Башҡортостанда «Урал батыр» эпосы көнө булдырыла
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән республикала «Урал батыр» эпосы көнө булдырыла. Был турала республика етәксеһе башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының II Бөтә Рәсәй съезында белдерҙе.
— Үҫеп килгән быуынды тәрбиәләү эше халҡыбыҙҙың бай мәҙәни мираҫына нигеҙләнергә тейеш. Айырыуса донъя әҙәбиәтенең үҙенсәлекле боронғо әҫәре – үҙебеҙҙең «Урал батыр» эпосы тураһында әйтергә теләйем. Башҡорт халҡының аҫыл ҡомартҡыһын артабан да һаҡлап ҡалыу, үҫтереү өсөн йыл һайын июнь айында «Урал батыр» эпосы көнөн үткәрергә тигән тәҡдим бар. Әйткәндәй, яңыраҡ донъя чарттарында яңғыраған «Һомай» йыры эпостың республика бренды булараҡ та әһәмиәтен күрһәтте. AY YOLA – телде һәм мәҙәниәтте, рухи ҡиммәттәрҙе һөйөү өлгөһө. Ринат Рамаҙановҡа, Адель һәм Руслан Шәйхетдиновтарға мәҙәниәтебеҙҙе пропагандалауҙары өсөн рәхмәт, — тине Радий Хәбиров.
«Урал батыр» эпосы — башҡорт әҙәбиәтенең иң боронғо ҡомартҡыһы, ул 4576 шиғри һәм 19 прозаик юлдан тора. Эпос күп меңәр йылдар дауамында формалашҡан. Текст быуындан-быуынға күсә килгән. Мөхәмәтша Буранғолов эпосты 1910 йылда Ырымбур губернаһы Этҡол волосы (Башҡортостандың хәҙерге Баймаҡ районы) Иҙрис ауылында Ғәбит Арғынбаев һәм Бәләкәй Этҡол ауылында Хәмит Әлмөхәмәтов исемле ике сәсән-ҡурайсынан яҙып алған. Төп нөсхәһе (ҡулъяҙма) һаҡланмаған.
Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова хәбәр итеүенсә, «Урал батыр» эпосы тәүге тапҡыр 1968 йылда «Ағиҙел» журналында баҫылған. Башҡорт телендәге тулы баҫмаһы «Башҡорт халыҡ ижады» китабының беренсе томында донъя күргән. «Урал батыр» күп телдәргә тәржемә ителгән. Эпос фәнни яҡтан өйрәнелә, эпосты яттан һөйләү конкурсы үткәрелә, спектаклдәр, анимация фильмдары бар.