Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Азат рухлы Азат
Азат рухлы АзатҠала башҡорттары ҡоролтайының отчет-һайлау йыйылышы бара. Башҡарма комитет рәйесе Азат Үтәкәев һуңғы йылда эшләнгәндәр, киләсәккә пландар тураһында телмәр тотто. Сығып һөйләүселәр йәмәғәт ойошмаһының, уның етәкселегенең төрлө яҡлы эшмәкәрлеген тағы ла тулыландырҙы, тәнҡитләүселәр ҙә булды. Алдағы осорға ҡоролтайға етәксе һайлау тураһында һүҙ сыҡҡас, был вазифаға бер тауыштан тағы ла Азат Нәзир улын тәҡдим иттеләр.

Үҙенең төп һөнәре менән бер рәттән ике тиҫтә йылға яҡын йәмәғәт эшмәкәрлегенә байтаҡ көсөн биргән кешегә ошондай ышаныс күрһәтеүҙән дә юғарыраҡ баһаның булыуы мөмкинме һуң?! Юҡтыр. Әүҙем йәмәғәтсе был эш менән маҡтау-данға күмелеү өсөн һәм ниндәйҙер файҙа йә табыш алыр өсөн шөғөлләнмәй. Ул башҡаса булдыра алмай. Алтынсы тиҫтәһен тултырған Азат Нәзир улы үҙенең эшендә лә танылған белгес — 2002 йылдан Башҡортостандың атҡаҙанған табибы. Маҡтаулы исемде лә юҡҡа ғына бирмәйҙәр. Һөнәрҙәштәре араһында ихтирамлы, Нефтекамала ғына түгел, күрше райондарҙа ла халыҡ уны тик маҡтап телгә ала. Хеҙмәт ветераны Зилара апай Ғарипова бер нисә йыл элек ҡала гәзитендә табип Үтәкәевте “үҙ эшенең ысын оҫтаһы” тип юҡҡа ғына атамағандыр.
Әбйәлил районының Ташбулат ауылынан ихтирамлы кешеләр Камилә менән Нәзир Үтәкәевтәрҙең төпсөк балалары Азаттың үҫмер сағы һәм мәктәп йылдары тиҫтерҙәренекенән айырылмай. Ауылдағы барыһы кеүек, эшкә өйрәнеп буй еткерә, йорт-ҡура тирәһендәге бөтә эштә ата-әсәһенә ярҙамсы була.
Кеше бала һәм үҫмер сағында хислерәк була, тиҙәр. Шул ваҡытта күргән-кисергәндәр күңелдә ныҡлы урын алып ҡына ҡалмай, артабанғы тормошҡа ла йүнәлеш бирә.
— Беҙҙең Ташбулатта элек-электән участка дауаханаһы булды. Әсәйемдең әхирәте шунда эшләне, уның янына барып йөрөй инем. Ә баш табиптың малайҙары менән ныҡлап дуҫлашып алғас, күп ваҡыт дауаханала үтте. Табиптарҙың һәм шәфҡәт туташтарының кешегә ярҙам ҡулы һуҙырға һәр саҡ әҙер булыуын күреп йөрөнөм, — тип хәтерләй ул. — Аҡ халатлыларҙың эше, хатта үҙҙәре лә нисектер серле булып тойола ине. Шуға ла мәктәпте тамамлауға “табип булам” тигән ныҡлы ҡарарға килдем.
Ҡайһы бер йәштәштәре араһында үҙ яҡтарында оло хөрмәттә булған таусы һәм тимерсе шөғөлдәрен дә, ата-әсәһе эшләгән элемтә тармағын да үҙ итмәй Азат. Маҡсатына тоғро ҡалып, 1976 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтын уңышлы тамамлап, терапевт һөнәрен ала. Уҡыу йылдарында ғүмерлек тормош юлдашын — шулай уҡ буласаҡ табип Нәфисә Хәй ҡыҙын — осрата. Татыу, берҙәм ғаилә ҡороп, Үтәкәевтәр ике ул үҫтерә, бөгөн өс ейәне шатландыра үҙҙәрен.
— Ҙур үҫешкә яңы аяҡ баҫҡан Нефтекамаға юллама менән эшкә килеү яҙмыш бүләге булғандыр, — тип хәтерләүен дауам итә олпат уҙаман. — Быйыл 50 йыллыҡ юбилейын билдәләгән ҡала удар комсомол төҙөлөштәре менән республикала ғына түгел, бөтә илдә билдәлелек яулағайны. Автомобиль заводы, яһалма күн етештереү берекмәһе, Ҡарман ГРЭС-ы кеүек предприятиелар күҙ алдымда гөрләп эш башланы. Бөгөн иһә ҡаланы танырлыҡ түгел.
