Башҡортостан Республикаһының киләсәге ышаныслы ҡулдарҙа, тип ныҡлы әйтә алабыҙ. Был хаҡта һәләтле балаларҙың Өфөлә үткән “Башҡортостан Республикаһы баш ҡалаһының киләсәге” слеты асыҡ һөйләй. Был сарала Өфө ҡалаһы хакимиәте һәр йылдағыса төбәк һәм Бөтә Рәсәй олимпиадаларында еңеүселәрҙе бүләкләне. Бындай олимпиадалар милли-төбәк компоненты фәндәре буйынса уҙғарыла. Быйылғы уҡыу йылында Бөтә Рәсәй олимпиадаһында Өфөнән 21 фәндән 70 мең уҡыусы көс һынашҡан. Ә инде олимпиаданың төбәк этабында 453 уҡыусы ҡатнашһа, уларҙың 19-ы – еңеүселәр исемлегендә, 150-һе призлы урындар яулаған.
Олимпиаданың һуңғы этабында иһә Өфө ҡалаһы уҡыусыларынан еңеүселәр, призерҙар һаны – 13. Улар араһында милли-төбәк компоненты фәндәре бүлегендә үҙенең көсөн һынаған Маргарита Гейт та бар. Ул – 52-се лицейҙың 11-се класс уҡыусыһы. Башҡорт теле буйынса олимпиадала башта үҙ мәктәбендә, аҙаҡ инде ҡалала беренсе урынды яулаған тырыш ҡыҙ республика кимәлендә 4-се урынға лайыҡ булған.
Немец ғаиләһендә тыуып үҫкән, башҡортса шулай таҙа, матур итеп һөйләшкән ҡыҙға һоҡланып: “Башҡорт телен шулай яҡшы белеүеңдең сере нимәлә?”– тигән һорауҙы бирмәй булдыра алманым.
– Мин башҡорт телен етенсе класта уҡығанымда уҡ ентекләп өйрәнә башланым. Башҡортостан юлдаш телевидениеһының “Башҡорт телен өйрәнәм” тапшырыуында ла ҡатнаштым. Ошондай олимпиадалар ҙа телде нығыраҡ белергә ярҙам итә. Был йәһәттән башҡорт теле уҡытыусыһы Сәриә Хәбир ҡыҙы Рәхмәтуллинаға рәхмәтем ҙур. Минеңсә, Башҡортостанда йәшәгән һәр милләт вәкиле башҡорт телен мотлаҡ белергә тейеш, сөнки был милләттең тарихы тәрән, мәҙәниәте лә, рухи ҡиммәттәре лә бик бай. Беҙ ошондай матур Башҡортостан ерендә йәшәйбеҙ. Халҡының ихласлығы өсөн рәхмәт. Уға хөрмәт йөҙөнән беҙ башҡортса һөйләшергә, республикабыҙҙың камиллығын бергәләп тулыландырырға тейешбеҙ, – тип ихлас һөйләне ул.
Үҙенең бик күп тиңдәштәренә өлгө булған был ҡыҙҙың һүҙҙәрен сарала ҡатнашҡан һәләтле балаларға рәхмәт әйтеп бүләктәр тапшырған Өфө ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимер Баязитов та йөпләне. Слетта ҡатнашыусыларҙы тәбрикләп ул республикабыҙҙың, халҡыбыҙҙың ышаныслы ҡулдарҙа булыуын, ошондай һәләтле балаларға таянып, киләсәктә тағы ла яҡшыраҡ, матурыраҡ йәшәйәсәгебеҙҙе билдәләне һәм, уҡыусыларға уңыштар теләп, ҡайҙа ғына йөрөһәләр ҙә, ҡайһы ғына илдә бейек үрҙәр яулаһалар ҙа, тыуған Башҡортостанға әйләнеп ҡайтырға, уның милли кадрҙар ҡәүемен тулыландырып йәшәргә саҡырҙы.
Сарала шулай уҡ “Йыл уҡытыусыһы-2017” бәйгеһендә ҡатнашҡан республика уҡытыусыларына Маҡтау ҡағыҙҙары менән Рәхмәт хаттары тапшырылды.
Слетты алып барыусыларҙың: “Киләһе йыл ниндәй йыл булырға тейеш?” – тигән һорауына балаларҙың “Мәғариф йылы булһын” тип тәҡдим итеүе бер ҡыуандырһа, бер уҡыусының “Туған тел йылы булһын” тигән тәҡдиме барыһын да уйландырҙы. Беҙ ҡайҙа ғына, нисек кенә йәшәһәк тә, халҡыбыҙҙың Ер йөҙөндә милләт, кеше булараҡ йәшәүендә туған тел ҙур роль уйнай шул.