Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Мәҙәниәт » Зөһрәнең бәхете
Зөһрә Әминеваның Салауат ҡалаһына килеп төпләнеүенә 45 йылдан ашыу. Бәләкәйҙән мәҙәни мөхиттә үҫә. Һуғыштан ҡайтҡан атаһы ауыл Советы рәйесе булып эшләй. Юморға бай, моңло тауышлы була үҙе, балаларында ла сәнғәткә һөйөү тәрбиәләй. Каникул ваҡытында йылына ике тапҡыр мотлаҡ Башҡорт дәүләт академия драма театрына алып бара.

Татарстандың Әлмәт театры ла ауылдарына йыш килә. Шул ваҡытта уҡ ҡыҙ, артистарға һоҡ­ланып ҡарап: “Их, нисек матур итеп уйнайҙар. Мин шулай булдыра алыр инемме икән?” — тип уйлап ҡуя. Бәләкәйҙән ауылын­дағы мәктәптә үҙешмәкәр түңәрәк­тәргә йөрөй.

– Бәләкәйерәк саҡта телевизор-маҙар юҡ ине әле. Концерт­тарҙы радионан ғына тыңлайбыҙ. Фәриҙә Ҡудашеваның сылтырап аҡҡан моңло тауышы күптәрҙе әсир итер ине. Бер аҙҙан телевизорлы булдыҡ. Шунда мин йырсыны тәүге тапҡыр зәңгәр экрандан күрҙем. Йырлауы һуң, йырлауы! Ә күлдәгенең матурлығы! Уны бер тапҡыр ғына тотоп ҡараһаң ине, тигән хыял менән яна торғайным.


Иҫемдә, бер йылды атайым, рә­йес булараҡ, һабантуйға Фәри­ҙә апайҙы саҡырҙы. Атайымдан үҙе менән алып барыуын ялбарып-үтенеп һорайым. Теге хыялды һаман күңелемдә йөрөтәм бит. Һүҙемде йыҡманы. Рәхмәт һүҙҙәрен әйтергә сәхнәгә менгән­дә мине лә етәкләп алды. Барҙым да ипләп кенә йырсының күлдә­генән һыйпайым. Сәхнә һанду­ғасы ныҡ итеп ҡосаҡланы ла: “Атаҡ, һеңлем, ниңә ҡыймай ғына тораһың. Яҡыныраҡ кил”, – тип яратып ҡуйҙы үҙемде. Шул мәлдә минән дә бәхетлерәк кеше булмағандыр, – тип яҡты хәтирә­ләргә байҡау яһай Зөһрә апай.

Ҡыҙ, район кимәлендәге смотр-конкурстарҙа ҡатнашып, алдынғылыҡты бирмәй. Бейеү түңәрәгенән дә ҡалмай. IX класта уҡығанда, Кишиневҡа фестивалгә барып, икенсе урынды яулап ҡай­талар. Был уға тағы ла нығыраҡ ҡанат ҡуя, алдағы тормошон сән­ғәт менән бәйләргә уйлай, әммә яҙмыш үҙенсә хәл итә. Урта мәк­тәпте тамамлағас, Октябрьскийға медицина училищеһына уҡырға инә. Тик тормош уны һынауын дауам итә. Унда бер генә йыл белем алып өлгөрә, ғаилә шарттары уны уҡыуын ҡалдырырға мәжбүр итә.

Аптырап ҡалмай ҡыҙ, күрше ауылда клуб мөдире булып эш­ләй башлай. Үҙҙәре спектакл­дәр ҡуялар, концерттар ойошторалар. Ситтән дә артистар өҙөлмәй.

Бер мәл Салауат театры уларға “Ашҡаҙар” спектакле менән килә. Театрҙа эшләп йөрөгән йәш актер Рим Әминев уға ғашиҡ була. Ҡыҙ ҙа ҡаршы килмәй. Тимерҙе ҡыҙыуында һуҡ тигәндәй, егет Зөһрә апайҙы кәләш итеп алып ҡайтып китә. Тыуған яғы Ҡырмыҫҡалыға килен булып төшөрә лә һөйгән йәрен үҙе йәшәгән Салауатҡа килтерә. Шул ваҡиғаларға 45 йылдан ашыу ғүмер уҙған.

