Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бер "ярты"лыҡ бисә
Хикәйә
Кәлимулла еҙнәһе тотоп килгән бер "ярты"ны икәүләп һуғып алғас, Сәүкә Саҙрый, инде мин уға бер "ярты" ҡуйырға тейешмен, тип уйланы. Тик ҡайҙан табырға һуң? Әсмәһен магазинға йүгертер ине, кеҫә төбө тап-таҡыр. Күрше-тирәнән һорап ҡарарға тура килерме? Үҙҙәренән дүрт өй аша торған Тәпей Заһирҙа араҡы барҙыр инде. Хатта йәшникләп ултыралыр әле. Тик таштан йүкә һуйылмағандай, һаран Заһирҙан бер "ярты"ны былай ғына алып булмаҫ шул. Шешә хаҡын өсләтә ҡапларлыҡ берәй нәмә бирһәң дә, тәүҙә уйлап, үлсәп ҡарар. Ана, декабрь башында, бер "ярты" ғына бир, бахмурҙан үлеп барам, тип Әсмәһенән урлап бер ҙур һимеҙ өйрәген тотоп барғайны, Заһир күршеһе уны эре генә кире бороп сығарҙы.
— Иттән күп нәмә юҡ, кәрәкмәй, — тигән булды.
Саҙрый, ҡайһыһынан бер "ярты" алып булыр икән, тип бөтә яҡын-тирәләгеләрҙе барлап сыҡты.
Тәфтизанға инеүҙән файҙа юҡ. Донъяһына бисәһе хужа. Ниңә килгәнеңде белһә, эт тиреһен битеңә ҡаплап сығарыр. Ул шайтан бисәнән алыҫыраҡ йөрөүең хәйерле. Оҙон Әсләмдә араҡы тормай. Булһа, үҙе эсер ине. Рәхимә әбей намаҙҙан баш ҡалҡытмай, араҡы-фәләнде тупһаһынан индерттермәй. Туғыҙ балалы Ғәлимәләрҙә лә юҡтыр инде, ауыҙын асһа, үпкәһе күренергә тора меҫкендәрҙең.
Сәүкә Саҙрый күпме генә баш ватмаһын, күршелә бер "ярты" бирерлек әҙәм табылманы. Ни тиһәң дә, ялыныслы көнөң шул Тәпей Заһирға ҡала инде.
Хужа күңелһеҙләнеп киткән ҡунағы яғына уңайһыҙланып ҡараны:
— Әҙерәк көт, еҙнә. Мин хәҙер. Бер әмәле табыла ул.
Саҙрый алғы бүлмәгә сыҡты ла өйөнә һынаулы ҡараш менән күҙ йүгертте. "Был Тәпейгә нимә генә тотоп барырға инде? Суҡынғыры, етеш йәшәй шул. Юҡ нәмәһенең үҙе юҡ. Әһә, таптым!"
Ҡапыл башына килгән уйҙан Саҙрый тирләп китте. Ну, баш та һуң үҙендә. Эйе шул, ун-ун биш көн элгәре генә күршеһе: "Быҙауҡайҙарға хуш еҫле, япраҡ ҡына йәшел бесән кәрәк ине", — тип торғайны. Бар ундай бесәне Саҙрыйҙың, нәҡ Заһир теләгән бесән, шау сәскә генә. Үҙе лә, быҙауҙары өсөн һаҡлап, теймәй тора.
Сәүкә Саҙрый шатлығынан һикертә баҫып келәтенә инеп китте лә унан ҙур ике тоҡ табып алып сыҡты. Тиҙ генә һарайының башына менеп тә китте, йәһәтләп баяғы тоҡтарға бесән тыҡҡыслай башланы. Тәпей мыжымаһын өсөн йыуан тоҡтарҙы нышып-нышып тултырҙы. Улары әҙер булғас, бисә күренмәйме икән тип, сығып, тирә-яғына күҙ һалды. Юҡ, күренмәй. Тоҡтарҙы тиҙ генә һарай башынан аҫҡа ырғытты ла, берәүһен һөйрәп, Заһирҙар яғына атланы. Икенсеһен, һораһа бирермен тип, ҡалдырып торҙо.
