Эшһөйәр кешеләргә тиңләшеп үҫтек, уларҙан өлгө алдыҡ. Ә хәҙер?..Командировкала саҡта, юл ыңғайы, элек миллионер булып та, иҡтисади хәле тәрән көрсөккә килеп терәлгән хужалыҡтың машиналар паркына һуғылдым. Дәһшәтле яу, аяуһыҙ ҡыйралыш үткәндәй туҙырашып ятҡан техника һөлдәләре кәйефте ҡырып, эсте бошороп ҡына ҡалманы, йәнде һипһендереп, һиҫкәндереп, көйҙөрөп ебәрҙе. Шул вайран килеп сәсрәгән тимер-томор араһында йөрөп ятҡанда, ҡарашым ҡоромло стенаға эленгән, буяуы уңып бөткән биш былтырғы саҡырыуға төртөлдө: "Хеҙмәткә дан!" Үҙ-үҙемә һорау бирҙем, элекке хеҙмәтте данлаймы был яҙыу ишараты, әллә замана тыуҙырған ялҡаулыҡтымы? Элеккенелер, сөнки хәҙерге ҡойто, фәҡәт күҙ буяуға ҡоролған илке-һалҡы көнитмеш, ана бит, күҙ алдында...
Хәтирәләргә йыш бирелеү, йәнә өҙлөкһөҙ мыжыу — ҡартайыу билдәһе, тигәйне бер танышым, бәлки, шулайҙыр ҙа, әммә бөгөнгө менән генә йәшәп, үткән осорҙағы яҡшы яҡтарҙы, ыңғай күренештәрҙе онотоу ҙа дөрөҫ түгелдер.
Элек, асыҡлап әйткәндә, социализм осоронда хеҙмәткә ҡараш икенсерәк ине, минеңсә, етдиерәк, ҡәтғиерәк, талапсаныраҡ булды. Беҙҙе, ауыл малайҙарын, 7-8 йәштән ат башына күбә тарттырырға ултырттылар. 10-12 йәшкә етһәң, тырмаға күсәһең, ары — бесән сапҡысҡа, быуындарың нығына төшһә — салғы йә кәбән һалырға өс саталы күкрәк һәнәге килтереп тотторалар. Август тыуһа, силос өлгөрә, уныһы тамамланһа – ашлығы; ҡыҙ-ҡырҡынды ырҙын табағына сығаралар, малайҙарҙы комбайнер ярҙамсыһы итәләр. Көндәр буйы ҡояшта ҡаҡланаһың, ҡулдарың һөйәлләнеп ҡата. 8-се класта уҡығанда, бер ай буйы силосты траншеяларға һалып, 28 һум алғаным оло бер тантана булып иҫтә ҡалған. Уны ла бүлексә хужаһы Сәлихйән ағай 1 сентябрҙә линейка алдында конвертҡа һалып тапшырҙы. Был ҡылыҡты һуңғараҡ төшөндөм — ул шулайтып хеҙмәтте ҡайғыртып, уның баһаһын, бәҫен арттырып, эшләгән кешене күтәрмәләп йөрөгән.
