Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Талпынып типкән йөрәк
Талпынып типкән йөрәкБөгөнгөләй асыҡ хәтерләйем: 2001 йыл ине, Туймазы татар дәүләт драма театрында Назим Хикмәттең "Онотолған әҙәм" исемле спектаклен ҡарап ултырам.

Күбәләктәй еңел, һығылмалы буй-һынлы бер ҡатын-ҡыҙ шундай ҡыҙыҡлы образда: ул әле генә әкиәттәге хәйләкәр төлкөләй йомшаҡ аҙымдар менән үҙенән шаҡтай оло йәштәге ире (Ильяс Гәрәев) янына барып, яратмаһа ла иркәләнеп, үҙен былай ҙа үлеп яратҡан хәләленең хистәрен көсәйтеп китә; берсә иренең хеҙмәткәренә (Фирҙәт Ғәбиҙуллин) ялҡынлы ҡараштар ташлап, уның менән ғишыҡ уйыны уйнай; берсә тауыш-тынһыҙ шыуышып ҡына килеп сағып, ағыуын сәскән йыландай, үгәй ҡыҙы (Гөлназ Латипова) янына барып, тормош менән яңы таныша башлаған саф, эскерһеҙ йәш ҡыҙҙың бәғеренең иң ауыртҡан еренә ҡағылып, янап, ҡурҡытып, үҙенең көслөлөгөн, өҫтөнлөгөн күрһәтеп китә...
Был уйын күпме ҡараһам да арытмаҫ, ялҡытмаҫ, танһыҡ төҫлө тойолдо миңә ул саҡта. Сәхнәлә ниндәйҙер тылсым көсө, ә был ҡатын-ҡыҙҙа ғәжәйеп серлелек, мәшһүрлек бар ине. Саҡ ҡына һуңғараҡ белдем: әлеге ҡатын-ҡыҙ театр асылған көндәрҙән алып эшләй, улай ғына ла түгел, артистар араһында иң беренсе булып "Башҡортостандың атҡаҙанған артисы" тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булған актриса Рима Шәһит ҡыҙы Ключарева икән.
Шул көндән башлап Туймазы театрында ҡуйылған һәр спектаклде ҡарап барам. Рима Ключарева ҡатнашҡандарына унан ниндәйҙер шаҡ ҡатырғыс оло яңылыҡ күреремә ышанып киләм. Һәм өмөтөм аҡлана ла. Тора-бара уны талантлы актриса ғына түгел, ә кеше булараҡ та нығыраҡ аса башланым.
Рима ролдәр өҫтөндә эшләгәндә бер ҡасан да режиссерҙан ярҙам көтөп ултырмай. Ролгә, пьесаға ҡарата үҙенең ныҡлы, төплө фекере, ҡарашы бар. Күптән түгел булған бер ҡыҙыҡлы хәл ошо һүҙҙәремә миҫал: Әлфис Ғаязовтың "Урмандарға керһәң" драмаһынан Римаға Шаһиҙә ҡарсыҡ ролен бирҙеләр. Автор был персонажды төп герой Ғәлинурҙың яҡшы кеше булыуын тәрәнерәк, асығыраҡ сағылдырыр өсөн индергән. Пьесала бирелгәнсә, Шаһиҙә бары бер генә мәртәбә сәхнәгә сыға һәм оҙон монолог һөйләргә тейеш. Ул Шаһиҙәнең йәш сағында төп герой менән бер заводта эшләүҙәре, яҡшы дуҫ булыуҙары һәм Ғәлинурҙың уны бер нисә мәртәбә үлем тырнағынан ҡотҡарып ҡалыуы хаҡында ине. Тик Рима Ключарева спектакль сығырға бер нисә көн ҡалғас, ҡулъяҙма күтәреп кергән.
— Бына, был тексты компьютерҙа йыйып, тәржемәсе ҡыҙға бирегеҙ, мин аҙ ғына үҙгәрттем, — ти.
— Үҙгәрттегеҙ?! Драматург булдығыҙмы, һәр артист репликаһын үҙгәртә башлаһа, пьесанан нимә ҡала? — тип яуапланым ҡыҙып.
