Өфөлә һүтеп алынған Салауат Юлаев һәйкәлендә яңы етешһеҙлектәр асыҡланды30.04.2026

Башҡортостандың баш ҡалаһы символы – Ағиҙел йылғаһы ярында урынлашҡан Салауат Юлаев һәйкәле ярты быуаттан ашыу ҡала халҡын һәм ҡунаҡтарын ҡаршы алып, оҙатып ҡала ине. хәҙер Өфөнөң Черниковка биҫтәһендәге махсус цехта һүтеп алынған һәйкәлде реставрациялау эштәре бара.

Фото: Валерий Шахов | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

29 апрелдә Башҡортостандың Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы буйынса идаралығы ҡарамағындағы Күҙәтеү советының «Салауат Юлаев һәйкәле» федераль әһәмиәттәге мәҙәни мираҫ объектын һаҡлау (реставрациялау) мәсьәләһе буйынса сираттағы ултырышы реставрациялау оҫтаханаһында үтте. Билдәле мәҙәниәт эшмәкәрҙәренән, йәмәғәтселәрҙән торған совет вәкилдәре өсөн цех буйлап экскурсия ойошторолдо. Күҙәтеү советы ағзалары күренекле совет скульпторы Сосланбәк Тавасиев яһаған һәйкәлдең һәр детален үҙ күҙҙәре менән күреп, реставраторҙарға ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирә алды.

Реставраторҙар әлеге ваҡытта тикшереү эштәре алып бара. Улар һәйкәлде буяуҙан таҙартҡан һәм бығаса күҙгә салынмаған етешһеҙлектәрҙе тапҡан. Һәйкәлдең торошо ҡәнәғәтләнерлек түгел, ҙур ярыҡтар барлыҡҡа килгән.

– Салауат Юлаев һәйкәленә һөртөлгән буяуҙы алып ташлағас, ҡойолған металдың ниндәй хәлдә икәнен күрҙек. Һәйкәлдең торошо беҙ уйлағандан насарыраҡ, – тип билдәләне Башҡортостандың Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы буйынса идаралығы етәксеһе, Күҙәтеү советы рәйесе Салауат Ҡолбахтин. – Ысынлап та, республика етәксеһе Радий Фәрит улы Хәбировтың һәйкәлде тиҙерәк яңыртырға тигән ҡарары ни мөһим икәне бөгөн йәнә раҫлана.

Фото: Валерий Шахов | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Эксперт әйтеүенсә, металдың сифаты ҙур шик тыуҙыра. Унда ҡойоу һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән бушлыҡтар, шлак күп, ә ошо шлак тулған бушлыҡтар эшкәртелмәгән.

–  Салауат Юлаев һәйкәленә бәйле күңелһеҙ асыштар, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күп. Тәү сиратта, сифатлыраҡ металл, сифатлыраҡ ҡойолған суйын булһа,тейешенсә хеҙмәтләндергән осраҡта һәйкәл оҙағыраҡ торор ине, – тине Салауат Ҡолбахтин.


Фото: Валерий Шахов | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Реставрация төркөмө етәксеһе урынбаҫары Пётр Волков әйтеүенсә, эштәрҙең күләменә ҡарап теге йәки был белгестәр йәлеп ителә, әлеге мәлдә алты кеше эшләй. Цех махсус техник ҡулайламалар менән йыһазландырылған.

 Әлеге ваҡытта һәйкәл өлөштәренең етешһеҙлектәрен асыҡлау эштәре бара, – тип һөйләне Петр Волков. – Һәр кәмселекте компьютер программаһы анализлаясаҡ. Һуңынан артабан нисек эшләү тураһында ҡарар ҡабул итеү өсөн белгестәр советын йыябыҙ.




Вернуться назад