Ҡыуанысымдың сиге булманы ул саҡта, бер генә мәлгә мәктәптең иң бай кешеһенә әүерелдем. Мин генәме ни, йәйге каникул етһә, тиҫтерҙәремдең береһе лә ҡул ҡаушырып тик ултырманы, йәшенә, мөмкинлектәренә ҡарап һәр береһенә тәғәйен мәшәҡәте, шөғөлө табыла торҙо. Миҙгелләп кенә түгел, йыл әйләнәһенә эштә үтте көнөбөҙ, ҡыш етһә, кәртә-ҡура тирәһе, мал бағыу, ихатаны ҡарҙан таҙартыу, алыҫтағы ҡоҙоҡтан һыу килтереү һәммәбеҙҙең елкәһендә ине. Шулай итеп, хеҙмәт сыныҡтырҙы беҙҙең быуынды, хеҙмәт тәрбиәләне. Мәктәпкә барһаҡ, Алексей Стахановты данлаған мәҡәләләрҙе уҡыныҡ, өйрәндек. Башҡортостанды байытҡан, бар иткән, данға күмгән Риза Яхин, Шәүәли Вәхитов, Эльвира Гулина, Банат Батырова, беҙҙең төбәктәге Социалистик Хеҙмәт Геройҙары — баҫыусылыҡ бригадиры Ғилметдин Ҡырымғужин, агроном Ғиниәт Насиров, уҡытыусы Лира Камаловалар телдән төшмәне.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улар хаҡында белмәй ХХI быуат балалары, белергә лә теләмәй. Урындағы хеҙмәт батырҙарының урындары ла түрҙә, тантаналы йыйылыштарҙың президиумында ине. Ошондай эшһөйәр кешеләргә тиңләшеп үҫтек, уларҙан өлгө алдыҡ. Хеҙмәтенә күрә хөрмәт тә күрһәтелде, алдынғыларға даими рәүештә шөһрәт танытмаларын тапшырҙылар, орден-миҙалдар таҡтылар, ҡиммәтле, затлы бүләктәр бирҙеләр. Орден, тигәндәй, ил Президенты В.В. Путин "Хеҙмәт Геройы"н тергеҙергә ҡарар итте. Уйы һәм теләге изге. Тик кемгә бирелер икән һуң ул юғары дәрәжә? Бәхәс юҡ, намыҫлыларға, егәрлеләргә, елгерҙәргә әле лә ҡырғын теймәгән. Тик хеҙмәт ҡаһармандары хаҡында бөтөнләй белмәйбеҙ бит, улар тураһында гәзиттәргә яҙмайҙар, радионан һөйләмәйҙәр, телевизорҙан күрһәтмәйҙәр, яңылыҡтар ҙа янғындарҙы, һыу баҫыуҙарҙы, үлтереш-ҡырылыштарҙы бәйән итеүҙән башлана. Күҙ алдында гел бер үк кешеләр һыны ялпылдай: Николай Валуев, Алла Пугачева, Максим Галкин, Михаил Задорнов...
Тураһын ғына әйткәндә, шул шау-шоу менән башты ҡатырғандарға ҡалып бара көнөбөҙ. Кәмитселәр көлдөрөп аҡса һуға, беҙҙең тамаҡты туйҙырырлыҡ, өҫтөбөҙҙө бөтәйтерлек рәттәре юҡ. Ярай, 4-5 йыл тирәһе ауыҙ йырырбыҙ ҙа ул, һуңынан ас ҡорһаҡҡа көлкө лә килмәй башлар. Герой исемен тос йоҙроҡло Николай Валуевҡа бирә ҡалһалар, урамға сыҡһаҡ, унан үрнәк алған берәйһе һеңгәҙәтә һуғып ҡуймаҫмы икән тип шөбһәләнә биреп тә ҡуям. Шикләнеүем бик тә урынлы, сөнки замана телевидениеһы өҙлөкһөҙ, ныҡышмал рәүештә баштағы ҡауаҡ менән көрәшә, ҡатын-ҡыҙҙарҙың шәхси гигиенаһын ҡайғырта, көсләүҙе, талауҙы, урлауҙы, ҡан ҡойошто данлай.