Был асыуым башымды күтәреп Римаға ҡарау менән юҡҡа сыҡты, сөнки миңә уйсан йөҙлө ҡарсыҡ шул тиклем дә моңһоу итеп ҡарап тора ине. Тәнем буйлап семерләп һалҡын йүгерҙе. Эске хәлемде һиҙҙеме, Рима бер нисә аҙым ситкә китте лә ҡалтыраған тауыш менән ишетелер-ишетелмәҫ һүҙҙәрен әйтеп йыр һуҙҙы.
Урмандарға керһәм, урмандар буш!
Һайрар ҡоштар әллә киткәнгә,
Үкендерә, дуҫтар, үкендерә,
Был ғүмерҙәр бик тиҙ үткәнгә.
Әлеге йырҙы Шаһиҙә өсөн Рима үҙе яҙған. Был йырҙа "һә" тигәнсә уҙып киткән ғүмер өсөн үкенес, яуапһыҙ мөхәббәт өсөн әрнеү, мәрхүм Ғәлинурҙы юҡһыныу, рәхәте бик аҙ булған йәшлекте һағыныу, ғүмерҙең фанилығы өсөн һыҡраныу — һәммәһе лә сағыла. Шаһиҙә костюмында, гримда (ул был гримды үҙе һалған), репетиция тамамланған булһа ла, һаман образда ине.
Автор Шаһиҙәне Ғәлинурҙың дуҫы итеп яҙған. Ә Рима Ключарева уны геройға геройға ғашиҡ булып, эстән янып йөрөгән ҡыҙ итеп үҙгәрткән, алда әйтеп үтеүемсә, йыр өҫтәгән. Дуҫлыҡты мөхәббәт итеп үҙгәртеү, ғөмүмән, пьесаға үҙгәреш индереү ярай торған эшме, юҡмы, быға режиссер Байрас Ибраһимов ни әйткәндер – белмәйем, тик Рима спектаклдә үҙе үҙгәрткәнсә уйнаны. Баҫалҡы ғына күренһә лә, һүҙен һүҙ итә торғандарҙан шул ул.
Бәлки, Римаға образдарын былай уҡ тәрән асырға шиғри йәнле булыуы ярҙам итәлер. Уның ҡайнар хистәре, кешеләргә әйтер һүҙе күңеленән урғылып, шиғыр юлдары булып теҙелә бара. Һуңынан уларҙы китап итеп баҫтыра. Күңелдән сыҡҡан ғына күңелгә үтә ала: уның әҫәрҙәре туҙан йыйып ятмай, үҙ уҡыусыһын таба, күптәренә йырҙар яҙылған.
Рима Ключаревала милли ғорурлыҡ хисе көслө. Ул халҡыбыҙҙың бөйөк ҡыҙ-улдары менән ҡыҙыҡһына, улар менән сикһеҙ ғорурлана. Шулай бер саҡ, төрлө китапханаларҙа, архивтарҙа эҙләнеп, Туҡайҙың тормош юлын, ижадын өйрәнеп, "Туҡай менән осрашыуҙар" исемле пьеса яҙҙы. Әлеге әҫәр бер төркөм ижадсылар — композитор Ришат Сәғитов, хормейстер Афарим Аҡсурин, рәссам Рима Ғосманова, режиссер Байрас Ибраһимов һәм, әлбиттә, театр артистары хеҙмәте менән иҫ киткес сәнғәт әҫәре булып сәхнәләштерелде. Был спектаклдә Рима Ключарева үҙе ике роль башҡара: Туҡайҙың әсәһен һәм алып барыусыны. Шағир хаҡында сәхнә әҫәре ҡуйылыуы йәшен тиҙлегендә бөтә ҡалаға таралды. Һәм мәктәп директорҙары, татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары был спектаклде үҙҙәренең уҡыусыларына күрһәтеүҙе ойошторҙо. "Туҡай менән осрашыуҙар" театрҙа ғына уйналып ҡалманы, республикабыҙ һәм күрше Татарстан тамашасыларына ла тәҡдим ителде.
