Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Мәҙәниәт » Башҡортостанда «Урал батыр» эпосы көнө булдырыла

Башҡортостанда «Урал батыр» эпосы көнө булдырыла

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән республикала «Урал батыр» эпосы көнө булдырыла. Был турала республика етәксеһе башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының II Бөтә Рәсәй съезында белдерҙе. 


— Үҫеп килгән быуынды тәрбиәләү эше халҡыбыҙҙың бай мәҙәни мираҫына нигеҙләнергә тейеш. Айырыуса донъя әҙәбиәтенең үҙенсәлекле боронғо әҫәре – үҙебеҙҙең «Урал батыр» эпосы тураһында әйтергә теләйем. Башҡорт халҡының аҫыл ҡомартҡыһын артабан да һаҡлап ҡалыу, үҫтереү өсөн йыл һайын июнь айында «Урал батыр» эпосы көнөн үткәрергә тигән тәҡдим бар. Әйткәндәй, яңыраҡ донъя чарттарында яңғыраған «Һомай» йыры эпостың республика бренды булараҡ та әһәмиәтен күрһәтте. AY YOLA – телде һәм мәҙәниәтте, рухи ҡиммәттәрҙе һөйөү өлгөһө. Ринат Рамаҙановҡа, Адель һәм Руслан Шәйхетдиновтарға мәҙәниәтебеҙҙе пропагандалауҙары өсөн рәхмәт, — тине Радий Хәбиров.


«Урал батыр» эпосы — башҡорт әҙәбиәтенең иң боронғо ҡомартҡыһы, ул 4576 шиғри һәм 19 прозаик юлдан тора. Эпос күп меңәр йылдар дауамында формалашҡан. Текст быуындан-быуынға күсә килгән. Мөхәмәтша Буранғолов эпосты 1910 йылда Ырымбур губернаһы Этҡол волосы (Баш­ҡортостандың хәҙерге Баймаҡ районы) Иҙ­рис ауылында Ғәбит Арғынбаев һәм Бәләкәй Этҡол ауылында Хәмит Әлмөхәмәтов исемле ике сәсән-ҡурайсынан яҙып алған. Төп нөсхәһе (ҡулъяҙма) һаҡланмаған.


Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова хәбәр итеүенсә, «Урал батыр» эпосы тәүге тапҡыр 1968 йылда «Ағиҙел» журналында баҫылған. Башҡорт телендәге тулы баҫмаһы «Башҡорт халыҡ ижады» китабының беренсе томында донъя күргән. «Урал батыр» күп телдәргә тәржемә ителгән. Эпос фәнни яҡтан өйрәнелә, эпосты яттан һөйләү конкурсы үткәрелә, спектаклдәр, анимация фильмдары бар.


https://www.bashinform.ru/news/culture/2025-05-13/v-bashkirii-poyavitsya-den-eposa-ural-batyr-4233240



Автор: Ләйлә Аралбаева / Источник


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Путин Миләүшә Мортазинаны Рәсәй ордены менән бүләкләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Путин Миләүшә Мортазинаны Рәсәй ордены менән бүләкләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Мәҙәниәт

Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының вокал сәнғәте кафедраһы профессоры ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда «Бер кереш уҡтары» фильмы бушлай күрһәтелә

Башҡортостанда «Бер кереш уҡтары» фильмы бушлай күрһәтелә 29.10.2026 // Мәҙәниәт

Башҡортостанда «Бер кереш уҡтары» фильмы бушлай күрһәтелә...

Тотош уҡырға 3

AY YOLA төркөмө рус телендә яңы йыр әҙерләй

AY YOLA төркөмө рус телендә яңы йыр әҙерләй 27.10.2026 // Мәҙәниәт

AY YOLA төркөмө рус телендә яңы йыр әҙерләй...

Тотош уҡырға 6

Башҡортостанда башҡорт килендәре араһында этноконкурс башланды

Башҡортостанда башҡорт килендәре араһында этноконкурс башланды 22.10.2026 // Мәҙәниәт

Конкурс Рәсәй халыҡтарының берҙәмлеге йылына, Башҡортостан Республикаһында Ҙур һәм татыу ғаилә ......

Тотош уҡырға 6

Салауат башҡорт театры милләт-ара фестивалдә сығыш яһай

Салауат башҡорт театры милләт-ара фестивалдә сығыш яһай 21.10.2026 // Мәҙәниәт

Пермь крайының Кудымкар ҡалаһында VIII «Хәбәр» милләт-ара театр фестивале асылды. Быйыл бында ......

Тотош уҡырға 6

Радий Хәбиров республика халҡын Милли бейеү көнө менән ҡотланы

Радий Хәбиров республика халҡын Милли бейеү көнө менән ҡотланы 21.10.2026 // Мәҙәниәт

Радий Хәбиров республика халҡын Милли бейеү көнө менән ҡотланы...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда МХО-ға арналған спектаклдәр конкурсына ғаризалар ҡабул ителә

Башҡортостанда МХО-ға арналған спектаклдәр конкурсына ғаризалар ҡабул ителә 20.10.2026 // Мәҙәниәт

Махсус хәрби операцияға арналған спектаклдәрҙең беренсе театр конкурсына ғаризалар ҡабул ителә....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостандан фильм Адыгеяла уҙған фестивалдә иң яҡшы режиссура өсөн награда алды

Башҡортостандан фильм Адыгеяла уҙған фестивалдә иң яҡшы режиссура өсөн награда алды 19.10.2026 // Мәҙәниәт

Башҡортостандан фильм Адыгеяла уҙған фестивалдә иң яҡшы режиссура өсөн награда алды...

Тотош уҡырға 5

Башҡорт яҙыусыһы Йәдкәр Бәширов вафат булды

Башҡорт яҙыусыһы Йәдкәр Бәширов вафат булды 18.10.2026 // Мәҙәниәт

Башҡорт яҙыусыһы Йәдкәр Бәширов вафат булды...

Тотош уҡырға 1

«ӘЙ ЙОЛА» төркөмөнөң «Һомай» йыры фигуралы шыуыу буйынса халыҡ-ара турнирҙа яңғыраны

«ӘЙ ЙОЛА» төркөмөнөң «Һомай» йыры фигуралы шыуыу буйынса халыҡ-ара турнирҙа яңғыраны 14.10.2026 // Мәҙәниәт

«ӘЙ ЙОЛА» төркөмөнөң «Һомай» йыры фигуралы шыуыу буйынса халыҡ-ара турнирҙа яңғыраны...

Тотош уҡырға 6

Башҡортостанда Салауат Юлаев премияһы лауреаттары билдәләнде

Башҡортостанда Салауат Юлаев премияһы лауреаттары билдәләнде 07.10.2026 // Мәҙәниәт

Башҡортостанда Салауат Юлаев премияһы лауреаттары билдәләнде...

Тотош уҡырға 10

Өфө йырсыһы нейроселтәр ярҙамында тәүге башҡорт клибын төшөргән

Өфө йырсыһы нейроселтәр ярҙамында тәүге башҡорт клибын төшөргән 07.10.2026 // Мәҙәниәт

Өфө йырсыһы нейроселтәр ярҙамында тәүге башҡорт клибын төшөргән...

Тотош уҡырға 12


Комментарий өҫтәргә