Театрға бухгалтер-кассир булып урынлашҡан йәш ҡыҙ кис­тәрен эше бөтөү менән репе­тицияларҙы ҡарарға әүәҫләнеп ала.

– Эй артистарҙың уйнағанына һоҡлана инем. Бер шулай тамаша залында ултырһам, режиссер Вәзих ағай Сәйфуллин: “Кил әле, кил, ниңә бер мөйөштә ҡурҡып ҡына ултыраһың? — тип мине үҙ янына саҡырып алды. — Иртә­гә “Ҡыйыу ҡыҙҙар”ҙы уйнайбыҙ, беҙҙең янға керерһең”.


Ул, миңә шундай ышаныс белдереп, бәләкәй генә бер роль тапшырҙы. Сәхнәгә тәүгә аяҡ баҫыуым шулай килеп сыҡты, — ти Зөһрә Низаметдин ҡыҙы.


Яйлап ҙурыраҡ, һуңғараҡ төп ролдәрҙе бирә башлайҙар. Зөһрә апайҙың үҙе әйтеүенсә, иң беренсе яратып уйнаған төп роле – “Зәңгәр юлдар” спектаклендәге Фаягөл.

Тырыш хеҙмәте өсөн уға 1993 йылда “Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем бирелә. “Уйнаған ролдәрегеҙҙең иҫәбен төҫмөрләйһегеҙме?” — тип һорайым. Белгәнем генә 60-лап, тип яуапланы актриса.


Зөһрә Әминева утыҙ йылдан ашыу грим һалыусы булып та эшләй. Ул сәхнә нескәлектәренә өйрәтеп, кәңәштәрен ихлас бир­гән остаздарына бик бурыслы.

Зөһрә Низаметдин ҡыҙы тормош иптәше Рим Фәйзрахман улы менән 45 йылдан ашыу матур ғүмер кисерә, ике балаға – Дамир менән Розаға ғүмер бирә. Ире менән бер өлкә кешеләре булыуына актриса бик ҡәнәғәт.

– Икебеҙҙең дә театрҙа эшлә­үебеҙ ауырлыҡ килтермәне. Киреһенсә, фекерҙәребеҙ, маҡ­сат­тарыбыҙ уртаҡ. Эштә лә, өйҙә лә бер нәмә тураһында һөй­ләшәбеҙ. Ҡыҫҡаһы, энә менән еп шикеллебеҙ. Беребеҙ ҡайҙа бара, икенсебеҙ ҙә шунда, — ти ул, йылмайып.

Хаҡлы ялда булыуына ҡара­маҫтан, актриса яратҡан эшен таш­ламай. Үҙенең 65 йәшлек юбилейын билдәләгән көндә ул “Гөлкәйҙең бәхете” тигән спек­такл­дә Мөнирә ролен уйнаны.


Автор: Динә ҒӘЛИЕВА Район: Салауат ҡалаһы


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөлә күренекле педагог, профессор Миләүшә Мортазинаның 100 йәшлек юбилейын билдәләйҙәр

Өфөлә күренекле педагог, профессор Миләүшә Мортазинаның 100 йәшлек юбилейын билдәләйҙәр 22.05.2026 // Мәҙәниәт

Өфөлә күренекле педагог, профессор Миләүшә Мортазинаның 100 йәшлек юбилейын билдәләйҙәр...

Тотош уҡырға 3

AY YOLA төркөмө һәм йырсы Алһыу RU.TV телеканалының музыка премияһына лайыҡ булды

AY YOLA төркөмө һәм йырсы Алһыу RU.TV телеканалының музыка премияһына лайыҡ булды 22.05.2026 // Мәҙәниәт

Башҡортостандың AY YOLA төркөмө һәм йырсы Алһыу тарихта тәүге тапҡыр милли телдәге трек менән RU.TV ......

