Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Фиҙакәрлек менән яуланған үрҙәр
Фиҙакәрлек менән яуланған үрҙәрГөлфиә апайҙың 60 йәшлек юбилейы уңайынан тыуған яҡтарында йөрөп, ул эскән һыуҙарҙы ауыҙ итеп, ул бала саҡта йүгереп йөрөгән туғайҙарҙы буйлағанға, шиғыр бағышлаған ҡайынына һоҡланғанға, туғандары, ауылдаштары менән осрашҡанға биш йыл уҙып киткән икән. Бөтәһе лә кисә генә булған кеүек. Ижад кешеһе өсөн һәр биш йыл арауығы ла мөһим ваҡыт: яңы әҫәрҙәр тыуа, яңы кисерештәр нигеҙендә яңы мәҡәләләр яҙыла, бәхетлеләрҙең яңы китаптары ла сығып өлгөрә.

Шағирә Гөлфиә Юнысованың биографияһы менән беҙҙең халыҡты таныштырып тороу кәрәкмәйҙер. Бәләкәй балаларҙан алып ауыл-ҡалаларҙағы әбей-бабайҙарға тиклем, миңә ҡалһа, уны яҡшы белә. Быға сәбәпсе – шағирәнең бәләкәстәр өсөн яҙған шиғырҙары, йырҙары, өлкәндәр өсөн сыҡҡан китаптары, үҙенең 21 йыл “Башҡортостан ҡыҙы” журналының баш мөхәррире булып эшләүе һәм, әлбиттә, республикала билдәле шәхес булараҡ, сәйәси әүҙемлеге.
Гөлфиә Юнысованың художестволы донъяһы хаҡында әйтәсәк һүҙемде уның балалар өсөн яҙылған шиғырҙарынан башлағым килә. Белеүебеҙсә, ул тәүге балалар өсөн китаптарын да студент сағында сығара. “Миңә бары өс кенә”, “Зәңгәр тубым” тип атала улар. Артабанғы “Яҙ хаҡында әкиәт”, “Тылсымлы бүләк” тә бәләкәстәргә тәғәйенләнгән. Тағы ла бик күп китаптары балалар өсөн яҙылған. Нимәһе менән йәлеп итә һуң Гөлфиә Юнысованың балалар шиғриәте? Әлбиттә, ихласлығы менән! Ижад донъяһына балалар әҙәбиәте аша килеп ингән Гөлфиә Юнысова бөгөн дә талпынып, дәртләнеп, бәләкәстәр өсөн шиғыр яҙа. Улар әленән-әле республика матбуғатында баҫылып тора.
Маҡсат — иғтибарҙы шағирәнең балалар өсөн яҙылған әҫәрҙәренә йүнәлтеү генә түгел, ә тотош ижади багажын байҡау. Балалар өсөн яҙған шиғырҙары ихласлығы, ҡыҙыҡлы сюжетҡа ҡоролған булыуы, уларҙың психологияһын белеүе, үҙенсәлекле тәрбиәүи алымдары менән арбай. Мин хатта уларҙы яҙғанда Гөлфиә апай үҙе лә бала сүрәтенә инәлер, тип уйлайым. Кем белә, бәлки, уға ваҡытлыса ғына булһа ла бәләкәстәр ҡиәфәтенә инеү ҙә кәрәкмәйҙер, сөнки булмышы ана шундай ябай, йырлы, күп әҙәбиәт белгестәре билдәләгәнсә, ҡояшлы! Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең шундай юлдары бар: “Ҡайһы саҡта Гөлфиә үҙе лә әкиәттән сыҡҡан һымаҡ тойола. Уға ғәжәпләнеү һәм ихлас шатлана белеү хас. Бындай ваҡытта уны уратып алған донъя ла бер аҙ әкиәткә әүерелә”.
Әкиәт менән ысынбарлыҡ араһында айырма ла юҡ кеүек ҡай саҡ, әммә ҡойоп ҡуйылған әҫәр тап тормошто художестволы юғарылыҡта бирә, тибеҙ, ә әҫәр тормошсан булһа, нәҡ йәшәйешебеҙҙәге һымаҡ, тип әйтәбеҙ. Быныһы инде Гөлфиә Юнысованың өлкәндәр өсөн яҙылған шиғырҙары хаҡында булыр. Романтик рухлы шиғырҙары менән йәлеп итә йәш шағирә әҙәбиәт һөйөүселәрҙе, ҡәләмдәштәрен. Гөлфиә Юнысованың башлап яҙған шиғырҙарында изгелек орлоҡтары сәсеүсе, яҡтылыҡҡа, яҡшылыҡҡа ышаныусы, ынтылыусы, саф күңелле ҡыҙ бала образы һынлана. “Ҡайыным” шиғыры — йәш шағирәнең ижади кредоһын сағылдырыусы әҫәрҙәрҙең береһе:
Нисә ҡайын үҫә икән ерҙә
Аҡ филтәле йәшел ут булып?
