Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » ДИНИ ТӘРБИӘ ОРЛОҠТАРЫ КҮҢЕЛ АША ҒЫНА ҺАЛЫНА
Бишенсе дәрес
1. "Ислам мәҙәниәте нигеҙҙәре"

"Пәйғәмбәрҙең ғәжәйеп сәйәхәте"

Был дәрестә Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең ифрат ҙур ныҡышмалылыҡ менән яңы динде — Исламды — тарата башлауы, ҡаршылыҡтарға ҡарамайынса, маҡсатын тормошҡа ашыра барыуы тураһында һөйләү ҡаралған. Уй-ниәте изге, саф күңелле, ихлас, асыҡ йөҙлө булғанлыҡтан, Пәйғәмбәребеҙ бер-бер артлы еңеүҙәргә өлгәшә, күркәм сифаттары аша кешеләрҙе Исламға әйҙәй, был юлдың дөрөҫлөгөнә инандыра ала. Уның һөйләгән һүҙе менән башҡарған эше бер ваҡытта ла айырылмай — маҡсат тап шулай тормошҡа ашырыла. "Ялғандың аяғы ҡыҫҡа" ти бит халыҡ. Пәйғәмбәребеҙҙең ҡаршылыҡтарға бирешмәйенсә алға ынтылыуы, еңеүҙәре тураһында һөйләгәндә, уның күркәм сифаттарына баҫым яһау, тәрбиә һабағы биреү мөһим.

2. "Донъя диндәренең мәҙәниәт нигеҙҙәре"

"Диндәрҙең барлыҡҡа килеүе. Донъя диндәре һәм уларға нигеҙ һалыусылар"

Картанан Израилде күрһәтеп һөйләү маҡсатҡа ярашлы булыр: Ғайса пәйғәмбәрҙең (Иисус Христос) тыуған ҡалаһын, йәшәгән, йөрөгән урындарын күрһәтеү христиан диненең ҡайҙан башланғанын аңлатырға ярҙам итер.
Ғайсаның халыҡ һөйөүен нисек яулағанын аңлатырға кәрәк. Унда кешеләрҙе дауалау һәләте көслө булған, шунлыҡтан алыҫ-алыҫ ерҙәрҙән килеп мөрәжәғәт иткәндәр. Ғайса сирлеләрҙе башҡаларҙың күҙ алдында һауыҡтырып ебәргән. Ғәжәпкә ҡалған кешеләр уны Аллаһ улы тип уйлай башлай. Ғайса дауалап ҡына ҡалмаған, ә яҡшылыҡҡа, изгелеккә өндәгән. Тәғлимәтенә мөкиббән ышанған уҡыусылары — Матфей, Лука, Марк һәм Иоанн — һәр ваҡыт уның менән бергә йөрөгән.
Йәһүд халҡы Ғайсаның дауалауын ғына түгел, өҙлөкһөҙ йонсотҡан дошмандарҙан ҡотҡарыуын теләй башлаған. Өмөттәре аҡланмағас, Пәйғәмбәрҙе арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлағандар. Ғайса үлгәс, уҡыусылары уның вәғәздәрен яҙып тарата башлаған. Шулай итеп, Пәйғәмбәрҙең аҡылы, саҡырыуҙары, уның яңынан тыуыуына ышаныу — христианлыҡ — киң тарала һәм яңы дингә нигеҙ һалына.
Ғәрәптәр мәжүси булған, илаһтарға табынған. Был илдә изге күңелле, аҡыллы, төйәгенең киләсәге, халҡының именлеге тураһында туҡтауһыҙ уйланған Мөхәммәт пәйғәмбәр бер генә Аллаһ барлығы тураһындағы тәғлимәтте — Исламды — булдырған. Ул тоғролоғо, ярҙамсыллығы, саф күңеллелеге менән танылыу тапһа, Ғайса ғәләйһис-сәләм дауалау һәләте аша һөйөү яулаған. Тимәк, ғәмәлдәрҙе башҡарғанда һүҙең үтемле булһын өсөн холоҡ-фиғелеңдең күркәмлеге мөһим — халыҡ һиңә шул саҡта ғына ышаныр. Ошо сифаттарҙың өҫтөнлөгөн билдәләп, балаларҙы пәйғәмбәрҙәр өлгөһөндә тәрбиәләргә кәрәк.
Будда ла күркәм холоҡ-фиғеле менән ихтирам яулаған. Ул мул, етеш йәшәһә лә, башҡаларҙың көнкүреше хаҡында уйланған, уны еңеләйтеү, сырхауҙарға ярҙам итеү сараһын эҙләгән, тормоштоң асылына төшөнөргә теләгән.
Уҡыусылар дәфтәренә ҡайһы халыҡтың ниндәй дин тотоуы тураһында яҙып ҡуйһын. Үкенескә ҡаршы, ҡайһы бер дини кешеләр араһында насар холоҡлолар осрап ҡуя. Ундайҙарға ҡарап, йәш быуында кире фекер тыуып ҡуймаһын. Әҙәпһеҙҙәрҙең дин алдында ҙур гонаһлы икәнен аңлатырға кәрәк.

