Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Ысын ижадсыБашҡорттоң донъяны күреп-танып күҙаллауы һәм шул сифат уның ижады, көнитмеше, уй-фекеренә төп күрһәткес булыуы — этнологияла киң билдәле феномен. С. Рыбаков, Р. Игнатьев, С. Руденко һәм башҡа ғалимдар "тәбиғәт балаһы" башҡорттоң ни күрһә шул турала йырлауын, данлауын иғтибарға алып яҙған. Матурлыҡты, ғәжәби тәбиғәт гармонияһын билдәләр, символдар, биҙәктәр, төҫтәр ҡушымтаһы аша дөйөмләштереп, оҫта һәм нисәмә быуат кешеһен һоҡландыра алырлыҡ итеп үҙ милли кейемен эшләгән башҡорт бит ул! Тәбиғәттән бирелгән зауыҡ, тышҡы донъяның күрмәлекле фекерен тәрән һәм аҡыллы сағылдыра алыу һәләте мәшһүр Уралда төп халыҡ булып йәшәгән башҡорттоң ҡанында, генында туҡылған. Ошо милли һыҙат рәссам, фотограф, кинорежиссер егет-ҡыҙҙарыбыҙҙың ижадында сағыу дауам итә.

Ошондай фекер нығый Айрат Нурмөхәмәтовтың ижадын байҡағанда. Гәзит — уҡымышлы, мәҙәниәтле кешенең донъя менән өҙлөкһөҙ матур бәйләнештә булыуына һәм һәр көн фекерен, күңелен үҫтереү эшендә тороуына иң гарантиялы ысул. Шуға ла уны ҡулға алыу һәм күреү менән беҙ дәрт, дарман, рух яңыртабыҙ. Был осраҡта фотоһүрәт гәзиттең кейгән күлдәгеләй. Айраттың фотоһүрәттәре "Башҡортостан" гәзитенең күркенә, зауыҡлы кейеменә һәм иң өнһөҙ, иң ҡыҫҡа, әммә иң мәғлүмәтле билдә сығанағына әүерелде. Уның эштәрендә "ни күрҙем — шуны төшөрҙөм" тигән принцип юҡ, улар — оло ижад.
Ижад битараф, һай күңелле, тар аҡыллы кешегә хас түгел. Айраттың төрлө осрашыуҙарҙа, конференцияларҙа эшләү алымына күп тапҡыр иғтибар иткәнем булды. Ул бик оҙаҡ һәм иғтибар биреп тыңлай, унан тейешле ракурс эҙләй. Һәм иң аптыратҡаны — бер үк күренеште төрлөсә төшөрөп ала. Иң кәрәкле фекерҙе тотоп алып, мәлде туҡтатып, мәғлүмәтле кадр эҙләй ул. Уның фотоһүрәте — үҙе бер айырым хеҙмәт. Ғалим, игенсе, сәйәсмән танылып тора. Төшөргән фоторәсемен бер нисә рәт шунда уҡ тикшереп ала. Тағы ҡабатлай. Шуға ла уның фотоһүрәте һәр саҡ йөкмәткеле, мәғәнәле һәм маҡсатлы. Мәҡәлә йәки очерктың, китаптың иң төп булмышын һәм асылын тотоп алмаһа, эшләгән фотола үҙенең йөрәк тибеше, фекере, моңо булмаһа, Айрат Билал улы уны донъяға сығармай. Үҙ-үҙенә, эшенә талапсанлығы, күргән донъя, кеше, тәбиғәт менән фекерҙәш, ауаздаш булырға ынтылышы уны ысын ижадсы, оҫта итә лә инде!
Ҡыҙғаныс, йәш журналистар хәҙер мәҡәлә яҙғанда йөрәк көсөн, күңелен һала тип әйтә алмайым. Диктофон ҡабыҙа ла, аҙаҡ уны тыңлап, йәһәт кенә ҡағыҙға күсерә. Уҡыусыла ул мәҡәләнән илһам йәки күңел бөтөнлөгө тыумай ҙа, тыуырлыҡ та түгел. Ихласлыҡ ҡылыу — тулы күңелле кеше сифаты, башҡарған эше уның исемен әйтеп тора.
Йәнә бер күҙәтеү. Гәзит, телевидение экраны йә иһә радио аша бирелгән һәр кире һүҙ, фекер, һүрәт, кадр меңдәргә тиражланып, яман көс һәм уҫаллыҡ туплап, йыһандан кире әйләнеп ҡайта. Шуға ла "фажиғә", "һәләкәт", "бәлә-ҡаза" һәм башҡа һүҙҙәр оло ҡара хәреф менән яҙылырға тейеш түгел. Теге йәки был ҡаза, ҡанлы үлеш күренештәрен фотоһүрәт итеп күрһәтеү менән уның ғибрәте кәмемәй, арта ғына. Үле һарыҡты, атылған бүрене йәки иҫеректең рюмка тотҡанын күрһәтеү мотлаҡ түгел. Матурлыҡты матурламайҙар — был уны боҙа ғына. Яманлыҡты һүрәтләп ҡабатламайҙар — кейәһе арта ғына...
Айрат Нурмөхәмәтов ижадында ошондай нескә сиктәрҙе тойоу һәм хаталанмау кәре көслө. Һәм был, әлбиттә, юғары мәҙәнилек һәм интеллект билдәһе. Хәҙерге интеллектуаль көрсөк заманында ысын ижадсы айырылып тора. Атаҡлы рәссам Микеланджело һүрәттәрен ижад иткәндә реаль күренеш, ысын кешеләрҙең хис-тойғоһона инер өсөн улар менән бергә уйлаған, кисергән, илаған.
Был хисле, үтә тәьҫирле ижадты дин шайтан ҡотҡоһо тип таный һәм уны эҙәрлекләй. Әммә быға Микеланджело: "Мин мәңгелек өсөн ижад итәм. Ә мәңгелек Аллаһ менән бер!" — тип яуап биргән.
Һәр ижад бер көн өсөн түгел, артабан йәшәр өсөн тыуырға тейеш. Айраттың фотоһүрәттәренә сөсөләнеп маҡтау йә тупаҫлыҡ, поза культы йәки плакатлыҡ хас түгел. Шуға ла уҡыусы битараф түгел Айрат Нурмөхәмәтовтың эшенә. Һәр саҡ яңылыҡ көтә, фекер эҙләй, аҡыл-хис көҫәй халыҡ уның ижадынан. Һәм таба! Ә был инде юғары профессионаллек билдәһе. Әммә унан да юғары — Айраттың илһөйәр, ватансыл йөрәге йәки гражданлыҡ баҫҡысы! Гүзәл һәм үҙенсәлекле мәлдәрҙе "туҡтатып", һөйләтә ала ул!
Республикабыҙ журналистарының Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһына Айрат Билал улы, һис шикһеҙ, лайыҡ. 30 йыл буйы бер гәзиткә, бер илһамға, халыҡҡа һәм тыуған илде төҙөкләндереүгә һалған хеҙмәте юғары баһа алып, яҡшы үрнәк, ғәҙел һабаҡ булыуына ышаныс белдерәм.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 779

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 844

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780