Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Грант яулаған «Шүлгәнташ»
Грант яулаған «Шүлгәнташ»Ауыл эргәһендәге юл буйлап елгән арбаға Булат бабай өс ейән-ейәнсәре менән ултырған. Кескәй Урал олатаһына һыйынған. Әммә уға арбала һелкенеү оҡшамай. Олатаһы малайға дилбегәне тоттормаҡсы, тик ул ҡурҡыңҡырай. Бабайҙың өлкән ейәне Сабит менән ейәнсәре Сәриә артҡа ултырған. Сабит үҙенең түгел, ә Уралдың алда, олатаһы янында, ултырыуы өсөн көйөнә...

Ошолай башлана «Башҡортостан» телерадиокомпанияһының «Тамыр» балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы төшөргән «Шүлгәнташ» фильм-әкиәте. Уның сценарий авторы – телеканал етәксеһе Гөлназ Ҡолһарина, режиссерҙары – Рөстәм Аҙнабаев менән Ләйсән Солтанғолова, операторы – Урал Ғатауллин.
– Башҡортостан Президентының мәҙәниәт өлкәһендәге грантына дәғүә итеүселәр бик күп ине. Арҙаҡлы сәнғәт эшмәкәрҙәренән, дәрәжәле етәкселәрҙән торған ҙур комиссия эштәрҙе ҡараны һәм беҙҙең проектты ла грантҡа лайыҡ тип тапты: фильм-әкиәткә 2 миллион һум аҡса бүленде. Был инде беҙҙең биш йылдан ашыу күңелебеҙҙә йөрөткән ижади проектты тормошҡа ашырыуға яңы мөмкинлектәр асты, – тип шатлыҡ-ҡыуанысы менән уртаҡлаша Гөлназ Ҡолһарина.
«Тамыр» телеканалының һәр тапшырыуын көтөп ала балалар. «Ҡамыр батыр», «Ҡарйондоҙ» кеүек әкиәт-фильмдар ил һәм донъя кимәлендә ойошторолған бәйгеләрҙә еңеүсе булды. «Ҡоралай» әкиәте иһә Рәсәйҙең юғары телевизион премияһы «ТЭФИ-төбәк»кә лайыҡ булды. Сираттағы «Шүлгәнташ» фильмы ла ҙур танылыу яулар әле.
Грант яулаған «Шүлгәнташ»Әкиәтте октябрь башында Бөрйән районында төшөргәндәр. Унда ҡатнашҡан кескәйҙәр Наҙгөл Шәрәфетдинова, Данир Ғимаҙиев һәм Рөстәм Төхбәтов райондағы мәмерйәнең ҙурлығына, матурлығына таң ҡалған.
– Фильмды төшөргәндә Шүлгәнташ эргәһендәге өйҙәрҙә һәм ҡунаҡханала йәшәнек. Балалар ҡыйынлыҡтарға бирешмәне, эш өсөн бөтә көсөн һалды. Ҡыҙыҡ хәлдәр ҙә булғыланы. Мәҫәлән, атты урындағы ауыл халҡынан алып торғайныҡ. Фильмды крандан, йәғни өҫтән, төшөргәндә атыбыҙ, камеранан ҡото осоп, һәйкәл кеүек ҡата ла ҡуя. Етмәһә, Бөрйән аҡбуҙаттары иреккә өйрәнгән, шуға һарайға бикләгәнде оҡшатманы, ахыры, бер төндә ике тапҡыр сығып ҡасты, егеттәр саҡ тотоп алып килде, – ти фильмдың мөхәррире Гөлфиә Раянова.
Әкиәттә башҡорт легенда-риүәйәт мотивтары байтаҡ, тик сюжеты уйлап сығарылған. Фильм мауыҡтырғыс, тормошсан, малай һәм ҡыҙҙарға бик ҡыҙыҡлы булыр тип ышанабыҙ. Хәл-ваҡиғалар бөгөн һәм боронғо дәүерҙә бара.
– “Шүлгәнташ”та уйнаясаҡ балаларҙы эҙләү ҙур ҡыйынлыҡ тыуҙырманы. Ә бына ололарҙы һайлауы бик ауыр булды. Беҙҙә театр артистары көслө. Әммә визуаль әйбер төшөрөү икенсе төрлө талаптар ҡуя, театрҙағы кеүек түгел, – ти режиссер Ләйсән Солтанғолова.
Әкиәттә уйнаған өлкән актерҙарҙың исеме әлегә сер итеп тотолһа ла, унда ҡатнашҡан бер артистың исемен асыҡланыҡ. Ул – Салауат дәүләт драма театрынан Башҡортостандың халыҡ артисы Рим Зыязетдинов – олатай һәм Ташбулат ролдәрен башҡара.
Әле «Тамыр» телеканалында «Шүлгәнташ»ты төшөрөү дауам итә. Рәссамдар Арыҫлан Бикбаев менән Альбина Шәһретдинова студияла хәл-ваҡиғалар барған урындарҙы кәүҙәләндереү, сәхнәләштереү өсөн бөтә көсөн һала. Уларға тәжрибәле рәссам Павел Панов кәңәштәрен бирә.
Грант яулаған «Шүлгәнташ»Әкиәтте тотош Башҡортостан халҡы эшләшә тиһәк, арттырыу булмаҫ. Ғафури районының Толпар ауылынан Фәррәх Фәтхетдинов фильм өсөн 20 көйәнтә яһаһа, костюмдарҙы Стәрлетамаҡтан билдәле кейеҙ оҫталары Гүзәл Мөхәмәтйәрова менән Вера Мөхәмәтдинова теккән. Йылайырҙан йәш рәссам Айгөл Бикәнова кейеҙҙән ҡурсаҡтар эшләгән. Шулай уҡ әкиәт сюжеты өсөн бик кәрәкле эт муйылын Әлшәй районының Тәүәтәй ауылынан Сәүиә Раянова йыйған.
– Әлеге буталсыҡ, бөтә нәмә аҡса менән генә үлсәнгән заманда дәүләттең балалар өсөн әкиәт төшөрөүҙе ҡайғыртыуы – үҙе бер яҡты күренеш, шул уҡ ваҡытта ҙур яуаплылыҡ та, – ти Гөлназ Ҡолһарина.
...Киләһе йыл республикала “Мәҙәниәт йылы” тип иғлан ителде. Ул «Шүлгәнташ» фильмы менән лайыҡлы асылыр тигән өмөттә ҡалабыҙ. Әгәр балаларыбыҙ көн һайын «Тамыр» тапшырыуҙарын көтөп ала икән, сираттағы әкиәт тә кескәйҙәр күңелендә үҙ урынын табыр.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 255

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 779

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 952

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 855

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779