Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Хәрби дан көнө булһын
Хәрби дан көнө булһынСовет Армияһы өсөн 1943 йылдың йәйге-көҙгө айҙарында стратегик әһәмиәткә эйә булған хәл иткес һуғыштарҙың береһе Курск — Орел бәрелеше һаналһа, уның артынса мөһимлеге буйынса фашистарҙың арҡа һөйәген һындырған "Днепр" операцияһы һәм шуның эсендә 22 — 30 сентябргә тура килгән Днепр һуғышы тора.
Был бәрелеш — Башҡорт кавалерия дивизияһының данын юғары күтәргән алыштарҙың береһе. Унда ҡатнашҡан 54 һалдат Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булды. Бына ошо тарихи һәм хәрби-патриотик ваҡиғаларға быйыл — 70 йыл.

Курск — Орел алышында немецтар хурлыҡлы рәүештә еңелгәндән һуң, Совет Армияһы Днепрҙы азат итергә тотона. Был бәрелеш үҙенең масштабы һәм стратегик әһәмиәте яғынан Бөйөк Еңеүгә ҙур өлөш индергән Мәскәү, Ленинград, Сталинград, Курск алыштарынан бер ҙә ҡалышмай.
"Днепр" операцияһы бер нисә этапта үткәрелә: йылғаның һул яҡ ярын дошмандан азат итеү, уны кисеү һәм Украина, Белоруссия ерҙәрен фашистар ҡоллоғонан ҡотҡарыу. Һуғыштың беренсе этабында — 26 августан 20 сентябргә тиклем Совет Армияһы Днепрҙың һул яҡ ярын дошмандан азат итә. Үҙәк, Воронеж, Степной фронттары яугирҙәре, Донбасс, Чернигов, Смоленск ҡалаларын алып, 21 сентябрҙә Днепр ярҙарына килеп етә.
22 — 30 сентябрҙә операцияның иң көсөргәнешле осоро — Днепр өсөн һуғыш башлана. Йылғаның уң яҡ ярына сығып, немецтарҙың нығытылған плацдармын яулап алырға, уларға яңы нығытмалар яһарға ирек бирмәѕкә тигән бойороҡ сығарыла. Ләкин был бурысты үтәү еңел булмай, сөнки немец армияһы, Сталинградта хурлыҡлы еңелгәндән һуң, Днепр буйлап 650 саҡрымға һуҙылған «Көнсығыш вал» нығытмаһын төҙөй. Гитлер, маҡтанып: «Скорее Днепр потечет обратно, нежели русские преодолеют его», — тип сығыш яһай.
Гитлер немец армияһын көсәйтеү өсөн Көнбайыш урыҫ фронтына иң алдынғы ғәскәрҙәрен күсерә. Һөҙөмтәлә Совет Армияһына ҡаршы 62 дивизия, шул иѕәптән 14 танк дивизияһы ҡаршы тора. Һуңынан ғәскәр һаны 75-кә еткерелә.
Был һуғыштың стратегик әһәмиәтен белгән Баш командующий И.В. Сталин 1943 йылдың август башында Үҙәк фронтҡа килеп китә. Уның штабы Хорошево ауылында урынлаша. Был визит һалдаттарҙа яуаплылыҡ тойғоһон бермә-бер арттыра. Сталиндың бойороғона ярашлы, Днепрҙы кисеү бурысы армияның иң алдынғы хәрби подразделениеларына ышанып тапшырыла.
22 сентябрҙә Днепрҙы беренселәрҙән булып Үҙәк фронтҡа
ҡараған 13-сө, 60-сы армия яугирҙәре аша сыға башлай. Улар артынса 61-се армия йылғаның уң яҡ ярына йүнәлә. Билдәле булыуынса, 112-се (16-сы гвардия) Башҡорт кавалерия дивизияһы 4-се гвардия кавалерия корпусы менән берлектә, 61-се армия составында, Украинаның Донбасс, Чернигов ҡалалары өсөн һуғыштар алып бара. Башҡорт атлылары үҙҙәрен ҡыйыу һуғышсылар итеп таныта. Кавдивизия Чернигов исемен ала һәм Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән наградлана.
