Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Мәҙәниәт » Уралҡайҙың аҫты мәрмәр,өҫтө – гәүһәр...
Тамаша таланттарҙың тыуған тупраҡтан яралыуын иҫбатланы.

Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе яңынан-яңы әҫәрҙәре менән һоҡландыра. Был юлы улар өр-яңы форматтағы “Урал легендалары” мюзиклының премьераһы менән таң ҡалдырҙы. Тәү ҡарашҡа башҡорт сәнғәте өсөн бер аҙ ят күренеш булып тойолған тамашаны халыҡ иҫе китеп ҡараны!

Сценарийҙың авторы – тележурналист, шағирә, драматург Сәрүәр Сурина, ҡуйыусы режиссеры – филармонияның художество етәксеһе, Башҡортос­тандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Лира Фәй­зуллина, мюзиклдың композиторы – Башҡортос­тандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Урал Иҙелбаев, ҡуйыусы балетмейстеры – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рәмизә Мөхәмәтшина, рәссамы Лилиә Сөләймәнова, костюмдар буйынса рәссам Наталья Степанова тотош ижади коллектив менән берлектә монументаль әҫәр барлыҡҡа килтергән.

Урал тауҙарына, халҡыбыҙ тарихына бәйле, башҡорт халыҡ эпостарына нигеҙләнеп яҙылған фәлсәфәүи әҫәр тәрән уйҙарға һала. Автор бик ҡыйыу, көнүҙәк теманы күтәреп сыҡҡан. Төрлө сәйәси ҡуйыртыуҙарға ҡарамаҫтан, театр-концерт берләш­мәһенең ошо идеяны тотоп алып, халыҡтың рухи ихтыяжын яҡлап сыға алыуы – үҙе бер батырлыҡ!

Сәғәт ярымдан ашыу барған мюзиклда, һәммәбеҙ ҙә бер бөтөнгә әйләнеп, әкиәт донъяһын гиҙҙек. Әҫәр тетрәндерҙе, һоҡландырҙы, уйландырҙы, ғәжәпләндерҙе... Быға тиклем ғәҙәти йырсы йәки бейеүсе булып сығыш яһаған артистарыбыҙ был юлы тамашасы алдына бөтөнләй башҡа ҡиәфәттә килеп баҫты. Улар йырлап ҡына ҡалманы – уйнаны, каскадерҙар кимәлендә акробат трюктары яһаны. Бына шул рәүешле ер-һыуыбыҙ ауазын ишеттерҙе. Ниндәйҙер кимәлдә операға тартым башҡарыу оҫталығы, балет элементтарын сағылдырған пластик хәрәкәттәр аша образдарҙы асып бирҙеләр. Нәҡ ошо пластик хәрәкәттәре, трюктары менән мюзикл Флорид Бүләковтың “Онотолған доға”һын хәтерләтеп ҡуя.
(Тап ошо спектакль менән бынан 24 йыл элек Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры популярлыҡ яуланы ла инде. 1994 йылда “Онотолған доға” спектакле өсөн Ф. Бүләков, Г. Ильясова, И. Филиппова Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ булды).

Төп партияларҙы артистар Гүзәлиә Татлыбаева (Ағиҙел), Илдар Әбдрәшитов (Турахан батыр), Илдар Рәхимҡолов (Ашаҡ батыр) башҡарҙы. Шулай уҡ сәсән ролен уйнаған Ришат Хәмитов, Гөлназ Иҙрисова (Шаман ҡатын), Ғафуан Фазуллин (Иҙел батыр) һәм Альберт Килмәков сағыу сәхнә образдары тыуҙырҙы. Күмәк сәхнәлә филармонияның һәм бейеү театрының бөтә солистары ҡатнашты һәм уларҙың һәр береһе үҙ ролен тел тейҙергеһеҙ һөнәри юғарылыҡта башҡарҙы.

Сәхнә биҙәлеше, махсус экран ярҙамында бығаса күренмәгән яңы алымдар ҡулланыу, Һыу аҫты, Ер аҫты батшалыҡтары донъяһын һүрәтләгән күренештәрҙең бер-бер артлы алмашынып тороуы, ожмахтай еребеҙҙе хозурлыҡҡа күмеп, тирәктәрҙең тирбәлешеп ултырыуы, береһенән-береһе нәфис сәскәләр, күбәләктәрҙең йәнде иркәләп осоуы – былар барыһы ла ҙур оҫталыҡ менән һынлан­дырылды.

Әҫәр Урал ораны булып яңғыраны. Донъя яралғаны бирле ер-һыуыбыҙға ҡалҡан булып, миллиондарса йылдар ғорур торған тауҙарыбыҙ, бөгөн килеп, үҙҙәре яҡлауға мохтаж. “Эй, кешеләр, ғәфләт йоҡоһонан уянығыҙ!” – тип иңрәй-иңрәй халҡыбыҙға өндәшә кеүек улар. “Кешелек тауҙарһыҙ ҡалһа, һыуҙарыбыҙ ҡороһа, ожмахтай еребеҙҙән килер быуындарға ни ҡалыр?!” – бына шундай уйҙарға һала был әҫәр.

