таптым!
Бабай шатланып яныма килеп ултырҙы. Теге нәмәне усына йомған да күрһәтергә ашыҡмай.
Һүҙҙе "алыҫтан" башланы ул.
— Әле нисәнсе класта уҡыйһың әле, улым?
— Ун берҙе бөттөм. Бына университетҡа инергә йөрөйөм.
— О-о-о! Бик шәп, бик мәслихәт. Атайығыҙ мәрхүм булғанда, бигерәк кескәй инегеҙ шул. Ғиззәттең хәле насар икәнен ишеткәс, уға инеп сыҡҡайным. "Һаулыҡ самалы, — тигәйне ул. — Әгәр минең менән берәй хәл була ҡалһа, ошо әйберҙе кесе улыма — Ильясҡа бирерһең", тине. Күп тә үтмәй ул донъя ҡуйҙы. Ә мин уны һиңә тапшырып өлгөрмәнем — һеҙҙе детдомға алып киткәндәр. Яңғыҙым тороп ҡалғас, һине күреп өлгөрмәйенсә үлеп китермен тип борсолғайным. Бына бит Хоҙайҙың мәрхәмәтлелеге. — Бабай туп-тура күҙемә ҡараны ла, миңә ҡулын һуҙҙы. — Мә, улым, атайыңдан ҡалған ҡомартҡыны ҡабул ит.
Ҡараһам, бабайҙың усында бетеү! Атайым ошоно миңә бирергә булған икән. Ипләп кенә, ҡалтыранып бетеүҙе ҡулыма алдым.
— Бер үк ҡәҙерләй бел уны, Ильяс, — тине Рамаҙан бабай. — Был ябай әйбер түгел. Ул бик тарихи ҡомартҡы. Уның менән олатайың һуғыштан иҫән-һау әйләнеп ҡайтты. Эйе, эйе — ошо бетеү Европаны урап ҡайтҡан. Аҙаҡ донъя ҡуйыр саҡта уны атайыңа тапшырған. Бына хәҙер Ғиззәттең васыяты буйынса һиңә бирәм.
— Рәхмәт һеҙгә, мең рәхмәт!
Шатлығымды йәшерә алмай, ҡартласты ҡосаҡлап алдым.
— Олатайың да, атайың да һәйбәт кешеләр булды! Уларҙы тотош ауыл халҡы хөрмәт итте. Һин дә, ошо бетеүгә тоғро ҡалып, яҡшы йәшә, игелекле бул йәме. Һинең ҡылыҡтарың өсөн ата-бабаң рухына рәнйергә тура килмәһен.
— Эйе, бабай, аңланым. — Рамаҙан ҡарт өгөт-нәсихәттәрен әйтә бирҙе.
— Увенисерға, әй әттәгенәһе, дөрөҫ әйтә алмайым шуны.
— Университетҡа, — тинем төҙәтеп.
— Эйе, эйе. — Бабай үҙе лә йылмайып ҡуйҙы. — Үәт шунда уҡырға инергә тырыш. Былай ҙа һеҙҙең турала район гәзитенән уҡып, ҡыуанып торҙоҡ. Детдомда үҫеп, тыуған йортоңа килеүең бик хуп. Һинең тормошоңда былай ҙа имтихандар күп булғанын, уныһын белеп торам. Шөкөр, һынауҙарға бирешмәгәнһең. Өфөлә лә имтиханыңды уңышлы бирерһең тип ышанам...
Рамаҙан бабай шыжлатып сәй ҡайнатып ебәрҙе. Кескәйҙән таныш ине шишмәбеҙҙең тәмле һыуы. Сәй эскәндә мин бала сағыма урап килгәндәй булдым. Бер аҙ тамаҡ ялғап алғас, юлға сыҡтым.
— Улым, бетеүгә тап төшөрмә! — тип киҫәтеп, ҡул болғап ҡалды бабай.
ИмтиханАлыҫ юлға кистән үк әҙерләндем. Келәттән аҙыҡ-түлеген дә алдым. Икешәр кило дөгө, ҡарабойҙай, макарон үлсәп бирҙеләр. Берәр кило шәкәрем, кәнфитем дә бар. Аҙаҡ яңы нәски, яҙып-һыҙырға дәфтәр, ҡәләмен дә тотторҙолар. Элек мәктәпкә кейеп йөрөгән ҡыҫҡа еңле костюмды, күлдәгемде лә алдан уҡ йыуып ҡуйғайным. Тик барлыҡ ошо ашамлыҡтарҙы һәм кейемдәрҙе һалып алырға юл сумкаһы табылманы.