Хәҙер инде 61-се армияның бойороғо менән иң алдынғыларҙан һаналған 16-сы гвардия Башҡорт кавалерия дивизияһына (командиры — полковник Г.А. Белов) Дымарка районында беренселәрҙән булып Днепр аша сығыу һәм, уның уң яҡ ярында нығынып, Белоруссияның Речица ҡалаһын яулап алыу бурысы ҡуйыла. Бындай ышаныс башҡорт кавалеристарына дәрт, рухи көс өѕтәй. Ә инде 16-сы гвардия кавдивизияһының командованиеһы был үтә мөһим бурысты башҡарыуҙы 58-се гвардия кавалерия полкына тапшыра (командиры — подполковник Т.Т. Кусимов, штаб начальнигының политбүлек урынбаѕары — майор С.Р. Әлибаев). Һөжүмгә инер алдынан, полкта асыҡ партия йыйылышы үткәрелеп, ошондай ҡарар ҡабул ителә:
1. Үлһәк үлербеҙ, Днепрҙы кисеп сығырға.
2. Днепрҙың көнбайыш ярындағы дошман плацдармын яулап алырға һәм бер аҙым да сигенмәѕкә.
3. Днепрҙа батырлыҡтың юғары өлгөләрен күрһәтеп, башҡорт һәм Украина халҡының дуѕлығын тағы бер тапҡыр раѕларға.
Иң беренселәрҙән булып Днепрҙы 4-се эскадрон яугирҙәре аша сыға (командиры — өлкән лейтенант В.М. Рудой). Был бурысты үтәр алдынан йылғаны кисеү өсөн урындағы халыҡ ярҙамы менән бүрәнәләрҙән һалдар эшләнә, балыҡсы кәмәләре йүнәтелә. Башта разведка яһап, сығыу урынын билдәләйҙәр. 26 сентябрҙә эскадрон, дошманға һиҙҙермәйенсә, Днепрҙы кисеп, йылғаның уң яҡ ярында фашистарҙың плацдармын яулап ала һәм уны артабан киңәйтеү өсөн һуғыш алып бара. Улар 58-се кавалерия полкының башҡа эскадрондарына һөжүмгә күсергә юл аса. Ошо алышта күрһәткән батырлығы өсөн эскадрон командиры В.М. Рудойға үлгәндән һуң Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.
Дивизияның 58-се гвардия полкы артынан башҡа полктар һәм 7-се гвардия кавалерия бригадаһы Днепрҙың уң яҡ ярындағы Дымарка — Недончичи тирәһендәге плацдармды киңәйтеү өсөн барған алышҡа ҡушыла.
Кавдивизияның 275-се артиллерия полкы (командиры — капитан Ш.С. Рәхмәтуллин) дошмандың көслө ҡаршылығына осрай. Ләкин улар сигенеүҙе белмәй, 36 сәғәт буйы үҙҙәре биләгән плацдармды тотоп тора, шуның менән башҡа хәрби подразделениеларҙың Днепр аша сығыуына булышлыҡ итә. Был тиңһеҙ алыш һөҙөмтәһендә артполктан бер генә расчет тороп ҡала, ҡалғандары батырҙарса һәләк була. Полк командиры Ш.С. Рәхмәтуллинға үлгәндән һуң Советтар Союзы Геройы исеме бирелә. Бындай миѕалдарҙы күпләп килтерергә мөмкин.
Артабан, 1943 йылдың октябрь —декабрь айҙарында кавдивизия, Гомель-Речица йүнәлешендәге һуғыштарҙа ҡатнашып, Беларусь еренең көнсығыш биләмәләрен дошмандан азат итеүгә тос өлөш индерә. Днепр өсөн барған һуғышта 7-се гвардия кавалерия корпусы тарафынан дошмандың 2 меңдән ашыу һалдаты һәм офицеры үлтерелә, 12 танкыһы һәм 15 орудиеһы юҡ ителә. Был алышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн бөтәһе 2438 кешегә Советтар Союзы Геройы исеме бирелә, шулар иѕәбенән 7-се кавкорпустан — 75 яугиргә. Ә инде 16-сы гвардия башҡорт кавдивизияһынан 54 кеше Герой исеменә лайыҡ була. Совет Армияһы тарихында бер генә дивизиянан да шул сама герой сыҡмай, был үҙе бер уникаль күренеш була.
Днепрҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн 16-сы кавдивизияның күп кенә һуғышсылары орден һәм миҙалдар менән дә наградланған. Шулар араһынан 22 кеше — Ҡыҙыл Байраҡ, һигеҙ яугир — Александр Невский, 38 кавалерист — 1-се дәрәжә Ватан һуғышы, етәүһе — 2-се дәрәжә Ватан һуғышы, 344-е Ҡыҙыл Йондоҙ ордендарына лайыҡ булған. Тағы ла 569 яугир — «Батырлыҡ өсөн», 42 кеше «Хәрби ҡаҙаныштар өсөн» миҙалдары менән билдәләнгән.
