Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ғәҙәткә кергән мәҙәк
"Дно капут"

Германияла май айында Ҡыҙҙар байрамы үткәрелә. Уны икенсе төрлө "Функстен фест" тип йөрөтәләр. Йәғни был көндә ҡыҙҙар матур итеп кейенеп-яһанып егеттәр күҙләй. Был гүзәл байрамда ҡыҙҙарға ни теләһә, шул рөхсәт ителә. Берәү ҙә уларҙы ғәйепләмәй.
Ишмөхәмәт ағайыбыҙ ҙа ошо байрамда ҡатнашырға теләк белдергән. Туристар төркөмө бер заман немец ҡыҙҙары менән кәмәлә йөрөргә була. Зильда исемлеһе ағайыбыҙға оҡшап ҡуя, әллә ни арала танышып алалар. Тик тел белмәү арҡаһында рәхәтләнеп һөйләшеп кенә китеп булмай.
Бер ваҡыт немкалар, күлдәктәрен сисеп, һыуға сумырға әҙерләнә башлай. Быны күргән Ишмөхәмәт ҡурҡып китә. "Аллам һаҡлаһын, йә батып ҡуйырһығыҙ, төшмәгеҙ һыуға! Күлдең төбө күренмәй, бик тәрәнгә оҡшай", — тип аңлатырға тырыша был. Ләкин ҡыҙҙар "найн", "найн" тип тик тора. Ни эшләргә?
Шунда Ишмөхәмәт ағайыбыҙҙың башына бик аҡыллы уй килә. Был кәмә төбөнән ниндәйҙер бер биҙрә табып ала ла шуның төбөнә шапылдатып һуға-һуға:
— Дно капут, дно капут! — тип ҡысҡыра.
"Капут" тигәнде ишеткәс, немкалар ҙа ҡурҡыштарынан тиҙ генә кейенә һала.

"И-а, и-а, и-а!"

Германияла ағалы-энеле яҙыусы Гриммдар "Бремен музыканттары" тигән әкиәт яҙған. Уның геройҙары Ишәк, Әтәс һәм Этте немецтар милли геройҙары кеүек ихтирам итеп, исемдәрен урамдарға биргән.
Ишмөхәмәт ағайға Бремен ҡалаһында йөрөгәндә "Эзелплатц" йәки Ишәк урамын табырға кәрәк булған. Немец телен белмәү сәбәпле, бик оҙаҡ эҙләгән был. Барыбер таба алмаған. Аптырағас, бер немецты туҡтатҡан да, ике ҡулын ҡолаҡ итеп ҡуйып, ишәк булып ҡысҡырып күрһәткән, ти:
— И-а! И-а! И-а!
Быны аңлаған немец Ишмөхәмәт ағайға бик яҡшылап Ишәк урамын өйрәткән.
Миләүшә ҠОЛМӨХӘМӘТОВА.

Таңғы тамаша

Таһир төнөн тирләп, тахтанан тиктомалға түңкәрелеп төштө. Терһәгенә таянып, тумбочкаға тотона-тотона торҙо.
— Тәк, төшөм тигенгә түгелдер. Тракторым тышта тора, теймәнеләрме, тикшерәйем... — тип тәтелдәй-тәтелдәй трусик һәм тапочкиҙа тышҡа туйтаңланы.
Тракторы тора, тырмаһы ла теүәл, тик тәгәрмәстәре теүәл түгел, торбаһы ла төпкә төшкән.
— Тфү, тупойҙар... — тип тиргәнә-тиргәнә тәмәкеһен тоҡандырҙы.
Таһир таңдан тороп, туғайлыҡты тырматырға тейеш. Тәгәрмәстәре табылһа, тракторын төшкә тиклем төҙәтер. Тамағын туйҙырып, тыштағы тимер-томорона тотондо, торбаһын төҙәткеләне. Тимерсе Таңатарҙың текмәһендә торған тросты тартҡайны, таҡтаһы тирелеп төштө. Таһир тишеккә тексәйҙе. Тележкала Таһирҙың тимер-томоро, тәгәрмәстәре тейәлгән! Таһир тележкаға тросын тағып, тышҡа табан тартты. Тәҙрә тирәһендә торған Таңатар тышҡа табан тартылған тележкаһына тексәйҙе:
— Тфү, тфү, тфү. Төшөммө... Тележка терелгән, тәүбә... — тип тышҡа ташланды. Тележкаға тексәйеп, тупһанан түңкәрелеп төштө.
Таһир:
— Тракторыма тейгәнһең. Төрмәгә тығам! — тип Таңатарға ташланды.
Таңатар:
— Теймәнем тракторыңа. Тимерҙәрҙе тиҙәклектән таптым, төнөн ташыным, — тип танды.
— Тәтелдәмә! Тимерҙәремдең тутынан таныйым! — тип туп-тура Таңатарҙың танауына төҙәп тондорҙо. Таңатар тиҙәккә тайып түңкәрелде. Төймәләре тирелде, трикоһы тросҡа тейеп тишелде.
Тыштағы тауышҡа Тәслимә тәҙрәнән Таһирҙы тиргәне:
—Таңатарҙы тиктомалға туҡмайһың. Төнгә тиклем "Три толстяк"ты туйғансы тейәгәс, тракторына тотонмаҫ тип, тимер-томорҙарыңды тимерлеккә ташыттым.
Тһир тыныслана төштө:
— Таңатар, типкесләгәнгә түләрмен, тик түрәләргә тауышланма! Тетмәкәйемде тетерҙәр.
Төшкә тиклем Таһир тракторын төҙәтте. Төнгөлөккә тар тыҡрыҡтан туғайлыҡҡа тырматыуға төштө.
Зөлфирә МӘХИЙӘНОВА.
Әбйәлил районы.