Быйылғы абитуриенттарҙың ҡайһы уҡыу йорттарын һайлауы менән ҡыҙыҡһындым: юрист, иҡтисадсы, бухгалтер, сауҙа бүлектәренә инергә теләүселәр бихисап булып сыҡты. Бик тә мәслихәт, ынтылыштары аңлашыла. Иллә шул уҡ ваҡытта ауыл хужалығына, төҙөлөшкә барырға теләүселәр юҡ кимәлендә. Булған хәлдә лә ул һөнәрҙәрҙе һуңғы сиратта оңҡотораҡтар һайлай. Һорау тыуа: юғары белемлеләр, отҡорҙар ошо йүнәлештәргә кәрәкмәйме икән ни?! Һис һүҙһеҙ кәрәк, тик әтнәкә шунда: ул һөнәрҙәргә ҡәҙер-хөрмәт китте, физик хеҙмәт башҡарыусыларға йүнле эш хаҡы түләмәйҙәр. Беҙҙең заманда "Кем эшләмәй, шул ашамай!" әйтеме бик тә көнүҙәк яңғырай торғайны. Эшләгән кеше хеҙмәтенә, тир түгеүенә ҡарап лайыҡлы эш хаҡын алырға ла тейеш бит.
Бөгөн иҡтисадсыларҙан (иҡтисадтың хәле үтә мөшкөл саҡта), бухгалтерҙарҙан (аҡса юҡ заманда), юристарҙан (закондар үтәлмәгәндә), халыҡсан итеп әйткәндә, быуа быуырлыҡ. Улар эш таба алмай йүгергеләй йә йылы урын юҡлыҡҡа һылтанып өйҙәрендә ята. Һин дә түрә, мин дә түрә, атҡа бесән кем һала, тиҙәр бит әле, шул осор килеп етте. Офиста компьютерҙа, күләгәлә рәхәтләнергә ынтылыусылар менән урам тулған, ә кем һуң бирелеп, ысын күңелдән йәмғиәткә хеҙмәт итер?
Бер танышым һеңлеһенә эш урыны эҙләп шылтыратты. "Ниндәйерәк?" — тинем аныҡлап. "Ниндәй булһа ла бара!" Үтенгәстәре, юҡ ваҡытымды бар итеп, йыйыштырыусы эшен таптым: аҡсаһы ла арыу ғына, вазифаһы ла мәшәҡәтһеҙ, предприятиеның коридорын иртәле-кисле йыуып сығарыу — бар ауырлығы. Теге йәш ҡыҙға шылтыраттым, ә ул үпкәләү генә түгел, яман сәсрәп асыуланып китте: "Һеҙ мине кемгә иҫәпләйһегеҙ, мин бит офиста эшләргә теләйем!" Ул тир түгергә йыйынмай ҙа, ҡул ҡаушырып, ҡағыҙҙар ҡыштырҙатыу, техник тәнәфес һылтауынан көноҙоно сәй һөрпөлдәтеү — бар хыялы, шуныһы ҡыҙғаныс. Тәтәй ҡыҙ, буласаҡ әсә кейәүгә сыҡҡас та, кер йыумай, өй йыйыштырмай, тамаҡ яраштырмай ғына көн итергә йыйынамы икән ни?
Әле ысынбарлыҡҡа тап килмәгән бер күренешкә аптырайһың: эш урындары етерлек, әммә шул уҡ ваҡытта эшһеҙҙәр армияһы артҡандан-арта. Был һорауға юғарыла өлөшләтә яуап бирҙем дә инде — бөгөнгө йәштәр ҡулдарын бысратмай-ҡабарсытмай ғына йәшәргә теләй. Өҫтәүенә нимәгә кәрәккән-кәрәкмәгәнгә йонсорға, тир түгергә, эшһеҙлек пособиеһын ваҡытында һуңлатмай түләйҙәр ҙә. Бил бөкһәң дә, шул аҡсаны алаһың, түбәгә төкөрөп ятһаң да, минималка тип аталған тәғәйен болоңдо килтереп тотторалар, айырма юҡ.