Ошо мәғлүмәттәргә таянып, бәлки, 30 сентябрҙе Башҡорт кавалерия дивизияһының Хәрби дан көнө тип иғлан итергә, Башҡортостандың байрамдар һәм иѕтәлекле даталар календарына индерергә кәрәктер. Ысынлап та, Днепр һуғышы милләтебеҙҙең хәрби данын күтәргән алыштарҙың береһе булған бит.
16-сы гвардия (112-се) Башҡорт кавалерия дивизияһы составында Баймаҡ районынан ғына 700 яугир була. Яҡташыбыҙ, полк командиры Т.Т. Кусимовҡа (Әбйәлил районы Күсем ауылы), Т. Миңлеғоловҡа (Баймаҡ районының Күсей ауылы), Ғ. Дәүләтовҡа (Әбйәлил районының Хәлил ауылы) Советтар Союзы Геройы исеме бирелә (һуңғы икәүһенә — үлгәндән һуң). Совет Армияһының башҡа частары составында Днепр өсөн барған һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн «Йылайыр» совхозы механизаторы В.Д. Копылов, Түбә руднигы шахтеры П.В. Кудимов та (үлгәндән һуң) Герой исеменә лайыҡ була. Шулай итеп, беҙҙең яҡташтар араһынан Днепр өсөн барған һуғышта биш кеше Советтар Союзы Геройы булып таныла. Шулай уҡ был алышта юғары хәрби ордендарға лайыҡ булыусылар ҙа күп була. М. Арыѕланов (Баймаҡ районының Темәс ауылы), Ш. Ҡотоев («Дружба» ярҙамсы хужалығы) — Ҡыҙыл Байраҡ, И. Әбүталипов (Темәс ауылы), Ә. Абаков (Баймаҡ), С. Дәүләтов (Сибай ҡасабаһы) Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары менән наградлана.
«1943 йылдың сентябрендә беҙҙең өсөн ғәзиз ҡалаға әйләнгән гүзәл Чернигов, ҡарт Днепр өсөн барған ҡаты һуғыштарҙа үҙебеҙҙең гвардия байрағына тап төшөрмәй, уны ғорур рәүештә юғары тотоп барҙыҡ, хәрби йолаларҙы арттырҙыҡ, беҙҙе үѕтергән ҡәҙерле Тыуған илебеҙҙең ышанысын намыѕ менән аҡланыҡ», — тип хат яҙа кавалеристар Башҡортостан халҡына.
Хәҙерге демократтар Совет ғәскәрҙәренең Днепрҙа немецтарҙы тар-мар итеүен күрергә теләмәй. Быйылғы календарҙа был ҙур еңеү хаҡында бер һүҙ ҙә әйтелмәгән. Ә инде Днепр өсөн һуғышта батырлыҡ күрһәткән 16-сы гвардия (112-се) кавдивизияһының роле тураһында тарихта бөтөнләй яҙылмаған. Мәскәүҙә сығарылған биш томлыҡ «История Великой Отечественной войны Советского Союза в 1941 — 1945гг.» исемле йыйынтыҡта 16-сы гвардия (112-се) Башҡорт кавалерия дивизияһы тураһында бер ниндәй ҙә мәғлүмәт юҡ. Днепр өсөн яуҙа 74 Герой биргән 25-се гвардия уҡсылар корпусы тураһында (7-се армия) айырыуса маҡтап яҙылған. Ә 54 герой биргән 16-сы гвардия (112-се) кавдивизия тураһында бер һүҙ ҙә әйтелмәгән. Ҡайҙа бында ғәҙеллек? Тарихты оноторға һәм боҙоп күрһәтергә ярамай.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Рамуза
    Рамуза от 08.04.2015, 04:52
    Бында яҙылғандар менән килешәм. Беҙҙең ҡаланан Ғәтиәтуллин Шакирйн ағай Йософ улы ла 16-сй гвардияла һуғыша, Герой исеменә лайыҡ була. Интернетта ла бер үк мәғлүмә кенә бар, әллә бер-береһенән күсереп кенә алғандар. беҙгә бергәләшеп үҙебеҙ материалдар йыйып эшкә трңотонорға кәрәктер бәлки. Минең олатайым да (Баҡалы р-ны, мостафа ауылынан Басиров Кадир (Габделҡадир) Тверь өлкәһе ерҙәрендә ятып ҡала. Бер ниндәй мәғлүмәт таба алмай интегәбеҙ. Бер нисә йыл элек туғандар ҡәберлегенә күсерелеп күмелгәнен белдек.






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 779

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 952

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780