Йәш белгес тәүге көндәрҙән дәртләнеп эшкә сума. Үҙәк дауаханала терапевт, туғыҙ йыл Нефтекама автозаводында цех табибы була. 1-се поликлиниканың баш табибы дәрәжәһендә уның бинаһын төҙөп бөтөрөп, тейешле ҡоролма һәм ҡорамалдар менән тәьмин итеүҙә төп бурысты башҡара. Азат Нәзир улы өс йыл баш табип урынбаҫары булып эшләп ала, ә һуңынан ике тиҫтә йылдан ашыу икенсе поликлиниканы етәкләй. Бында ла һынатмай етерлек тәжрибә туплап өлгөргән һәм ауырлыҡтарҙы еңергә өйрәнгән белгес. Уңышлы хеҙмәте өсөн лайыҡлы баһаны — республикабыҙҙың атҡаҙанған табибы исемен — шул осорҙа ала. Халыҡ һаулығын һаҡлау өлкәһендә яуаплы бурыстарҙы бөгөн дә, һәр ваҡыттағыса, ең һыҙғанып башҡарыуын дауам итә ул.
Уңғандың бар эше лә уңа тигәндәй, Азат Үтәкәев — ҡала башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе лә. “Халҡым”, “милләтем” тип янып йөрөгән йәмәғәтсе балалар баҡсаһында һәм мәктәптә туған телде уҡытыуҙы индереүҙән башлап, башҡорт гимназияһы менән филармония асыу кеүек оло ваҡиғаларҙың уртаһында торҙо. Йола буйынса йыл һайын үткәрелеп килгән башҡорт мәҙәниәте айлығы, ҡала көндәрендәге һәм күрше төбәк һабантуйҙарындағы махсус программалар, шәжәрә байрамдары, төрлө осрашыу һәм кисәләр — ҡоролтай етәкселегенең, уның әүҙем ағзаларының тырышлығы һөҙөмтәһе.
Буш ваҡытын арнаған шөғөлдәре тураһында әйтмәһәң, уның тураһында һөйләү тулы булмаҫ кеүек. Тәү ҡарашҡа әҙәбиәттән, шиғриәттән йыраҡ торған һөнәр вәкиленең китап уҡырға әүәҫлеге бер кемде лә аптыратмаҫ, моғайын. Ә инде уның Ғүмәр Хәйәм робағиҙарын, Леонид Филатовтың әкиәттәрен башҡортсаға тәржемә итеү менән мауығыуына, бәлки, ышанмаусылар ҙа табылыр. Үтәкәев нумизматика менән ҡыҙыҡһыныусыларға ла яҡшы таныш. Йылдың иң бай һәм тирә-яҡтың төрлө матур төҫтәргә буялған мәлендә — сентябрҙә — тыуғанғамы, Азат Нәзир улы тәбиғәтте үҙ итә. Балыҡ тотоу тиһеңме, “тыныс һунар”ға сығыу булһынмы – ул нисек тә ваҡыт табырға тырыша. Ә инде хоккейға килгәндә, “Салауат Юлаев” командаһының уйындарын башлыса телевизорҙан ҡараһа ла, “Торос”тың үҙ боҙондағы алыштарының береһен дә ҡалдырмай.
Тормош юлынан шулай ныҡлы һәм ышаныслы аҙымдар менән атлап килә оҫта табип һәм әүҙем йәмәғәтсе, халҡыбыҙҙың ябай, шул уҡ ваҡытта олпат, күренекле бер вәкиле Азат Үтәкәев.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 880

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 259

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 782

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 954

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 857

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 732

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 846

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 585

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 781