3. "Донъяуи этика нигеҙҙәре"
"Яҡшылыҡ һәм яуызлыҡ"

Иң тәүҙә уҡыусыларҙың был төшөнсәләргә ҡарата фекерен белергә кәрәк. Атай-әсәйгә яҡшылыҡ эшләү нимә ул? Яуызлыҡты күргәнегеҙ бармы? Ул яҡшылыҡты еңә аламы? Был сифаттар уҡытыусыла, дуҫ-иштә, тәбиғәттә, мал-тыуарҙа һәм башҡаларҙа нисек сағыла? Һорауҙарға яуапты телдән әйтеү генә түгел, дәфтәргә яҙҙырып ҡуйыу ыңғай һөҙөмтә бирер.
Унан һуң яҡшылығыңдың үҙеңә кире ҡайтыуы тураһында һөйләшергә кәрәк. Был берәй кешегә юл аша сығырға ярҙам итһәң, икенсе ваҡыт һиңә лә ошондай уҡ булышлыҡ күрһәтелер тигән һүҙ түгел. Яҡшылыҡ ҡылһаң, күңелгә еңеллек килә. Ә бындай тойғо кәйефкә, тимәк, сәләмәтлеккә, ыңғай тәьҫир итә. Һинән ярҙам күргән кешенең ихлас күңелдән әйтелгән рәхмәте йөҙөңдә йылмайыу булып сағылыр. Һөҙөмтәлә ваҡ-төйәк мәшәҡәт кәйефеңде ҡыра алмаҫ.
Шулай уҡ мохтажлыҡ кисергән берәйһенә хәйер бирҙең йәки ҡул ярҙамы күрһәттең икән, ул матур теләктәрен юллаясаҡ. Һинең турала ыңғай фекер таралып, яныңа изгелекле кешеләр тартылып торасаҡ. Шулай итеп, яҡшылыҡ мөхите барлыҡҡа килә.
Барығыҙға шуны әйтәм:
Яҡшылыҡ булһын атығыҙ,
Кеше булһын затығыҙ,
Яманға юл ҡуймағыҙ,
Яҡшынан баш тартмағыҙ! — тип әйтелә “Урал батыр” эпосында.

Алтынсы дәрес

1. "Ислам мәҙәниәте нигеҙҙәре"
"Һижрәт"

Билдәле булыуынса, һүҙҙәрҙең мәғәнәһен белгәндә генә фекер иҫтә ҡала: уҡыусылар теманың исеме янына уның аңлатмаһын, тәржемәһен яҙып ҡуйһын. Һижрәт — ғәрәп һүҙе, күсенеү тигәнде аңлата. Һижрәт итеү — сит ергә күсеп китеү.
Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең һәм башҡа мосолмандарҙың Мәккәнән Йәсрибкә (аҙаҡ — Мәҙинәгә) күсенеүе Һижрәт тип атала. Был хәл 622 йылда булған. Ошо осорҙан башлап мосолманлыҡ нығына һәм киң тарала башлай. Тимәк, йыл иҫәбе 622 йылдың 16 июленән иҫәпләнә. Тәүге ай Мөхәррәм тип атала.
Һижри йыл иҫәбе Миләдиҙекенә (Ғайса пәйғәмбәр тыуған йылдан башланған хәҙерге календарь йылы) тап килмәй. Улар араһындағы айырманы ябай арифметик юл менән, йәғни 622 һанын алып ташлап ҡына, иҫәпләп сығарып булмай, сөнки айҙарҙың оҙонлоғо төрлөсә: мосолман йылы — 354 (кәбисә йылында — 366), миләди 365 (кәбисә йылында — 366) көндән тора. Шуның өсөн йылдарҙың иҫәбен дини календарҙан ҡарап белергә кәрәк. Айҙарҙың оҙонлоғо тап килмәгәнлектән, мосолман байрамдары — Ураҙа айы, Ҡорбан ғәйете төрлө ваҡытҡа тура килә. Мөхәррәм — 30, Сәфәр — 29, Рабиғел әүүәл — 30, Рабиғел ахыр — 29, Йомадиәл әүүәл — 30, Йомадиәл ахыр — 30, Рәжәб — 30, Шәғбан — 29, Рамаҙан — 30, Шәүүәл — 29, Зөлҡағиҙә — 29, Зөлхизә 30 көндө тәшкил итә. Был мәғлүмәт артабан да кәрәгер — уны уҡыусылар дәфтәренә яҙып ҡуйһа, яҡшы булыр.