“Ащ”

Мазһар ҡарт, ҡала баҙарында булғандан һуң, ашханаға ингән. Сираты килеп еткәс, аш ҡойоусы унан һорай икән:
— Щи, борщ?
— Ащ, — тигән ҡарт.

Разведчик

Мазһар ҡарт күрше ауылға ҡустыһына ҡунаҡҡа барған. Тик уныһының сырхап киткән ҡатынын дауаханаға оҙатып, иркенләп эсеп йөрөгән сағына тура килгән. Хатта мейес башында әсеп ултырған ҡырҡ литрлыҡ феләктәге балды иҙәнгә төшөрөп ҡуйған.
Ҡарт ҡунырға ҡалған. Йоҡлап ҡына барһа, ҡыштырлаған тауышҡа һиҫкәнеп башын күтәреп ҡараған. Иҫереп ятҡан ҡустыһы уянған да, атларға хәле юҡлыҡтандыр инде, феләккә табан шыуыша икән. Шарт-шорт асып, бер сүмес балды күтәреп эскән дә кире урынына шыуышҡан. Был хәл тағы ла ҡабатланған. Мазһар ҡарт, ахыры, йәне көйөп:
— Нимә разведчик кеүек шыуышып йөрөйһөң? Мендәреңде ал да шунда ғына ят! — тигән.
Ҡустыһы киләһе шыуышҡанында мендәрен дә бергә һөйрәгән.

Һуҡыр оҫта

Ауылыбыҙҙа балта оҫтаһы Ғәләү ағай йәшәй. Беҙҙә ул төҙөшмәгән йорт юҡтыр. Оҫта ҡуллы ирҙе яллап, күрше ауылдарға ла саҡырып алалар. Ул ҡултыҡ аҫтына балтаһын ҡыҫтырып, икенсе ҡулына эш ҡоралдары һалған ҡумтаһын тотоп ала.
Бер тапҡыр, әллә ҡайтырына аҡсаһы булмаған, әллә йәлләп, түләмәҫкә уйлаған. Автобус килеп туҡтағас, һуҡыр булып ҡыланып, һәрмәнә-һәрмәнә инеп ултырған. Янына килгән кондукторҙы ла "күрмәй" икән. Өҫтәүенә, ишетмәмешкә һалышҡан.
Кондуктор уның хәйләһен аңлап, Ғәләү ағайҙың ҡолағына эйелеп: "Ярай, һаңғырау көйө балта менән эш итеп була, ә бына һуҡыр балта оҫтаһын тәүгә осратам, һеҙ — бөйөк оҫта", — тигән.
Мәүлит КӘРИМОВ.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы.

Үҙе йырлата

Башҡа ваҡытта ауыҙынан һүҙ ҙә алып булмаған Ғәбдөк бабай саҡ ҡына төшөрөп алдымы, торғаны икенсе кеше инде. Үҙ алдына туҡтауһыҙ һөйләнә, йырлап маташа. Уның был холҡона әбейе Ғәйшә асыуланып бөтә алмай.
— Ҡарт ишәк, нишләп бер туҡтауһыҙ ас ауыҙыңды күтәреп, мөңрәп тик йөрөйһөң ул. Моңоң булһа бер хәл!
Бабай ҙа аптырап тормай:
— Эй ҡарсыҡҡайым, мине теге зәхмәт үҙе йырлата бит, — ти.
Көндәрҙең береһендә әбей менән бабайҙы ауылдаштары мәжлескә саҡыра. Ашап-эсеп, мәҙәктәр һөйләшеп бик күңелле ултыралар.
— Әйҙә әле, берҙе генә йотоп ҡара, тәмле ул, — тип Ғәйшә әбейгә лә ҡыҫтап-ҡыҫтап шайтан һыуын һоналар.
Бер сама ултырғас, ҡунаҡтар таралыша башлай. Юл буйына Ғәйшә әбей йыр һуҙа. Бабайы аптырап ҡала:
— Атаҡ, ҡарсыҡ, нишләүең был?
— Эй, ҡартыҡайым, ысынлап та, был нәмәкәй үҙе йырлата икән, — ти әбей.
Шунан бирле беҙҙең яҡта араҡыны "үҙе йырлата торған" тип йөрөтәләр.
Мәсғүт ҒИЛМЕТДИНОВ.
Шаран районы, Ерекле ауылы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 881

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 259

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 782

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 954

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 859

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 636

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 735

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 585

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 849

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 587

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 783