Тәпей Заһир һарайҙай өйөндә әсәһе менән икәүҙән-икәү генә йәшәй. Бисәһе бар ине, холҡон белеп алғас, Заһир унан ҡотолоу яғын ҡараны. Ҡаланан эйәреп ҡайтҡайны. Кәртинкә кеүек сибәркәй эскесе булып сыҡты. Етмәһә, кискеһен эскәмйәлә йыйылып ултырған ирҙәр менән ҡуша тәмәке тарта, оялмай ҙа. Үҙе эсмәгән, тартмаған, донъя, йорт тирәһен тәрбиәләп, тәпейләп кенә тоторға яратҡан бөхтә Заһирҙың сабырлығы оҙаҡҡа барманы. Һылыулығың менән һыу буйлап булмаҫ, тине лә холоҡһоҙ бисәһен ҡалаһына илтеп ҡуйҙы. Күңелһеҙлеккә бирелеп эсе бошоп та йөрөмәне. Бер йыл тигәндә бынамын тигән өй һалып инде. Ике һыйыр тота, ҡош-ҡорто ҡура тулы, ҡырҡ баш умартаһы бар. Үҙенән-үҙе дәртләнеп тып-тыныс ҡына донъяһын көтөп тик ята.
Әҙәм буйы тоҡто һөйрәп килгән Саҙрыйҙы тәҙрәнән күреп, уның ниңә йөрөгәнен һиҙеп торған Заһир тегене өйөнә индермәҫ өсөн үҙе ҡаршыһына ашыҡты. Холҡон белә инде Сәүкәнең: бер "ярты"ға ғына бирәм, тип, өйөнән ситкә нимә генә ташымай: иҫке запчасмы, тауыҡ-ҡаҙмы, мендәрме, һыйыр-һарыҡ тиреһеме, варенье-фәләнме — эскеһе килгәндә бер нәмәһен дә йәлләмәй. Малай сағында күрше-тирәнең тауыҡ ояһында йомортҡа торғоҙманы. Кешеләр үҙенә "Сәүкә" ҡушаматы сәпәгәс, холҡон ташланы-ташлауға. Тик ҡушаматты юнып ырғытып булмай икән шул. Тәки Сәүкә Саҙрый булып ҡалды. Ана шул әҙәм хәҙер киреһенсә ҡылана: ояһынан әйберҙе ситкә ташый.
Заһир гел Саҙрыйҙың алама холҡона сыҙап, бер тауыш-тын сығармай йәшәгән Әсмәне йәлләй. Меҫкен, эскесене ир итеп, донъя көтөргә тырышып ятҡан көнө. Таңдан тороп фермаға йүгерә, ҡайта һалып, өйөндәге малын, донъяһын тәрбиәләй. Үҙе лә ҡупшы ғына йөрөй. Өлгөр, ҡар өҫтөндә ҡаҙан ҡайнатырҙай уңған, ҡара тырыш бер бисә инде. Заһир Әсмәләр эргәһенән үткәндә йәш ҡатынға һынап-һынап ҡарап уҙа. "Бисәң ошо Әсмә кеүек булһын ине", — тип эстән генә уйлап ҡуя. Әле лә Саҙрыйҙы күргәс, тағы уны иҫенә төшөрҙө.
"Кешеһенә тап килмәгән. Шул Сәүкәлә әрәм булып йөрөй", — тип уйланы, Әсмәнең һөйкөмлө йөҙөн, йомро ғына кәүҙәһен күҙ алдына килтереп. Ҡапҡаны ябырға ла онотоп, сәүкәгә оҡшатып һикертеп баҫып атлап килгән күршеһен һөйһөнмәне: "Атлап йөрөүен күреп тә бынан күңелең төңөлөр".
Саҙрый бесәнле тоғон Заһирҙың алдына ултыртты.
— Бер "ярты"ға ғына бирәм. Үҙең һораған бесән.
Ҡапыл Заһирҙың ҡыҫынҡыраҡ ҡара күҙҙәре шаян осҡондар сәсеп йылтыраны: "бесән-бисәм", ҡайһылай оҡшаш яңғырай. Ул эсеп алған Саҙрыйға ҡарап хәйләкәр йылмайып ҡуйҙы ла, ишетмәмешкә һалышып, ҡабат һораған булды:
— Күрше, ишетмәй ҡалдым, нимәне бер "ярты"ға бирәм, тинең ул? Бисәмде, тинеңме?