Ниндәй нурҙар-hыуҙар ҡайнай икән
Ҡайындарҙа йәшәү-hут булып?!
Кешеләр ҙә, ошо ҡайындар ҙа
Бер үк hауа менән тын ала.
Бик күп булhалар ҙа, үҙҙәренә
Бер генә бит hәр кем донъяла.
Ошо бик күптәрҙең береhе мин дә –
Бер ҡайынға өҙөлөп табынам.
Шул ҡайынға тамып, япраҡ ярған
Тәүге хистәремде hағынам.
Бала сағым яулыҡ болғап ҡалды
Алыҫтарҙа тыуған төбәктә.
Дим ярында шаулай бер ҡайынҡай,
Тамырҙары – минең йөрәктә.
Шиғыр йырлап тора. Үҙенең интервьюларының береһендә шағирә билдәләгәнсә, шиғыр башта уның күңелендә моң булып тирбәлә, шунан һүҙҙәр булып, сабый бала төҫлө телгә килә. Шағирә Гөлфиә Юнысованың өлкәндәр өсөн яҙған әҫәрҙәре халыҡсан, йырлы теле менән айырылып тора. Юҡҡа ғына уны бихисап халыҡ яратып өлгөргән йырҙарҙың авторы тимәйҙәр. Йыр тексы яҙа белеү — үҙе бер маһирлыҡ, ә ул шиғыр булып та йәшәй алған осраҡтар бик һирәк. Г. Юнысованың шиғырҙары тап шундай. 1998 йылда Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә донъя күргән “Һандуғас моңо” йыйынтығы шағирәнең йырҙарынан ғына тора, унда текстар ноталары менән бергә бирелгән. Бындай ижади уңыш һәр шағир бәхетенә төшмәй, уның өсөн шулай уҡ даими эшләү, фиҙакәрлек кәрәк. Әйткәндәй, китапта балалар өсөн яҙылған йырҙар ҙа тупланған.
Гөлфиә Юнысова шиғырҙарына яҙылған йырҙар башҡорт балалар йыр сәнғәтен асып ебәреүселәрҙең береһе булғандыр, моғайын. Уның дәртле, шаян, үҙенә тартып торған шиғырҙары булмаһа, кем белә, бәлки, сабыйҙар бөгөн дә ”Йәшлегемде һағынам...” тип йырлап үҫер ине әле. Тап Гөлфиә Юнысованың шиғри шишмәһе сабыйҙар күңелен сафландырҙы. Балаларҙы яратҡан шағирә уларҙы балаларса итеп уҡып та ебәрһә, залдағыларға бәләкәстәр эскерһеҙлеге өҫтәлгәндәй була. Һуңғы йылдарҙа “йыр сәнғәте өлкәһендә ең һыҙғанып эшләне” тигән йыш ҡабатланған һүҙбәйләнеште уға ҡарата ҡулланһаҡ, һис тә хата булмаҫ. Ул композиторҙар менән даими рәүештә эшләп кенә ҡалманы, ә яңы 30-ҙан ашыу йырҙан торған концерт ойоштороуға ла өлгәште, уны айырым диск итеп тә сығарҙы. Киң билдәле “Аҡҡош күле”, “Кермәгеҙ араларға”, “Һинән миңә бер ни кәрәк түгел”, “Әсәйемә”, “Ғүмер юлы”, “Башҡортостан”, “Ҡурай”, “Аҡбуҙат” кеүек йырҙар исемлегенә әллә күпме яңы йыр өҫтәлде.
