Зөһрә Әминеваның Салауат ҡалаһына килеп төпләнеүенә 45 йылдан ашыу. Бәләкәйҙән мәҙәни мөхиттә үҫә. Һуғыштан ҡайтҡан атаһы ауыл Советы рәйесе булып эшләй. Юморға бай, моңло тауышлы була үҙе, балаларында ла сәнғәткә һөйөү тәрбиәләй. Каникул ваҡытында йылына ике тапҡыр мотлаҡ Башҡорт дәүләт академия драма театрына алып бара.
Татарстандың Әлмәт театры ла ауылдарына йыш килә. Шул ваҡытта уҡ ҡыҙ, артистарға һоҡланып ҡарап: “Их, нисек матур итеп уйнайҙар. Мин шулай булдыра алыр инемме икән?” — тип уйлап ҡуя. Бәләкәйҙән ауылындағы мәктәптә үҙешмәкәр түңәрәктәргә йөрөй.
– Бәләкәйерәк саҡта телевизор-маҙар юҡ ине әле. Концерттарҙы радионан ғына тыңлайбыҙ. Фәриҙә Ҡудашеваның сылтырап аҡҡан моңло тауышы күптәрҙе әсир итер ине. Бер аҙҙан телевизорлы булдыҡ. Шунда мин йырсыны тәүге тапҡыр зәңгәр экрандан күрҙем. Йырлауы һуң, йырлауы! Ә күлдәгенең матурлығы! Уны бер тапҡыр ғына тотоп ҡараһаң ине, тигән хыял менән яна торғайным.
Иҫемдә, бер йылды атайым, рәйес булараҡ, һабантуйға Фәриҙә апайҙы саҡырҙы. Атайымдан үҙе менән алып барыуын ялбарып-үтенеп һорайым. Теге хыялды һаман күңелемдә йөрөтәм бит. Һүҙемде йыҡманы. Рәхмәт һүҙҙәрен әйтергә сәхнәгә менгәндә мине лә етәкләп алды. Барҙым да ипләп кенә йырсының күлдәгенән һыйпайым. Сәхнә һандуғасы ныҡ итеп ҡосаҡланы ла: “Атаҡ, һеңлем, ниңә ҡыймай ғына тораһың. Яҡыныраҡ кил”, – тип яратып ҡуйҙы үҙемде. Шул мәлдә минән дә бәхетлерәк кеше булмағандыр, – тип яҡты хәтирәләргә байҡау яһай Зөһрә апай.
Ҡыҙ, район кимәлендәге смотр-конкурстарҙа ҡатнашып, алдынғылыҡты бирмәй. Бейеү түңәрәгенән дә ҡалмай. IX класта уҡығанда, Кишиневҡа фестивалгә барып, икенсе урынды яулап ҡайталар. Был уға тағы ла нығыраҡ ҡанат ҡуя, алдағы тормошон сәнғәт менән бәйләргә уйлай, әммә яҙмыш үҙенсә хәл итә. Урта мәктәпте тамамлағас, Октябрьскийға медицина училищеһына уҡырға инә. Тик тормош уны һынауын дауам итә. Унда бер генә йыл белем алып өлгөрә, ғаилә шарттары уны уҡыуын ҡалдырырға мәжбүр итә.
Аптырап ҡалмай ҡыҙ, күрше ауылда клуб мөдире булып эшләй башлай. Үҙҙәре спектаклдәр ҡуялар, концерттар ойошторалар. Ситтән дә артистар өҙөлмәй.
Бер мәл Салауат театры уларға “Ашҡаҙар” спектакле менән килә. Театрҙа эшләп йөрөгән йәш актер Рим Әминев уға ғашиҡ була. Ҡыҙ ҙа ҡаршы килмәй. Тимерҙе ҡыҙыуында һуҡ тигәндәй, егет Зөһрә апайҙы кәләш итеп алып ҡайтып китә. Тыуған яғы Ҡырмыҫҡалыға килен булып төшөрә лә һөйгән йәрен үҙе йәшәгән Салауатҡа килтерә. Шул ваҡиғаларға 45 йылдан ашыу ғүмер уҙған.
Театрға бухгалтер-кассир булып урынлашҡан йәш ҡыҙ кистәрен эше бөтөү менән репетицияларҙы ҡарарға әүәҫләнеп ала.
– Эй артистарҙың уйнағанына һоҡлана инем. Бер шулай тамаша залында ултырһам, режиссер Вәзих ағай Сәйфуллин: “Кил әле, кил, ниңә бер мөйөштә ҡурҡып ҡына ултыраһың? — тип мине үҙ янына саҡырып алды. — Иртәгә “Ҡыйыу ҡыҙҙар”ҙы уйнайбыҙ, беҙҙең янға керерһең”.
Ул, миңә шундай ышаныс белдереп, бәләкәй генә бер роль тапшырҙы. Сәхнәгә тәүгә аяҡ баҫыуым шулай килеп сыҡты, — ти Зөһрә Низаметдин ҡыҙы.
Яйлап ҙурыраҡ, һуңғараҡ төп ролдәрҙе бирә башлайҙар. Зөһрә апайҙың үҙе әйтеүенсә, иң беренсе яратып уйнаған төп роле – “Зәңгәр юлдар” спектаклендәге Фаягөл.
Тырыш хеҙмәте өсөн уға 1993 йылда “Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем бирелә. “Уйнаған ролдәрегеҙҙең иҫәбен төҫмөрләйһегеҙме?” — тип һорайым. Белгәнем генә 60-лап, тип яуапланы актриса.
Зөһрә Әминева утыҙ йылдан ашыу грим һалыусы булып та эшләй. Ул сәхнә нескәлектәренә өйрәтеп, кәңәштәрен ихлас биргән остаздарына бик бурыслы.
Зөһрә Низаметдин ҡыҙы тормош иптәше Рим Фәйзрахман улы менән 45 йылдан ашыу матур ғүмер кисерә, ике балаға – Дамир менән Розаға ғүмер бирә. Ире менән бер өлкә кешеләре булыуына актриса бик ҡәнәғәт.
– Икебеҙҙең дә театрҙа эшләүебеҙ ауырлыҡ килтермәне. Киреһенсә, фекерҙәребеҙ, маҡсаттарыбыҙ уртаҡ. Эштә лә, өйҙә лә бер нәмә тураһында һөйләшәбеҙ. Ҡыҫҡаһы, энә менән еп шикеллебеҙ. Беребеҙ ҡайҙа бара, икенсебеҙ ҙә шунда, — ти ул, йылмайып.
Хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, актриса яратҡан эшен ташламай. Үҙенең 65 йәшлек юбилейын билдәләгән көндә ул “Гөлкәйҙең бәхете” тигән спектаклдә Мөнирә ролен уйнаны.