— Ана, шәкәрҙән ҡалған тоҡтар донъя беҙҙә, — тинеләр. Башҡаһы булмағас, бар "мөлкәтемде" шул тоҡҡа һалып алдым.
Тыуған ауылым булмаһа ла, был ерҙәр миңә шул тиклем ғәзиз. Ошо төбәктә үҙемә яҡшы дуҫтар таптым, мәктәбендә үҙем өсөн донъяның күп серҙәрен астым. Уҡытыусыларыма айырыуса рәхмәт! Кеше айырыу тигән күренеш бында ят. Ябай ғаиләнән булһынмы, әллә детдомданмы — улар өсөн тип-тиң. Барыһына ла талаптар бер. Бәлки, шуғалыр ҙа унда уҡыуы еңел бирелде. Шуға улар алдында баш эйәм.
Мин хәҙер элекке Ильяс түгел. Үҙемдең һәр ҡылығыма яуап бирә алам. Ә бит балалар йортона килгәндә күҙе асылмаған бесәй кеүек инем. Рәйфә апай ҙа, "няня"быҙ Флүрә лә, дуҫ-иштәрем дә — барыһы ла күҙемде асырға ярҙам итте. Уларҙың һәр ҡылығына ҡарап һығымта яһаным, кәрәк икән фәһем алдым.
"Хөкүмәт әйберен кире ҡайтар", "хөкүмәт ашын ашайһың" тип элек ишетһәм, аптырашта ҡала инем. Кем һуң ул хөкүмәт? Әле генә шуны аңланым, хөкүмәт иҫәбе — ул барлыҡ халыҡтан йыйылған ҡаҙна икән. Ә мин уны берәй бай кеше икән тип уйлап йөрөнөм. Оҙонмо, ҡыҫҡамы, йоҡамы кейгән әйберҙәр өсөн мин хөкүмәткә рәхмәтлемен. Хөкүмәткә, тимәк, халыҡҡа. Атай-әсәйем үлеп киткәс, ошо халыҡ беҙҙе урамда ҡалдырманы, аяҡҡа баҫтырҙы. Бының өсөн мин бөтәһенә лә бурыслымын.
Өфөгә килеп еткәнсе ошо хаҡта уйланып барҙым. Был уйҙар әллә ҡайҙан килә ул?! Йәнемә яҡын ауылдан алыҫлашҡас, күңелдә ниндәйҙер бушлыҡ кеүек.
Баш ҡалаға директорыбыҙ Мәүлиҙә Нурғәлиевна ла барҙы. Юл буйына ул миңә бер һүҙ ҙә ҡушманы. Өфөгә етеү менән тәүҙә ниндәйҙер ҙур бина алдына барып туҡтаныҡ.
— Ошоно ал әле, — тине лә директор ҡулыма ауыр ғына йәшникте тотторҙо. Быны юлға сығыр саҡта детдом келәтенән алғайнылар. Эсендә берәй төрлө ҡағыҙ-ҡоғоҙ ятһа, еңел генә булыр ине. Үҙе лә ике пакет тотоп алды. Әммә ул пакеттарҙа тәмлекәстәр икәнлеген шундуҡ күреп ҡалдым.
Директор ҡушҡанса уның артынан эйәрҙем. Ҙур ишекте асып, эскә индек. Был бинаның эсе ғәләмәт матур икән дәһә. Аҙым һайын кабинеттар. Моғайын, бында етәкселәр ултыраларҙыр. Икенсе ҡатҡа күтәрелеп тормайынса, һул яҡҡа боролдоҡ. Коридорҙың осона барып еткәс, тимер ишек алдында Мәүлиҙә Нурғәлиевна туҡтап ҡалды. Әле генә ауыҙы остайып барған директорыбыҙҙың кабинетҡа еткәс, йөҙөндә йылмайыу күренде. Ул бүлмәлә оло йәштәге апай ултыра ине.
— Хәйерле көн, остазыбыҙ, — тине инеү менән Мәүлиҙә Нурғәлиевна. Бә-әй, беҙҙең директорыбыҙ матур итеп иҫәнләшә лә белә икән! Тәүгегә ишетеп торам.
