Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Беҙҙекеләр булдыра!
Беҙҙекеләр булдыра!Әбйәлилдә шиғыр яҙып ҡарамаған кеше юҡтыр ул. Ә инде үҙҙәрен шағир тип атап, шиғри шәлкемдәрен гәзит-журналдарҙа баҫтырып, хатта бер-ике китап нәшер итеп өлгөргәндәре ауыл һайын тиерлек. Районда “Йәйғор” исемле ярайһы уҡ ҙур әҙәби ойошма эшләп, “Осҡон” гәзитендә ошо уҡ исемдәге махсус әҙәби бит оҙаҡ йылдар даими сығып килә.

Ижад менән мауыҡҡан кешенең ҡулына үҙ китабын алыу теләге тәбиғи, ләкин бөтәһенең дә махсус нәшриәттә баҫылыу мөмкинлеге юҡ. Шунлыҡтан тиҫтә йыл самаһы элек үк үҙнәшер юлын эҙләүселәр район типографияһының юлын тапай башлағайны. Ул саҡта ҡәҙимге А4 форматындағы төҫлө ҡағыҙ менән тышланған дәфтәр ҙурлыҡ китапсыҡтарҙы нисек ҡыуанып ҡулға ала торғайны авторҙар. Ә бөгөн Әбйәлил типографияһында нәшер ителгәндәрен ысын сәнғәт өлгөһө тип атарға була.
Ауыл типографияларының да гөрләп торған замандары бар ине. Әммә район гәзиттәре Белорет ҡалаһында баҫыла башлағас, күп кенә ойошма-предприятиелар ябылып, бланктарға заказдар ҡырҡа кәмегәс, Асҡар типографияһы ла юҡҡа сығыу ҡурҡынысы аҫтында тороп ҡалды.
— Шул ваҡытта беҙгә, әмәлгә ҡалғандай, Сибайҙан коллегабыҙ А. Хәлитов килеп төштө, — тип һөйләй типография мөдире Рәсимә Мостафина. – Азат Ибраһим улы: “Һеҙ ниңә китап сығармайһығыҙ? Былай нисек табыш алаһығыҙ һуң?” – тип аптыраны һәм тәжрибә уртаҡлашып ҡайтырға саҡырҙы. Әлбиттә, Сибайҙа техник яҡтан йыһазландырыу беҙҙекенән күпкә яҡшыраҡ ине. Шулай ҙа ҡыҙҙарға күрһәтергә тип, ҡатырға тышлы бер китап алып ҡайттым. Бала уйынсыҡтың эсендә нимә бар икән тип ватып ҡараған кеүек, беҙ ҙә теге китапты һүтеп, нисек эшләүҙәрен өйрәндек. Һәм минең алтын ҡуллы төпләүселәрем “Була!” тигән хөкөм сығарҙы…
Булыуын була ла ул, әммә ниндәй көс менән? Әлбиттә, ҡул көсө менән, ябай ҡайсы, елем һәм степлер, хатта сүкеш һәм ҡыпһыуыр ярҙамында… Юҡ, уларына тиклем әле тәүҙә оператор Фәниә Шәйбәкова китаптың тексын компьютерҙа йыя. Быныһы үҙе бер хикмәт! Сөнки Фәниә – Үзбәкстанда урыҫса һөйләшеп үҫкән татар ҡыҙы. Ул Өфө полиграфия техникумында линотипист һөнәрен алып, 1981 йылда юллама буйынса Әбйәлилгә килгәндә башҡортса бер ауыҙ һүҙ белмәй ине. Әммә “Осҡон” гәзитен йыйырға кәрәк. Тәүге осорҙа төнгө өскә тиклем ултырған саҡтары була, әммә сос, отҡор ҡыҙ барыһына ла өйрәнә. Ул ғына түгел, бөгөн Фәниә Сафуан ҡыҙын үҙ эшенең оҫтаһы тип атарға була, башҡорт телен дә һыу кеүек “эсә”. Китаптарҙы йыйыуҙа уға “Осҡон” гәзитенең компьютер операторҙары Гөлсирә Мөхәмәтдинова менән Азат Көмөшбаевтар ҙа ҙур ярҙам күрһәтә.
