Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Мәҙәниәт » Кем һин, Аҡмулла вариҫы?
Кем һин, Аҡмулла вариҫы? Мифтахетдин Аҡмулланың тормошон һәм ижадын өйрәнгән әҙәбиәт белгесе Әхнәф Харисовтың билдәләүенсә, Аҡмулла – мәғрифәтсе йә шағир ғына түгел, ә иңенә шағир-импровизатор, аҡыл эйәһе, остаз һәм тәрбиәсе яуаплылығын алған халыҡ сәсәне лә. Бөгөн Урта Азия һәм күп төрки халыҡтарында олуғ остаз булып танылған, ХIХ быуат башҡорт шиғриәтенә ҙур өлөш индергән башҡорт сәсәненең ижадын өйрәнергә, Аҡмулла мираҫының рухи ҡеүәтен аңларға һәм һанларға хаҡлыбыҙҙыр.
Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, республика Халыҡ ижады үҙәге, Сә­сәндәр үҙәге Миәкә район хөкүмәте адми­нистра­цияһы менән берлектә Халыҡ-ара Аҡмулла көндәре сиктәрендә “Аҡмулла нәсихәттәре” респуб­лика фольклор байрамын уҙғара. Сара мәғ­ри­фәт­се һәм шағир Мифтахетдин Аҡмулланың ижадын өйрәнеү, әҫәрҙәрен халыҡ араһында та­ра­тыу, йәш быуынды милли рухта тәрбиәләү, халыҡтың ауыҙ-тел ижадын, боронғо йола бәйге­ләрен – сәсәндәр әйтешен тергеҙеү маҡсатында ойошторола.
Бәйгелә профессиональ һәм үҙешмәкәр ҡоба­йыр әйтеүселәр, шағирҙар, ауыҙ-тел ижады оҫта­лары, фольклор коллективтар, Дим-Өршәк буйы башҡорттарының халыҡ кәсептәре буйынса оҫта­лары һәм рәссамдар ҡатнаша ала. Байрам программаһы сиктәрендә “Аҡмулла вариҫы” республика сәсән-импровизаторҙар конкурсы, сәсән­лек сәнғәте һәм халыҡ һөнәр-кәсептәре буйынса оҫталыҡ кластары, “Күҙ теймәһен ҡулы­ңа!”, “Бе­лә­геңә көс-ҡеүәт!” район күргәҙмәләре, ижади коллективтар, ҡобайыр әйтеүселәр (сәсән­дәр), М. Аҡмулла исемендәге премия лауреаттары һәм яҙыусыларҙың сығыштары, Миәкә районы­ның М. Аҡмулла исемендәге премияһын тапшы­рыу тантанаһы – гала-концерт ҡаралған. Респуб­лика фольклор байрамы 9-10 декабрҙә Миәкә районында үтәсәк.


Автор: Розалия ЗАРИПОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Путин Миләүшә Мортазинаны Рәсәй ордены менән бүләкләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Путин Миләүшә Мортазинаны Рәсәй ордены менән бүләкләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Мәҙәниәт

Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының вокал сәнғәте кафедраһы профессоры ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда «Бер кереш уҡтары» фильмы бушлай күрһәтелә

Башҡортостанда «Бер кереш уҡтары» фильмы бушлай күрһәтелә 29.10.2026 // Мәҙәниәт

Башҡортостанда «Бер кереш уҡтары» фильмы бушлай күрһәтелә...

Тотош уҡырға 3

AY YOLA төркөмө рус телендә яңы йыр әҙерләй

AY YOLA төркөмө рус телендә яңы йыр әҙерләй 27.10.2026 // Мәҙәниәт

AY YOLA төркөмө рус телендә яңы йыр әҙерләй...

Тотош уҡырға 6

Башҡортостанда башҡорт килендәре араһында этноконкурс башланды

Башҡортостанда башҡорт килендәре араһында этноконкурс башланды 22.10.2026 // Мәҙәниәт

Конкурс Рәсәй халыҡтарының берҙәмлеге йылына, Башҡортостан Республикаһында Ҙур һәм татыу ғаилә ......

Тотош уҡырға 6

Салауат башҡорт театры милләт-ара фестивалдә сығыш яһай

Салауат башҡорт театры милләт-ара фестивалдә сығыш яһай 21.10.2026 // Мәҙәниәт

Пермь крайының Кудымкар ҡалаһында VIII «Хәбәр» милләт-ара театр фестивале асылды. Быйыл бында ......

Тотош уҡырға 6

Радий Хәбиров республика халҡын Милли бейеү көнө менән ҡотланы
Башҡортостанда МХО-ға арналған спектаклдәр конкурсына ғаризалар ҡабул ителә

Башҡортостанда МХО-ға арналған спектаклдәр конкурсына ғаризалар ҡабул ителә 20.10.2026 // Мәҙәниәт

Махсус хәрби операцияға арналған спектаклдәрҙең беренсе театр конкурсына ғаризалар ҡабул ителә....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостандан фильм Адыгеяла уҙған фестивалдә иң яҡшы режиссура өсөн награда алды

Башҡортостандан фильм Адыгеяла уҙған фестивалдә иң яҡшы режиссура өсөн награда алды 19.10.2026 // Мәҙәниәт

Башҡортостандан фильм Адыгеяла уҙған фестивалдә иң яҡшы режиссура өсөн награда алды...

Тотош уҡырға 5

Башҡорт яҙыусыһы Йәдкәр Бәширов вафат булды

Башҡорт яҙыусыһы Йәдкәр Бәширов вафат булды 18.10.2026 // Мәҙәниәт

Башҡорт яҙыусыһы Йәдкәр Бәширов вафат булды...

Тотош уҡырға 1

«ӘЙ ЙОЛА» төркөмөнөң «Һомай» йыры фигуралы шыуыу буйынса халыҡ-ара турнирҙа яңғыраны

«ӘЙ ЙОЛА» төркөмөнөң «Һомай» йыры фигуралы шыуыу буйынса халыҡ-ара турнирҙа яңғыраны 14.10.2026 // Мәҙәниәт

«ӘЙ ЙОЛА» төркөмөнөң «Һомай» йыры фигуралы шыуыу буйынса халыҡ-ара турнирҙа яңғыраны...

Тотош уҡырға 6

Башҡортостанда Салауат Юлаев премияһы лауреаттары билдәләнде

Башҡортостанда Салауат Юлаев премияһы лауреаттары билдәләнде 07.10.2026 // Мәҙәниәт

Башҡортостанда Салауат Юлаев премияһы лауреаттары билдәләнде...

Тотош уҡырға 10

Өфө йырсыһы нейроселтәр ярҙамында тәүге башҡорт клибын төшөргән

Өфө йырсыһы нейроселтәр ярҙамында тәүге башҡорт клибын төшөргән 07.10.2026 // Мәҙәниәт

Өфө йырсыһы нейроселтәр ярҙамында тәүге башҡорт клибын төшөргән...

Тотош уҡырға 12


Комментарий өҫтәргә