Рәсәйҙә йыл башынан 1 миллион 106 мең кеше эшһеҙлек буйынса рәсми иҫәптә тора (ошо һанға ҡағыҙға теркәлмәгәндәрен ҡушһаң, эшһеҙлек әллә күпмегә артып китер ине). Иманым камил, хеҙмәт көҫәүселәрҙең яртыһынан күберәге көрәк тоторға, физик хеҙмәт атҡарырға ризалашмаҫ ине, шулай булғас: "Офис хеҙмәтенә дан!" саҡырыуын тергеҙергә генә ҡала. Эшһеҙлек буйынса пособие түләп, халыҡты ялҡаулыҡҡа өйрәттеләр, минеңсә, әҙәм балаһынан әрәмтамаҡ яһанылар. Бәлки, мин хаталанамдыр ҙа, ни тиһәң дә, һәр кемгә көнөнә өс-дүрт тапҡыр тәғәмләнеү фарыз. Икенсе яҡтан, ашарға теләһәң, эшләргә, ергә эйелергә лә кәрәк бит әле. Әүәле кеше сәбәпһеҙ өс көн эшкә сыҡмаһа, ауыл Советына саҡыртырҙар ине, ары ла ыжламаһа, уның менән махсус органдар шөғөлләнде.
Иң йәнгә тейгәне тағы ла шул: ауыл хужалығында эшләгәндәргә күп ерҙәрҙә йылдар буйы бөтөнләй эш хаҡы түләмәйҙәр. Шуның өсөн дә ғаиләне аҫрарлыҡ аҡсаны ир-егеттәр сит тарафтарҙан эҙләргә мәжбүр. Совхоз директоры вазифаһында эшләгән дуҫым үртәлеп һөйләп торҙо быйыл: "Йәй осоронда эшсе ҡулы етешмәгәнлектән бесән етештереү туҡтап ҡалғас, сит ауылдарҙан ир-егеттәрҙе ялларға тура килде. Мәшәҡәте шунда: уларға йоҡлап йөрөрлөк урын, туҡланыр ашхана хәстәрләргә лә кәрәк бит әле. "Бынау хәтлем ҙур ауылдың кешеләре ҡайҙа булып бөткән?" Эшкә һәләтлеләрҙең һәммәһе лә яҡындарын ҡалдырып Себерҙә йөрөй, ә бында арҡырыны буйлай һалырлыҡ әҙәм тапмаҫһың". Бына һиңә мә, ысын ер хужалары солтан булыр ерҙә олтанға ҡалып һөргөн тарафтарында интегә, ә йүнһеҙлеккә баштарын һалған булдыҡһыҙҙар, билдәле әкиәттәге мейес башында ятҡан Емеля ише, алма беш, ауыҙыма төш, тип араҡы, көмөшкә эҙләп, өй беренсә темеҫкенә, ел һуғара. Бер ҡайтҡанымда бахмурҙан шаңҡып йөрөгән берәүҙе тап итеп тиргәп ташланым: "Былайтып тинтерәгәнсе, ауыл һыйырҙарын көтһәң, аҡсалы ла, ҡышҡа етмәле аҙыҡлы ла булыр инең, белек!?" "Мейе ҡайнап торған эҫелә һыйырҙар артынан эйәреп үксә ҡабартырға мине алйот тип беләһегеҙме әллә!"
Бер абруйлы етәксенән һорарға йөрьәт иттем: "Эшһеҙлек ҡайҙан барлыҡҡа килә икән ул, йәнә ни сәбәптән көрсөккә килеп терәлдек?" Бик тә анһат яуапты ишеттем: "Беҙҙә генә түгел, тотош Ер шарында көрсөк!" Шуны әйтер инем, кризис тигән нәмә иң башта ел уйнаған аҡылһыҙ баштарҙа ярала, шунан һуң ғына башҡа өлкәләргә күсә. Ҡағыҙ аҡса сығарып, тинлектәр һуғып ҡына байып булмай. Аҡса һуғыу станогында ун һумлыҡты баҫҡанһың икән, һатып алырлыҡ ун һумлыҡ тауар ҙа етештерергә тейешһең. Был иҡтисадтың үтә лә ябай формулаһы. Ә беҙ етештереү урынына Ҡытай аламаһын ҡырҡҡа әйләндереп әүеш-теүеш итәбеҙ (нисек тә көн итергә кәрәк бит). Хеҙмәткә тейешле иғтибар булһа, эшенә ҡарап түләһәләр, белгестәрҙе сама белеп әҙерләһәләр, эшһеҙлек тә артмаҫ ине, бәлки. Мәҫәлән, йыл һайын меңәрләгән уҡытыусы диплом ала, шул уҡ ваҡытта мәктәптәр ябыла, мөғәллимдәр һаны ҡыҫҡара. Шулай булғас, көнэлгәре эшһеҙҙәр сафын ишәйтәбеҙ түгелме?