Тотош уҡырға 3

Йырсы Әлфинә Әҙеһәмова — Башҡортостандың атҡаҙанған артисы

Йырсы Әлфинә Әҙеһәмова — Башҡортостандың атҡаҙанған артисы 22.05.2026 // Мәҙәниәт

Йырсы Әлфинә Әҙеһәмова — Башҡортостандың атҡаҙанған артисы...

Тотош уҡырға 3

Республикала «Китап байрамы» алдынан «Китап календары» эшләй башланы

Республикала «Китап байрамы» алдынан «Китап календары» эшләй башланы 21.05.2026 // Мәҙәниәт

Республикала «Китап байрамы» алдынан «Китап календары» эшләй башланы...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Зөлфиә Ҡудашеваның бенефисы уҙҙы

Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Зөлфиә Ҡудашеваның бенефисы уҙҙы 21.05.2026 // Мәҙәниәт

Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы ......

Тотош уҡырға 1

Башҡорт драма театры Мостай Кәримдең һуңғы пьесаһын сәхнәләштерә

Башҡорт драма театры Мостай Кәримдең һуңғы пьесаһын сәхнәләштерә 21.05.2026 // Мәҙәниәт

Премьераға әҙерлек барышында театр 1980 йылдарҙағы реквизиттар эҙләүе тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда Салауат Юлаев һәйкәленең яҙмышы хәл ителә

Башҡортостанда Салауат Юлаев һәйкәленең яҙмышы хәл ителә 20.05.2026 // Мәҙәниәт

Бөгөн, легендар геройҙың һәйкәле һүтеп алынған һәм реконструкциялау эштәре барған ваҡытта, яугир ......

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда «Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» программаһына үҙгәрештәр индерелде

Башҡортостанда «Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» программаһына үҙгәрештәр индерелде 19.05.2026 // Мәҙәниәт

Премьер-министр Андрей Назаров Башҡортостан Республикаһы хөкүмәтенең тейешле ҡарарына ҡул ҡуйҙы....

Тотош уҡырға 2

Этно - эйе: Башҡортостан айдентикаһын һөнәрселек нисек үҫтерә

Этно - эйе: Башҡортостан айдентикаһын һөнәрселек нисек үҫтерә 15.05.2026 // Мәҙәниәт

Башҡорт халҡының һөнәрҙәре мираҫ ҡына түгел, ә төбәк айдентикаһын үҫтереү ҡоралы тип әйтергә ......

Тотош уҡырға 3

Өфөлә гүзәллек һәм әсәлек инклюзив конкурсы еңеүселәре билдәләнде

Өфөлә гүзәллек һәм әсәлек инклюзив конкурсы еңеүселәре билдәләнде 14.05.2026 // Мәҙәниәт

Өфө королеваһы – коллегабыҙ, тележурналист Зилә Баймырҙина, шулай уҡ ул «Миссис Грация» һәм «Иң ......

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәми Ғарипов исемендәге тәүге миҙалдар тапшырылды

Өфөлә Рәми Ғарипов исемендәге тәүге миҙалдар тапшырылды 13.05.2026 // Мәҙәниәт

Яҙыусылар союзында Башҡортостандың күренекле халыҡ шағиры иҫтәлегенә булдырылған миҙал менән ......

Тотош уҡырға 1

Бронзанан ҡойолған Салауат Юлаев һәйкәле йылға ярында мәңге торасаҡ – Щербаков

Бронзанан ҡойолған Салауат Юлаев һәйкәле йылға ярында мәңге торасаҡ – Щербаков 05.05.2026 // Мәҙәниәт

Башҡортостанда Салауат Юлаев һәйкәле буйынса фекер алышыу башланды, республикабыҙ халҡы мөһим ҡарар ......

Тотош уҡырға 11


Комментарий өҫтәргә