Шағирәнең әүҙемлеген күптәребеҙ өлгө итеп алырлыҡ. Әйтерһең, 26 йәшендә СССР Яҙыусылар союзы, РСФСР Яҙыусылар союзы идараһы ағзаһы итеп һайланған Гөлфиә Юнысова ижад толпарын йүгәнләп алған да уны ғүмер буйына ҡулынан ысҡындырмай елеп бара ла бара. 29 йәшендә генә “Башҡортостан ҡыҙы” журналына мөхәррир итеп тәғәйенләнгәс, йәнә ҡанатланып, талпынып, халыҡ өсөн эшләүенә инанып башҡарған төҫлө бар хеҙмәтен. Заманында баҫманың тиражы 130 мең данаға еткән. Әлбиттә, бөгөнгөбөҙ менән сағыштырып булмай, Интернет, телевидение кешеләрҙең иғтибарын нығыраҡ йәлеп итә хәҙер. Әммә Әлшәй, Дәүләкән, Ишембай, Йылайыр, Баймаҡ, Әбйәлил, Стәрлебаш, Саҡмағош, Мәләүез һәм башҡа райондарҙа ойошторолған “Килендәр һәм ҡәйнәләр”, “Герой әсәләр”, “Яугир ҡыҙҙар” тигән тематик кисәләрҙе, ҡаҙ өмәләрен, әҙәби байрамдарҙы, өс меңенсе, дүрт меңенсе һауынсыларҙы данлаған тантаналарҙы халыҡ әле лә һағынып иҫкә ала. Юҡҡа ғына журналды “ғаилә журналы”, “Гөлфиә журналы” тип атамағандар инде ул йылдарҙа. Күп күңел көсөн, идеяларын һалған, кеше менән, халыҡ менән ҡайнап йәшәүҙән шатлыҡ кисергән, шулай йәшәү дөрөҫ икән тип инанған шағирәнең талпыныштары бушҡа китмәгән. Журналды алдырыусылар шәхси һорауҙары менән дә баҫмаға мөрәжәғәт итә. Ошо йылдарҙа шағирә менән бергә иңгә-иң терәшеп эшләүсе Нажиә Игеҙйәнова хәтерләүенсә, баш мөхәррир күҙ төбәп килеүселәргә юғары даирәләр аша ғына түгел, юллыҡ аҡса менән дә ярҙам итеп, оҙатып ҡала. Был шағирәнең кешелеклелеге, ихласлығы хаҡында һөйләй. Гөлфиә апай — күп балалы ғаиләлә өлкәне булараҡ, бар туғандарына ла ғүмер буйы ныҡлы таяныс. Шиғырҙарында ла туғанлыҡ хисе, туған йәнле булыуы асыҡ күренеп тора.
Шиғри оҫталыҡ – бер. “Башҡортостан ҡыҙы” журналында эшләү осоронда үҙен оҫта ойоштороусы, халыҡ мәнфәғәтен яҡлаусы итеп күрһәткән шағирә өс тапҡыр ҡала Советы депутаты итеп һайлана. Халыҡ уға ышана, өмөттәр бағлай. 1990 йыл сәйәсмән булып өлгөргән Гөлфиә Юнысова өсөн айырыуса әһәмиәтле: алты кандидат араһынан тап уны РСФСР-ҙың халыҡ депутаты итеп һайлайҙар. Был бит ҙур мәртәбә! Ни өсөн халыҡ тап Гөлфиә Юнысова өсөн тауыш биргән? Беренсенән, ул шағирә, исеме танылған шәхес, уның йәшәйеше халҡыныҡы менән ауаздаш, халҡы хәстәрҙәрен, хәсрәттәрен яҡшы белә, йөрәге аша үткәреп, фекерҙәрен ялҡынлы телмәр менән әйтә ала. Шулай булмаһа, 15 район һәм һигеҙ ҡаланың һайлаусылары уға ышанысын белдерер инеме ни?! Исеме лә ниндәй бит әле – халыҡ депутаты! Ысынлап та, ул осорҙа кешеләр власҡа ныҡ ышанған, депутаттар ҙа уларҙың өмөттәрен аҡлар өсөн барыһын эшләгән. Күптәр Гөлфиә апайҙы ныҡыш, ғәҙел, алдына алһа, еренә еткермәйенсә ҡуймай торғандарҙан тип иҫәпләй. Шулай булмаһа, Юғары Совет сессияларында, съездарҙа сығыш яһап, барыһын ауыҙына ҡаратып, үҙ маҡсатына ирешер инеме ни ул?! Шәп фекерҙәр, бәлки, күптәрҙә тыуалыр, әммә уны ярып әйтер өсөн йөрәк, ҡыйыулыҡ кәрәк бит әле.