Беҙҙең ауылда әүәле Фазылйән ағай баҫыусылыҡ буйынса бригадир йөгөн тартты. Уның фиҙакәр хеҙмәте Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, "Почет Билдәһе" ордендары, "Намыҫлы хеҙмәте өсөн" миҙалы менән билдәләнде. Клубта ойошторолған киске уйынды таң атҡансы һуҙып, йоҡлап, ҡырға сығырға һуңлап ҡалғандарҙы сыбыртҡы менән ялландырып ебәреүҙән дә тартынмай торғайны. Туҡмалған үҫмерҙең ата-әсәләренең иҫтәре лә китмәй, бик тә урынлы эшләгәнһең, ти ҙә ҡуялар. Ә хәҙергеләр ҡырын ҡараған өсөн дә судлашып, тәмһеҙләшергә, төймәләй ҡытыршылыҡты дөйәләй ғауғаға әйләндерергә әҙер. Ошо ерҙә төп теманан ситләшеп шуны өҫтәйем: бөгөнгө мәктәп балаларының фәҡәт хоҡуҡтары ғына бар, бер ниндәй бурыс тары ла, үтәр йөкләмәләре лә юҡ, хеҙмәт дәрестәрендә лә шөғөлләнергә теләмәйҙәр. Ысынлап әйтәм, шул Фазылйән ағайҙың һигеҙҙән үрелгән ғәҙел сыбыртҡыһын һағынам бөгөн.
Беҙҙең ил Конституцияһында, кеше хеҙмәткә хоҡуҡлы, тип яҙып ҡуйылған. Риза түгелмен, хеҙмәт хоҡуҡ түгел, ул һәр кем үтәр мөҡәддәс бурыс булырға тейеш. Хеҙмәт, Чарльз Дарвин иҫбатлауынса, маймылдан ике аяҡлы, аңлы кеше яһаған. Шул аңлы кеше ғүмер баҡый ер һөрөп иген иккән, мал аҫраған, йорттар төҙөгән, әҙәм үтмәҫ шырлыҡтар аша юлдар һалған, бер-береһен физик яҡтан да, рухи яҡтан да дауалаған, киләсәктә ошо донъя бөтөн килеш ҡалһын өсөн балалар тәрбиәләгән, ижад иткән, Йыһанға осҡан, бер һүҙ менән генә әйткәндә, хәләл тирен түгеп, мөмкинлектәренә һәм һәләтенә ҡарап тәғәйен хеҙмәт башҡарған һәм атҡарған. Һәр кем шул юл менән Ватаныбыҙға намыҫлы хеҙмәт итһә, көнитмешебеҙ ҙә бөтөн, йәшәүебеҙгә лә ҡот һәм бәрәкәт ҡуныр ине.
Сибай ҡалаһына инер ергә ҙур, матур хәрефтәр менән "Таусылар хеҙмәтенә дан!" тип яҙып ҡуйғандар. Барыбер күңел ирәйеп китә шул һүҙҙәрҙе уҡығанда, тимәк, ерҙә хеҙмәт төшөнсәһе йәшәй, һәм уны онотмағандар әлегә. Шулай булғас, яҡшыға юрарға ла урын бар. Һәр хәлдә шуға өмөт итәйек!