Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡартлыҡты кисектереп
Ҡартлыҡты кисектереп"Юлығыҙ беҙҙең яҡтарға төшкәс, районыбыҙҙың ғорурлығы булған һәүәҫкәр артистарыбыҙ менән дә танышып китегеҙ", — тине район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы Маргарита Сәфәрғәлина.

Ысынлап та, ниндәй икән ул ҡөҙрәтле Ҡорғаҙаҡ шишмәһенә эйә, йәмле Әй буйын төйәк иткән, Салауат батыры менән данлы халыҡ тип мәҙәниәт йортона ашыҡтыҡ. Ҡабаланыуыбыҙ һәйбәт булды, ветерандарҙан ғына торған "Илһам" халыҡ вокаль ансамбленең репетицияһы тамамланыуға табан бара ине.
Йыр-моңдо юлдаш иткән ағай-апайҙар эргәһендә үҙебеҙҙе лә йәшәреп киткәндәй тойҙоҡ. Һәр береһенең йөҙө яҡты, ихлас. Ҡыҫҡаһы, тормоштоң ҡәҙерен белеп, шөкөр ҡылып йәшәй белгән ветерандар. Ҡартлыҡта ла шатлыҡ бар тип, 55 — 75 йәштәге илһамлы, дәртле йыр-моң һөйөүселәрҙән тупланған коллектив булып сыҡты.
Ансамбль 1998 йылда "Ветеран" клубы булараҡ ойошторолған, ә 2002 йылда "Илһам" тип үҙгәртелгән. 2009 йылда фольклор төркөмөнә "Халыҡ вокаль ансамбле" тигән исем бирелгән. Әле уға өлкән быуынға оло ихтирам менән ҡараған йәш кеше — Илнур Вәлиев етәкселек итә.
"Илһам"дарҙың репертуары, нигеҙҙә, башҡорт халыҡ һәм шул төбәк шағирҙарының шиғырына яҙылған йырҙарҙан тора. Артислыҡ һуҡмағы уларҙы байтаҡ райондар, Өфө сәхнәләренә илткән. Хатта Силәбе өлкәһендә лә үҙҙәрен танып торалар.
— "Илһам" ансамбленә йөрөүем менән үҙемде бәхетле һанайым. Ошондағы матур уйлы, яҡты ҡарашлы кешеләр менән осрашыу үҙе үк йәшәртә. Өйҙә сырхап торғандай булам, әммә аяҡ үҙенән-үҙе мәҙәниәт һарайына алып бара. Ғәжәп: бында килһәм, барлыҡ күңелһеҙ уйҙар тарала, сир һыпырып алғандай юғала. Шулай сәләмәтләнеп һәм һөйөнөп ҡайтып китәм. Сәхнәнән төшкәнем юҡ, йырларға яратам, — ти ансамбль ағзаһы Светлана Камалетдинова.
"Миңә 71 йәш кенә әле", — тип йылмайып таныштырған Тайфа Абдуллина ла уның һүҙҙәрен ҡеүәтләне:
— Ошондағы әхирәттәрем, йыр-моң бүлешер дуҫтарым тарта. Ҡайҙалыр сығыш яһап ҡайтһаҡ, тағы ла дәртләнеберәк китәбеҙ, киләһе сараға йәнә нығыраҡ әҙерләнәбеҙ. Уңыштарыбыҙ бар, районыбыҙҙың данын төшөрмәҫкә тырышабыҙ, бәйгеләргә алып барыусы ойоштороусыларға ла рәхмәт.
Эргәләрендә 5-се класс уҡыусыһы Ләйсән Зиннәтованы күреп ғәжәпләндек. "Ул да әртис, тик йәш әле. Бик өмөтлө ҡыҙыҡай", — тип таныштырҙылар мәктәптән һуң репетицияға килгән ҡыҙ менән.
—Ләйсәнебеҙ талантлы, йырлай ҙа, бейей ҙә. Өс тапҡыр "Байыҡ" республика бәйгеһенә барҙы. Ата-әсәһе Светлана менән Айбулат Зиннәтовтарҙың ғына түгел, тотош райондың ғорурлығы булып үҫеп килә, — ти етәксеһе Резеда Хужина.
Үҙ ҡаҙаныбыҙҙа ғына ҡайнамайбыҙ, тиеүҙәре раҫ. Радионан да улар башҡарыуындағы йырҙарҙы йыш ишеттерәләр. Ә "Байыҡ" телевизион бәйгеһендә ҡатнашҡан Тайфа Абдуллинаны "Илһам"дың йөҙөк ҡашы тиһәң дә, арттырыу булмаҫ. Беҙгә иһә онотолоп барған йырҙарҙы һәм йолаларҙы тергеҙеп, яңынан халыҡҡа ҡайтарыусыларҙы хупларға ғына кәрәк.

Илнур ВӘЛИЕВ,
ансамбль етәксеһе:
— "Илһам"дар боронғо халыҡ йырҙарын һәм йолаларын тергеҙә. Уларҙың барыһы ла сәнғәткә ғашиҡ. Мәҫәлән, Марат Зиннуров, Нил Хәйретдинов, Фларис Ғайсин халыҡ йырҙарын яратып башҡара, Светлана Камалетдинова, Тайфа Абдуллина, Ләлә Ғәзизова, Гөлсәсәк Зарипова, Рая Носратуллина, Динә Ҡужәхмәтова һәм Фәрзәнә Зөбәйерова сәхнәгә сыҡһа, иҙәндәр һелкенә. Теләк-ниәттәрҙең уртаҡлығы коллективыбыҙҙы бер матур ғаилә итеп туплай ҙа инде.

Маргарита СӘФӘРҒӘЛИНА,
район хакимиәтенең
мәҙәниәт бүлеге начальнигы:
— Салауат батыр төйәге таланттарға ифрат бай. Был төбәктә ысын мәғәнәһендә моңло, дәртле халыҡ йәшәй. Шуға ла үҙ ҡаҙаныбыҙҙа ғына ҡайнамайбыҙ, республика, ил һәм халыҡ-ара кимәлдәге сараларҙа ла һынатмайбыҙ.
Күңеле моңға тулы йырсыларыбыҙ, баҫһа, саң туҙҙырған бейеүселәребеҙ — райондың ғорурлығы. Улар, ниндәй милләт вәкиленән, нисә йәштә булыуына ҡарамаҫтан, тормошто күркәмләп, халыҡты рухландырып йәшәй белә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 779

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 952

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780