Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Мәҙәниәт » “Башҡортостанда йәшәгән һәр кеше башҡортса һөйләшә белергә тейеш”
“Башҡортостанда йәшәгән һәр кеше башҡортса һөйләшә белергә тейеш”Башҡортостан Республикаһының киләсәге ышаныслы ҡулдарҙа, тип ныҡлы әйтә алабыҙ. Был хаҡта һәләтле балаларҙың Өфөлә үткән “Башҡортостан Республикаһы баш ҡалаһының киләсәге” слеты асыҡ һөйләй. Был сарала Өфө ҡалаһы хакимиәте һәр йылдағыса төбәк һәм Бөтә Рәсәй олимпиадаларында еңеүселәрҙе бүләкләне.
Бындай олимпиадалар милли-төбәк компоненты фәндәре буйынса уҙғарыла. Быйылғы уҡыу йылында Бөтә Рәсәй олимпиадаһында Өфө­нән 21 фәндән 70 мең уҡыусы көс һынашҡан. Ә инде олимпиада­ның төбәк этабында 453 уҡыусы ҡат­нашһа, уларҙың 19-ы – еңеүсе­ләр исемлегендә, 150-һе призлы урындар яулаған.
Олимпиаданың һуңғы этабында иһә Өфө ҡалаһы уҡыусы­ларынан еңеүселәр, призерҙар һаны – 13. Улар араһында милли-төбәк компоненты фәндәре бүлегендә үҙенең көсөн һына­ған Маргарита Гейт та бар. Ул – 52-се лицейҙың 11-се класс уҡыусыһы. Башҡорт теле буйынса олимпиадала башта үҙ мәктәбендә, аҙаҡ инде ҡалала беренсе урынды яулаған тырыш ҡыҙ республика кимәлендә 4-се урынға лайыҡ булған.
Немец ғаиләһендә тыуып үҫкән, башҡортса шулай таҙа, матур итеп һөйләшкән ҡыҙға һоҡланып: “Баш­ҡорт телен шулай яҡшы белеүеңдең сере нимәлә?”– тигән һорауҙы бирмәй булдыра алманым.
– Мин башҡорт телен етенсе клас­та уҡығанымда уҡ ентекләп өйрәнә башланым. Башҡорт­остан юлдаш телевидение­һы­ның “Башҡорт телен өйрәнәм” тапшырыуында ла ҡатнаш­тым. Ошондай олимпиадалар ҙа телде нығыраҡ белергә ярҙам итә. Был йәһәттән башҡорт теле уҡы­тыусыһы Сәриә Хәбир ҡыҙы Рәхмә­туллинаға рәхмәтем ҙур. Минеңсә, Башҡортос­танда йәшә­гән һәр милләт вәкиле башҡорт телен мотлаҡ белергә тейеш, сөнки был милләттең тарихы тәрән, мәҙәниәте лә, рухи ҡиммәттәре лә бик бай. Беҙ ошондай матур Баш­ҡорт­остан ерендә йәшәйбеҙ. Халҡы­ның ихлас­лығы өсөн рәхмәт. Уға хөрмәт йөҙөнән беҙ баш­ҡортса һөй­ләшергә, республи­кабыҙҙың камил­лығын бергәләп тулыланды­рырға тейеш­беҙ, – тип ихлас һөйләне ул.
Үҙенең бик күп тиңдәштәренә өлгө булған был ҡыҙҙың һүҙҙә­рен сарала ҡатнашҡан һәләтле бала­лар­ға рәхмәт әйтеп бүләк­тәр тап­шырған Өфө ҡала хаки­миәте баш­лығы урын­баҫары Сынтимер Баязитов та йөпләне. Слетта ҡатна­шыу­сыларҙы тәбрик­ләп ул респуб­ликабыҙ­ҙың, халҡы­быҙҙың ышаныслы ҡулдарҙа булыуын, ошондай һәләтле балаларға таянып, килә­сәктә тағы ла яҡшыраҡ, матуры­раҡ йәшәйә­сәгебеҙҙе билдәләне һәм, уҡыусыларға уңыштар теләп, ҡайҙа ғына йөрөһәләр ҙә, ҡайһы ғына илдә бейек үрҙәр яула­һалар ҙа, тыуған Башҡортос­танға әйләнеп ҡайтырға, уның милли кадрҙар ҡәүемен тулыландырып йәшәргә саҡырҙы.
“Башҡортостанда йәшәгән һәр кеше башҡортса һөйләшә белергә тейеш”Сарала шулай уҡ “Йыл уҡы­тыусыһы-2017” бәйгеһендә ҡат­наш­ҡан республика уҡытыу­сы­ларына Маҡтау ҡағыҙҙары менән Рәхмәт хаттары тапшырылды.
Слетты алып барыусылар­ҙың: “Киләһе йыл ниндәй йыл бу­лырға тейеш?” – тигән һора­уы­на бала­ларҙың “Мәға­риф йылы булһын” тип тәҡдим итеүе бер ҡыуандырһа, бер уҡыусы­ның “Туған тел йылы булһын” ти­гән тәҡдиме барыһын да уйлан­дырҙы. Беҙ ҡайҙа ғына, нисек кенә йәшәһәк тә, хал­ҡыбыҙҙың Ер йөҙөндә милләт, кеше булараҡ йәшәүендә туған тел ҙур роль уйнай шул.


