Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Үҙ моңо, үҙ ҡиблаһы бар
Үҙ моңо, үҙ ҡиблаһы барҺуңғы ваҡытта республикабыҙҙа йырсылар ишәйеп китте, тауышым бармы икән тип уйлап тормай, сәхнәгә сығырға ынтылалар. Йырлау оҫталығына эйә булыу өсөн хәҙер махсус уҡып тороу ҙа кәрәк түгел төҫлө.

Ҡасандыр Өфө сәнғәт училищеһына уҡырға ингәнебеҙҙе хәтерләйем. Ҙур конкурстың етди талаптарын үтеп, һайланып ҡына алынғайныҡ уҡыу йортона. Курсташтарымдың барыһы ла тиерлек, мәҫәлән, Вахит Хызыров, Резеда Әминева, Зөлфиә Арыҫланова (Шакирова), Зөһрә Смакова, Йәмил Әбделмәнов — танылған йырсылар.
Һабаҡташтарымдың береһе — Хима Йәнбирҙина — тәбиғи моңо менән айырылып торҙо. Йыраусылар төйәге булған Учалы районының Балбыҡ ауылында Вафира менән Сафиулла Йәнбирҙиндәрҙең ишле ғаиләһендә төпсөк бала булып донъяға килгән Хима. Атаһының йырлауын, скрипкала уйнауын ишетеп үҫкән ҡыҙ иҫ белгәндән алып йырлай. Мәктәп йылдарында уҡ төрлө мәҙәни сарала, концерттарҙа әүҙем ҡатнаша. Райондың үҙешмәкәр артистары менән Өфөлә лә сығыш яһай.
Бәләкәйҙән йырсы булырға хыялланған, тәбиғәттән бирелгән матур тауышлы Химаны Өфө сәнғәт училищеһына бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ алалар. Әллә күпме танылған йырсы тәрбиәләгән педагог Элита Хәйрулла ҡыҙы Чембарисова класына эләгә. Уҡыған осорҙа уҡ башҡорт халыҡ йырҙарын еңел, тәбиғи итеп башҡарыуы менән таң ҡалдыра торғайны. Учалы яғында ғына яңғыраған "Көйөлдө", "Иҫке Урал", "Байсауыл", "Саңды үҙәк", "Хәжирә" кеүек йырҙарҙы иң беренсе унан ишеттек. Химаның үҙенсәлекле моңо, башҡарыу оҫталығы быуындан быуынға күсеп, быуаттар төпкөлөнән килә төҫлө. Танылған яҙыусы һәм публицист Рәүеф Насиров "Башҡортостан" гәзитендәге бер мәҡәләһендә "Хима Йәнбирҙина — Урал батырҙың ата-әсәһе Йәнбирҙе ҡарт менән Йәнбикә ҡарсыҡтың тоҡомо", тип тә яҙғайны. Шикләнмәйем, бәлки, ысынлап та шулайҙыр. Халыҡ йырҙарын өйрәнеүен Хима профессиональ йырсы булғас та дауам итте. "Сәҙе буйы", "Зөбәйҙә", "Һыу өҫтө", "Маһисәрүәр" сәхнәнән һәм радионан бары тик уның башҡарыуында яңғырай.
Сәнғәт училищеһын уңышлы тамамлаған Хима Йәнбирҙинаны Башҡорт дәүләт филармонияһына эшкә саҡырҙылар. Сәхнәгә тәүге сығыуы менән үк тамашасының күңелен яуланы тиһәм, яңылыш булмаҫ. Роберт Тимербаевтың Зөһрә Ҡотлогилдина шиғырына яҙған "Һанама кәкүк" йырын ҡат-ҡат һорап йырлаттылар. Салауат Низаметдиновтың "Бәхетем булһа", "Башҡортостан", "Томбойоҡтар", Илшат Хәлиловтың "Эҙләмәһәң, табылмаҫ", "Көтмәгәндә", Шамил Ҡолбарисовтың "Йәйге кистәрҙә" һәм башҡа күп йырҙарҙы тәүләп башҡарҙы. Ҡайһы берәүҙәрҙең халыҡ йырын оҫта башҡарһа ла, эстрадаға барымы юҡ, ә Хима Йәнбирҙина ике йүнәлештә лә берҙәй уңышҡа өлгәште.
Филармонияла тиҙ арала үҙ кеше булып, һәйбәт кенә эшләп китте йәш йырсы. Әммә йәшәргә урын табылмауы ауыр хәлгә ҡуйҙы. Бер ваҡыт гастролдән ҡайтһа, ваҡытлыса торған сәнғәт институтының дөйөм ятағына индермәйҙәр. Әйберҙәрен коридорға уҡ сығарып ҡуйғандар. Ярай әле, студенттар үҙ эргәһенә һыйындыра. Аптырағас, кемдеңдер кәңәшен тотоп, сәнғәт институтының вокаль бүлегенә уҡырға инә. Шулай ҙа "сәхнә ене" ҡағылған йырсы тыныс ҡына уҡып йөрөй алмай. Йыл ярымдан һуң яңынан филармонияға килеп, "Илһам" эстрада төркөмөндә эшләй башлай. Ошонда тауыш операторы булып эшләгән Өфө егете Илдар Мөхәмәтйәров менән танышып, донъя ҡоралар. Бер-бер артлы ике балаларын ҡулдарына алалар.
Биш йыл декрет ялында ултырыу профессиональ яҡтан үҫеүгә ҡамасаулай, әлбиттә. Шулай ҙа 1995 йылда "Яҙғы моңдар" республика конкурсында ҡатнашып, Гран-при яулай. Тағы ла эшкә сыға. Оҙайлы гастролдәр ваҡытында һалҡын клубтарҙа йырлап, тауышына көс төшә. Оҙаҡ дауаланырға тура килә уға. Ике бала менән олоғайған ҡайны-ҡәйнә йортонда йәшәүе лә еңел түгел, дөйөм ятаҡҡа күсергә мәжбүр булалар. Артабан тырышлығы арҡаһында фатир алды. Әммә ире ҡаты сирҙән вафат булғас, балаларын аяҡҡа баҫтырыу үҙ иңенә генә ҡалды. Шулай ҙа бирешмәне Хима. Әле ҡыҙы Диана Өфө сәнғәт академияһының дүртенсе курсында скрипка бүлегендә уҡый, бер үк ваҡытта халыҡ уйын ҡоралдары милли оркестрында эшләй. Улы Радик эшсе һөнәрен һайлаған.
Беҙ Хима Йәнбирҙина менән "Илһам" төркөмөндә, һуңынан "Йәдкәр" фольклор ансамблендә бергә көс түктек. Тырышлығыбыҙ, тамашасыларҙың сығыштарыбыҙҙы ихлас ҡабул итеүе ҡайһы берәүҙәргә оҡшаманы. Хатта филармонияның ул саҡтағы етәкселәренә лә. Төрлө яла яғып, беҙҙе эштән ҡыуырға тырыштылар.
Республика конкурстары лауреаты Хима Йәнбирҙина иһә һаман да ижад менән ҡайнап йәшәй. Яңы йырҙар яҙҙыра, "Ихлас" эстрада төркөмө менән гастролдәргә сыға. Мәҡәләмде яҙғанда бер мәғлүмәтте асыҡларға теләп шылтыратҡайным, өйҙә булмай сыҡты. Силәбе өлкәһендә гастролдә йөрөгән сағы икән. Сәфәре уң булһын, йырлы юлдары дауам итһен һәләтле йырсының.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 780

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 732

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 845

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 585

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780