Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » "Һәйкәл ҡатып ҡалған һын булырға тейеш түгел"
"Һәйкәл ҡатып ҡалған һын булырға тейеш түгел"Форсат сыҡҡанда ғаиләмде паркка алып барырға тырышам. Бында бөтөнләй икенсе тормош: йәшәйештең ваҡ-төйәк мәшәҡәте онотола, һауа саф, һәр кем үҙенең донъяһына сумған. Постаменттағы һәйкәл янынан иһә олоһо ла, кесеһе лә өҙөлмәй: иҫтәлеккә фотоға төшәләр, уның матур ҡуйылышына һоҡланалар. Әйткәндәй, асылда скульпторы күптәрҙе ҡыҙыҡһындырмай, ә бит һәр эштең авторы була. Һоҡланғыс ижад әһелдәренең береһе, Рәсәйҙең Рәссамдар союзы ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы, скульптор Мәүлетбай ХӘЛИЛОВ менән әңгәмәбеҙҙә һүҙҙе алыҫтан башланыҡ.

– Мәүлетбай Рамаҙан улы, ғәҙәттә, тәүге эш иҫтә ҡалыусан...
– 1994 йылдың башында күренекле әҙип Динис Бүләков (ул саҡта Башҡортостан Яҙыусылар союзының идара рәйесе ине) кабинетына саҡырып алды ла башҡорт шағиры Шәйехзада Бабичҡа һәйкәл кәрәклеге хаҡында белдерҙе. Ошоға тиклем ундай ҙур проектҡа тотонғаным булмағас, уйға ҡалһам да, был тәҡдимде шатланып ҡабул ҡылдым. Буласаҡ һәйкәлгә Дүртөйлө районында урын һайлағанда, скульптор булараҡ, мин дә ҡатнаштым.
– Һеҙ шағир менән бер ҡасан да осрашмағанһығыҙ, хатта уны ситтән дә күрмәгәнһегеҙ. Ә эшегеҙ бынамын тигән килеп сыҡҡан. Нисек уны үҙенә ныҡ оҡшатып һәм килештереп һынландыра алдығыҙ?
– Миңә Бабичтың ике фоторәсемен бирҙеләр. Береһе – Өфөлә, икенсеһе Дүртөйлөлә һаҡланған. Кем әйтмешләй, ҡармаҡ бирҙек, балығын үҙең тот. Һүрәт һүрәт инде, әммә уны тотош күңел аша үткәреп, фәлсәфәүи тәрәнлекте күрә белергә кәрәк. Әҙ генә йәшәп тә, үлемһеҙ мираҫ ҡалдырған шәхесте һынландырыу, әлбиттә, еңелдән булманы. Бынан тыш, уның яҡын туғаны менән осрашып әңгәмәләшеү ижади эшемде еңеләйтте. Әҙиптең тормош юлын да өйрәндем, әҫәрҙәрен ҡат-ҡат уҡыным.
– Бабичҡа һәйкәл тиҙ ҡойолдомо, ғөмүмән, эш күп ваҡыт талап итәме?
– Киләһе йыл ғинуарҙа шағирҙың тыуған көнө, юбилейға өлгөртөргә кәрәк, һуңлатмаҫҡа тейешһең, тинеләр Яҙыусылар союзында. Оҫтаханамдан көндәр буйы сыҡмағанымды хәтерләйем. Иң элек балсыҡтан әүәләнем, ул комиссияға тәүҙән үк оҡшаны. Артабан баҡырҙан ҡойҙом. Бер йыл тиеүем сағыштырмаса әйтелде, күп осраҡта унан да күберәк ваҡыт китә.
– Олуғ ғалим һәм сәйәсмән Әхмәтзәки Вәлидигә һәйкәл ҡуйыу ҙа — күптән өлгөрөп еткән мәсьәлә. Ишетеп белеүемсә, был ҙур хеҙмәтте лә һеҙгә ышанып тапшырмаҡсылар...