— Бирәм, бирәм. Бисәмде лә бирәм "ярты"ға. Унда еҙнәм көтөп ултыра. Бир, үлтермә.
— Бисәңде бирер булһаң, "ярты"һын табыр инем дә ул, — тине Заһир, уның һүҙҙәренә ҡапыл ышанмай.
— Бирәм, тинем бит. Ҡана "ярты"ңды.
— Туҡтап тор. Бисәңде алып ҡайтҡас бирермен.
— Киттек әтеү беҙгә.
— Атлай тор. Артыңдан ҡыуып етермен.
Заһир тиҙ генә өйөнә инеп, бер "ярты"ны кеҫәһенә тыҡты ла бесәнен һөйрәкләп кире өйөнә алып ҡайтып барған күршеһе артынан йәһәтләне.
"Эштең ябай шаярыу түгеллеген аңланымы икән был иҫерек баш?" — тип уйланы ул, һаман тегегә ышана алмай. Улар өйгә инде.
— Ҡана, "ярты"ны бир. Ана — бисә, алып ҡайт. Еҙнәм көтә-көтә көтөк булғандыр.
Быларҙың тауышын ишетеп, бешеренеп йөрөгән Әсмә түрбаштан килеп сыҡты. Заһир уның алһыуланып торған йөҙөнә, килешле алъяпҡысына, ҡамырлы ҡулдарына яратып ҡараны.
— Ҡайынбикә килеп, еҙнәне әрләй-әрләй алып ҡайтып китте. Эштән ҡасып эсеп йөрөй, ти. Һиңә лә эләкте. Үҙе эсеүе етмәй, еҙнәһен аҙҙыра, ти.
Эш былайға киткәс, хәҙер Саҙрыйға "ярты" кәрәкмәҫ инде. Бөттө баш. Күңелен солғап алған татлы хистәр бер секундта елгә остомо ни?!
Заһир йорт хужаһының күҙҙәренә мөлдөрәп ҡараны.
— Мин ҡайтайым инде. Инде теге нәмәкәй кәрәкмәйҙер.
— Кәрәк! Еҙнәм булмаһа ни, үҙемә кәрәк. Баш төҙәтәм.
— Бая һөйләшкәндән кире ҡайтмаҫһыңмы һуң? Аҙаҡ үпкәләштән булмаһын. Өс йыл бергә ғүмер иткән бисәң бит.
Эскеһе килеүҙән тилерер сиккә еткән Саҙрый сабырһыҙланып аҙарынды:
— Әйттем бит, ал, тинем. — Саҙрый башындағы бүркен сисеп иҙәнгә бәрҙе. — Саҙрый ике һөйләмәҫ, алып кит бисәне. Бир шешәне! Башы-тояғы менән ал. Бала тапмай торған бисә миңә нимәгә?
Түрбашта бәлеш бешереп йөрөгән Әсмә быларҙың сәйер һөйләшеүенә ҡолаҡ һалып торған икән. Ул алғы бүлмәгә сыҡҡан саҡта Заһир Саҙрыйға теге "ярты"ны тоттороп ҡына тора ине. Быны күреп, Әсмә ирҙәрҙең икеһенә лә алмаш-тилмәш ҡарап алды:
— Ниндәй сауҙа бара бында? Кемде бер "ярты"ға алмашаһығыҙ? Һис аңламайым.
Заһир Әсмәгә ҡарап серле генә йылмайҙы.
— Әсмә, мин һине әле генә бер "ярты"ға алмаштырып алдым. Үҙең күрҙең. Хәҙер һин — минеке. Киттек беҙгә.
— Ысынмы был, Саҙрый? — Әсмә, Заһирға ышанмай, иренә ҡараны. — Ышанмайым, әйт!
Заһир биргән "ярты"ны ҡыҫып ҡосаҡлап төпкө бүлмәгә инеп киткән Саҙрый бисәһенең ярһыулы тауышын, әйткән һүҙҙәрен ҡолағына ла элмәне.
— Киттек, Әсмә!
Заһир ни уйларға белмәй аптырап ҡалған йәш ҡатындың ҡулынан тотто. Ипләп кенә уны ишек яғына ыңғайлатты.
— Бер "ярты"ға ғына алһам да, миңә ҡәҙерле буласаҡһың. Күптән инде һиңә күңелем төшөп йөрөй ине. Гөрләтеп донъя көтөп алыр ҙа китербеҙ.