Ике миҫал килтерәм. Киң сәйәси майҙанға сыҡҡас, ул I съезда мең ярымлыҡ залға Башҡортостандың һыу баҫҡан райондарына ярҙам һорап мөрәжәғәт итте. Шағирәнең тулҡынланып, ярһып һөйләгән һүҙенә депутаттар, РСФСР етәкселеге, йәмәғәтселек битараф ҡала алманы – афәт мәлендә республикаға 200 миллион һум аҡса бүленде, 350 миллионлыҡ элекке бурыс ҡапланды, ҙур матди һәм техник ярҙам күрһәтелде. Ул осорҙа был аҡсаның үҙҡиммәте лә юғарыраҡ булғас, республика өсөн ифрат ҙур ярҙам ине ул. Депутат ваҡытында башҡарған эштәре хаҡында Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы “Башҡортостан” гәзитендә 1990 йылдың октябрендә “Бөтәбеҙ ҙә яуаплы” тигән публицистик мәҡәләһендә яҙып сыҡты. Унда Рәсәй Федерацияһының исеме тураһында барған дебаттар ҙа телгә алынған. Бына нимә ти Рәсәй Федерацияһының исемен Рәсәй тип ҡалдырырға тырышыусыларға ҡаршы сығыш яһаған сәйәсмән Юнысова: “Өс көн барҙы тартҡылаш. Хәҙер инде тәүҙә сығыш яһаған мин генә түгел, күпселек төбәк етәкселәре, ғалимдар, комитет рәйестәре лә минең фекерҙе яҡланы. Бары тик күренекле хәрби яҙыусы, ғалим, хәҙер инде мәрхүм Дмитрий Волкогоновтың төплө, ышандырырлыҡ сығышынан һәм ни сәбәптәндер был съезда ҡатнаша алмаған Рәсәй Федерацияһы Президенты Б.Н. Ельциндың съезға “Рәсәй Федерацияһы”н яҡлаған мөрәжәғәтенән һуң ғына, 27-се тапҡыр тауыш биргәс (донъя парламентында бындай хәл булмағандыр), ил исеме Рәсәй Федерацияһы тип ҡабул ителде”. Бына ниндәй көрәштәр алып барған башҡорт ҡатыны юғары даирәләрҙә! Ә бит илебеҙ Рәсәй генә булып ҡалһа, күптән аҙ һанлы милләттәргә ҡаршы алып барылған сәйәсәтте тормошҡа ашырырҙар, субъекттарҙы бөтә хоҡуҡтарынан мәхрүм итерҙәр ине. Ижтимағи-сәйәси эшен шағирә Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға депутат булып һайланғас та дауам итте. Сәйәси һәм ижади эшмәкәрлеге хаҡында әҙибә “Шоңҡар” журналында, “Аҙна” гәзитендә ҡыҙыҡлы, уҡымлы мәҡәләләр баҫтырҙы.
Мәҡәләләренең береһендә Гөлфиә Юнысова: “Сәйәси эшмәкәрлек, ижтимағи тормошта әүҙем ҡайнау ижадыма кире йоғонто яһағандай булды, күңелем ҡатты, бары тик балалар шиғриәте мине ижад донъяһына кире алып ҡайтты”, – тигәйне. Был хаҡта хафаланып, шағирә депутатлыҡҡа кандидат булараҡ тәҡдим ителгәс тә, Кәтибә Кинйәбулатова белдергәйне: “Баймаҡ хакимиәтенә шылтыратырға булдым. Зинһар, депутатлыҡҡа Гөлфиә Юнысованы һайларға тырышмағыҙ, тигәс, етәксе аптырап ҡалды. “Беләһегеҙме, депутат булып теләһә кем (эшлекле генә булһын!) йөрөй ала, ә бына һәр ҡайһыһы яҙыусылыҡҡа маһир түгел. Әгәр һайлаһағыҙ, талантлы балалар яҙыусыһы булыр кешене әрәм итәсәкбеҙ, аңлайһығыҙмы?” – тинем”. Әммә күңелендә шиғри моң урғылған шәхес ижадына тоғро ҡала. Һуңғы ике тиҫтә йыл эсендә Гөлфиә Юнысова балалар өсөн бик емешле эшләне. Уның тырышлыҡтары республика етәкселеге тарафынан да юғары баһаланды, ул иң тәүге булып балаларға яҙылған әҫәрҙәре өсөн Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге әҙәби премияға лайыҡ булды.