– Был миңә ҙур яуаплылыҡ та, мәртәбә лә өҫтәй. Ниңәлер Вәлидиҙе юғарыға ҡаратып, көләс йөҙ менән һынландырыу модаға инеп китте. Әлбиттә, бында бер ниндәй ҙә хилафлыҡ күрмәйем, әммә, минеңсә, йылмайыуҙан бигерәк уға олпатлыҡ, тәрән аҡыл хас. Шуға күрә һәйкәлен эшләгәндә мотлаҡ ошо сифаттар өҫтөнлөк аласаҡ. Йәмәғәтселек, кешелек донъяһы Әхмәтзәки Вәлидиҙе ғалим тип белә. Яҡташым ғына түгел, ә ҡан-ҡәрҙәшебеҙ, башҡорт халҡының батыр улы булғаны өсөн генә лә быны эшләргә бурыслымын. Хәмзә хәҙрәт Ғәлләмовтың һәйкәлде финанслауҙы үҙ өҫтөнә алыуы шатлыҡлы, Башҡортостандың "Төньяҡ амурҙары" хәрби-тарихи клубы идараһы рәйесе Илдар Юлбарисов та был уй менән янып йөрөй.
– Бабичҡа ҡуйылғандан тыш, тағы ла ниндәй эштәрегеҙ бар?
– Төрлө йүнәлештә ижад итеү хас минең булмышыма. Арҙаҡлы шәхестәребеҙҙе мәңгеләштереү уйы йөрәгемә һис тә тынғылыҡ бирмәй. Белорет районының Сермән ауылында күренекле актер, режиссер, драматург Арыҫлан Мөбәрәковҡа, Ишембай ҡалаһында Әхмәтзәки Вәлидигә ҡуйылған һәйкәлдәр – шуға асыҡ миҫал. Бала темаһы ла ситтә ҡалманы – ул Дим биҫтәһенә йәм өҫтәй, халыҡты үҙенә тартып тора. Салауат районындағы "Янғантау" шифаханаһында иһә көтөүсе һыны үҙенсәлекле генә килеп сыҡты. Урал батырға арналған композицияның авторы ла мин. Башҡорт дәүләт филармонияһында ҡасандыр баш режиссер йөгөн тартҡан талантлы ағайыбыҙ Фәтих Ихсановҡа ҡәбер ташы ҡуйҙым. Сипайлово биҫтәһендә Башҡорт дәүләт аграр университеты доценты Илдар Кәримовты һынландырҙым. Һанай башлаһаң, күп улар.
– Ҡайһы бер осраҡта һеҙгә әҙер эскиз буйынса заказ бирәләр. Үҙеңдең идеяңды тормошҡа ашырыу отошломо, әллә заказ буйынса эшләү еңелерәкме?
– Минеңсә, әҙер проектҡа ҡарағанда үҙең уйлап йөрөгәнде, күңелдә өлгөрткәнде ғәмәлгә ашырыуы күпкә уңайлыраҡ.
– Асылда, скульптор кем ул?
– Һығылмалы фекерләй белмәйһең икән, скульптор исемен күтәреп йөрөүҙән ни фәтүә?! Һәйкәл ҡатып ҡалған һын булырға тейеш түгел, ә унан яҡтылыҡ бөркөлөүе, эсенә тәрән йөкмәтке һалыныуы — тәүшарт. Остазым Николай Калинушкин күңелемә ошо фекерҙе һеңдерә алған икән, был уның скульптор таланты хаҡында һөйләй. Оҫталыҡтың, ижади ҡараштың беренсе урында тороуы мөһим, унан һуң ғына тырышлыҡ килә.
– Мәүлетбай Рамаҙан улы, ихлас яуаптарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт. Киләсәктә баш ҡаланың үҙәгендә Әхмәтзәки Вәлидиҙе һынландырған һәйкәлде күрергә яҙһын.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 255

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 779

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 952

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 855

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779