— Һаумыһығыҙ, һаумыһығыҙ, — тине күҙлеген сисеп теге ханым.
— Матурҙарҙан-матур, аҡыллыларҙан-аҡыллы, педагогтарҙың-педагогына таулы райондан ҡайнар сәләм алып килдем әле. — Директорыбыҙҙың был хәтлем һөйләшә белеүенә хайран ҡалдым. — Бына һеҙгә кескәй генә күстәнәсебеҙ ҙә бар.
Өҫтәл артында ғына эре ултырған апайҙың күҙҙәре ялтлап китте.
— Рәхмәт инде һеҙгә, — тине ул берсә йәшниккә, берсә миңә ҡарап. — Бына һеҙҙе һәр ваҡыт бүтән балалар йорто директорҙарына үрнәк итеп ҡуям. Алыҫ ара тип тормайһығыҙ, Өфөгә йыш киләһегеҙ. Һәр саҡ эҙләнеү юлындаһығыҙ.
Мәүлиҙә Нурғәлиевна оялғандай, ҡул һелтәп ҡуйҙы.
— Тырышҡан булабыҙ шунда...
— Әйткәндәй, Мәүлиҙә Нурғәлиевна һеҙҙе кисекмәҫтән дәүләт наградаһына тәҡдим итер кәрәк. Был мәсьәләне үҙем хәстәрләйәсәкмен. — Ошо һүҙҙәрҙе ишеткәс, директорыбыҙ иреп төшкәндәй булды. Балаларса ҡыуанып, уның алдында мине лә һөйөп ебәрҙе. Мәүлиҙә апайыбыҙ балаларҙы ярата ла белә икән! — Әле ниндәй уйҙар менән янаһығыҙ? — тип ҡыҙыҡһынды оло йәштәге апай.
— Кандидатлыҡ диссертацияһы яҙырға булдым әле. Ни тиһәң дә, тәжрибәм етерлек.
— О-о, бик мәслихәт. Уңыштар ғына теләйем. Ә был егет кем була?
— Балаларымдың береһе, — тип Мәүлиҙә Нурғәлиевна яһалма йылмайырға маташты, шунан башымдан һыйпап ҡуйҙы. — Университетҡа нисек тә булһа индерергә уйлайым. Унан ҙур кеше сығыр ул. Университетҡа индермәһәм — исемем Мәүлиҙә булмаҫ!
— Һеҙҙең киң күңеллелегегеҙгә һоҡланмау мөмкин түгел. Ысын педагог шулай эшләргә тейеш тә.
Шунан директор мине коридорға сығарҙы ла, үҙҙәре оҙаҡ ҡына нимәлер хаҡында һөйләште. Мәүлиҙә апайҙың юлы уңды, күрәһең. Кәйефе көр ине. Сығып машинаға ултырҙыҡ та ҡайҙалыр киттек. Ә мин тиҙерәк теге университетты күргем килә.
— Апай, ҡасан университетҡа барабыҙ? — тинем оҙаҡ шым бара торғас.
— Әй, әттәгенәһе! Ошо ҡойроҡ хәҙер башымды ҡаңғыртыр инде. Туҡтат әле машинаны, — тип һуҡрана-һуҡрана шоферға бойороҡ бирҙе. — Килеп еттек, сыҡ, әйҙә!
— Ә ҡайҙа һуң университет!
— Ашыҡма. Тыңла мине! Бына һинең документтарың. Аттестатың да, справкаларың да ошонда, — тип ҡаты ғына папканы һуҙҙы. — Бына һиңә йәшәргә 500 һум аҡса. Ипләп тотонһаң, етә ул. Уйлап ҡараһаң, бер икмәк 15 һум ғына тора, тимәк, был аҡсаға туйғансы ашай алаһың.
— Ә университетҡа мине алып бармайһығыҙмы ни? Мин юлды белмәйем бит...
— Бахырға һалышма! Министрға минең өҫтөмдән яла яғып хат яҙғанда үтә лә сос инең! Телең оҙон икәнен яҡшы беләм. Үәт! Шулай булғас, университет ҡайҙа икәнен дә табырһың! — Директор машинаға ултырып, ишекте шап иттереп япты ла, ҡуҙғалып та киттеләр.