Әлбиттә, элекке лирик шағирә менән бөгөнгө Юнысова араһында айырма ҙур. Шиғыр – ул күңел емеше, кисерештәрҙән ярала. Тормош ығы-зығылары менән күҙгә-күҙ осрашыу, төрлө урында, ҡатламдарҙа хоҡуҡтар яҡлау нескә күңелгә тәьҫир итмәй ҡалмағандыр, әммә донъяға яҡты ҡараш менән баға белеү, ауыл ерендә хеҙмәт тәрбиәһе алып үҫеү, уҡыусылар, журнал алдырыусылар, тауыш биреүселәр мәнфәғәтен үҙеңдекенән өҫтөнөрәк ҡуйыу уның асылын һындырмаған, ҡарайтмаған. Юҡҡа ғына бик күп тиҫтер, замандаш ҡәләмдәштәре Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙын “нурлы Гөлфиә” тимәйҙер, күрәһең. Бала саҡта алған нур көлтәһе, әйтерһең, уны ғүмер буйына оҙатып килә.
1984 йылда шағирә хаҡындағы мәҡәләһендә Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ғилемдар Рамазанов былай тип яҙа: “Шағирә һүрәтләү сараларында халыҡсан ябайлыҡҡа, ҡыҫҡалыҡҡа, афоризмға ынтыла”. Өс тиҫтә йыл элек үк әҙип йәш яҙыусының ижадындағы төп һыҙатты тойомлап алған, минеңсә. Һуңғы йылдарҙа гәзит-журналдарҙа баҫылған шәлкемдәрендә, китаптарында сыҡҡан шиғырҙарында беҙ тап “ҡыҫҡалыҡта – оҫталыҡ” тигәнгә тоғро ҡалған шиғри өлгөләрҙе күрәбеҙ. Улар, бер яҡтан, халыҡ әйтемдәренә тартым, икенсе яҡлап, заманса яңғырай. Уларҙа халыҡсан нескә юмор ҙа, тапҡырлыҡ та бар.
* * *
Эшләгәндә абынмаған
Кеше ҡайҙан табылһын?
Гел диванда ятыусылар
Нисек итеп абынһын?
* * *
Бөтә көсөңдө һалаһың
Тауға менер өсөн.
Лайыҡ булһаң ине һәр саҡ
Шул үреңә, кешем!
* * *
Кире ҡайтты, азатлыҡта
Оҙаҡ йөрөмәне китеп.
Ҡаяларға эйәләшмәй
Ситлектә үҫкән бөркөт.
* * *
Депутат булып үтергә
Хәҙер күптәр теләйҙәр.
Ҡәҙерҙәре бөткән һайын,
Аҡсаны күп түләйҙәр.
* * *
Бер алмаға илһам нуры ҡунды:
Ул шәп китап сығарырға булды.
Күргәне лә булмаһа ла баҙҙы,
Картуф тураһында роман яҙҙы.
Миҫалдарҙы бик күп килтерергә була, шағирәнең ижадын үҙ итеүселәр уларҙы табып уҡыр, моғайын.
Успенскийҙың “Стиль – ул кеше” тигән киң билдәле фекере бар. Ысынлап та, ҡай саҡ беҙ нишләп шағирәнең тауышында моңһоулыҡ, уйсанлыҡ ауаздары ишетелә икән, тип уйға ҡалабыҙ. Ә бит һәр кем үҙе нимә кисерә, шул турала һәм үҙе хаҡында яҙа. Һуңғы йылдарҙа Гөлфиә Юнысованың ижады йәйғор төҫөндәге төрлө хис-тойғоларға, саҡматаштай фекерҙәргә бай. Ул был ижади юлында ҡапыл ғына хасил булманы, мөхәррир, депутат, йәмәғәт эшмәкәре булып эшләү дәүерендә үҫеште, яңы бейеклектәрҙе яуланы, тәрәнерәк уйһыуҙарға төштө. Ана шул була ла инде әҙәбиәттәге юл. Кисерештәрең халҡыңдыҡы менән ауаздаш һәм милләт күңеленән сыҡҡан һыҙланыуҙарҙы, ҡыуаныс-ярһыуҙарҙы сәнғәт юғарылығында кире халҡыңа ҡайтарып бирә алаһың икән, ана шул булалыр, күрәһең, ижадсы бәхете. Халыҡсан стилле, һуңғы йылдарҙа ижады афоризмдарға тиң фекерҙәр менән байыған, йырға әйләнгән шиғырҙар ижад иткән, балалар өсөн сыҡҡан китаптары китап кәштәләренән ҡоштай осоп таралған Гөлфиә Юнысованы башҡорт әҙәбиәтенең бәхетле шағирәһе тип атар инем. Ул был ижади бәхетенә фиҙакәрлеге, ижади эҙләнеүҙәре, сиктән тыш әүҙемлеге менән килде.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 779

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 844

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780