Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Шиғриәттең урыны түрҙә булһын
Башҡортостанда үткән быуаттың 60-сы йылдарында шиғриәткә табыныу йәшәгән. Етмешенсе йылдарҙа Өфөгә университетҡа уҡырға килгәс, шиғыр кисәләрендә залда ултырырға түгел, баҫып торорға урын юҡ икәнен күрҙем.
Туҡһанынсы йылдарҙа, СССР тигән илебеҙ тарҡалыу менән рухи иманыбыҙ ҙа ҡаҡшаны. Сит илдән, бигерәк тә Американан, ватыу-емереү, көсләү, һуғышыуҙы сағылдырған фильмдар, видеолар, йәнһүрәттәр килеп тулды. Улар халҡыбыҙға зыян килтереүен әле лә дауам итә.
Үҙгәртеп ҡороу башланғас, әлбиттә, телебеҙгә, динебеҙгә, рухыбыҙға табан йөҙ борҙоҡ, ләкин замана технологиялары үҫешеү менән йәштәрҙең, балаларҙың уҡыуға ихтыяжы шаҡтай кәмене. Улар күбеһенсә үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауға яуаптарҙы Интернет селтәренән таба. Был, әлбиттә, һәйбәт, тик, әҙәбиәткә ҡағылғанда, еңел юл. Сөнки Интернеттан әҫәр менән танышыу китапты ҡулға тотоп уҡыуҙы алыштыра алмай.
Ошондай битараф быуынды шиғриәт кисәләренә килтереп ҡара. Мәжбүрләп залға йыйған студенттарҙың күбеһе шағирҙарҙы тыңламай, йә “аська”ла ултыра, йә бер-береһе менән һөйләшеп ваҡытты үткәрә.
Шөкөр, һуңғы ваҡытта шиғриәткә йөҙ менән борола башланыҡ. Өфө дәүләт сәнғәт академияһы профессоры күренекле актриса Таңсулпан Бабичева Уҡыу театры студенттары менән Шәйехзада Бабичтың, Башҡортостандың халыҡ шағирҙары Рауил Бикбаевтың “Хазина”, Ҡәҙим Аралбаевтың “Ҡаратау тотҡоно” әҫәрҙәре буйынса эшләнгән, бығаса сәнғәтебеҙҙә булмаған бөтөнләй яңы жанр — поэма-спектаклдәрен тамашасылар хөкөмөнә сығарҙы.
Күренекле шағирә Гөлфиә Юнысова ла быйыл көҙ шиғриәт һөйөүселәрҙе үҙенең кисәһенә йыйҙы. Бер ниндәй юбилейһыҙ, “Һайланма әҫәрҙәр”енең беренсе томы сығыу уңайынан уҡыусылары менән шатлығын уртаҡлашты. Тамашасылар рәхәтләнеп шиғыр тыңланы. Тап ошондай кисәләргә һыуһаған халыҡ йыйылғайны унда.
Яңыраҡ Милли йәштәр театры актрисаһы Гөлшат Ғайсина ла “Күңелем миҙгелдәре” тип аталған шиғриәткә һәм йыр-моңға арналған кисәһен үткәрҙе. Сәхнәлә Мостай Кәрим, Назар Нәжми, Рәми Ғарипов, Рауил Бикбаев һәм Ирек Кинйәбулатовтарҙың шиғырҙары яңғыраны. Ҡыш, яҙ, йәй, көҙ миҙгелдәре кешеләрҙең ғүмер миҙгелдәре менән йәнәшә ҡуйылды.
Бер ваҡыт Гөлшат Ғайсина хаҡында “Йәншишмә” гәзитенә яҙғанда: “Һинең ниндәй маҡтаулы исемең бар әле: атҡаҙанғанмы, әллә халыҡ артисткаһымы?” — тип һораным да, кире яуап алғас, аптырап ҡуйғайным. Ижад кешеһенең бер театрҙа ун биш йыл тоғро хеҙмәт итеүендә генә түгел хикмәт. Гөлшат Ғайсина бөтә спектаклдәрҙә лә тиерлек төп ролдәрҙә уйнай, талантлы актриса моңло тауышы менән дә тыңлаусыларҙы һоҡландыра. Төрлө тамашасыларҙы, мәҙәни сараларҙы алып барыусы булараҡ та халыҡ һөйөүен яулаған. Республикабыҙҙа Президент шыршылары уҙғарыла башлағаны бирле бындай тантанаға йыйылған һәләтле балаларҙы Ҡарһылыу булараҡ ҡаршы ала.
Гөлшат Ғайсина башҡорт шағирҙарының миҙгелдәр тураһындағы шиғырҙарын халыҡ ижады үҙәге һорауы буйынса сит өлкәләрҙәге милләттәштәребеҙгә ебәрер өсөн дискка ла яҙҙырған. Ә шуларҙы Башҡортостан халҡына, мәктәп уҡыусыларына сығарғанда насар булыр инеме ни?! Уларҙы төрлө темалар буйынса әҙерләргә мөмкин. Мәҫәлән, тыуған ер, туған тел, дуҫлыҡ, әсә, мөхәббәт, һуғыш...
Төрлө сериялар ҙа булдырырға мөмкин. “Башҡортостандың халыҡ шағирҙары”, “Салауат Юлаев премияһы лауреаттары”, “Башҡорт шағирәләре”, “Балалар шағирәләре”, “Юмор һәм сатира”...
Бөтә кешенең дә тамашаларға, концерттарға йөрөй алмауы ла ихтимал. Ә буш ваҡытында йәки юлда машинала барғанда кәйефенә ҡарап, ошо дисктарҙы ҡуйып тыңлар ине.
Шиғриәттең урыны сәхнәләрҙә һәм күңел түрҙәрендә булырға тейеш. Ул шуның өсөн ижад ителә лә.
Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779