Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Исем үҙгәрһә лә …
Исем үҙгәрһә лә …Стәрлетамаҡта башҡорт театры менән филармония берләште

Ошо хәбәр ҡалҡҡас, ҡала тамашасыларының: “Бер юлы йыр тыңлап моңланып та, комедия ҡарап күңелләнеп тә ҡайтабыҙмы икән?” — һымағыраҡ ярым шаяртыулы һорауҙары ишетелә башланы. Ошо йәһәттән асыҡлыҡ индереү маҡсатында Стәрлетамаҡ театр-концерт берләшмәһенең директоры Ринат ИШМУЛЛИНҒА юлландыҡ.

– Ринат Исҡужа улы, тамашасы һәм коллективтар өсөн был берләшеү нимәһе менән отошло?
– Ижади донъя эҙләнеүҙәрҙән тора. Сер түгел: республика мәҙәниәте һүҙ оҫталарына ҡытлыҡ кисерә. Ә актерҙан да яҡшыраҡ концерт алып барыусы юҡ – был беренсе сәбәп. Икенсенән, спектаклдәр йәнле оркестр менән оҙатылып барһа, музыкаль яҡтан шулай уҡ тауышы буйынса киң мөмкинлеге булған йырсылар биҙәһә, тамашаның бәҫе лә, баһаһы ла үҫә, йәғни профессиональ яҡтан отошло тимәксемен. Ғөмүмән, театр менән филармония бер-береһен тулыландырыпИсем үҙгәрһә лә … ҡына торасаҡ.
Ошо урында бер коллектив икенсеһен йотмаҫмы, тигән һорау ҙа тыуалыр. Әммә шуны иҫкә төшөрәйек: театр ҙа, филармония ла – егерме йылдан ашыу тарихы булған, нығынған коллективтар, тамашасыға әйтер һүҙҙәре, теләктәре бер. Әйткәндәй, берләшеү ваҡытында уларҙың икеһенең дә ижади структураһы һаҡланып ҡалды – бер генә актер ҙа, йырсы ла ҡыҫҡартылманы!
Шуныһын да билдәләп китәйек: әлегә тиклем улар айырым биналарҙа шөғөлләнде. Ошо ваҡытта филармонияның үҙ залында ҙур тамаша ҡуйырға ла, йүнләп шөғөлләнергә лә мөмкинлеге булманы. Хәҙер иһә йырсылар ҙа, музыканттар ҙа, актерҙар ҙа театр бинаһында ҙур бер ғаилә булып шөғөлләнәсәк, тамашалар ҡуясаҡ. Ә 17 октябрҙә, йыл ярым бикле торғандан һуң, республиканың Мәҙәниәт министрылығы тарафынан бүленгән аҡсаға ремонт эшләгән ҙур залыбыҙ тамашасыларҙы ҡабул итте. Форсаттан сығып, ҙур рәхмәт белдерәм.
Бынан тыш, ишек алды йүнәтелде, пандустар ҡуйылды. Бейеү театрына шөғөлләнеү өсөн айырым зал бүленде. Хәҙер уйлап ҡарайыҡ: әгәр ҙә бер юлы ике бинаны йүнәтеп, ҡарай-һаҡлай башлаһаҡ, күпме аҡса сарыф ителер ине. Йәнә коллективтарға матур-матур костюмдар, музыка ҡоралдары һатып алырға ла, декорация хәстәрләргә лә кәрәк бит әле. Шуның өсөн дә берләшеүҙе бар яҡлап та уйланылған һәм урынлы аҙым тип иҫәпләйем.
Һәр гастроль ниндәйҙер кимәлдә сығым һәм ваҡыт талап итә. Шул уҡ мәлдә сит тарафтарҙа йәшәгән тамашасының күңелен күтәреп, барғас, концерт та күрһәтке, спектакль дә ҡуйғы килә. Быға тиклем ундай мөмкинлек сикле ине. Хәҙер бер юлы ике төрлө тамашаны ла тәҡдим итә алабыҙ. Мәҫәлән, оҙаҡламай Исем үҙгәрһә лә …Үзбәкстанға юлланырға торабыҙ.
– Йырсылар, музыканттар, бейеүселәр һәм актерҙар бер сәхнәлә эшләй башлағас, шунда уҡ мюзиклдар күҙ алдына килә. Ошо йүнәлештә ниндәйҙер пландар бармы?
– Ысынлап та, берләшмәнең мюзикл ҡуйыу өсөн мөмкинлеге бар. Алдағы йылдарҙа был йүнәлеш үҫешер тип уйлайым.
– Ринат Исҡужа улы, ижади коллективтар яңы берләшмә ҡанаты аҫтында яңы егерме өсөнсө ижад миҙгелен нисек башланы?
– 1 октябрҙән генә бергә эшләй башлауға ҡарамаҫтан, ике аҙна эсендә дөйөм тамаша ла әҙерләп ҡуйҙыҡ. Стәрлетамаҡтарҙы “Серле илһам ҡосағында сағыу йондоҙ булып ҡабынып…” исемле тамаша (режиссеры — Лира Фәйзуллина) менән ҡыуандырҙыҡ. Унан тамашасыларҙы премьера (“Тиле йәшлек”, режиссеры — Зиннур Сөләймәнов), концерт көтә (Бейеү театрының сығышы). Ә Халыҡ музыка ҡоралдары ансамбле ноябрь аҙағында – Стәрлетамаҡ тамашасыларын, декабрь башында өфөләрҙе ҡыуандырмаҡсы. Әйткәндәй, улар күптән түгел Президент грантына лайыҡ булды.
Пландар күп, ең һыҙғанып эшләйһе лә эшләйһе. Исем үҙгәрһә лә, есем үҙгәрмәй бит. Иң мөһиме — тамашасыларыбыҙға тоғро ҡалып, уларҙы яңынан-яңы концерттар, спектаклдәр менән ҡыуандырырға яҙһын.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 682

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 060

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 581

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 780

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 607

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 461

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 513

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 419

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 674

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 410

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 576