2006 йылда Рима йәнә беҙҙе үҙенең ижады менән таң ҡалдырҙы. Ул башҡорт һәм татар яҙыусыларының шиғырҙарын ҡулланып, моноспектакль ҡуйҙы. Ул яңғыҙ шағирәнең тормош мәғәнәһен эҙләп уйланыуҙары хаҡында. Бер сәғәт дауамында Рима тамашасыларҙың бар иғтибарын йәлеп итә алды. Зал, тын ҡалып, артистың актерлыҡ оҫталығы менән хозурланды. Моноспектаклде музыкаль яҡтан да Рима Ключарева биҙәне. Бары сәхнә әҫәренең рәссамы ғына уның аҙашы Рима Ғосманова ине.
Әлеге мәҡәләмде әҙерләгәндә алдыма Риманың спектаклдәр ваҡытында төшкән фотоларын теҙеп һалдым. Бына уның 20 йылдан ашыу элек төшкән рәсеме — театрҙың тәүге спектакле М. Фәйзиҙең "Аҡ ҡалфаҡ"тағы Хәмдиә ролендә (1991 йыл). Ғәжәп, әйтерһең, олоғайыу уның өсөн юҡ нәмә, актриса был ролде бөгөн дә башҡарырлыҡ зифа буй-һынлы, сибәр, йәш йөҙлө. Т. Миңнуллиндың "Беҙ бит ауыл малайы"нда – Наилә (1991 йыл), Л. Вәлиевтең "Кәләш әйттергәндә"лә — Мәҙинә (1992 йыл), Дз. Киноситандың "Торна ҡаурыйҙары"нда — Цу (1995 йыл), Ф. Шиллерҙың "Мәкер һәм мөхәббәт" спектаклендә — Лэди Мильфорд (1999 йыл) һәм З. Хәкимдең "Легионер" спектаклендә – Әминә ролендә (2010 йыл)... Был фотоларға ҡараш ҡына ташлап алайым тиһәң дә, тиҙ генә күҙеңде ала алмайһың, сөнки ундағы геройҙарҙың эске донъяһы асыҡ сағылған, һәр ҡайһыһының йөҙөндә әсе хәсрәте йәки шатлығы һүрәтләнгән, һәр береһенең социаль хәле, үҙенә генә хас холҡо, яҙмышы, көнкүреше "яҙылған".
Талантлы драма актрисаһы булыуҙан тыш, Рима Ключареваның бер нисә генә һәләтен һанап үтәм: ул шиғырҙар, нәҫерҙәр, хикәйәләр, пьесалар яҙа; өҙҙөрөп гармунда уйнай; иҫ киткес оҫта бейей; фоторәссам тип әйтеп бөтөрмәйем, тик уның был шөғөлөн мауығыу ғына тип атау аҙ; дарыу үләндәрен, халыҡ медицинаһын ентекле өйрәнә. Көслө ихтыярлы кеше, ғорур, булдыҡлы, нәфис, нәзәкәтле ҡатын-ҡыҙ ул.
Рима Шәһит ҡыҙы үҙенең ижады менән күп йылдар театр репертуарын биҙәне. Бөгөн дә матур образдар тыуҙыра, ижади дәрте ташып тора. Көслө ынтылышы, Хоҙай биргән оло һәләте менән киләсәктә лә икһеҙ-сикһеҙ сәнғәт донъяһының күп серҙәрен асып, тамашасыларҙы һөйөндөрөр әле ул.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 682

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 059

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 579

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 780

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 605

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 461

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 512

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 417

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 673

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 409

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 575