Күрше ир йәш ҡатындың күҙҙәренә төбәлеп, яғымлы итеп ҡараны. Әйтерһең, ҡарашы менән бөтә уй-тойғоларын аңлатырға ынтылды.
Баянан бирле бер һүҙ өндәшмәй торған Әсмәнең дә күҙҙәрендә сая осҡондар уйнап китте. Ул Заһирға һынап ҡараны. "Ирең булғас, ошо Заһир һымаҡ булһын ине ул. Эсмәһен, тартмаһын, ихлас донъя көтһөн", — тип эстән уйлап ҡуйған саҡтары бар ине бит.
Әсмәнең йөрәгендәге үҙгәреште Заһир шунда уҡ һиҙеп алды. Бәхет ҡошо уның ҡулына үҙе килеп ҡуна түгелме?!
Ә ҡатын төрлөһөн уйланы. Иренең бергә йәшәгән өс йылдағы холоҡһоҙлоҡтары иҫенә төштө. Әҙәм мәсхәрәһе, иҫләй китһәң, Саҙрый хатта үҙ әсәһенең кәфенлеген бер "ярты"ға алмаштырып эсте бит. Әсәһен ерләгәндә зыяратҡа бара алмай, иҫереп ятты. Тота ла, бала тапмайһың, эшкинмәйһең, ти. Ә Әсмәнең эскесенән бала тапҡыһы килмәй. Һөйрәлеп йөрөп эскән ирҙән йүнле бала тыуамы ни?
Ҡатындың күңелендәге уйҙарҙы һиҙгән кеүек, Заһир һаман уны ишек яғына тартты.
— Киттек, әйҙә ҡайтайыҡ.
Әсмәнең күҙҙәрендәге сая осҡондар ҡапыл яғымлылыҡ, наҙ менән алышынды.
— Киттек! — тине ул.
Шул китеүенән Сәүкә Саҙрый өйөнә кире әйләнеп ҡайтманы. Бөтмөр, тырыш Заһир менән бер-береһе өсөн яратылған кешеләр кеүек өнһөҙ-тынһыҙ, бер-береһен ярты ауыҙ һүҙҙән аңлап донъя көтөп алды ла киттеләр. Силәгенә күрә ҡапҡасы булды ла ҡуйҙы. Әсмә иренә ике йылда ике ул табып бирҙе. Машина алып ебәрҙеләр. Донъя түңәрәкләнде, күңел бөтәйҙе.
Сәүкә Саҙрый аҙаҡтан, быларға күҙе ҡыҙып, ыуаланып-ыуаланып ҡараны ла, алтындың ҡулда саҡта ҡәҙере юҡ, тигәндәй, һуң ине инде. Үҙе ғәйепле. Үҙе алмашты алтындай бисәһен бер "ярты"ға.
Бөтәһе лә һәйбәт тә, тик әсе тел ауыл бисәләре генә Әсмәнең Заһирға барыу тарихын һис онота алманы. Уның тураһында һүҙ сыҡһа, кәрәкһә-кәрәкмәһә лә шаяртып, төрттөрөп алдылар:
— Теге "Бер "ярты"ға ғына бирәм” тигән Әсмәме?




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 684

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 063

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 585

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 782

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 609

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 463

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 515

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 423

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 677

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 414

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 578