Ҙур ҡалала мин тәүге тапҡыр. Бында таныштарым да, туғандарым да юҡ. Ә теге университетҡа нисек барып етергә икән? "Ҡала советы" тигән туҡталышта оҙаҡ шаңҡып торҙом. Етмәһә, миңә бөтәһе лә тексәйеп ҡарай. Әллә тоҡ аҫҡан кешене тәүгегә күрәләр инде!?
Былай ауыҙыңды асып троһаң, кис тә етер. Тиҙерәк ҡыбырлар кәрәк. Их, ҡаланың картаһы булһа... Киоскта, моғайын, барҙыр. Барып илле һумға шунан Өфөнөң картаһын һатып алдым. Унда юғары уҡыу йорттарының адресы ла, нисек барырға икәнлеге лә күрһәтелгән. Үәт шәп булды, исмаһам! Ә мин һайлаған университет Телеүҙәк янында икән. Бигерәк алыҫ шул. Аҡса йәлләп йәйәү атлаһаң, көнө буйына ла барып етмәҫһең. Юл аша сығып, автобусҡа ултырҙым.
Бына, мин күптән күрергә хыялланған уҡыу йортондамын. Буласаҡ уҡытыусылар ошонда белем ала икән. Ҡабул итеү комиссияһына барып, кәрәк документтарҙы тапшырҙым, ғаризаһын да яҙҙым. Ҡултамғамды ҡуйҙырып, документтарымдың күсермәһен алып ҡалдылар.
— Имтихан көнөндә килерһегеҙ. Әлегә хуш булып тороғоҙ, — тине бындағы белгес. Әммә мин кабинеттан сығырға ашыҡманым. Ҡайҙа барырға һуң миңә? Имтихан көнөнә тиклем урамда йөрөмәйем бит инде. Ахырҙа, ул апайға барыһын да аңлатым бирҙем.
— Борсолма, хәҙер студенттар профсоюзына барабыҙ ҙа мәсьәләне хәл итәбеҙ, — тине апай тынысландырып. — Етемдәргә ятаҡта йәшәү бушлай. Әйҙә, эйәр артымдан.
Бер сәғәттән һуң ятаҡтың өс кешелек бүлмәһендә ял итә инем. Юлда шул хәтлем арытҡайны. Изге кешеләр сит тарафта ла бар икән, тип ҡыуандым.
Шөкөр, баш ҡалаға килеп, университетҡа документтарымды тапшырҙым, ятаҡҡа урынлаштым. Хәҙер бар маҡсатым — имтихандарҙы уңышлы биреү.
Урамға әллә ни сығып йөрөмәнем. Яҡындағы магазинға барам да, кире бүлмәгә ҡайтам. Көнөн дә, төнөн дә китапты ҡулдан төшөрмәнем. Миңә еңелгә һалышырға ярамай. Әгәр илке-һалҡы йөрөп, уҡырға инә алмаһам, әҙәм мәсхәрәһе буласаҡ. Мәүлиҙә Нурғәлиевна ла рәхәтләнеп көлөр, бүтәндәр алдында исемемде һатыр. Юҡ, бындай хәлгә юл ҡуйырға ярамай! Нисек кенә булмаһын, университетҡа уҡырға инергә тейешмен! Ҡайһы саҡ китап тотҡан көйөнә йоҡлап китәм. Шулай итеп аҙнанан ашыу ваҡытым, уҡыған материалдарҙы ҡабатлау, яҙыу-һыҙыу менән үтте.
Ике имтиханды ла "бишле"гә бирҙем. Шатлығым эсемә һыйманы. Әммә уның менән уртаҡлашыр кешем юҡ шул янымда. Бүтәндәрҙең ата-әсәһе һөҙөмтәһен көтөп, ишек алдына тора. Шатлыҡты ла уртаҡлашыр кеше юҡ, быныһы үтә лә ҡыйын ине. Урыҫ теленән диктант, туған телдән инша яҙыу әллә ни ҡыйын түгел. Ә бына тарих менән саҡ ҡына ауырлыҡтар бар. Етмәһә, күп уҡый торғас, башым да әйләнеп бөттө. Иртән иртүк һуңғы имтиханды бирергә барам. Быуындар ҡалтырай. Берәй һанды ғына яңылыш әйтмәһәм ярар ине. Бетеүҙе усыма һалып, эстән генә белгән доғаларымды ҡабатланым:
— Эй, Хоҙай, зинһар өсөн, ярҙам ит инде. Минең шул хәтлем юғары белемле кеше булғым килә. Үтенесемде ишетһәң ярар ине...
