Тамаша таланттарҙың тыуған тупраҡтан яралыуын иҫбатланы.
Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе яңынан-яңы әҫәрҙәре менән һоҡландыра. Был юлы улар өр-яңы форматтағы “Урал легендалары” мюзиклының премьераһы менән таң ҡалдырҙы. Тәү ҡарашҡа башҡорт сәнғәте өсөн бер аҙ ят күренеш булып тойолған тамашаны халыҡ иҫе китеп ҡараны!
Сценарийҙың авторы – тележурналист, шағирә, драматург Сәрүәр Сурина, ҡуйыусы режиссеры – филармонияның художество етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Лира Фәйзуллина, мюзиклдың композиторы – Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Урал Иҙелбаев, ҡуйыусы балетмейстеры – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рәмизә Мөхәмәтшина, рәссамы Лилиә Сөләймәнова, костюмдар буйынса рәссам Наталья Степанова тотош ижади коллектив менән берлектә монументаль әҫәр барлыҡҡа килтергән.
Урал тауҙарына, халҡыбыҙ тарихына бәйле, башҡорт халыҡ эпостарына нигеҙләнеп яҙылған фәлсәфәүи әҫәр тәрән уйҙарға һала. Автор бик ҡыйыу, көнүҙәк теманы күтәреп сыҡҡан. Төрлө сәйәси ҡуйыртыуҙарға ҡарамаҫтан, театр-концерт берләшмәһенең ошо идеяны тотоп алып, халыҡтың рухи ихтыяжын яҡлап сыға алыуы – үҙе бер батырлыҡ!
Сәғәт ярымдан ашыу барған мюзиклда, һәммәбеҙ ҙә бер бөтөнгә әйләнеп, әкиәт донъяһын гиҙҙек. Әҫәр тетрәндерҙе, һоҡландырҙы, уйландырҙы, ғәжәпләндерҙе... Быға тиклем ғәҙәти йырсы йәки бейеүсе булып сығыш яһаған артистарыбыҙ был юлы тамашасы алдына бөтөнләй башҡа ҡиәфәттә килеп баҫты. Улар йырлап ҡына ҡалманы – уйнаны, каскадерҙар кимәлендә акробат трюктары яһаны. Бына шул рәүешле ер-һыуыбыҙ ауазын ишеттерҙе. Ниндәйҙер кимәлдә операға тартым башҡарыу оҫталығы, балет элементтарын сағылдырған пластик хәрәкәттәр аша образдарҙы асып бирҙеләр. Нәҡ ошо пластик хәрәкәттәре, трюктары менән мюзикл Флорид Бүләковтың “Онотолған доға”һын хәтерләтеп ҡуя.
(Тап ошо спектакль менән бынан 24 йыл элек Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры популярлыҡ яуланы ла инде. 1994 йылда “Онотолған доға” спектакле өсөн Ф. Бүләков, Г. Ильясова, И. Филиппова Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ булды).
Төп партияларҙы артистар Гүзәлиә Татлыбаева (Ағиҙел), Илдар Әбдрәшитов (Турахан батыр), Илдар Рәхимҡолов (Ашаҡ батыр) башҡарҙы. Шулай уҡ сәсән ролен уйнаған Ришат Хәмитов, Гөлназ Иҙрисова (Шаман ҡатын), Ғафуан Фазуллин (Иҙел батыр) һәм Альберт Килмәков сағыу сәхнә образдары тыуҙырҙы. Күмәк сәхнәлә филармонияның һәм бейеү театрының бөтә солистары ҡатнашты һәм уларҙың һәр береһе үҙ ролен тел тейҙергеһеҙ һөнәри юғарылыҡта башҡарҙы.
Сәхнә биҙәлеше, махсус экран ярҙамында бығаса күренмәгән яңы алымдар ҡулланыу, Һыу аҫты, Ер аҫты батшалыҡтары донъяһын һүрәтләгән күренештәрҙең бер-бер артлы алмашынып тороуы, ожмахтай еребеҙҙе хозурлыҡҡа күмеп, тирәктәрҙең тирбәлешеп ултырыуы, береһенән-береһе нәфис сәскәләр, күбәләктәрҙең йәнде иркәләп осоуы – былар барыһы ла ҙур оҫталыҡ менән һынландырылды.
Әҫәр Урал ораны булып яңғыраны. Донъя яралғаны бирле ер-һыуыбыҙға ҡалҡан булып, миллиондарса йылдар ғорур торған тауҙарыбыҙ, бөгөн килеп, үҙҙәре яҡлауға мохтаж. “Эй, кешеләр, ғәфләт йоҡоһонан уянығыҙ!” – тип иңрәй-иңрәй халҡыбыҙға өндәшә кеүек улар. “Кешелек тауҙарһыҙ ҡалһа, һыуҙарыбыҙ ҡороһа, ожмахтай еребеҙҙән килер быуындарға ни ҡалыр?!” – бына шундай уйҙарға һала был әҫәр.
Уйлап ҡараһаң, ошо байлыҡтың, гүзәллектә тиңе булмаған еребеҙҙең ҡәҙерен белеп еткермәйбеҙ шул. Заводтарҙың бысратыуы ғына етмәгән, кешеләр ҙә тәбиғәт ҡосағында ял итәм тип, үҙенән һуң күпме сүп-сар ҡалдыра. Ә пластик ҡаптар, шешәләр сереп юҡҡа сыҡһын өсөн йөҙәр йылдар ваҡыт кәрәк...
Мюзиклды ҡарағанда ирекһеҙҙән Шәйехзада Бабичтың:
...Уралҡайҙың аҫты алтын,
Өҫтө шиғыр, үҙе нур.
Киләсәктә был ергә
Хоҙай үҙе ҡыҙығыр;
...Уралҡайҙың аҫты мәрмәр,
Өҫтө – гәүһәр...
– тигән шиғыр юлдары иҫкә төшә. Башҡортостанын – гөлбостанын, нурлыстанын йәлләп, шағир рухы ла һыҡтап ҡуйғандай. Яҙыусы Булат Рафиҡов та юҡҡа ғына Башҡортостанды Ғәжәбстан тип атамағандыр!
Был уникаль тамаша таланттар тыуған тупраҡтан ярала тигән хәҡиҡәтте йәнә бер тапҡыр дәлилләне.