2. "Донъя диндәренең мәҙәниәт нигеҙҙәре"

"Донъя диндәренең изге китаптары"

Яҙма булмаған ваҡытта уҡ ата-бабабыҙ ижад итеү менән шөғөлләнгән, фекерҙәрен шиғри юлдарға һалған. Сәбәбе шул: сәсмә әҫәрҙе үҙгәртергә, ҡайһы бер өлөштәрен төшөрөп ҡалдырырға, нимәнелер өҫтәп ебәрергә мөмкин, ә шиғри ҡалыпҡа һалынғанға тейеп булмай, ул зиһенде хушландыра, хәтерҙә нығыраҡ уйылып ҡала. Мәҫәлән, эпостар, ҡобайырҙар, йырҙар, шәжәрәләр һәм башҡалар фәҡәт ауыҙ-тел ижады, телдән-телгә күсә килеү рәүешендә һаҡланған. Тора-бара изге аманатты былай ғына һаҡлап ҡалдырып булмаҫын аңлау яҙыу ихтыяжын тыуҙырған. Йәһүд дине аллалары тураһында риүәйәттәр ҙә бер илдән икенсеһенә таратылған. Һиндостанға барып еткәс, тәүге текстары барлыҡҡа килгән. Буддизмдағы ижадтар ҙа тәүҙә телдән таралған, аҙаҡ Будданың уҡыусылары пальма япраҡтарына яҙа башлаған.
Рәсәй Библия йәмғиәте "Библия"ның башҡорт теленә тәржемәһен (“Башланмыш. Иҫке Ғәһет”) нәшер итте. Тиҙҙән “Яңы Ғәһет”тең дә донъя күреүе көтөлә. Уның "Инжил" тип аталған татарса тәржемәүи китабы күптән баҫылып сыҡты.
Педагогтарға был әҫәрҙәрҙе уҡып сығырға тәҡдим итәм. Уларҙан мәңгелек ҡиммәттәр хаҡында аңлатма, боронғоларҙың фәһемле, фәлсәфәүи ҡарашынан, фекерҙәренән һабаҡ алырға мөмкин. Пәйғәмбәрҙәр тормошо тураһында риүәйәттәр ҙә ҡыҙыҡлы, файҙалы.

3. "Донъяуи этика нигеҙҙәре"
"Яҡшылыҡ һәм яуызлыҡ"

"Яҡшылыҡ, яуызлыҡ төшөнсәләре кешелек донъяһы менән бергә барлыҡҡа килгән, улар йәнәш йәшәй" тигән фекер әйтелә "Урал батыр" эпосында. Ыңғай сифатты кәүҙәләндергән герой насарлыҡ ҡылған ағаһы Шүлгәнде үлтермәгән. Тимәк, яҡшылыҡ менән бергә яуызлыҡ та йәшәүен дауам итә.
Һәр халыҡ киләсәк быуындың үҙенән аҡыллыраҡ, белемлерәк, зиһенлерәк булыуын теләй һәм тәрбиәне ошо йүнәлештә алып барырға тырыша. Был ҡанундар айырым ҡағиҙә итеп теҙеп яҙылмай, ә ижад аша бирелә. Мәҫәлән, башҡорт халҡының "Урал батыр" эпосын "тәрбиә ҡанундарының тупланмаһы" тип атау һис тә яңылыш булмаҫ. Шуға күрә яҡшылыҡ менән яуызлыҡ тураһында һөйләгәндә, ошо әҫәрҙән өҙөктәрҙе ҡулланыу ҙур һөҙөмтә бирер.
Нисек кенә булмаһын, изгелек һәм яманлыҡ төшөнсәләре мәңге йәшәйәсәк. Әммә намыҫы алдында яуаплылыҡ тойған кеше бер ваҡытта ла насар юлды һайламаҫ. Кире осраҡта кешелек донъяһы алға бара алмаҫ, үҫеш булмаҫ ине.

(Дауамы. Башы 20, 27 сентябрь һандарында).




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 684

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 063

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 585

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 782

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 609

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 463

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 515

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 423

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 678

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 414

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 578