Уйлап ҡараһаң, ошо байлыҡтың, гүзәллектә тиңе булмаған еребеҙҙең ҡәҙерен белеп еткермәйбеҙ шул. Заводтарҙың бысратыуы ғына етмәгән, кешеләр ҙә тәбиғәт ҡосағында ял итәм тип, үҙенән һуң күпме сүп-сар ҡалдыра. Ә пластик ҡаптар, шешәләр сереп юҡҡа сыҡһын өсөн йөҙәр йылдар ваҡыт кәрәк...

Мюзиклды ҡарағанда ирекһеҙҙән Шәйехзада Бабичтың:
...Уралҡайҙың аҫты алтын,
Өҫтө шиғыр, үҙе нур.
Киләсәктә был ергә
Хоҙай үҙе ҡыҙығыр;
...Уралҡайҙың аҫты мәрмәр,
Өҫтө – гәүһәр...

– тигән шиғыр юлдары иҫкә төшә. Башҡортостанын – гөлбостанын, нурлыстанын йәлләп, шағир рухы ла һыҡтап ҡуйғандай. Яҙыусы Булат Рафиҡов та юҡҡа ғына Башҡортостанды Ғәжәбстан тип атамағандыр!

Был уникаль тамаша таланттар тыуған тупраҡтан ярала тигән хәҡиҡәтте йәнә бер тапҡыр дәлилләне.


Автор: Роза ҠОБАҒОШОВА


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Путин Миләүшә Мортазинаны Рәсәй ордены менән бүләкләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Путин Миләүшә Мортазинаны Рәсәй ордены менән бүләкләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Мәҙәниәт

Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының вокал сәнғәте кафедраһы профессоры ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда «Бер кереш уҡтары» фильмы бушлай күрһәтелә

Башҡортостанда «Бер кереш уҡтары» фильмы бушлай күрһәтелә 29.10.2026 // Мәҙәниәт

Башҡортостанда «Бер кереш уҡтары» фильмы бушлай күрһәтелә...

Тотош уҡырға 3

AY YOLA төркөмө рус телендә яңы йыр әҙерләй

AY YOLA төркөмө рус телендә яңы йыр әҙерләй 27.10.2026 // Мәҙәниәт

AY YOLA төркөмө рус телендә яңы йыр әҙерләй...

Тотош уҡырға 6

Башҡортостанда башҡорт килендәре араһында этноконкурс башланды

Башҡортостанда башҡорт килендәре араһында этноконкурс башланды 22.10.2026 // Мәҙәниәт

Конкурс Рәсәй халыҡтарының берҙәмлеге йылына, Башҡортостан Республикаһында Ҙур һәм татыу ғаилә ......

Тотош уҡырға 6

Салауат башҡорт театры милләт-ара фестивалдә сығыш яһай

Салауат башҡорт театры милләт-ара фестивалдә сығыш яһай 21.10.2026 // Мәҙәниәт

Пермь крайының Кудымкар ҡалаһында VIII «Хәбәр» милләт-ара театр фестивале асылды. Быйыл бында ......

Тотош уҡырға 7

Радий Хәбиров республика халҡын Милли бейеү көнө менән ҡотланы
Башҡортостанда МХО-ға арналған спектаклдәр конкурсына ғаризалар ҡабул ителә

Башҡортостанда МХО-ға арналған спектаклдәр конкурсына ғаризалар ҡабул ителә 20.10.2026 // Мәҙәниәт

Махсус хәрби операцияға арналған спектаклдәрҙең беренсе театр конкурсына ғаризалар ҡабул ителә....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостандан фильм Адыгеяла уҙған фестивалдә иң яҡшы режиссура өсөн награда алды

Башҡортостандан фильм Адыгеяла уҙған фестивалдә иң яҡшы режиссура өсөн награда алды 19.10.2026 // Мәҙәниәт

Башҡортостандан фильм Адыгеяла уҙған фестивалдә иң яҡшы режиссура өсөн награда алды...

Тотош уҡырға 5

Башҡорт яҙыусыһы Йәдкәр Бәширов вафат булды

Башҡорт яҙыусыһы Йәдкәр Бәширов вафат булды 18.10.2026 // Мәҙәниәт

Башҡорт яҙыусыһы Йәдкәр Бәширов вафат булды...

Тотош уҡырға 1

«ӘЙ ЙОЛА» төркөмөнөң «Һомай» йыры фигуралы шыуыу буйынса халыҡ-ара турнирҙа яңғыраны

«ӘЙ ЙОЛА» төркөмөнөң «Һомай» йыры фигуралы шыуыу буйынса халыҡ-ара турнирҙа яңғыраны 14.10.2026 // Мәҙәниәт

«ӘЙ ЙОЛА» төркөмөнөң «Һомай» йыры фигуралы шыуыу буйынса халыҡ-ара турнирҙа яңғыраны...

Тотош уҡырға 6

Башҡортостанда Салауат Юлаев премияһы лауреаттары билдәләнде

Башҡортостанда Салауат Юлаев премияһы лауреаттары билдәләнде 07.10.2026 // Мәҙәниәт

Башҡортостанда Салауат Юлаев премияһы лауреаттары билдәләнде...

Тотош уҡырға 10

Өфө йырсыһы нейроселтәр ярҙамында тәүге башҡорт клибын төшөргән

Өфө йырсыһы нейроселтәр ярҙамында тәүге башҡорт клибын төшөргән 07.10.2026 // Мәҙәниәт

Өфө йырсыһы нейроселтәр ярҙамында тәүге башҡорт клибын төшөргән...

Тотош уҡырға 13


Комментарий өҫтәргә