Автор: Таңсулпан РӘСҮЛ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Путин Миләүшә Мортазинаны Рәсәй ордены менән бүләкләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Путин Миләүшә Мортазинаны Рәсәй ордены менән бүләкләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Мәҙәниәт

Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының вокал сәнғәте кафедраһы профессоры ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда «Бер кереш уҡтары» фильмы бушлай күрһәтелә

Башҡортостанда «Бер кереш уҡтары» фильмы бушлай күрһәтелә 29.10.2026 // Мәҙәниәт

Башҡортостанда «Бер кереш уҡтары» фильмы бушлай күрһәтелә...

Тотош уҡырға 3

AY YOLA төркөмө рус телендә яңы йыр әҙерләй

AY YOLA төркөмө рус телендә яңы йыр әҙерләй 27.10.2026 // Мәҙәниәт

AY YOLA төркөмө рус телендә яңы йыр әҙерләй...

Тотош уҡырға 6

Башҡортостанда башҡорт килендәре араһында этноконкурс башланды

Башҡортостанда башҡорт килендәре араһында этноконкурс башланды 22.10.2026 // Мәҙәниәт

Конкурс Рәсәй халыҡтарының берҙәмлеге йылына, Башҡортостан Республикаһында Ҙур һәм татыу ғаилә ......

Тотош уҡырға 6

Салауат башҡорт театры милләт-ара фестивалдә сығыш яһай

Салауат башҡорт театры милләт-ара фестивалдә сығыш яһай 21.10.2026 // Мәҙәниәт

Пермь крайының Кудымкар ҡалаһында VIII «Хәбәр» милләт-ара театр фестивале асылды. Быйыл бында ......

Тотош уҡырға 7

Радий Хәбиров республика халҡын Милли бейеү көнө менән ҡотланы
Башҡортостанда МХО-ға арналған спектаклдәр конкурсына ғаризалар ҡабул ителә

Башҡортостанда МХО-ға арналған спектаклдәр конкурсына ғаризалар ҡабул ителә 20.10.2026 // Мәҙәниәт

Махсус хәрби операцияға арналған спектаклдәрҙең беренсе театр конкурсына ғаризалар ҡабул ителә....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостандан фильм Адыгеяла уҙған фестивалдә иң яҡшы режиссура өсөн награда алды

Башҡортостандан фильм Адыгеяла уҙған фестивалдә иң яҡшы режиссура өсөн награда алды 19.10.2026 // Мәҙәниәт

Башҡортостандан фильм Адыгеяла уҙған фестивалдә иң яҡшы режиссура өсөн награда алды...

Тотош уҡырға 5

Башҡорт яҙыусыһы Йәдкәр Бәширов вафат булды

Башҡорт яҙыусыһы Йәдкәр Бәширов вафат булды 18.10.2026 // Мәҙәниәт

Башҡорт яҙыусыһы Йәдкәр Бәширов вафат булды...

Тотош уҡырға 1

«ӘЙ ЙОЛА» төркөмөнөң «Һомай» йыры фигуралы шыуыу буйынса халыҡ-ара турнирҙа яңғыраны

«ӘЙ ЙОЛА» төркөмөнөң «Һомай» йыры фигуралы шыуыу буйынса халыҡ-ара турнирҙа яңғыраны 14.10.2026 // Мәҙәниәт

«ӘЙ ЙОЛА» төркөмөнөң «Һомай» йыры фигуралы шыуыу буйынса халыҡ-ара турнирҙа яңғыраны...

Тотош уҡырға 6

Башҡортостанда Салауат Юлаев премияһы лауреаттары билдәләнде

Башҡортостанда Салауат Юлаев премияһы лауреаттары билдәләнде 07.10.2026 // Мәҙәниәт

Башҡортостанда Салауат Юлаев премияһы лауреаттары билдәләнде...

Тотош уҡырға 10

Өфө йырсыһы нейроселтәр ярҙамында тәүге башҡорт клибын төшөргән

Өфө йырсыһы нейроселтәр ярҙамында тәүге башҡорт клибын төшөргән 07.10.2026 // Мәҙәниәт

Өфө йырсыһы нейроселтәр ярҙамында тәүге башҡорт клибын төшөргән...

Тотош уҡырға 12


Комментарий өҫтәргә