Шулай итеп, компьютерҙа йыйылған һәм нәшерләнгән китап ризографта баҫыусы Илшат Мифтахов ҡулына эләгә һәм, тиҙ арала эшләнеп, төпләүселәр Зифа Әғзәмова менән Венера Горбуноваға күсә. Ошонда башлана ла инде фальцовка тип аталған иң мәшәҡәтле процесс. Махсус машина булмағас, ҡыҙҙар буласаҡ китаптың биттәрен өҫтәлдәргә, унан тәҙрә төптәренә, хатта иҙәнгә теҙәләр ҙә бөртөкләп ҡул менән йыйып сығалар. Әйтергә кәрәк, әле уларҙың берәй ваҡыт яңылыш булһа ла биттәрҙе бутап һалғандары юҡ. Был – эшкә ифрат яуаплы ҡарауҙың һөҙөмтәһе. Ә бит китаптар йыш ҡына 250-300 битлек була. Ә һуңғы “Әбйәлил ул – беҙҙең һөйгән ил” альманахы хатта 550 (!) битлек булды. Фальцовка тамамланғас, степлер менән китапты тегәләр, нығыраҡ тотһон өсөн сүкеш менән туҡмайҙар, уныһы ҡыйыш китһә, ҡыпһыуырҙы эшкә егәләр. Шунан һуң ғына китап яһау процесына берҙән-бер техника – утыҙ биш йыл элек (!) алынған һәм ай һайын тиерлек ватылған ҡағыҙ ҡырҡыу машинаһы ҡушыла.
Дүрт яғынан тигеҙләп киҫкәс, китапты төпләү башлана: был эште ҡарап тороу үҙе бер кинәнес, сөнки Зифа менән Венера эксклюзив сувенир эшләгән кеүек һәр операцияны тәфсирләп башҡара. Тәүҙә ҡатырғаларҙы кәрәкле үлсәүгә ярашлы тип-тигеҙ генә итеп ҡырҡып алалар, унан һәр детален айырым-айырым елемләйҙәр. Был эште лә улар шундай оҫта башҡара: саҡ ҡына ла ҡубып торған ерен тапмаҫһың… “Беҙҙең китапты бөкләгән килеш яҫтыҡ аҫтына һалып йоҡлаһаң да бер нәмә лә булмай, — тип шаярта Зифа Закир ҡыҙы. – Уҡытыусылар әллә күпме дәреслек, методик ҡулланмаларын беҙҙән яңынан тышлатып ала…”
Типография хеҙмәткәрҙәре бер урында тапанмай: әленән-әле яңылыҡтар, камиллашыу юлдарын эҙләй. Был йәһәттән йыл һайын баш ҡалала ойошторолған “Тамға” медиаиндустрия күргәҙмәһенән төрлө нәмәләргә өйрәнеп ҡайталар. Төҫлө тыштар яһап, бер килке заказсыларҙы арттырғайнылар, уны ламинат менән көпләй башлағас, китаптар тағы ла матурыраҡ сыға башланы. Китап нәшер итеү эше менән таныш булған күренекле шағир Әсхәл Әхмәт-Хужа ҡыҙҙарға кәңәштәре менән ярҙам итеп тора. Әйткәндәй, ул үҙе лә һуңғы йылдарҙа ижад иткән өс китабын бында нәшер итте. Урындағы билдәле шағирә-тыуған яҡты өйрәнеүсе Флүрә Низамова дүрт, яҙыусы Иҙрис Ноғоманов өс китап баҫтырҙы. Дөйөм алғанда, йөҙләп китап эшләгән, шунса ижад кешеһенә изге хыялын тормошҡа ашырырға ярҙам иткән типография хеҙмәткәрҙәре. Райондың әҙәби көстәре ижади кисәләренең береһенә типография ҡыҙҙарын саҡырып, рәхмәттәрен белдереп, бүләк тапшырыуҙары улар күңеленә тағы ла нығыраҡ ҡанат ҡуйҙы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 779

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 952

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780