Путин Миләүшә Мортазинаны Рәсәй ордены менән бүләкләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Мәҙәниәт
Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының вокал сәнғәте кафедраһы профессоры ......
Башҡортостандың баш ҡалаһы символы – Ағиҙел йылғаһы ярында урынлашҡан Салауат Юлаев һәйкәле ярты быуаттан ашыу ҡала халҡын һәм ҡунаҡтарын ҡаршы алып, оҙатып ҡала ине. хәҙер Өфөнөң Черниковка биҫтәһендәге махсус цехта һүтеп алынған һәйкәлде реставрациялау эштәре бара.
29 апрелдә Башҡортостандың Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы буйынса идаралығы ҡарамағындағы Күҙәтеү советының «Салауат Юлаев һәйкәле» федераль әһәмиәттәге мәҙәни мираҫ объектын һаҡлау (реставрациялау) мәсьәләһе буйынса сираттағы ултырышы реставрациялау оҫтаханаһында үтте. Билдәле мәҙәниәт эшмәкәрҙәренән, йәмәғәтселәрҙән торған совет вәкилдәре өсөн цех буйлап экскурсия ойошторолдо. Күҙәтеү советы ағзалары күренекле совет скульпторы Сосланбәк Тавасиев яһаған һәйкәлдең һәр детален үҙ күҙҙәре менән күреп, реставраторҙарға ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирә алды.
Реставраторҙар әлеге ваҡытта тикшереү эштәре алып бара. Улар һәйкәлде буяуҙан таҙартҡан һәм бығаса күҙгә салынмаған етешһеҙлектәрҙе тапҡан. Һәйкәлдең торошо ҡәнәғәтләнерлек түгел, ҙур ярыҡтар барлыҡҡа килгән.
– Салауат Юлаев һәйкәленә һөртөлгән буяуҙы алып ташлағас, ҡойолған металдың ниндәй хәлдә икәнен күрҙек. Һәйкәлдең торошо беҙ уйлағандан насарыраҡ, – тип билдәләне Башҡортостандың Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы буйынса идаралығы етәксеһе, Күҙәтеү советы рәйесе Салауат Ҡолбахтин. – Ысынлап та, республика етәксеһе Радий Фәрит улы Хәбировтың һәйкәлде тиҙерәк яңыртырға тигән ҡарары ни мөһим икәне бөгөн йәнә раҫлана.
Эксперт әйтеүенсә, металдың сифаты ҙур шик тыуҙыра. Унда ҡойоу һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән бушлыҡтар, шлак күп, ә ошо шлак тулған бушлыҡтар эшкәртелмәгән.
– Салауат Юлаев һәйкәленә бәйле күңелһеҙ асыштар, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күп. Тәү сиратта, сифатлыраҡ металл, сифатлыраҡ ҡойолған суйын булһа,тейешенсә хеҙмәтләндергән осраҡта һәйкәл оҙағыраҡ торор ине, – тине Салауат Ҡолбахтин.
Реставрация төркөмө етәксеһе урынбаҫары Пётр Волков әйтеүенсә, эштәрҙең күләменә ҡарап теге йәки был белгестәр йәлеп ителә, әлеге мәлдә алты кеше эшләй. Цех махсус техник ҡулайламалар менән йыһазландырылған.
– Әлеге ваҡытта һәйкәл өлөштәренең етешһеҙлектәрен асыҡлау эштәре бара, – тип һөйләне Петр Волков. – Һәр кәмселекте компьютер программаһы анализлаясаҡ. Һуңынан артабан нисек эшләү тураһында ҡарар ҡабул итеү өсөн белгестәр советын йыябыҙ.
Путин Миләүшә Мортазинаны Рәсәй ордены менән бүләкләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Мәҙәниәт
Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының вокал сәнғәте кафедраһы профессоры ......
Башҡортостанда «Бер кереш уҡтары» фильмы бушлай күрһәтелә 29.10.2026 // Мәҙәниәт
Башҡортостанда «Бер кереш уҡтары» фильмы бушлай күрһәтелә...
AY YOLA төркөмө рус телендә яңы йыр әҙерләй 27.10.2026 // Мәҙәниәт
AY YOLA төркөмө рус телендә яңы йыр әҙерләй...
Башҡортостанда башҡорт килендәре араһында этноконкурс башланды 22.10.2026 // Мәҙәниәт
Конкурс Рәсәй халыҡтарының берҙәмлеге йылына, Башҡортостан Республикаһында Ҙур һәм татыу ғаилә ......
Салауат башҡорт театры милләт-ара фестивалдә сығыш яһай 21.10.2026 // Мәҙәниәт
Пермь крайының Кудымкар ҡалаһында VIII «Хәбәр» милләт-ара театр фестивале асылды. Быйыл бында ......
Радий Хәбиров республика халҡын Милли бейеү көнө менән ҡотланы 21.10.2026 // Мәҙәниәт
Радий Хәбиров республика халҡын Милли бейеү көнө менән ҡотланы...
Башҡортостанда МХО-ға арналған спектаклдәр конкурсына ғаризалар ҡабул ителә 20.10.2026 // Мәҙәниәт
Махсус хәрби операцияға арналған спектаклдәрҙең беренсе театр конкурсына ғаризалар ҡабул ителә....
Башҡортостандан фильм Адыгеяла уҙған фестивалдә иң яҡшы режиссура өсөн награда алды 19.10.2026 // Мәҙәниәт
Башҡортостандан фильм Адыгеяла уҙған фестивалдә иң яҡшы режиссура өсөн награда алды...
Башҡорт яҙыусыһы Йәдкәр Бәширов вафат булды 18.10.2026 // Мәҙәниәт
Башҡорт яҙыусыһы Йәдкәр Бәширов вафат булды...
«ӘЙ ЙОЛА» төркөмөнөң «Һомай» йыры фигуралы шыуыу буйынса халыҡ-ара турнирҙа яңғыраны 14.10.2026 // Мәҙәниәт
«ӘЙ ЙОЛА» төркөмөнөң «Һомай» йыры фигуралы шыуыу буйынса халыҡ-ара турнирҙа яңғыраны...
Башҡортостанда Салауат Юлаев премияһы лауреаттары билдәләнде 07.10.2026 // Мәҙәниәт
Башҡортостанда Салауат Юлаев премияһы лауреаттары билдәләнде...
Тотош уҡырға 10
Өфө йырсыһы нейроселтәр ярҙамында тәүге башҡорт клибын төшөргән 07.10.2026 // Мәҙәниәт
Өфө йырсыһы нейроселтәр ярҙамында тәүге башҡорт клибын төшөргән...
Тотош уҡырға 12