Имтиханда бөтәбеҙгә лә һорауҙар яҙылған ҡағыҙҙар таратып бирҙеләр. Шунда дөрөҫ яуапты яҙып тапшырырға тейешбеҙ. Һуңғы имтихан үтә лә ҡыйын булып сыҡты. Һорауҙарҙа күберәк икеләнә башланым. Әллә күп уйланғанға шулай тойола. Ә профессор парта араһынан йөрөй, унда-бында ҡарай. Күсереп ултырған бер егетте ҡыуып та сығарҙы. Уф, йөрәгем атылып сыға хәҙер!
— Ваҡыт үтте, тапшырығыҙ! — тине имтихан ҡабул итеүсе. — Иртәгә ошо аудиторияға йыйылығыҙ. Һөҙөмтәләрен әйтәсәкмен!
Шул ваҡыт арауығы йылдан оҙағыраҡ тойолдо. Төнө буйына йоҡлай алмай сыҡтым. Башҡа ниндәй генә уйҙар инмәне! Әгәр насар бирһәм, нимә булыр? Улайһа, хуш хыялдарым! "ПТУ-ға урынлаштырам тигәндә ризалашманың, хәҙер инәл миңә" — тип мыҫҡыллар директорыбыҙ. Ғәрлегеңдән ят та үл! Иртә менән барып, университет алдында оҙаҡ тапандым...
Әйтелгән ваҡытҡа аудиторияға инеп ултырҙым. Профессор ҡағыҙҙар тотоп килеп инде. Янында факультеттың деканы ла бар ине. Декан тигәндәре бында дәү генә етәксе икән.
Декан имтиханды уңышлы биргән абитуриенттарҙың, дөйөм һөҙөмтә буйынса уҡыуға ҡабул ителгәндәрҙең исемен уҡый башланы. Әле береһе, әле икенсеһе үҙ исемен ишеткәс, баҫып рәхмәтен әйтә. Шатлығын йәшерә алмай ҡул сабып, урынынан һикергәндәре лә осрай. Ун туғыҙ кешенең исеме аталды. Шатлығынан илап ебәргәндәре лә бар ине. Унауҙан ашыуҙың күңеле төштө.
Минең исем яңғыраманы... Барлыҡ хыялдарым селпәрәмә килде. Бөттө былай булғас! Хәҙер кейемдәремде йыйырға ла, килеп алыуҙарын һорап, детдомға шылтыратыр кәрәк. Кеҫәмдә, исмаһам, аҡсам да ҡалманы. Уҡытыусыларымдың күҙенә нисек күренермен? Балалар йортонда ҡалған Зөлфирә һеңлем дә минең өсөн оялып йөрөр хәҙер.
— Иғтибар! — тине шатлығынан шаулашҡандарҙы тынысландырып декан. — Ғәфү итегеҙ, мин берәүҙең исемен әйтергә онотҡанмын. Ильяс Мөхәмәтов атлы егет бындамы ул? — Исемемде ишеткәс, ҡулдарым ҡалтырап китте. Яуап бирергә телем дә әйләнмәй.
— Б-ба-ар! — тотлоға-тотлоға яуапланым да, көскә аяғыма баҫтым.
— Ҡотлайым! Һеҙ ҙә "биш"кә бирҙегеҙ! Университетыбыҙҙың ишектәре бөгөндән һеҙҙең өсөн асыҡ!
Шул һүҙҙәрҙе ишеткәс, аңлатып бирә алмаҫлыҡ хистәр солғап алды. Шатлығымдан күктең етенсе ҡатына ғына түгел, меңенсе ҡатына күтәрелгәндәй хис иттем үҙемде.
Автор тураһында белешмәАйгиз Ғиззәт улы Баймөхәмәтов 1988 йылда Белорет районының Абҙаҡ ауылында күп балалы ғаиләлә тыуған. Үкһеҙ етем ҡалғас, Сермән балалар йортонда тәрбиәләнә. БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетын тамамлай. Санкт-Петербург дәүләт политехник университетында махсус курс үтә. Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең Журналистар союзы ағзаһы. "Башҡортостан" гәзитенең әҙәбиәт һәм мәҙәниәт бүлегендә эшләй.